Нух (пәйғәмбәр)
Нух (ғәр. نوح) — исламдағы биш бөйөк пәйғәмбәрҙең (нәби) һәм Аллаһ тарафынан кешеләргә ебәрелгән илселәрҙең (рәсүл) береһе. Тәүраттағы Нойға (Ноахҡа) тура килә. Нух исеме Ҡөрьәндәге күп кенә сүрәләрҙә телгә алына. Уның исеме менән Мәккәлә төшөрөлгән 71-се сүрә аталған. Нухтың ырыуҙаштары уға ышанмай, шуның өсөн Аллаһ уларҙы юҡ итә.[1].
Нух Ҡөрьәндә
Ҡөрьәндә Нух пәйғәмбәрҙең Аллаһ бойороғо буйынса Уад, Суағ, Йәғуҫ, Йағуҡ һәм Насра боттарына табынған үҙенең халҡын бер аллаға табынырға өндәүе тураһында бәйән ителә[2]. Уны аҡылдан яҙған тип иҫәпләйҙәр, мыҫҡыл итәләр, кәмһетәләр, таш менән бәреп үлтереү менән янайҙар[3]. Уға хатта үҙ ҡатыны ла ышанмай, ул уны беренсе булып аҡылдан яҙған тип һанай[4].
Пәйғәмбәрҙең өгөтләүҙәре бер ниндәй ҙә файҙа килтермәй, һәм ул Аллаһҡа ярҙам һәм иманһыҙҙарҙы язалау һорап ялбара. Аллаһ Нухҡа көймә төҙөргә ҡуша, шунан ер аҫтынан һәм күктән һыу аға башлай, ул бөтә донъяны баҫа. Бары Нух пәйғәмбәр, уның яҡындары һәм уға ышанғандар, шулай уҡ көймәгә алынған бөтә тере йән эйәләре генә ҡотола. Пәйғәмбәрҙең улдарының береһе, туфандан тауға менеп ҡотолорға өмөтләнеп, атаһы менән йөҙөүҙән баш тарта һәм һәләк була[4].
Көймәне тауҙай ҙур тулҡындар өйрөлтөп йөрөтә, ә һуңынан, һыу ҡайтҡас, ул әл-Жүзи тауына төшкән. Ҡотҡарылған Нух Аллаһтан улын терелтеүен һорай, әммә ул баш тарта, сөнки иманһыҙ ул Аллаһ ҡотҡарырға вәғәҙә иткән пәйғәмбәр ғаиләһенең ағзаһы булыуҙан туҡтай[4][5].
Ҡөрьәндә Нух менән бәйле «Был — күңел түрендәге йәшертен серҙәрҙән. Беҙ уларҙы һиңә асабыҙ; бығаса һин дә, халҡың да уларҙы белмәй ине» тип әйтелә[6]. Бынан Ҡөрьән иңдерелгәнгә тиклем хижәздәр Нух пәйғәмбәрҙең тарихын белмәгән тигән һығымта яһала. Шул уҡ ваҡытта күбеһе Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең замандаштары булған исламға тиклемге Ғәрәбстан шағирҙары уны яҡшы белгән. Ҡөрьәндә булмаған Нух тарихынан эпизодтар (мәҫәлән, ботаҡ килтереүсе күгәрсен тураһында) Тарафа, әл-Әшә, Умайя ибн Әбү-с-Сальттың шиғырҙарында тасуирлана йәки телгә алына[4].
Ҡөрьәндәге Ғәрәбстандағы әл-Жүзи тауы, ғәрәп боттарының исемдәре тураһындағы легендаларҙа ғәрәп ысынбарлығы сағыла. Ҡөрьән туфан тарихын ҡыҫҡаса ғына бәйән итә, төп һәм ҙур урынды Нухтың ырыуҙаштары менән бәхәстәренә бирә, был Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең мәккәндәр менән бәхәстәренә параллель миҫал булып тора[4].
Нух тарихы пәйғәмбәрҙәренә (Лут, Сәлих, Һуд, Шөғәйеп) ышанмаған һәм бының өсөн Аллаһ тарафынан ҡаты язаланған халыҡтар тураһындағы тарихтарҙа өлгө итеп күрһәтелә[4].
Ҡөрьәндәге яҙманың Тәүраттағыһынан айырмалы үҙенсәлеге булып мейестәге уттың янып китеүе һәм Нухтың көймәгә ултырыуҙан баш тартҡан улының һәләк булыуы тураһындағы тарих тора[4].
Нух риүәйәттәрҙә
Урта быуат мосолман әҙәбиәтендә Нух тураһындағы легендаға нығыраҡ иғтибар биреү өсөн төп сығанаҡ булып Тәүрат яҙмаһы һәм йәһүд риүәйәттәре (исраилиәт) тора. Ҡөрьән комментаторҙары яҙмаға Нухтың ҡатыны һәм балалары исемдәрен индерә. Үлгән улының исемдәре араһында Йам, Канан һәм башҡаларҙы телгә алалар. Нухты беренсе оҙон ғүмерле кеше (мөғәммәр) тип атайҙар, ырыуҙаштарының көймә төҙөүгә бәйле мыҫҡыллауҙарын ентекле тасуирлайҙар[4].
Нух бала сағынан тәҡүә тормош алып бара һәм Аллаһҡа инана. Ул ауыл хужалығы эштәре һәм малсылыҡ менән шөғөлләнә, һөнәрҙәр белә. Илле йәшендә Аллаһ уны ул ваҡытта ерҙә йәшәгән бөтә халыҡтар һәм ҡәбиләләр өсөн пәйғәмбәр итә. Ул элекке пәйғәмбәрҙәрҙән билдәле булған дин нигеҙендә вәғәздәр уҡый, уға Алланан Китап төшөрөлмәй[7].
Нухтың көймәһе өс ҡатлы итеп һүрәтләнә, уның алғы өлөшө — әтәстең башы, артҡыһы ҡойроғо рәүешендә була. Нух менән бергә көймә төҙөүҙә иман килтергән кешеләр ҙә ҡатнаша. Уларҙы Ябраил фәрештә рухландыра. Көймәгә аяҡ баҫҡан беренсе хайуан — ҡырмыҫҡа, ә һуңғыһы ишәк була, уның менән бергә унда Иблис үтеп инә. Көймәлә Әҙәмдең кәүҙәһе һаҡланған[4]. Нухтан тыш 80-гә яҡын кеше була, шул иҫәптән уның улдары Шам (Шем), Хам һәм Йәфәҫ (Иафет). Кешеләрҙең яңы быуындары Нухтың улдарынан килеп сыҡҡан: Шам — ғәрәптәрҙең, фарсыларҙың һәм европалыларҙың, Хам — ҡара тәнле һиндтарҙың һәм африкандарҙың, ә Йәфәҫ төркиҙәр һәм башҡа азиаттарҙың ата-бабаһы булған. Кешелек, үрсеп, бөтә планетаны биләй, шуға күрә Нухты «икенсе Әҙәм» тип атайҙар[7].
Дауыл баҫылғандан һуң, Нух ҡоҙғондо ҡоро ер эҙләргә ебәрә, әммә ул ер һәм аҙыҡ таба ла кире әйләнеп ҡайтмай. Шунан күгәрсенде ебәрә, ул яңы ботаҡ алып ҡайта. Рәхмәт йөҙөнән уға матур муйынсаҡ бүләк итәләр, ул шул ваҡыттан алып бөтә күгәрсендәрҙең муйынын биҙәп тора. Ғәрәп әл-Жүзи тауы яйлап Курдистан тауҙары — Тәүраттағы Араратҡа тиңләштерелә[4].
Бөтә донъяны баҫҡан һыу Мәккәләге «изге биләмәне» урап үтә (харам). Әҙәм төҙөгән Ҡәғбә күккә күтәрелә, унда Ябраил фәрештә изге ташты (һәжәр әл-әсүәд) һаҡлап алып ҡала, ул ваҡытта ул әле ҡара түгел, ә аҡ төҫтә була[4].
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
- Пиотровский М. Б. Нух // Ислам: энциклопедический словарь / отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, 1991. — С. 194-195.
- Али-заде, А. А. Нух // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).