Барсиса
Барсиса |
Барсиса (ғәр. برصيصا) — ғәрәп-мосолман риүәйәте персонажы, ярымлегендар дәрүиш, шайтан ҡотортоуы буйынса Аллаһтан баш тартҡан .
Риүәйәт буйынса, Барсисаға ауырыу ҡыҙ тураһында хәстәрлек күреүҙе ышанып тапшыралар. Шайтан Барсисаға Аллаһтан баш тартҡан осраҡта ярҙамлашырға вәғәҙә итә. Барсиса ҡыҙҙы көсләй, ә һуңынан үлтерә. Ҡыҙҙа алырға ағалары килгәс, Шайтан уларға Барсисаны фашларға һәм яза бирергә ярҙам итә[1].
Мөфәссирҙәр Ҡөрьән Барсисаны әл-Хәшр сүрәһендәге исемһеҙ персонаж менән тиңләштерә:
Улар кешегә: «(Аллаһҡа) ышанма!» - тип өндәгән Иблискә оҡшаш. Ә инде Аллаһҡа ышанмай башлағас, ул былай ти: «Минең һиңә ҡатнашым юҡ! Мин Аллаһы Тәғәләнән - донъялар Хакимынан ҡурҡам» |
Текстың үҙенсәлеге — аныҡ хәл һәм тура телмәрҙең булыуы — уның буйынса Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең замандаштарына билдәле булған риүәйәтте фаразларға мөмкинлек бирә[1].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 Пиотровский М. Б. Коранические сказания. — Наука, ГРВЛ, 1991. — 219 с. — ISBN 5-02-017250-2.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Barṣīṣā / Abel, A. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)
- Arsanjani, Homeira and Negahban, Farzin, «Barṣīṣā», in: Encyclopaedia Islamica, Editors-in-Chief: Wilferd Madelung and, Farhad Daftary
- Abel А., Barsisa, le moine qui defia le Diable, Brux., 1959.
- Мифы народов мира. Энциклопедия в 2-х томах. — М.: Советская энциклопедия, 1987—1988.
Был — ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |