Талут

Талут (йәһ. שָׁאוּל‎, Шаул, Шауль ; грек. Σαούλ; рус. Саул; ислам динендә Талут ғәр. طالوت‎; ихтимал, «оҙон буйлы»; б.э.т. XI быуаттың 2-се яртыһы) — Библия һәм Ҡөрьән персонажы; Иҫке Ғәһедтә тасуирлана (Танахта). Библия тексына ярашлы, Саул — Израиль халҡының беренсе батшаһы һәм берҙәм бәнү Исраилгә һәм регуляр йәһүд армияһына нигеҙ һалыусы. Ихтимал, ысын тарихи шәхестер.

Ҡөрьәндә

Исламда Талут исеме менән күрһәтелгән Саул «Әл-Бәҡара» сүрәһендә (Һыйыр; 2:247-251), Аллаһтың хакимдарға власты нисек бүлеп биреүе тураһында һөйләгән фрагментта телгә алына[4]:

« Талут ғәскәр менән сыҡҡас: «Аллаһ һеҙҙе йылға менән һынай, кем шул йылғанан һыу эсһә, ул минеке түгел, ә кем уны татып ҡарамаһа, ул — минеке; әлбиттә, усы менән алып һемергән кешеләрҙән башҡаһы,— тине. Ул йылғанан эстеләр — бик аҙҙарынан башҡаһы. Ул һәм уның менән иман килтергән кешеләр йылғаны кисеп сыҡҡас: «Бөгөн Ялут һәм уның ғәскәре менән һуғышырға беҙҙең көсөбөҙ юҡ!» — тинеләр. Ә Аллаһты осратабыҙ тип уйлаған кешеләр: «Алланың рөхсәте менән ҙур булмаған бер нисә төркөм күп кешеле төркөмдө еңде бит»,— тинеләр. Ысынлап та, Аллаһ сабыр иткәндәр менән!
»

Талут яугирҙары менән Ялутҡа (Голиаф) ҡаршы сыға. Бынан алда уларҙы йылғалағы һыу менән һынап ҡарай: уны эсеүҙән баш тартҡан яугирҙар батша менән тороп ҡала (Библияла был мотив Гедеонға ҡарай; Суд. 7:5-7). Дауыт (Давид) ярҙамында Ялут еңелә. Риүәйәт Талуттың оҙон буйлы булыуына бәйле, Изге Кәмә (Һандыҡ) һәм уның Дауытты үлтерергә маташыуы тураһындағы сюжеттарҙы һәм мотивтарҙы бәйән итә.

Иҫкәрмәләр

  1. http://www.bible.ca/archeology/bible-archeology-maps-timeline-chronology-1samuel-16-20-saul-jonathan-david-1019-1012bc.htm
  2. 1 2 3 49 // ΒΑΣΙΛΕΙΩΝ Α (билдәһеҙ)
  3. https://www.galaxie.com/article/jets53-3-02
  4. Ҡөрьән Кәрим — Д. Кинельский тәржемәһенән башҡортсаға Ф. Н. Байышев, Д. Д.Мәһәҙиев тарафынан әйләндерелгән

Әҙәбиәт

Тема буйынса өҫтәмә