Кәһфиҙәр
Кәһфиҙәр | |
ғәр. أصحاب الكهف | |
Телгә алынған хеҙмәттәр | Ҡөрьән |
---|
Кәһфиҙәр (ғәр. أصحاب الكهف — әсхәб әл-Кәһфи) — Ҡөрьән персонаждары, үҙ динен һаҡлап ҡалыр өсөн мәмерйәгә йәшеренеп, унда 309 йыл йоҡлаған йәш егеттәр. Христианлыҡтағы Семь отроков Эфесских хикәйәте персонаждары менән тиңләштерелә. Быға бағышлаған эпизодтар Ҡөрьәндең 18-се Әл-Кәһф сүрәһендә («Мәмерйә»сүрәһе) бәйән ителә.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡөрьәнгә ярашлы, йәштәр "үҙ халҡының инаныстарын кире ҡағып, Аллаһҡа ышана, Уның ҡушҡандарын үтәй һәм насар ҡылыҡтарҙан тыйылып тора». Бының өсөн ырыуҙаштары уларҙы эҙәрлекләүгә дусар итә. Егеттәр ҡаланан ҡаса һәм мәмерйәлә йәшенә[1]. Ҡөрьәнгә ярашлы, улар Аллаһтан үҙҙәренә мәрхәмәт күрһәтеүен һәм дөрөҫ юлға йүнәлтеүен һорап мөрәжәғәт итә. Аллаһ уларҙың үтенесен ишетә һәм мәмерйәлә күп йылдарға ҡолаҡтарын ҡаплай. Улар менән бергә мәмерйәгә ингән урында һуҙылып ятҡан эт та йоҡлап китә[2].
Һуңынан Аллаһ егеттәрҙе, кешеләргә фәһем итеп, терелтә. Уянғас, бер көнмө, әллә өлөшөмө үткәндер тип уйлап, аранан береһен аҙыҡ-түлек һатып алырға ебәрәләр. Ҡайһы бер риүәйәттәрҙә уның исеме Йәмлихә тиелә[1]. Шулай итеп, улар кешегә күренәләр ҙә, һуңынан мәңгелек йоҡоға талалар. Мәмерйә өҫтөндә (әр-Рәҡим ярлауында) кешеләр һуңынан мәсет төҙөй[3]. Ҡөрьәндә был йәштәрҙең теүәл һаны һәм йоҡоларының дауамлылығы аталмай, быны бер Аллаһ ҡына яҡшыраҡ белә, тип билдәләнә[2].
Ҡайһы бер риүәйәттәргә ярашлы, был йәштәрҙең исемдәре: Йәмлиха, Максалина, Маслина, Марнуш, Дабарнуш, Сазануш һәм Кафшататаййуш, ә эттәре — Ҡытмыр булған. Әсхәб әл-Кәһф тураһында хикәйә кешеләрҙең мәрхүм булғандан һуң Яуап көнөндә (ҡиәмәт)) яңынан терелеп, Аллаһ алдында баҫырын иҫкә төшөрөп тора [1], шулай уҡ тәҡүә диндарҙарҙы яҡлау өсөн Аллаһ мөғжизәләр тыуҙырыуы бәйән ителә[2].
Әсхәб әл-Кәһф тураһында хикәйәт мосолман донъяһында киң таралыу алған. Был тарихтың төрлө версияларында урта быуат авторҙары «мәмерйә кешеләре» ҡәберен Йәмәндәге Эфес һәм Амманда, Мәғрибтә, Испанияла, Тарста, Марашта, хатта Өрөмсөлә (Көнсығыш Төркөстан) урынлаштыра[1]. Был урындарҙа һаман да әле, йәнәһе, Ҡөрьәндәге «мәмерйәлә йоҡлағандарҙың» мәмерйәләрен күрһәтәләр [2].
Әзербайжанда Нахичеван Автономиялы Республикаһы биләмәһендә Әсхәб әл-Кәһф мәмерйәһе бар - был мосолмандар бик хөрмәт иткән урын[4].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Али-заде, 2007
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Пиотровский, 1991
- ↑ Әл-Кәһф 18:9—25
- ↑ Нахичеванская Республика / Под общей редакцией акад. В. М. Котлякова. — Словарь современных географических названий. Екатеринбург: У-Фактория, 2006.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Али-заде, А. А. Асхаб аль-Кахф // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
- Крымский А. Семь спящих отроков эфесских. — М., 1914.
- Пиотровский М. Б. Асхаб ал-кахф // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 24. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.
- Асхаб Ал-Кахф / Пиотровский М. Б. // Мифы народов мира : Энцикл. в 2 т. / гл. ред. С. А. Токарев. — 2-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1987—1988.
Был — ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |