Мөхәммәттең мөлкәте
Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең мөлкәте — ҡорал, һуғыш кәрәк-ярағы һәм кейем-һалым, шул иҫәптән уникаль исемдәр менән билдәле предметтар төркөмөнән тора. Был әйберҙәрҙең бөтәһе лә Мөхәммәтеке с.ғ.с. булыуында шиктәр бар, сөнки уларҙың күптәре һуғыштар һәм бәлә-ҡазалар ваҡытында юғалған.
Ҡорал
Ҡылыстар
Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең туғыҙ ҡылысы булған: 2-һе мираҫ итеп алынған, 3-өһө табыш сифатында, ә ҡайһы берҙәре бүләк итеп бирелгән. Мөхәммәттең туғыҙ ҡылысының һигеҙе Төркиәнең Топҡапы һарайында урынлашҡан. 9-сыһы Ҡаһирәлә, Мысырҙа һаҡлана.
Әммә хәҙистәрҙә тик «Ҙүл-фәҡәр» тигәне генә ысынбарлыҡ тип раҫланған.
Ҡалъяны (һаҙағы)
Мөхәммәттең Әл-Кәфур (ғәр. الكافور) тигән һаҙағы билдәле. Уның ҡайышы дупланған күндән эшләнгән була. Был ҡалъяндың шулай уҡ өс көмөш түңәрәк ҡулсаһы, айылы, ситтәре көмөштән эшләнгән була.
Йәйәләре
Мөхәммәттең исемле 6 йәйәһе була.
Һөңгөләре
Мөхәммәт исемле биш һөңгөгә хужа була.
- Әл-Мәҫәүи (ғәр. المثوي)
- Әл-Мүҫәннә (ғәр. المثنى)
- Ән-Нәғбәһ (ғәр. النعبة):бәләкәй һөңгө
- Әл-Байдағ (ғәр. البيضاء)ҙур һөңгө
- Әлғәнзәт (ғәр. العنزة): Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең байрамдарға барғанда тота торған ҡыҫҡа һөңгөһө. Намаҙ уҡығанда сүтрә итеп алдына һалған. Ваҡыты менән Мөхәмәт әлғәнзәтте тотоп йөрөгән.
Һаймандары
Мөхәммәттең ете һайманы була[1]
- Ҙәт әл-Фудул (ғәр. ذات الفضول), был һайманын Мөхәммәт Пәйғәмбәр йәһүд кешеһе Әбү әш-Шәһмигә 30 сағ арпаға (ғаиләһенә ашатырға) залог итеп биргән булған. Бер йыл бурысын түләй. Был һайман тимерҙән яһалған була.
- Ҙәт әл-Үишәһ (ғәр. ذات الوشاح)
- Ҙәт әл-Һәүәши (ғәр. ذات الحواشي)
- Әс-Сәғдийәһ (ғәр. السعدية)
- Фыддаһ (ғәр. فضة)
- Әл-Бәтраһ (ғәр. البتراء)
- Әл-Хәрнәҡ (ғәр. الخرنق)
Торҡалары
Мөхәммәттең бер нисә торҡаһы була.
Кейем һәм аксессуарҙар
Мөхәммәттең өс оҙон күлдәге (ғәрәпсә — жүббә) була, уларҙы ул һуғыш ваҡытында кейә. Хәҙистәрҙең береһендә, ул һуғыш ваҡытында ебәк кейергә рөхсәт иткән, тип әйтелә. Әйберҙәренең тасуирламаһы:
- Әл-Ғүҡәб (ғәр. العقاب): ҡара байраҡ йәки әләм. Әбү Дауыттың «Сүнән»ендә бер хәҙис килтерелә: «Мин Пәйғәмбәрҙең байрағын күрҙем, ул һары ине»"[2]
- Ҡара әләмдәр, улар ҡайһы саҡ аҡ төҫтәгеләр менән ҡушылған.
- Әл-Кән тигән сатыр (ғәр. الكن), шулай уҡ Мөхәммәт йөрөргә сыҡҡанда йәки һыбай йөрөгәндә алып сыға торған бер терһәк оҙонлоғо таяҡ.
- Әл-Әржүн тигән күҫәк.
- Әл-Мәмшүҡ тигән таяҡ.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Һылтанмалар
- al-Mikhdham (inc. image) — source: Center for Middle East and Islamic Studies, Department of History, United States Naval Academy
- List of Prophet’s Swords