Әбү Әйүп әл-Ансари

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
ғәр. أبو أيوب الأنصاري
Гражданлығы
Һөнәр төрө Сәхәбәләр
Тыуған урыны
Заты ир-ат
Файл:Eyupsultan.JPG
Тыуған көнө неизвестно
Вафат булған көнө 674 или 672[1]
Вафат булған урыны
Ерләнгән урыны
Һуғыш/алыш
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Әбү Әйүп Хәлит ибн Зәйд әл-Ансари (ғәр. أبو أيوب الأنصاري‎; рус. Абу Айюб Халид ибн Зейд аль-Ансари; 576, Мәҙинә, хәҙ. Сәғүд Ғәрәбстаны — 674[2], Константинополь, хәҙ. Төркиә) — Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең көрәштәше, ансар.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әбү Әйүп әл-Ансари 576 йылда Мәҙинәлә (Йәсриб) тыуған. Ул бәнү Нәжәр ырыуынан булған. Тәүге мосолман мөһәжирҙәренең Мәҙинәгә күсенеүҙәренә тиклем ислам динен ҡабул итә, Ғәкәбә эргәһендәге икенсе антта ҡатнаша[3].

Мөхәммәт Пәйғәмбәр Мәҙинәгә килгәс, ундағы бөтә мосолмандар үҙ өйөндә хөрмәтле ҡунаҡ сифатында ҡабул итеү хөрмәте ҡаҙанырға тырыша. Мөхәммәт ғәләйһиссәләм үҙенең дөйәһе ҡайҙа тубыҡлана, шундағы йортта туҡталасағы тураһында иғлан итә.[3] Шунан ул дөйәне үҙ ыңғайына ҡуя һәм малҡай, бер аҙ ара үтеп, Әбү Әйүп әл-Ансари йорто эргәһендә тубыҡлана[3]. Әбү Әйүп өйөндәге беренсе ҡатта Пәйғәмбәр 7 ай буйы йәшәгән[4].

Әбү Әйүп Бәҙер, Өхүд, Ур һәм башҡа йыһаттарҙа ҡатнаша[5]. Дүртенсе хәлиф хәҙрәти Али хакимлыҡ иткән осорҙа уның ғәскәрендә хәүәриждәргә ҡаршы һуғыша [3].

Мысырҙы яулап алыуҙан һуң Фустатҡа күсеп, Ғәмр ибн әл-Әс мәсете янына урынлаша[6].

Ибн Жәрир әт-Тәбари әйтеүенсә, Әбү Әйүп әл-Ансари, ҡартайғас, Константинополде ҡамауҙа ҡатнашҡан. Әбү Әйүп яраланғас, уны ғәскәр башлығы Йәзид килеп күрә, нимәгә мохтаж икәнен һорай. Әбү Әйүп уға: «мосолмандарға минең сәләмемде еткер һәм уларға әйт: „Әбү Әйүп дошмандың ерен мөмкин тиклем алыҫыраҡ барып алырға һәм тупраҡтарын Константинополь диуарҙары янында аяҡ остарығыҙға һалып ерләргә үҙегеҙ менән алып килергә васыят итә“». Әт-Тәбари һүҙҙәре буйынса, Әбү Әйүп Константинополь стеналары янында ерләнгән[7].

Константинополде төрөктәр баҫып алғандан һуң Әбү Әйүп әл-Ансари ҡәбере өҫтөндә кәшәнә һәм мәсет төҙөлгән. Әбү Әйүп исемен йөрөткән Истанбул районы төрөктәр өсөн изге урынға әйләнә һәм күп кенә осман түрәләре уларҙы ошо урынға яҡын ерләүҙәрен һорай башлай.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Али-заде А. Абу Аййуб аль-Ансари (урыҫ) // Исламский энциклопедический словарьМ.: Ансар, 2007. — С. 25. — ISBN 978-5-98443-025-8
  2. Philip K Hitti, A History of the Arabs, London, 1951 revised edition, p.202
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Али-заде, 2007
  4. Narrated Anas bin Malik, Sahih Bukhari, Volume 5, Book 58, Number 269
  5. Muhammad ibn Sa’d, Kitāb at-Tabāqat al-Kabīr (The Great Book of Generations)
  6. Masud ul-Hasan, Hadrat 'Umar Farooq, Islamic Publications Ltd. Lahore 1982
  7. A History of the Arabs, pp.201-202

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Али-заде, А. А. [25 Абу Аййуб аль-Ансари] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).