Зәйн әл-Ғәбидин

Али Ибн Әл-Хөсәйен Зәйн әл-Ғәбидин (ғәр. علي بن الحسين زين العابدين‎; 659 йылдың 4 ғинуары, Мәҙинә[1]713 йылдың 20 октябре, 714 йылдың йәки 750 йылдың[1], Мәҙинә, Хижәз, Өмәүиҙәр хәлифәлеге), шулай уҡ әс-Сәжәд (للسیجשَاد, «сәждә ҡылыусы») булараҡ билдәле) — шиғый имамы, Хөсәйен Ибн Алиҙың улы,Хәсән Ибн Алиҙың туғаны һәм Али ибн Әбү Талиптың ейәне.

Биографияһы

Исеме Али (Ғәли) булған. Уға әс-Сәжәд (сәждә ҡылыусы), шулай уҡ Зәйн әл-Ғәбидин (сәждә ҡылыусылар биҙәге) һәм әл-Зәки (саф) тигән маҡтаулы ҡушаматтар бирелгән[3].

Али (Ғәли) Ибн Хөсәйен 658 йылдың 6 ғинуарында Мәҙинәлә тыуған. Уның атаһы Хөсәйен Ибн Али Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең ейәне, ә әсәһе фарсы батшаһы, һуңғы сәсәни шаһ Йездигерд III ҡыҙы Шәһәрбаныу була.

Ислам риүәйәттәре һәм шиғый тарихсылары әйтеүенсә, ул Мәҙинәлә тыуған һәм йәш сағында атаһын Кәрбәлә сүллегенә оҙатып йөрөгән, әммә ауырыу сәбәпле Кәрбәлә янындағы алышта ҡатнашмаған һәм шуға күрә тере ҡалған. Атаһы һәм уның туғандары Кәрбәләлә ғазаплап үлтерелгәндән һуң, ул ҡулға алына һәм башта Күфәгә, ә һуңынан Дамаскыға күсерелә.

Уның имамлығы 34 йыл дауам итә.

Тәғлимәттәре

Зәйн әл-Ғәбидиндең тәғлимәттәре башлыса доға рәүешендә була. Уның күренекле эше — доға рәүешендә яҙылған «Сәхифәи Сәжәдиә». Али ибн әл-Хөсәйен аҡһаҡалдар һәм Хижәз ғалимдары араһында юғары дәрәжә биләгән. Фәрзәдәғин тигән данлыҡлы поэмаһы — бының сағыу миҫалы.

Вафаты

Зәйн әл-Ғәбидин Мәҙинәлә хакимлыҡ иткән өмәүиҙәр хәлифәһе Әл-Үәлид II ибн Йәзид йәки уның ҡустыһы Хишам ҡушыуы буйынса ағыулап үлтерелгән, тиҙәр [4][5]. Уның вафаты һижри 94 йылда (беҙҙең эраның 712 йылы) йәки 95 йылда (713 йыл) тип күрһәтелгән, һәм ул Мәҙинәлә әл-Баҡы зыяратында үҙенең бабаһы Хәсән янында ерләнгән [6][7][8]. Шәрҡиәт ғалимы Маделунг Вилферд Һүҙҙәре буйынса, уның вафатынан һуң күптәр үҙҙәренең йәшәү сығанаҡтары Алиҙан килгәнен асыҡлай. Ул һәр төн һайын бер тоҡ аҙыҡ артмаҡлап, ярлыларҙың ишеген шаҡып, билдәһеҙ ҡалыр өсөн йөҙөн ҡаплап, яуап биреүсегә йомарт итеп өлөш таратҡан була[6].

Тышҡы ҡиәфәте

Мөслим Ибн Уҡбаның ошондай һүҙҙәрен еткерәләр: «Зәйн әл-Ғәбидиндең ҡиәфәте — Пәйғәмбәр кеүек»[9][10]. Ҡайһы бер авторҙар хәбәр итеүенсә, имам Сәжәдте күргән кешеләр, һоҡланып, унан күҙен ала алмаған[9].

Әҙәбиәт

На русском
  • Сайиди, Хусейн. Личность Али ибн Хусейна / пер. с перс. Б.В. Норика; канонич. ред. А. Рамазанов. — М.: Садра, 2018. — 376 с. — (Семейство Пророка). — ISBN 978-5-906859-26-6.
На английском

Тема буйынса өҫтәмә