Фарсылар

Фарсылар (рус. Пе́рсы, фарс. فارسی‌زبان [fɒːrsi-zæbɒːn], фарс. ایرانی [irɒːni], фарс. فارس [fɒːrs], устар. фарс. پارس [pɒːrs]) — иран халҡы, Ирандың төп халҡы (төрлө баһалар буйынса 56 % -тан 63 % -ҡа тиклем), Иран, Тажикстан һәм Афғанстан халҡының күп һанлы төбәк төркөмдәренең этнолингвистик берләшмәһе[39]. Уларҙың туған теле фарсы теле, ул төрлө диалекттарҙан тора.

Таралып ултырыуы

Фарсылар Иран халҡының яртыһынан саҡ ҡына күберәк (51 %)[40] (35 миллиондан ашыу кеше) тәшкил итә. Фарсылар бөтә ил буйынса таралып йәшәй, әммә күпселек өлөшө үҙәк, көньяҡ һәм көнсығыш райондарҙа тупланған.

Урбанизация әүҙем башлағас, фарсы телле ҡалалар тиҙ үҫешә, уларҙың күбеһе сәнәғәт ҡалаларына әүерелә (Тәһран, Мәшһәд, Кередж, Исфаһан, Шираз, Кум).

Теле һәм әҙәбиәте

Фарсы теле — иран телдәре араһында иң таралғаны, Ирандың рәсми дәүләт теле (халҡының 58 %, йәғни 40 млн кеше фарсы телендә һөйләшә). Фарсы теленең варианттары шулай уҡ Афғанстанда (дари́ йәки фарси́-кабули́) һәм Тажикстанда (таджик теле) дәүләт теле булып тора. Шулай уҡ Пакистанда таралған. Фарсы телендә һөйләшеүселәр шулай уҡ Фарсы ҡултығы (Бахрейн, Ираҡ, Оман, Йәмән, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре) илдәрендә йәшәйҙәр.

X—XII быуаттарҙан башлап фарсы теле халыҡ-ара аралашыу теле, көнсығышта киң ислам донъяһының мәҙәниәт һәм фән теле функцияһын башҡара, Төркиә, Кавказ, Ҡырымдан алып Үҙәк Азия һәм Һиндостанға тиклем төбәк телдәренә ҙур йоғонто яһай.

Фарсы әҙәбиәте — һуңғы ике мең ярым йыл дауамында барлыҡҡа килгән фарсы телендәге яҙма әҫәрҙәр тупланмаһы, ислам диненә тиклемге осорға ҡараған күп өлөшө юғалған. Тамырҙары боронғо Фарсия әҙәбиәтенә барып тоташа. Хәҙерге Иран территорияһы һәм Үҙәк Азияның электән фарсы телле булған төбәктәре Фарсияға ҡараған. Мәҫәлән, Фарсияның ҙур һөйөү ҡаҙанған шағиры Йәләлетдин Руми[41][42][43][44][45] хәҙерге Тажикстан территорияһындағы ҡасабала тыуған[46][47], фарсы телендә ижад иткән, ул заманда Сәлжүк солтанлығының баш ҡалаһы булған Коньяла йәшәгән. Шул уҡ ваҡытта бөтә фарсы әҙәбиәте лә фарсы телендә яҙылмаған. Айырым авторҙар фекеренсә, фарсы әҙәбиәте әҫәрҙәре араһында грек, ғәрәп һәм башҡа телдәрҙә ижад иткән этник фарсыларҙың әҫәрҙәре лә бар.

Фарсы әҙәбиәте кешелектең иң бөйөк әҙәбиәттәренең береһе һанала[48].

Келәмдәр

Иҫкәрмәләр

  1. С. И. Ожегов, Н. Ю. Шведова. [dic.academic.ru/dic.nsf/ogegova/158346 Толковый словарь Ожегова]. 1949—1992.
  2. 1 2 [dic.academic.ru/dic.nsf/enc1p/36566 Современная энциклопедия]. 2000.
  3. Central Intelligence Agency (CIA) The World Factbook: Iran population Архивная копия от 3 февраль 2012 на Wayback Machine: … Ethnic groups: Persian 61 %, Azeri 16 %, Kurd 10 %, Lur 6 %, Baloch 2 %, Arab 2 %, Turkmen and Turkic tribes 2 %, other 1 % (2008 est.) … Population: 78,868,711 (July 2012 est.) … Languages: Persian (official) 53 %, Azeri Turkic and Turkic dialects 18 %, Kurdish 10 %, Gilaki and Mazandarani 7 %, Luri 6 %, Balochi 2 %, Arabic 2 %, other 2 % (2008 est.) … Religions: Muslim (official) 98 % (Shia 89 %, Sunni 9 %), other (includes Zoroastrian, Jewish, Christian, and Baha’i) 2 %.
  4. Persian in Turkey. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 сентябрь 2015. Архивировано 9 октябрь 2019 года.
  5. Persian in Afghanistan. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 июнь 2017. Архивировано 23 сентябрь 2015 года.
  6. Persian in United Arab Emirates. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 сентябрь 2015. Архивировано 23 сентябрь 2015 года.
  7. Persian in Iraq. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 сентябрь 2015. Архивировано 23 сентябрь 2015 года.
  8. Persian in United States. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 сентябрь 2015. Архивировано 23 сентябрь 2015 года.
  9. Persian in Saudi Arabia. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 сентябрь 2015. Архивировано 23 сентябрь 2015 года.
  10. Persian in Qatar. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 сентябрь 2015. Архивировано 23 сентябрь 2015 года.
  11. Persian in Bahrain. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 сентябрь 2015. Архивировано 23 сентябрь 2015 года.
  12. Persian in Kuwait. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 сентябрь 2015. Архивировано 23 сентябрь 2015 года.
  13. Persian in Canada. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 сентябрь 2015. Архивировано 3 май 2021 года.
  14. Persian in Germany. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 сентябрь 2015. Архивировано 23 сентябрь 2015 года.
  15. Persian in Oman. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 сентябрь 2015. Архивировано 23 сентябрь 2015 года.
  16. Persian in Tajikistan. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 июнь 2017. Архивировано 31 июль 2017 года.
  17. Persian in Syria. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 сентябрь 2015. Архивировано 23 сентябрь 2015 года.
  18. Persian in France. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 сентябрь 2015. Архивировано 23 сентябрь 2015 года.
  19. Persian in Japan. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 сентябрь 2015. Архивировано 23 сентябрь 2015 года.
  20. Persian in United Kingdom. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 сентябрь 2015. Архивировано 25 сентябрь 2015 года.
  21. Persian in Yemen. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 сентябрь 2015. Архивировано 25 сентябрь 2015 года.
  22. Persian in Sweden. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 сентябрь 2015. Архивировано 25 сентябрь 2015 года.
  23. Persian in Uzbekistan. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 сентябрь 2015. Архивировано 10 июль 2015 года.
  24. Persian in Australia. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 сентябрь 2015. Архивировано 25 сентябрь 2015 года.
  25. Persian in Pakistan. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 сентябрь 2015. Архивировано 25 сентябрь 2015 года.
  26. Persian in Norway. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 сентябрь 2015. Архивировано 25 сентябрь 2015 года.
  27. Persian in Austria. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 сентябрь 2015. Архивировано 25 сентябрь 2015 года.
  28. Persian in Denmark. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 сентябрь 2015. Архивировано 25 сентябрь 2015 года.
  29. Persian in India. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 сентябрь 2015. Архивировано 25 сентябрь 2015 года.
  30. Persian in Turkmenistan. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 сентябрь 2015. Архивировано 25 сентябрь 2015 года.
  31. Persian in Italy. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 сентябрь 2015. Архивировано 25 сентябрь 2015 года.
  32. Persian in Belgium. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 сентябрь 2015. Архивировано 25 сентябрь 2015 года.
  33. Persian in Netherlands. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 сентябрь 2015. Архивировано 25 сентябрь 2015 года.
  34. Persian in Kazakhstan. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 сентябрь 2015. Архивировано 25 сентябрь 2015 года.
  35. Persian in New Zealand. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 сентябрь 2015. Архивировано 25 сентябрь 2015 года.
  36. Национальный состав населения Российской Федерации согласно переписи населения 2021 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 ғинуар 2023. Архивировано 30 декабрь 2022 года.
  37. The Persian Diaspora, List of Persians and Persian Speaking Peoples living outside of Iran, Worldwide Outreach to Persians, Outreach to Muslims around the Globe. Farsinet.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 июнь 2012. Архивировано 21 ноябрь 2019 года.
  38. Persian. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 сентябрь 2015. Архивировано 25 сентябрь 2015 года.
  39. Windfuhr, Gernot: The Iranian Languages, Routledge 2009, p. 418.
  40. The World Factbook — Iran Архивная копия от 3 февраль 2012 на Wayback Machine.
  41. John Renard. Historical dictionary of Sufism. — Rowman & Littlefield, 2005. — С. 155.
  42. Annemarie Schimmel. “The Mystery of Numbers”. — Oxford University Press, 1993. — С. 49.
  43. Ritter, H.; Bausani, A. Encyclopaedia of Islam - "ḎJ̲alāl al- Dīn Rūmī b. Bahāʾ al-Dīn Sulṭān al-ʿulamāʾ Walad b. Ḥusayn b. Aḥmad Ḵh̲aṭībī" / Bearman , Th. Bianquis , C. E. Bosworth , E. van Donzel and W. P. Heinrichs. — Brill Online, 2007.
  44. Julia Scott Meisami. Forward to Franklin Lewis, Rumi Past and Present, East and West(revised edition). — Oneworld Publications, 2008.
  45. Frederick Hadland Davis. "The Persian Mystics. Jalálu'd-Dín Rúmí". — Adamant Media Corporation, November 30, 2005. — ISBN 1402157681.
  46. Annemarie Schimmel, "I Am Wind, You Are Fire, " p. 11.
  47. William Harmless, Mystics, (Oxford University Press, 2008), 167.
  48. Arthur John Arberry. The Legacy of Persia. — Clarendon Press, 1953. — С. 200. — ISBN 0-19-821905-9.

Әҙәбиәт

  • Народы и религии мира, под ред. В. А. Тишкова, М., 1998.
  • Народы Передней Азии, М., 1957.
  • Васильев Л. С. История востока // том 1, М., 2001.
  • Иванов С. А. Персы // Большая советская энциклопедия, том 19, М., 1975.
  • Родригес А. М. Абу Ханифа и его время: арабский и иранский народы в начале формирования ислама и халифата // Учёные записки Комсомольского-на-Амуре государственного технического университета. No. 7 (2011), p. 19—26.
  • Фролов Э. Д. Представление персов как варваров в греческой литературной традиции V в. до н. э. // Мнемон: исследования и публикации по истории античного мира. No. 4 (2005), p. 125—166.
  • Minorsky V. [Rev.:] Persia (by Wilson A. T.) // Bulletin of the School of Oriental Studies. 1934. No. 2, p. 461—463.
  • Myres J. L. [Rev.:] Climnate and the energy (by Markham S.F.) // The Classical Review, 1943. No. 1, p. 48—49.
  • Wilson A. T. The military record and potentialities of the Persian Empire // Journal of the Royal Society of Arts. 1926. No. 3843, p. 823—841.

Һылтанмалар

Ҡалып:Иранские народы

Тема буйынса өҫтәмә