Ғазраил

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ғазраил
йәһ. עֲזַרְאֵל‎
ғәр. عزرائيل‎
Заты ир-ат
Рәсем
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Ғазраил (йәһ. עזראל‎, ғәр. عزرائيل‎, рус. Азраил, Азраэль) — йәһүд һәм ислам традицияларында үлем фәрештәһе. Ул кешеләргә икенсе донъяға күсергә ярҙам итә.

Исламда[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡөрьәндә һәм сөннәттә Ғазраил исеме телгә алынмай, уның урынына Мәләк әл-мәүт (ғәр. ملك الموت‎ — үлем фәрештәһе) тигән төшөнсә ҡулланыла[1][2].

Үлем фәрештәһе — Аллаһҡа иң яҡын фәрештәләрҙең береһе. Аллаһтың бойороғо буйынса ул мәрхүмдәрҙең йәнен ала. Үлем фәрештәһе үҙ функцияһын үтәргә ярҙам иткән бик күп фәрештәләргә етәкселек итә. Хаҡ мосолмандарҙың йәнен — «Нәшитәт» тигән фәрештәләр, ә кафырҙарҙыҡын «Нәзиәт» тип аталған фәрештәләр ала[3][4][5].

Ҡиәмәт көнө алдынан, Исрафил фәрештә борғоһона икенсе тапҡыр өргәндән һуң, ҡайһы бер заттарҙан тыш, күктә һәм ерҙә йәшәүселәрҙең барыһы ла вафат булыр. Күпмелер ваҡыттан һуң был ҡалғандары ла үлер, ә һуңғыһы булып үлем фәрештәһе китер[6].

Әҙәбиәттә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғазраил йыш ҡына үлемдең шиғри кәүҙәләнеше булып тора. Был сифатта ул М. И. Цветаеваның «Азраил» тигән шиғырында, шулай уҡ Байрон, Лермонтов, Эдгар По («Israfel») һәм башҡа авторҙарҙың әҫәрҙәрендә күренә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Әс-Сәждәһ 32:11
  2. Али-заде, А. А. [57 Азраил] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  3. Ән-Нәзиғәт 79:1, 2
  4. Әл-Әнфәл 8:50
  5. Али-заде, 2007
  6. Умар бин Сулайман аль-Ашкар. Качества и способности ангелов // Мир благочестивых Ангелов (‘Алам ал-малаика ал-абрар) / Вступ. сл., пер. с арабск. и прим. Э. Р. Кулиева. — М.: Издательство «Мир», 2008. — С. 38. — 116 с. — (Вероучения в свете Корана и Сунны, 2). — ISBN 978-5-904005-05-4.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Али-заде, А. А. [484 Маляк аль-Мовт] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]