Илия

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Илия
йәһ. אליהו
Праздник святого 20 июль
Гражданлығы
Статус канонизации святой[d]
Һөнәр төрө чудотворец, дин өндәүсе
Эшмәкәрлек йылдары IX быуат б.э.т.[1]
Изображается на The Sacrifice of Elijah Before the Priests of Baal[d]
Телгә алынған хеҙмәттәр Ҡөрьән, Третья книга Царств[d], Четвёртая книга Царств[d], Книга пророка Малахии[d], Книга Премудрости Иисуса, сына Сирахова[d], Книга Еноха[d], Евангелие от Луки[d], Евангелие от Матфея[d], Послание к Римлянам[d], Послание Иакова[d], Откровение Иоанна Богослова[d] и Апокалипсис пророка Ильи[d]
Рәсем
Тыуған көнө возможно б. э. т. 904[2]
Вафат булған көнө возможно б. э. т. 850[2]
Тыуған урыны
Эшмәкәрлек төрө пророчество[d][1] и Христианлыҡ[1]
Заты ир-ат
Враг Иезавель[d]
Вафат булған урыны
Алла ... ҡарай монотеизм
Культура Q12404929?
Кемдә уҡыған Ахия[d][3]
Уҡыусылар Елисей[d][3]
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Илия (йәһ. אֵלִיָּהוּ‎ [Элийяху], йәһ. אֵלִיָּה‎ [Элийя] « Яхве минең Аллам»; бор. грек. Ἡλίας; исламда — ғәр. إلياسИльяс — беҙҙең эраға тиклем IX быуатта Израиль батшалығында Тәүрат (Библия) пәйғәмбәре.

Христианлыҡта иң абруйлыһы һаналған Иҫке Ғәһед изгеһе. Православие сиркәүҙәрендә хәтер юлиан календары, 20 июля (2 августа) башҡарыла башҡа сиркәүҙәрҙә — 20 июль. Католик сиркәүендә хәтер 16 февраль. Боронғо көнсығыш сиркәүҙәрендә лә иҫкә алына.[4]. Көнсығыш славяндар Илия (Ильяс) пәйғәмбәрҙе айырым хөрмәт менән иҫкә ала. Уларҙа Ильин көнө бар[5]. Рәсәйҙең һауа-десант ғәскәрҙәрен һәм һауа-йыһан көстәрен ҡурсалаусы тип иҫәпләнә .

Исеме[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡайһы берҙә тыуған ҡалаһы Фисва буйынса Илия пәйғәмбәрҙе Илия Фесвитянин тип атайҙар.

Элийяху «Минең Хоҙайым» тигәнде аңлата (‏אלי‏‎ «минең Хоҙайым»; алла исеменең ҡыҫҡаса формаһы ‏יהו‏‎ синод тәржемәһендә Раббы булараҡ тәржемә ителә).

Боронғо йәһүд телендә, Илия пәйғәмбәргә ҡарата, ике яҙыу варианты ҡулланыла: ‏אֵלִיָּהוּ‏‎ [Элийяху] (3Цар. 2:27, 17—19) һәм ‏אֵלִיָּה‏‎ [Элийя] (Мал. 4:5). Исемендә Элийяху (бор.-йәһ. אֵלִיָּהוּ) хәреф ‏ה‏‎ [х] («хей») тамаҡ төбө [h] тип әйтелә. Телдәрҙең оҡшаш булмауы һәм боронғо грек, грек, иҫке славян, ә һуңынан урыҫ телдәренә тәржемәнең камил булмауы арҡаһында, исеме Элияху Илияға үҙгәртелә.

Тормошо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Изге Пәйғәмбәр Илия — Ильяс (XIX быуат аҙағы, әҙәби Рәсәй.)
Изге. Пәйғәмбәр Илия менән Ахав-Батша (икона, Рәсәй, XV быуат.)

Ильяс (Илия) Израиль батшалығында көслө иман көрәшсеһе һәм боттарға табыныуҙы, яуызлыҡты фашлаусы булған. Уның эшмәкәрлеге Ахав батшалыҡ иткәндә, көсһөҙ ихтыярлы батшаның ғорур һәм хакимлыҡ һөйөүсе ҡатыны финикиянка Иезавель, (Изебель) Ваал менән Астарта культын урынлаштырырға теләгән осорға тура килә.

Риүәйәт буйынса, Аллаға ихлас табыныусылар илдән ҡыуып сығарыла, һәм һарай янында мәжүси дин әһелдәре (жрецтар) штаты булдырыла. Ваала Илия пәйғәмбәр, яуыз батшаны өйрәтер өсөн, күп мөғжизәләр ҡыла. Уның тормошо һәм эшмәкәрлеге тарихы Өсөнсө Һәм Дүртенсе Батшалыҡтар Китабында бәйән ителә

Ахаваның намыҫһыҙлығы сиктән тыш дәрәжәгә еткәс, пәйғәмбәр батшаға намыҫһыҙлығы арҡаһында илгә бер нисә йылға аслыҡ киләсәген белдерә [6]. Ләкин Ахав тәүбәгә килмәй, батша менән пәйғәмбәр араһында көрәш башлана, ул һуңғыһының тантанаһы менән тамамлана. Яхве менән Ваал ҡеүәтен һынау һәм сағыштырыу маҡсаты менән Кармил (Кармель) тауында ҡорбан килтереү ойошторола. Мәжүсиҙәр тулыһынса еңелә һәм пәйғәмбәр тарафынан язалап үлтерелә. Был Иезавелде тағы ла нығыраҡ ярһыта, ул Илияны үлтерергә ант итә.

Ләкин пәйғәмбәр сүллеккә китә. Синай тау янында булғандан һуң, Илия тағы Израил батшалығына әйләнеп ҡайта, Раббы ихтыяры буйынса, үҙенә уҡыусы һәм вариҫ итеп Елисейҙы һайлай Ахаваны Науфейҙың виноград баҡсаһын намыҫһыҙ баҫып алыуҙа фашлай, Ахавты бөтөнләй тынысландырған һәм уның урынына ҡалған Охозияның ауырып китеү сәбәпле Веельзевулдың аккарон идолына (ботҡа) мөрәжәғәте өсөн шелтәләгән.

Күккә олғашыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ильяс пәйғәмбәрҙең Күккә ут менән олғашыуы. Түбәнге Новгород мәктәбе, XV ағағы — XVI быуаттың башы

Йәһүдилекттә лә шулай уҡ христианлыҡта ла Илия (Ильяс) күккә тере килеш алына, тип иҫәпләнә: «ҡапыл ут арбаһы һәм ут аттары пәйҙә була, һәм улар икеһен дә айыра, һәм Ильяс Күккә өйөрмә менән күтәрелә .»  (4Цар. 2:11). Библияла әйтелгәнсә, Туфан һыуы ҡалҡмаҫ борон йәшәгән Енох (исламда Иҙрис (пәйғәмбәр)) ҡына күккә тере алына. Православие дине тәғлимәтендә, Ильяс күккә түгел, ә Ғайса (Иисус Христос) икенсе тапҡыр килеү көнөн көтөп торған изге урынға күтәрелгән, тигән фекер бар[7]. Хәйер, православие дине тәғлимәтендә Илия (Ильяс) менән Енох (Иҙрис (пәйғәмбәр)) — апокалиптик «ике шаһит» күккә түгел, ә Ғайса пәйғәмбәрҙең икенсе тапҡыр Ергә төшөү көнөн көткән ниндәйҙер серле урынға олғашҡан тигән фекер бар Улар, шаһитлыҡтары бөткәс, «упҡындан сыҡҡан» йәнлек тарафынан үлтереләсәк.

Ғайса Пәйғәмбәрлек китабына, Сираховтың улына Илияның күккә олғашыу ваҡиғаһы шулай һүрәтләнә:

« Илия (Ильяс) өйөрмә менән ҡапланған булған, һәм Елисей уның рухы менән һуғарылған. »

Дүртенсе Батшалыҡтар китабына ярашлы, Илия (Ильяс) Елисей (Әл-Яса) пәйғәмбәргә үҙенең өҫкө кейемен («милоть-плащ») утлы арбанан төшөрөп ҡалдырған.

Ғайса Мәсихтең икенсе тапҡыр килеүе алдынан[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Малахи пәйғәмбәр китабында әйтелгәнсә, Алла Ильяс пәйғәмбәрҙе ергә ебәрәсәк: «Бына, Раббының бөйөк һәм ҡурҡыныс көнө еткәс, миин һеҙгә Ильяс пәйғәмбәрҙе ебәрәсәкмен» (Мал. 4:5). Христианлыҡта, бында Ғайса Мәсихтең икенсе тапҡыр килеүе хаҡында һүҙ бара, тип һанала, әммә күптәр бында Иоанн Креститель (Яхъя пәйғәмбәр) (Мф. 17:12), (Мф. 11:14) тигән рамканы ҡарағыҙ. Ғайса Мәсихтең икенсе килеүе алдынан Ильяс пәйғәмбәр Ғайса Мәсихтең дошманын фашлау[8] һәм Израилдең ҡалған өлөшөн хаҡ Аллаға кире ҡайтарыу — йәһүдтәрҙе Мәсихте ҡабул итергә күндереү өсөн күктән төшәсәк.[9]

Иҫке Ғәһедтә Илия (Ильяс) менән бәйле мөғжизәләр һүрәтләнә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Конингсло. Пәйғәмбәр Ильясты сүллектә ашатҡан ҡоҙғон. XVI быуат аҙағы. Король нәфис сәнғәт музейы. Брюссель
  • Илия пәйғәмбәр доғаһы буйынса күк йөҙө «тотолған» һәм ямғыр бирмәгән (3 Цар. 17:1), шул сәбәпле аслыҡ була.
  • Аллаһы доға буйынса уға аҙыҡты ҡоҙғондар һәм Фәрештә килтерә. Һуңғы тәржемәселәр фаразлауынса, һүҙ ҡоҙғондарҙы түгел, ә ғәрәптәрҙе аңлата, етмәһә, сүл тураһында һүҙ бара (ике һүҙ ҙә иврит телендә бер төрлө яҙыла, ләкин төрлө аңлатмалар менән: orvim-arabim)[10].
  • Пәйғәмбәр доғаһы буйынса Сарепта тол ҡатыны йортонда аҙыҡ бөтмәй (3 Цар. 17:13-16).
  • Сарепта тол ҡатынының улын терелткән. Һуңыраҡ Ион (Юныс) пәйғәмбәр булып китә.
  • Миһрапҡа ут тоҡандыра.
  • Уның доғаһы буйынса Алла күктең өс йыллыҡ «тотҡононан» һуң ямғыр бирә (3 Цар. 18:41-45).
  • Алла менән, үҙенең йөҙөн ҡаплап, йөҙгә йөҙ һөйләшә.(3 Цар. 19:9-14).
  • Гонаһлыларҙы язалау өсөн дә, шулай уҡ хаҡ ғибәҙәтте таныу билдәһе өсөн дә күктән ут төшөрә4 Цар. 1:10-12).
  • Иордан йылғаһын Муса кеүек кейеме менән бәреп айырған (4 Цар. 2:8).
  • Алла алдында ғәҙеллек өсөн тере килеш күккә олғашҡан (4 Цар. 2:11).

Пәйғәмбәр Илия Яңы Ғәһедтә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Раббы Преображениеһы

Илия (Ильяс) пәйғәмбәр Яңы Ғәһедтә бер нисә тапҡыр телгә алына. Мәҫәлән, аҡһаҡалдарҙың һәм халыҡтың, Иордан йылғаһы ярҙарында Илияның (Ильястың) рухы һәм ҡөҙрәте менән вәғәзләгәндә һәм хатта тышҡы ҡиәфәте буйынса уға оҡшағанда, Иоанн Предтечтан (Яхъя (пәйғәмбәр))ҙән (ул Илия түгелме?) һорағанын тасуирлай.

Пәйғәмбәр Илия иудаизмда[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йәһүд традицияларында Ильяс Мәсих килгәнгә тиклем ергә ҡайтырға тейеш тип иҫәпләнә. Машиах (Мессия) иврит телендә «майланған» тигәнде аңлата, йәғни «батшалыҡҡа майланған». Беренсе батша хакимлыҡ итеү өсөн пәйғәмбәр тарафынан майланған. Артабан батшалар батшалыҡ өсөн пәйғәмбәр тарафынан майланырға тейеш булмаған. Әммә сыуалыштар һәм тетрәнеүҙәр осоронда, кемдең киләһе батша булырға тейешлеге асыҡланмағас, пәйғәмбәрҙең ярҙамына мөрәжәғәт итәләр. Ике мең йыл тирәһе пәйғәмбәрҙәр ҙә, батшалар ҙа булмаған. Әлбиттә, яңы батша майланған пәйғәмбәр булырға тейеш, сөнки был уның кем булырға тейешлеген белеүҙең берҙән-бер юлы. Мәшиәх килгәнсе, Батшалыҡ менән уны майлар өсөн, Илияға (Ильясҡа) күктән төшөргә тура киләсәк.

Пәйғәмбәр Илия (Ильяс) исламда[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ильяс (ғәр. إلياس‎) — ислам пәйғәмбәре (нәби) Израиль халҡына ебәрелгән. Ҡөрьәндә ике тапҡыр телгә алына. Ҡөрьәндә илсе (мөрсәлин)[11] диндар (сәлих)[12] диндар (мөьмин) тип аталған [13].

Ильяс Алла әмерҙәренән ситләшеп, боттарға табына башлаған израилдәргә ебәрелгән. Ул Мусаның (Моисейҙың) шәриғәте буйынса эш иткән. Ильяс пәйғәмбәрҙең ҡәбиләһе Баальбекта үҙенең төп ботына Баалға 8-10 метр бейеклектәге ғәйәт ҙур һәйкәл төҙөй [14]. Ильяс ырыуҙаштарын Баалаға табыныуҙан баш тартырға саҡыра, ләкин уның вәғәзен халыҡ ҡабул итмәй. Ильясты ҡәбиләләре ялған һөйләй тип, ҡыуып ебәрә, бының өсөн улар ҡаты яза күрә. Башланған ҡоролоҡ уңышһыҙлыҡҡа, малдың һәләк булыуына һәм аслыҡҡа килтерә. Израиллеләр Ильясты яңынан ҡайтаралар, һәм улар, уны тыңлап, Аллаға ғибәҙәт ҡыла башлай. Пәйғәмбәрҙең доғалары ярҙамында ямғырҙар яуға, һәм ҡәбиләләге тормош яйға һалына башлай. Ваҡыт уҙыу менән халыҡ яңынан боттарға табыныуға ҡайта, шул сәбәпле мәңгелек тамуҡ ғазаптарына дусар булалар[14]

Үҙ ҡәбиләһен ҡалдырып киткәндән һуң, Ильяс башҡа Израиль ҡәбиләләре араһында вәғәз тарата башлай. Уларҙың береһе уны яҡшы ҡабул итә. Доға ярҙамында Ильяс үҙенең тоғро шәкерте һәм киләһе Израиль пәйғәмбәре булып киткән Әл-Яса исемле үҫмерҙе һауыҡтырған [14].

Ислам риүәйәттәре Алланың ямғыр өҫтөнән хакимлыҡ биреүсе, һуңынан күккә күтәреүсе тәҡүә Ильяс хаҡында бәйән итә. Ул бөтә донъя буйлап Хызыр (Хидр) менән сәйәхәт итә, Иерусалимға һәм Мәккәгә даими барып йөрөй[13]. Ильяс һәм Хызыр айырылышҡанда, бер-береһенә доға әйтешәләр, шул доғаны ҡабатлап кешеләр янғындан, һыу баҫыуҙан, урлашыуҙан, ағыулы йыландар һәм бөжәктәр тешләүенән һ.б. һаҡлана ала. Ҡайһы берҙә Ильяс Хызыр йәки Иҙрис пәйғәмбәр менән идентификациялана [13].

Славян традицияһында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Изге Илья һүрәте Аполлондың антик һүрәттәре менән оҡшаш
«Изге Илия Муромец». XIX быуат аҙағындағы урыҫ иконаһы.

Илья пәйғәмбәр славян халыҡ традицияһында — йәшен, күк уты, ямғыр бойороғо, уңышты һәм уңдырышлыҡты ҡурсалаусы. Илья — «дәһшәтле изге»[15]. Ильин көнө бөтә Рәсәй буйынса тантаналы рәүештә 20 июлдә билдәләнә. Боронғо мәжүси культтың барлыҡ билдәләре менән байрам ителә. Был дауыллы көн Перун йәшен йәшнәүенең тәүге көнө булған тип иҫәпләнә. Перунды Ильяның алмаштырыуы Русь суҡындырылғанға тиклем үк була, ул саҡта Киев баярҙарының бер өлөшө генә христиан динен ҡабул итә. Рустең 945 йылғы Византия менән килешеүендә Перун менән ант иткән мәжүси урыҫтар һәм Илья пәйғәмбәрҙең йәмиғ сиркәүендә ант биргән рус-христиандары тураһында әйтелә[16].

Грек тауҙарының түбәләре йыш ҡына Изге Ильяс исемен йөрөтә, һәм уларҙың күбеһендә уға арналған часовнялар төҙөлә. Уларҙың иң билдәлеһе «изге Ильяс тауы» тип аталған Тайгет түбәһендә тора. Быуат дауамында Лакон шағиры Никита Нифаки раҫлауынса, ул «Изге Ильяс тауы» тип аталған. Егерменсе июль//2 августта, пәйғәмбәр Хәтернә арналған көндә, көс-хәл менән тау түбәһенә менеп ғибәҙәт ҡылыусылар, изге ладан хөрмәтенә бик күп усаҡтар тоҡандыра. Тирә-яҡтағы халыҡ ошо уттарҙы күреү менән үҙҙәре бесән, һалам өйөмдәрен яндыра башлай, уны тирәләп бейей һәм улар аша һикерә. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, Тайгетта Изге Илья байрамына усаҡ яғыу йолаһы менән йәнәш, 24 июндә[7 июль], Грецияның башҡа төбәктәрендә һәм бөтә Европала билдәле булған шундай уҡ йола юҡ.[17]

Әҙәбиәттә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Пауло Коэльо, Бишенсе тау // Роман, нәшриәт аст, Астрель, 2008 г. / Башҡарыуҙа аудио-версия бар В. Герасимова

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 Чешская национальная авторитетная база данных
  2. 2,0 2,1 http://timeline.biblehistory.com/event/elijah
  3. 3,0 3,1 6 // Preface to Mishneh Torah, Transmission of the Oral Law
  4. Илия // Православная энциклопедия. Том XXII. — М.: Церковно-научный центр «Православная энциклопедия», 2009. — С. 236—259. — 752 с. — 39 000 экз. — ISBN 978-5-89572-040-0
  5. см. Krumm Acher, Stanley, а также в монографии Milligan, «Elijah, his life and times».[уточнить]
  6. Жития святых Ростовского, 1903—1916
  7. о Восходили ли Енох и Илия на небо? 2012 йылдың 6 август көнөндә архивланған. // Православие.ру
  8. Иоанн Дамаскин. Точное изложение Православной веры. Кн. 4. 1894. С. 267.
  9. Митрополит Вениамин (Федченков). О конце мира. Дата обращения: 14 октябрь 2012. Архивировано 15 октябрь 2012 года.
  10. Gray, John. Old Testament Library, I & II Kings, SCM Press, London, 1964
  11. Ас-Саффат https://ru.quranacademy.org/quran/37:123-123/kul
  12. Әл-Әнғәм https://ru.quranacademy.org/quran/6:85-85/kul
  13. 13,0 13,1 13,2 Ислам: ЭС, 1991
  14. 14,0 14,1 14,2 Али-заде, 2007
  15. Белова, 1999
  16. Рыбаков Б. А. Истоки славянской мифологии // Язычество древних славян. — М.: Наука, 1981. — 406 с.
  17. Веселовский, 2009, с. 205.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]