Өхүд һуғышы
Өхүд һуғышы | |
Ваҡиға ваҡыты | 23 март 625 |
---|---|
Файл:The Prophet Muhammad and the Muslim Army at the Battle of Uhud.jpg | |
Урынлашыу | |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Өхүд һуғышы (ғәр.غزوة أحد, транслит. Ġazwat ʾUḥud) — Һижрәттең өсөнсө йылының 3-сө шәүүәл айында (625, 23 март) Мөхәммәт Пәйғәмбәр етәкселегендәге мосолмандар һәм Әбү Суфыян етәкселегендәге ҡорайыштар араһында килеп сыҡҡан һуғыш. Өхүд тауындағы һуғыш ҡорайыштарҙың Бәҙер һуғышында еңеүҙәре өсөн реванш алырға тырышыу булып тора[1][2].
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Мөшриктәр 3 мең кешенән, шул уҡ һандағы дөйәнән һәм 200 аттан торған ғәскәр йыялар. 700 һуғышсының көбә кейеме була. Байраҡ тотоусы итеп Ғәбдед-Дар нәҫеле һуғышсыларын билдәләйҙәр. Ғәскәрҙәр юлға ҡуҙғала һәм Мәҙинә тирәһенә етә. Өхүд һәм Ғәйнәйн тауҙары янында лагерь булып урынлашалар. Был ваҡиға 16-сы шәүүәлдә йома көндө була.
Мөхәммәт Пәйғәмбәр, ҡорайыштарҙың ғәскәрҙәре яҡынлашыуын белгәс, ҡала тирәһенә күҙәтеүселәр урынаштыра, ә улар Ғәйнәйн һәм Өхүд тауҙары янына килеп туҡтағас, кешеләрҙе кәңәшмәгә саҡыра. Мөхәммәд Пәйғәмбәр ҡала ерҙәренән китмәйсә генә һаҡланырға кәрәк тип уйлай, ләкин ул йәштәрҙең һүҙҙәре менән килешә һәм асыҡ ерҙә һуғышырға ҡарар итә.
Мосолмандар ғәскәре өс төркөмгә бүленә: мөһәжирҙәр, аусиҙәр һәм хәзрәжиҙәр. Мөһәжирҙәрҙең байрағын Мусғәб ибн Ғүмәр, аусиҙарҙыҡын — Үсәйд ибне Хуҙәйер, ә хәзрәжиҙәр әләмен — әл-Хәббәб ибнел-Мүнзир тотоп бара. Ғабдулла ибне Ғүбәйй 300 кешеһе менән ғәскәрҙәрҙе ташлап киткәс, мосолман һуғышсыларының һаны 700 ҡала.
Мөхәммәт Пәйғәмбәр Ғабдулла ибне Жүбәйер әл-Әнсари етәкселегендә 50 уҡсыны Өхүд тауы битенә урынаштыра. Уларға мосолман ғәскәрҙәренең тылын һаҡларға һәм, һуғыштың нисек барыуына ҡарамаҫтан, урындарын ташламаҫҡа бойороҡ бирелә.
Һуғыш барышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ғәскәрҙәр осраша. Мөшриктәрҙең байраҡ тотоусыһы Талха Әбу Талха, алға сығып, мосолмандарҙы икәү генә һуғышыуға саҡыра. Уға ҡаршы Зубәйр ибнел-Ғәүүам сыға һәм еңеүгә өлгәшә. Шунан һуң ҡаты һуғыш тоҡана. Ҡорайыштарҙың атлы ғәскәре менән етәкселек итеүсе Хәлит ибн әл-Вәлит өс тапҡыр мосолмандар тылына сығарға теләй, ләкин Өхүд тауы битләүендә урынлашҡан уҡсылар быға юл ҡуймайҙар.
Мосолмандар ҡорайыштарҙың байраҡсыларына төп иғтибарҙы йүнәлтәләр: уларҙан 11 кеше үлтерелә байраҡ һәм ергә төшә. Шунан һуң мөшриктәрҙе бөтә яҡлап ҡыҫыу башлана. Бигерәк тә Әбу Дүжжәнә һәм Хәмзә таҫыллы көрәшәләр. Ҡорайыштар ҡаса, ә мосолмандар уларҙы эҙәрлекләй башлай.
Был ваҡытта, мосолмандарҙың еңеүҙәрен күреп, уҡсыларҙың күбеһе әмерҙе боҙа һәм Өхүд тауынан төшә башлай. Бының менән Хәлит ибн әл-Вәлит файҙалана һәм, ҡалған 10 уҡсыны үлтереп, мосолман ғәскәрҙәренең тылына сыға, уларҙы ҡамап ала башлай. Ҡасып барған мөшриктәр кире боролалар, ә мосолман ғәскәрҙәре ҡаса башлай.
Мөшриктәрҙең еңеүе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Мәккә кавалерияһының көтөлмәгән һөжүме мосолмандар сафында буталыш тыуҙыра. Күп кенә мосолмандар үлтерелә, һәм уларға сигенергә тура килә. Мәккәләр мосолмандарҙы эҙәрлекләмәй, ә Мәккәгә ҡайта һәм еңеү тураһында иғлан итә[3] , артабан асыҡланыуынса, Мөхәммәттең с.ғ.с. беренсе һәм һуңғы еңелеүе була.
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Robinson, C. F. Uhud // Encyclopaedia of Islam / P.J. Bearman, Th. Bianquis, C.E. Bosworth, E. van Donzel and W.P. Heinrichs. — Brill Academic Publishers.
- Vacca, V. Nadir, Banu-l // Encyclopaedia of Islam / P.J. Bearman, Th. Bianquis, C.E. Bosworth, E. van Donzel and W.P. Heinrichs. — Brill Academic Publishers.
- Сира Ибн Хишама
- Жизнеописание посланника Аллаха Сафи ар-Рахмана аль-Мубаркфури
- Andrae, Tor; Menzel, Theophil. Mohammed: The Man and His Faith (билдәһеҙ). — New York: Harper Torchbook, 1960.
- Firestone, Rueven. Jihad: The Origin of Holy War in Islam (инг.). — Oxford University Press, 1999.
- Holt, P. M.; Bernard Lewis. Cambridge History of Islam, Vol. 1A (билдәһеҙ). — Cambridge University Press, 1977a.
- I. Ishaq and A. Guillaume. The Life of Muhammad (инг.). — Oxford University Press, USA; New Impression edition, 2002.
- Muir, William; Weir, T. H. The Life of Mohammad (билдәһеҙ). — Edinburgh: John Grant, 1912.
- Nafziger, George F.; Walton, Mark W. Islam at War: a history (билдәһеҙ). — Westport, CT: Praeger, 2003.
- Peters, F.E. Muhammad and the Origins of Islam (билдәһеҙ). — Albany: State University of New York Press, 1994.
- Watt, M Montgomery. Muhammad: Prophet and Statesman (инг.). — United Kingdom: Oxford University Press, 1974.
- Watt, M Montgomery. Muhammad at Medina (инг.). — Oxford University Press; New Ed edition, 1981.
Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Был — ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |