Ғәббәс ибн Ғәбд әл-Моталлип
ғәр. العباس بن عبد المطلب | |
Хәләл ефете | Лүбәбә бинт әл-Харис[d] и Любаба бинт Убайдуллах[d] |
---|---|
Атаһы | Ғәбд әл-Моталлип[1][2] |
Әсәһе | Натиля бинт Джанаб[d] |
Заты | ир-ат |
Вафат булған урыны | |
Һуғыш/алыш | |
Балалары | Ғабдуллаһ ибн Ғәббәс, Фадль ибн Аббас[d], Убайдуллах ибн Аббас[d], Тамам ибн Аббас[d], Маабад ибн Аббас[d], Кусам ибн Аббас[d], Умайма бинт аль-Аббас[d], Умм Хабиб бинт аль-Аббас[d], Умм Кульсум бинт аль-Аббас[d], Касир ибн аль-Аббас[d] и Абдуррахман ибн аль-Аббас[d] |
Бер туғандары | Сафия бинт Абд аль-Мутталиб[d], Ғабдулла ибн Ғәбд әл-Моталлип, Абу Талиб ибн Абд аль-Мутталиб[d], Харис ибн Абд аль-Мутталиб[d], аз-Зубайр ибн Абд аль-Мутталиб[d], Хәмзә ибн Ғәбд әл-Моталиб, Әбү Ләһәб, Умама бинт Абд аль-Мутталиб[d] и аль-Мукаввим ибн Абд аль-Мутталиб[d] |
Тыуған көнө | около 568 |
Ерләнгән урыны | |
Гражданлығы | |
Һөнәр төрө | дәүләт эшмәкәре, сауҙагәр |
Вафат булған көнө | 15 февраль 653 |
Тыуған урыны |
Әбү-л-Фаҙыл әл-Ғәббәс ибн Ғәбд әл-Моталлип әл-Хашими (ғәр. العباس بن عبد المطلب; 566, Мәккә — 653, Мәҙинә) — Мөхәммәт Рәсүлулланың атаһының бер туғаны, Ғәбд әл-Моталлиптың күп һанлы улдарынан туғыҙынсыһы.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
566 йылда Мәккәлә тыуған, әсәһе Нәтилә бинт Йәнәп. Мөхәммәт Рәсүлулланан биш йәшкә оло булған. Етем ҡалған Мөхәммәтте олатаһы үҙенә аҫрарға алғас, Ғәббәс уның менән бер өйҙә үҫә[4].
Йәш сағында Ғәббәс сауҙа менән шөғөлләнә. Ярайһы бай кеше була. Был достаточно богатым человеком. Ағалары менән Ҡәғбәлә хеҙмәт итә, ҡоҙоҡтан хажиҙарға Зәм-зәм һыуы сығарып биреп тора. Атаһы вафат булғас, Ғәббәс ғаиләләренә йөкмәтелгән эште үҙенә ала — Зәм-зәм һыуының ҡарауылсыһы була. Ислам ҡабул иткәс тә ошо бурысын үтәй. Бәхилләшеү хажында Пәйғәмбәр ҡоҙоҡ янына килеп, Ғәббәстән зам-зәм һорап ала[4].
Мөхәммәткә с.ғ.с. рисаләт иңгәс тә Ғәббәс Ислам ҡабул итмәй әле, әммә ҡаршы ла сыҡмай. Уның ҡатыны Үмм әл-Фаҙыл тәүге мөслимәләрҙән була. Бәҙер һуғышында Ғәббәс мосолмандарға әсир булып төшә, ә азат ителгәс Ислам ҡабул итә һәм Мәккәгә ҡайта. Күпмелер ваҡыт динен йәшереп йөрөй, Мәккәләге мосолмандарға ярҙам итә. Мәккә мосолмандар тарафынан яулап алыныуға әҙ генә ҡалғанда ул Мәҙинәгә һижрәт ҡыла. Мәккә яуланғас, Мөхәммәт Пәйғәмбәр менән бергә йөрөй һәм Һүнәйн һуғышында ҡатнаша[4]. Уның көслө йоғонтоһо менән ҡорайыштарҙың байтағы Исламға килә.
Миләди 632 йылда Пәйғәмбәр вафат булғас, Али ибн Әбү Талип менән Ғәббәс уның мәйетен йыуалар. Ғәббәс беренсе өс хаҡ хәлифәгәярҙам итеп йөрөй. Ул мосолман ғәскәрен тотоуға, Византия империяһын яулап алыуға күп аҡса түгә[4].
Тоҡомдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ғәббәс 652 йылда хәлифә Усман ибн Әффан идара иткәндә вафат була[4]. Ғәббәстең улдарынан иң билдәлеләре — Фаҙыл, Ғабдуллаһ, Күсәм менән Тәммәм. Бер быуаттан уның тоҡомдары Ғәрәп хәлифәлегенә хакимиәткә килә һәм Ғәббәсиҙәр династияһын барлыҡҡа килтерә[4].
Ғәббәсиҙәр хәлифәлегенең сәскә атыу осоро Әбу Йәғәфәр әл-Maнсур (754—775), Мөхәмәт әл-Mahди (775—785), Һарун әр-Рәшит (786—809), Ғабдулла әл-Мәһмүн (813—833) хакимлығына тап килә. Ғәббәсиҙәр ике йөҙ йылдан ашыу хакимлыҡ иткәндән һуң, хәлифәлек яйлап көсһөҙләнә башлай һәм монголдар Бағдадты яулап алып, һуңғы ғәббәси хәлифәне үлтереү менән йәшәүҙән туҡтай[5]/
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 Али-заде А. Аббас ибн Абд аль-Мутталиб (урыҫ) // Исламский энциклопедический словарь — М.: Ансар, 2007. — ISBN 978-5-98443-025-8
- ↑ Али-заде А. Абд аль-Мутталиб (урыҫ) // Исламский энциклопедический словарь — М.: Ансар, 2007. — ISBN 978-5-98443-025-8
- ↑ Аббас, Абул-Фадль Эль-Гашими (урыҫ) // Энциклопедический словарь / под ред. И. Е. Андреевский — СПб.: Брокгауз — Ефрон, 1890. — Т. I. — С. 13.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 Али-заде, А. А., 2007
- ↑ Аббасиды // Рыжов К. В. Все монархи мира. Мусульманский Восток VII—XV вв.. — М.: Вече, 2004..
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Аббас, Абул-Фадль Эль-Гашими // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- al-ʿAbbās b. ʿAbd al-Muṭṭalib / Watt, W. Montgomery // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)