Әбү әд-Дәрдә

Әбү әд-Дәрдә Үвәймир ибн Мәлик Әл-Хәҙрәжи, Әбү әд-Дәрдә булараҡ күберәк билдәле (ғәр. أبو الدرداء‎; т. й. — билдәһеҙ, Мәҙинә, хәҙерге Сәғүд Ғәрәбстаны — 653, Александрия, хәҙерге Мысыр) — Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең сәхәбәләренең береһе.

Биографияһы

Мәҙинәлә тыуған, Хәҙрәжи ырыуының әл-Харис нәҫеленә ҡараған. Һижрәттең икенсе йылында Бәҙер һуғышынан һуң ислам динен ҡабул итә. Сауҙа менән шөғөлләнә, ләкин ислам динен ҡабул иткәндән һуң ул был эште ҡалдыра һәм үҙен бик сикләп йәшәй башлай. Өхүд эргәһендәге һуғышта һәм мосолмандарҙың мәккә мөшриктәренә ҡаршы башҡа һуғыштарында ҡатнаша. Ҡөрьән, хәҙис һәм фиҡһ (мосолман хоҡуғы) белгесе була[2].

Хәлифә Усман ибн Әффан идара иткән осорҙа ул башта дәүләт вазифаһынан баш тарта һәм кешеләрҙе ислам нигеҙҙәренә өйрәтеү менән шөғөлләнә. Әммә һуңынан Сүриәнең судьяһы (ҡазый) булырға ризалаша.

Вафаты

Ул 653 йылда, өсөнсө Хаҡ хәлифә Усман үлтерелгәнгә тиклем, вафат була [2].

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Али-заде, А. А. Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  • Abu ’l-Dardāʾ / Jeffery, A. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)