Нәсер (мифология)
Нәсер | |
---|---|
ғәр. نسر | |
Мифология | Ғәрәп мифологияһы |
Заты | ир заты |
Функция | Джуба оазисының илаһ-ҡанбабаһы, ҡурсалаусыһы һәм хакимы |
Хайуан | Бөркөт |
Нәсер (ғәр. نسر — «бөркөт», «гриф»; рус. Наср) — Сәба батшалығында һәм Кәтбәнә мәмләкәтендә хөрмәт ителгән боронғо ғәрәп мифологик илаһтарының береһе.
Нәсер — Сәбаның баш ҡалаһы Мәьрибтән көньяҡтараҡ урынлашҡан Джуба оазисының илаһ-ҡанбабаһы, ҡурсалаусыһы һәм хакимы. Нәсер һүрәттәре бөркөт рәүешендә эшләнгән һәм Көньяҡ Ғәрәп сәнғәтендә, декоратив һәм дини-символик функцияла осрай[1]
Ҡөрьәндә Нух пәйғәмбәр[2] халҡы табынған илаһ итеп иҫкә алына:
Ҡөрьәндә Йағуҡ Нух пәйғәмбәр[2] халҡы табынған пот итеп телгә алына:
![]() |
Ҡәүемдең олуғтары мәкер ҡылдылар һәм әйттеләр: “Үҙ поттарығыҙға табыныуҙы ташламағыҙ! Уад, Суағ, Йәғуҫ, Йағуҡ һәм Нәсер исемле поттарға табыныуҙы ташламағыҙ”. | ![]() |
Уға һимйәрҙәр, атап әйткәндә, Зү Рүәйн менән Зү-л-ҡәлә ырыуҙары табынған. Риүәйәттәргә ярашлы, Нәсер культын йәһүдилек (йәһүд дине) алмаштырған. Был илаһ һирәк кенә Төньяҡ Ғәрәбстан тураһындағы яҙмаларҙа һәм ҡайһы бер сит ил сығанаҡтарында телгә алына[1]
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Пиотровский М. Б., 1991, с. 174
- ↑ 1 2 Лундин, 1988, с. 203
Әҙәбиәт
- Мифы народов мира : Энцикл. в 2 т. / С. А. Токарев. — 2-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1988. — Т. 2 : К—Я. — 719 с.
- Пиотровский М. Б. Коранические сказания. — Наука, ГРВЛ, 1991.
- Ибн аль-Калби. Аснам.
- Fahd. Le pantheon, с. 132—134.
Был тамамланмаған мәҡәлә ислам тураһында. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |