Зәйнәб - Мөхәммәт Пәйғәмбәр ейәнсәре
Атаһы | Али[1] |
---|---|
Балалары | Аун ибн Абдуллах[d][1], Мухаммад ибн Абдуллах[d], Али ибн Абдуллах[d][1] и Аббас ибн Абдуллах[d][1] |
Заты | ҡатын-ҡыҙ |
Вафат булған урыны | |
Ерләнгән урыны | |
Әсәһе | Фатима - Мөхәммәт Пәйғәмбәр ҡыҙы[1][2] |
Файл:Sit-Zaynab-Shrine-Syria.JPG | |
Тыуған көнө | 626 |
Бер туғандары | Мухсин ибн Али[d], Хәсән ибн Али, Хөсәйен ибн Али, Хилал ибн Али[d], Усман ибн Али[d], Аббас ибн Али[d], Abdullah ibn Ali ibn Abi Talib[d], Джафар ибн Али[d], Мухаммад ибн аль-Ханафия[d], Умм Кульсум бинт Али[d], Рукайя Машхад[d] и Abu Bakr ibn Ali[d] |
Хәләл ефете | Абдуллах ибн Джафар[d][1] |
Вафат булған көнө | 682 или 684[1] |
Тыуған урыны | |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Сәйидә Зәйнәб бинт Али (Ғәли) әл-Ҡубра (ғәрәп. زينب بنت علي) — Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең ейәнсәре, ҡыҙы әз-Зәһрә Фатиманың һәм хәҙрәти Али Әбү Талиптың өсөнсө ҡыҙы. Уны бигерәк тә шиғыйҙар ҙурлай. Кәрбәләләге хәлдәрҙе, Пәйғәмбәрҙең ейәне имам Хөсәйендең шәһит булып киткәнлеген мосолмандарға бәйән итеп ҡалдырған.
Донъяға килеүе һәм никахы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Сәйидә Зәйнәб бинт Али (Ғәли) әл-Ҡубра Мәҙинә ҡалаһында Һижрә буйынса 6-сы йылда, йомадил-әүүәл айының 5-се көнөндә өсөнсө бала булып донъяға килгән. Әйтеүҙәренсә, ғәрәпсә «атаһын биҙәүсе» тигәнде аңлатҡан был исемде ейәнсәренә Мөхәммәт Пәйғәмбәр үҙе ҡушҡан. Олатаһы менән әсәһе вафатынан һуң Зәйнәб атаһы хәҙрәти Ғәли йортонда ағалары Хәсән һәм Хөсәйен менән бергә тәрбиәләнгән.
Һижрә буйынса 18 йылда Зәйнәб Абдаллаһ ибн Йәғәфәр менән никахлана, уларҙың 5 балаһы була: улдары Мөхәммәт, Йәфәр, Әүен һәм Али (Ғәли), шулай уҡ ҡыҙҙары Үмм Күлсүм. Һуңғараҡ ике улы — Мөхәммәт һәм Әүен — имама Хөсәйен ибн Алиҙың арҡалаштарына әүереләләр һәм Кербәләлә һәләк булалар.
Абдаллаһ ибн Йәғәфәр бай ғына кеше була, әммә улар бик ябай ғына тормош менән йәшәйҙәр һәм хәйер-саҙаҡаға йомарт булалар, хәйриә ярҙамы күрһәтәләр.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Пәйғәмбәребеҙҙең мөбәрәк аяҡтары баҫҡансы Йәсриб атамаһы йөрөткән Мәҙинә ҡалаһын юҡҡа ғына нурлы, йәғни Мәҙинә-Менәүәрә тип атамайҙар шул. Ошонда нур тулы динебеҙ Ислам ниһайәт тамырланып китергә мөмкинлек алған, нурлы Рәсүлебеҙ һәм яҡындары уның һауаһын һулаған, һыуын эскән, ере ҡуйынына ингән.
Нур өҫтөнә нур булып иң аҫыл заттарҙан – хәҙрәти Ғәли менән Рәсүлебеҙҙең ҡыҙы Фатиманан Зәйнәб исемле ҡыҙ бала ошонда донъяға килгән, тупрағына кендек ҡаны тамған. Пәйғәмбәребеҙҙең йән киҫәгенең йән киҫәге был баланың бишеген әһле Ислам донъяһында кешелек сифаттары буйынса иң юғары баҫҡыста торған әсә доғалар уҡып тирбәткән, Аллаһ Арыҫланы ҡушаматлы атаһы ҡурсып-һөйөп үҫтергән, Пәйғәмбәр олатаһы хатта намаҙында янында тотоп, арҡаһына йөкмәп Аллаға сәждә ҡылған.
Хәләл көс менән табылған мал менән, хеҙмәтсе лә тотмай йәшәй бит ата-әсәһе. Шулай булғас, береһенән-береһе ваҡ балаларҙың ҡул араһына иртә кереүе, эшлекле, һөнәрле булып үҫеүе тәбиғи. Йәш айырмалары бер йыл ғына булған биш бала бит! Йыраҡҡа һыуға йөрөгән әсәһенең ауыр ҡомғандар менән ҡайтып ингәнен көтөп, бәләкәс Зәйнәбтең күҙҙәре тала. Бына әсәһе кәзә һауа, май яҙа, өй йыйыштыра, бәләкәстәренә күлдәктәр тегә. Ҡулдары ҡанға батып ҡабарғанса таш тирмәндә хөрмә тоштарынан он тарта, ашарға әҙерләй. Үҙе артынан ҡабатларға тырышҡан ҡыҙына ҡарап, әле үҙе балалыҡтан саҡ сыҡҡан әсәһе һөйөнә.
Ир-аттың, хатта апайҙарҙың һәм инәйҙәрҙең йыш ҡына һуғышта йөрөүен дә бәләкәйҙән ишетеп-күреп үҫә Зәйнәб. Әсәһе ундай ваҡытта юлдан күҙен алмай, балаларының олатаһының, атаһының, уларҙың яуҙаштарының иҫән-имен, еңеү менән ҡайтыуҙарын теләп, теленән доғаларын төшөрмәй. Хәсән менән Хөсәйен ағалары ла ниндәй ҡыйыу, батыр. Уны ла ҡурҡаҡ булмаҫҡа өйрәтәләр - әгәр хаҡлыһың икән, ҡурҡмай әйт, үҙеңде лә, туғандарыңды ла яҡларға тейешһең, тиҙәр.
Сибәр уның әсәһе! Үҙенән һәр саҡ хуш еҫ бөркөлә. Ебәк кеүек сәстәрен һыпап, ҡасан минең сәсем дә шулай оҙон булып үҫә инде, тип хыяллана ҡыҙы. Тик был матурлыҡты ҡыҙы ғына күрә. Башҡалар алдына әсәһе хижәп кейеп, бөркәнеп кенә сыға.
Ә олатаһы һуң! Уның килгәненә нисек һөйөнә, күтәреп ала, арҡаһына йөкләп йөрөтә, ҡулына татлы хөрмә тоттора, башынан һыйпай-һыйпай әллә ниндәй доғалар уҡый. Унан да тәмле еҫтәр килә, матур, бөхтә итеп кейенгән, һаҡалын ҡупшы итеп киҫкән була. Олатайың ауырый, тине бер саҡ әсәһе. Ул да, атаһы ла бик бошондолар.
Олатаһының һәм әсәһенең вафаты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Бөгөн Рәсүлебеҙ ғибәҙәткә килде, хәҙрәти Әбү Бәкер артына тороп намаҙ уҡыны, - тине бер көн, һөйөнөп, атаһы. – Бәлки аяғына баҫып китер әле.
- Иншалла, шулай була күрһен, - тип балҡып китте әсәһенең йөҙө.
“Йәмәғәт менән бәхилләшеүе булған икән”, - тип һөйләнделәр бер нисә көндән ололар, тауышланмай, һығылып ҡына йәш ҡоя-ҡоя. Бынан һуң инде Зәйнәб олатаһын күрмәне.
Ә бер көн иртән тороуға һәр саҡ эш менән булған әсәһе түшәгенән күтәрелмәгәс, бәләкәс кенә булһа ла, хәүефләнеп китте Зәйнәб. Ниңә әсәһенең һәр саҡ алһыуланып торған йөҙө ағарынған, тауышы ла хәлһеҙ генә сыға икән? “Үлем” һүҙе мосолман балаларына иҫ белгәндән таныш шул – һуғыш һайын күпме сабый етем ҡала бит. Ә инде Зәйнәб кеүек зирәк бала быны аңламаймы ни инде?! Атаһы ла һиҙҙермәҫкә тырышһа ла бик борсоулы. Уға әсәһе өҙөк-өҙөк тауыш менән шым ғына нимәлер әйткәс, янында ҡулын тотоп ултыра бирҙе лә башын эйеп урамға сығып китте.
Ул бер аҙҙан кире ингәс, Фатима раҙыйаллаһу ғәнһә сабыйҙарын янына саҡырып, арҡаларынан һөйҙө, изге теләктәрен әйтте. Унан йылмайҙы ла күҙҙәрен йомдо. Йоҡлап китте. Моғайын, тиҙҙән ҡәҙерле Пәйғәмбәр атаһы менән осрашағын уйлап йылмайғандыр мәңгелек йоҡоға сумғанда. Ҡайҙан белһен инде ул сағында Зәйнәб олатаһы менән әсәһенең һуңғы һөйләшеүе ни хаҡында булғанын. “Ә һин ғаиләмдән беренсе булып минең яныма киләсәгеңә һәм йәннәткә тәүге булып инәсәгеңә һөйөнмәйһеңме ни? Һәммә мөслимәләр һинең ҡурсыуың аҫтында буласаҡ”, - тип әйткән булған бит Рәсүл Әкрәм.
Етемһерәп ҡалған өйҙә биш йәшлек Зәйнәб әсәһенән өйрәнеп ҡалған тиклем донъя көткән була. Күпмелер ваҡыттан әсәһенең бер туған апаһы Зәйнәбтең ҡыҙы Үмәмәне атаһына әйттерәләр. Үҙе лә йәп-йәш “үгәй әсәй” апаһының биш балаһын оло мөхәббәт менән тәрбиәләй.
Мосолман нәҫелен ишәйтеү ниәтенән хәҙрәте Ғәли йәнә өс ҡатынға өйләнә һәм Фатима Зөһрәнекен да ҡушҡанда 31 балаға атай була (шуларҙың 14-е ир бала, ҡалғаны ҡыҙҙар). Улдарының күбеһе Кәрбәлә яланындағы яуҙа башын һала.
Ғаиләлә рухи мөхит[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Атаһы ҡыҙы Зәйнәбте Йәғәфәр исемле ағаһының улы Ғабдуллаға никахлай. Уларҙың Ғәли, Ғәббәс, Өммөгөлсөм һәм Ғәүнәләкбәр исемле балалары Пәйғәмбәребеҙҙең нәҫелен дауам итә.
Бала тәрбиәһендә Зәйнәб раҙыйаллаһу ғәнһә, әлбиттә, Пәйғәмбәр ғаиләһендә алған һабаҡтарға таяна, тыуған йортондағы ғәҙәттәрҙе дауам итә, балаларын донъяға һөйөнөп көтөп ала, һөйөп тәрбиәләй. Ҡөрьән Кәримдең “Әл-Кәһеф (Мәмерйә)” сүрәһенең 46-сы аятында: “Мал һәм балалар – донъя тереклегенең зиннәттәре”, - тиелгән бит. Сабый әле донъяға килмәгән сағында уҡ әле 9 ай әсәһе менән бер тән, бер йән булып йәшәй, күренгәс тә, уның һөтө менән туҡлана, уның наҙы менән тәпәй баҫа, ул өйрәткән һүҙҙәр менән теле асыла. Ғөмүмән, күпселек ваҡыты әсәһе менән үтә. Пәйғәмбәребеҙҙең ейәнсәре олатаһы ҡушҡанса балаларын ете йәшенән доғаларға өйрәтә башлай, ун йәшендә намаҙға баҫтыра.
…Зәйнәбте, әсәһе Фатиманы һары һағыштарға һалып, Рәсүлебеҙ баҡый донъяға күскәс, Хәҙрәте Ғәли уны ерләүҙе ойоштора, беренсе хәлиф итеп һайланған Әбү Бәкерҙең уң ҡулына әүерелә. Бар һәләтен, тырышлығын, 10 йәшенән өйрәнгән Ислам ғилеме менән һуғарылған зиһенен Хәлифәтте нығытыуға, үҫтереүгә бағышлай. Ислам ғалимдары был бөйөк шәхесте, ғөмүмән, Рәсүлебеҙҙән ҡала беренсе мосолман тип иҫәпләй, сөнки ул мәжүсилек һаҙлығына инеп өлгөрмәй, балиғ булыу менән үк иман килтерә. Мөхәммәт саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм ҡулында бәләкәйҙән тәрбиә алғанлыҡтан, Исламды ул тәүге һәм берҙән-бер дин итеп ҡабул итә. Пәйғәмбәребеҙҙән һуң һайланған хәлифтәр хәҙрәте Әбү Бәкер, хәҙрәте Ғүмәр һәм хәҙрәте Усман Ҡөрьән хафиз (яттан белеүсе) булараҡ, уны һәр саҡ яндарында тоторға тырышалар, кәңәшләшәләр. Ул дәүләттә баш ҡазый (верховный судья) вазифаһын үтәй, ә хәҙрәте Ғүмәр ҡайҙалыр сәфәргә киткән сағында үҙе урынында һәр саҡ хәҙрәте Ғәлиҙе ҡалдыра, вафаты алдынан иһә үҙе урынына ҡуйырҙай 6 кеше араһында уның исемен дә атай.
Атаһының һәләк булыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Хәҙрәте Усман хәлиф булып һайланғас та хәҙрәте Ғәли баш ҡазый вазифаһын үтәүҙе дауам итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, фетнәселәр хәҙрәте Усманды үлтерә.
Бынан һуң мосолмандар хәҙрәте Ғәлиҙе Хәлифәтте үҙ ҡулына алырға өгөтләй башлай. Ул оҙаҡ ризалыҡ бирмәй, тик һуғыш сығырынан хәүефләнеп, тәҡдимде ҡабул итергә мәжбүр була. Бик ауырға тура килә хәҙрәте Ғәлигә. Ҡотҡоға бирелеүселәрҙең, монафиҡтарҙың, Ислам дошмандарының ут төртөргә генә әҙер тороуы ул идара иткән ҡатмарлы 6 йылда бик тә асыҡ күренә. Шул осорҙа Ислам донъяһы сөнниҙәргә, шиғыйҙарға һәм башҡа төркөмдәргә бүленә башлай ҙа инде.
Хәҙрәти Ғәлиҙе лә, ғәйепһеҙҙән ғәйепле итеп, үлтерәләр.
Ағалары Хәсән менән Хөсәйендең шәһит булыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ираҡтың, Хөрәсәндең, Һиджаз менән Йәмәндең халҡы уның улы Хәсәнгә ант килтерә. Әммә Сүриә һәм Мысыр мосолмандарын үҙ яғына ауҙарған Мүәвиә исемле кеше хәлифлеккә дәғүә итә башлағанлыҡтан, Хәсән раҙыйаллаһу ғәнһү халыҡтың берҙәмлеген һаҡлар өсөн, хакимлыҡтан баш тарта һәм Мәккәгә ҡайтып китә. Уның шунда ул үлтерелеүе тураһында һүҙҙәр бар.
Мүәвиә вафат булғас, дилбегәне Йәзид ибн Әбү Суфыян үҙ ҡулына ала. Күфә ҡалаһы халҡы быға риза булмай, Пәйғәмбәребеҙҙең бығаса идара эштәренә һис ҡыҫылмай йәшәгән ейәне Хөсәйенгә уға буйһонорға теләүҙәрен белдереп хәбәр ебәрә. Хөсәйен яҡындарын алып юлға сыға, әммә шул арала Йәзид яҡлылар баш күтәреүселәрҙең етәкселәрен йә ҡурҡытып, йә байлыҡ биреп үҙ яғына ауҙарыуға өлгәшәләр. Хөсәйендең ҙур булмаған төркөмөн Кәрбәлә янында туҡтатып, ҡыралар, ә үҙенең башын ҡырҡып алып Шам ҡалаһына хәлиф Йәзидкә ебәрәләр.
Шиғыйҙар Пәйғәмбәребеҙҙең ейәне Хөсәйенде изгеләштерәләр, уға бәйле “шахсей-вахсей (шах Хөсәйен, вах Хөсәйен)” тип ҡаты ауаз һалып, үҙ-үҙҙәрен туҡмау йолаһы башҡаралар.
Зәйнәб Кәрбәләгә ағаһы менән бергә киткән була. Хөсәйенде үлтереп, уның улы Ғәлигә лә үлем хөкөмө сығарғастар, ҡайтарып ебәрелергә тейешле Зәйнәб ҡустыһы менән үҙен дә язалауҙы талап итергә тотона. Таш йөрәктәрҙе лә тетрәндерерлек ниндәй һүҙҙәр әйткәндер, хәлифтең ярҙамсыһы Ғөбәйҙулла уларҙы Йәзидтең үҙенә оҙата, һәм тегеһе әсирҙәрҙе ҡайтарып ебәрә.
Зәйнәб һәм Ғәшүрә айындағы хәлдәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Тарихи сығанаҡтарҙан күренеүенсә, Зәйнәб ағаһы имам Хөсәйенде бик яҡын күрә. Өмийәдтәр хәлифәтенә башлыҡ булып Йәзид ибн Мүәвиә килгәс, имам Хөсәйен уны Исламдан тайпылыуҙан ғәйепләп, ант килтереүҙән баш тарта. Йәзидтең һайланыуына ризаһыҙ Күфә халҡы саҡырғас, ул Мәҙинән юлға сыға. Был шарттарҙа Зәйнәб иренән һорап, ағаһын оҙатып бара.
Һижрәнең 61-се йылында (10 октябрь, 680 й.), мөхәррәм айының 10-сы көнөндә Кербәлә янында (хәҙерге Ираҡ ере) имам Хөсәйен үҙенең барлығы 73 кенә арҡалашы менән Йәзидтең 70 меңлек ғәскәре ҡулсаһында ҡала. Хәдистәрҙән күренеүенсә, яуға бер көн ҡала имам Хөсәйен төн ҡараңғылығынан файҙаланып, теләгән кешеләргә ҡасып китергә рөхсәт итә, сөнки уларҙың һәләк булырына шик ҡалмай. Мөхәррәмдең 9-10 көндәрендә улар һыу сығанағына ла үтә алмай, бик сарсайҙар.Имам Хөсәйендең туғаны – Әбү-л-Фаҙыл Ғәббәс – һыу килтерергә тырышып ҡарай, әммә уны тотоп, ҡулдарын өҙә сабалар. Имам Хөсәйен дә, арҡалаштары ла был яуҙа һәләк була, баштарын өҙөп алып, Йәзидкә алып барып бирәләр. Ҡатындары менән ғаилә ағзалары әсиргә төшә һәм Шамға (Дамаск) оҙатыла.
Зәйнәб Кербәләләге хәлдәрҙең шаһиты була. Яуҙан һуң ул да, имам Хөсәйендең улы имам Зәйн әл-Ғәбидин(имам әс-Сажәд) менән әсиргә эләгә. Һеңлеһе Үмм Күлсүм, бәну Хашимдың башҡа ҡатындары, имама Хөсәйендең 3 кесе улы һәм ҡыҙы Сәкинә һәм Сүкәйнә лә ҡулға алына. Уларҙы ҡол һымаҡ итеп эйәрһеҙ дөйәгә ултырталар; ҡатындарҙың хижаптары тартып алына – Ислам әхләге ҡағиҙәләре буйынса был иң ауыр мәсхәрә һанала.Һаҡсылар һөңгө баштарына үлтерелгәндәрҙең баштарын ҡаҙап алалар.
Башта әсирҙәрҙе Күфәгә килтерәләр. Ҡаланың ябай кешеләренә хәлде алдап аңлаталар, йәнәһе ниндәйҙер ҡәбилә һөжүм итеп, мосолмандарҙы ҡыра башлаған, әммә имеш уларҙы еңгәндәр. Дошмандарҙы килтерәләр икән тип халыҡ байрам тантаналары менән ҡаршы ала. Мәгәр әсирҙәр ҡала буйлап китеп барғанда күптәр Зәйнәпте таный, бер ҡатын хатта хижаптар килтерә. Хәҡиҡәт асылғанын күргәс, Зәйнәб халыҡ алдында күфәләрҙе хыянатта һәм һатлыҡлыҡта ғәйепләп сығыш яһай. был мәлдә Күфә башлығы Ибн Зияд алдында алтын батмуста имам Хөсәйендең ҡырҡылған башы ята.
Әсирҙәрҙе һәм шәһиттәрҙең баштарын Шамға (Дамаск) Йәзидкә оҙаталар. Уларҙы Кербәлә, Бағалбәк, Мосул һәм Хомс ҡалалары аша алып баралар.
Зәйнәбтең Йәзид һарайында сығышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Рабиғүл-әүүәл айының 16-сы көнөнә әсирҙәрҙе Шамға Дамаск килтерәләр. Ҡалалабайрам ойошторалар, Йәзид имам Хөсәйендең алтын батмуста ятҡан башын типкеләй. Шул шарттарҙа Зәйнәб телмәр тота, был телмәр бик күп Ислам тарихы китаптарында килтерелә.
M. H. Bilgrami. The Victory of Truth:The Life of Zaynab bint 'Ali}}
Ғүмеренең һуңғы йылдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Шамда Зәйнәб имам Хөсәйен рухына бағышланған иҫтәлекле көндәр үткәрә башлай, шиғыйҙар мөхәррәм айының тәүге ун көнөн мәтам көндәре итеп үткәрә. Тиҙҙән Йәзид Зәйнәпте Мәҙинәгә ҡайтара. Ҡайһы бер сығанаҡтарҙа ул Ҡәһирәлә йәшәгән тип әйтелә.
Сәйидә Зәйнәб бинт Али әл-Ҡубра һижәрнең 62-се йылында 15 рәжәптә вафат була. Ерләнгән урыны теүәл билдәле түгел, әммә ҡәбере тип һаналған иң билдәле урын — Дамаск ҡалаһындағы төрбә.
Библиография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
M.H. Bilgrami. The Victory of Truth:The Life of Zaynab bint 'Ali
Коран, перевод М. Н.-О. Османова
Ҡулланылған әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡөрьән Кәрим — башҡорт, татар, урыҫ телдәренә тәржемәләр.
Тәсһилүл бәйән (Ҡөрьән Кәримдең еңеләйтелгән аңлатмаһы), 1-4 томдар — Ҡазан, 2004
Ализаде А. Исламский энциклопедический словарь. — М., 2007
Ибн Хишам. Жизнеописание Пророка Мухаммада — М., 2002
Матвеев К. П. История Ислама. — М., 2005.
Фәхретдинов Ризаэтдин. Жәвәмиғүл кәлим шәрхе — Ҡазан, 1995
- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 Али-заде А. Зайнаб бинт Али (урыҫ) // Исламский энциклопедический словарь — М.: Ансар, 2007. — ISBN 978-5-98443-025-8
- ↑ Али-заде А. Фатима бинт Мухаммад (урыҫ) // Исламский энциклопедический словарь — М.: Ансар, 2007. — ISBN 978-5-98443-025-8