Ғабдулла ибн Ғәбд әл-Моталлип
Биографияһы
Зат-ырыуы
Ҡәғбәтулланың асҡысы Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең ата-бабаларында һаҡлана, тап ошо тоҡом ғибәҙәтхананы тәртиптә тота, хаж ғәмәлен ойоштора. Был уларҙың Хашим ҡушаматлы олаталарынан быуындан-быуынға тапшырылып килә. Риүәйәттәрҙән аңлашылыуынса, ҡушамат йот йылында изге был заттың үҙ иҫәбенә Фәләстиндән (Палестина) ризыҡ алып ҡайтып, кешеләрҙе ас үлемдән ҡотҡарып ҡалыуы айҡанлы бирелгән (хәшәмә - бүлеү, турау, йәғни, икмәкте ашҡа турау мәғәнәһендә).
Хашим баҡый донъяға күскәндән һуң вазифа ҡустыһы Мотталипҡа күсә, әммә ул бер нисә йылдан мәрхүм ағаһының Мәҙинәлә йәшәгән берҙән-бер улы Шәйбәне Мәккәгә алып ҡайта ла бурыстарын уның елкәһенә һала. Тап шуның өсөн дә Шәйбәне Ғәбд әл-Моталлип, йәғни, Мотталиптың ҡоло тип атап йөрөтә башлайҙар.
Мосолмандар бөгөнгәсә зәм-зәм һыуынан [5] ауыҙ итә алыуы өсөн Ғәбд әл-Мотталипҡа рәхмәтле булырға тейеш, сөнки сығанаҡ туфан ҡалҡҡан осорҙа ләм аҫтында күмелеп ҡала. Изге шишмәнең урыны Аллаһ тарафынан Рәсүлебеҙҙең олатаһына әшкәртелә, һәм балбалдарына ҡорбан салып, мәжүсиҙәр сүпкә, тиҙәккә батырған урынды тап ул таҙартып, ҡоҙоҡ ҡаҙый. Рәсүлебеҙҙең олатаһына шулай уҡ шишмәнең Исмәғил ғәләйһиссәләм шәхесе менән бәйле икәнлеге лә хәбәр ителә.
Ҡорбан килтереү анты
Ғабдулла Ғәбд әл-Моталлиптың яратҡан улы була. Риүәйәттәр бәйән итеүенсә, Ғәбд әл-Моталлип ул тыуһа, береһен ҡорбанға килтерәм тип әйткән булған. Күп йылдар үткәс, улдары үҫеп еткәс, ул үҙенең антын иҫенә төшөргән. Кемде ҡорбанға килтерергә тип йәрәбә һалғас, ул Ғабдуллаға сыҡҡан. Ырыу башлыҡтары кәңәше менән ул антынан кире ҡайтҡан һәм улы өсөн йөҙ дөйә салған[6][7].
Өйләнеүе
Ғабдулла сибәр, саф күңелле кеше булған, уға күп ҡатын-ҡыҙҙың күҙе төшкән[8]. В 569 году Ғабдулла абруйлы зат ҡыҙы Әминә бинт Ваһабҡа өйләнгән. Ошо никахтан Рәсүлуллаһ донъяға килгән. Әммә Ғабдуллаға улын күрергә насип булмай, ул тыуғансы гүр эйәһе була[6].
Вафаты
Вафат булғанда Ғабдулла Ғәбд әл-Моталлипҡа бары 25 йәш тулған була. Тарихсылар, Ғабдулланың Сүриәгә сауҙа эштәре менән юлға сыҡҡанын хәбәр итә. Мәгәр барып етә алмай, юлда ауырып китә лә Мәҙинәлә үлеп ҡала.
Шулай уҡ ул үлгәндә Мөхәммәткә (с.ғ.с) 2 ай булған тигән мәғлүмәттәр ҙә бар[6].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Али-заде А. Абдуллах ибн Абд аль-Мутталиб (урыҫ) // Исламский энциклопедический словарь — М.: Ансар, 2007. — ISBN 978-5-98443-025-8
- ↑ Али-заде А. Амина бинт Вахб (урыҫ) // Исламский энциклопедический словарь — М.: Ансар, 2007. — ISBN 978-5-98443-025-8
- ↑ Али-заде А. Мухаммад (урыҫ) // Исламский энциклопедический словарь — М.: Ансар, 2007. — ISBN 978-5-98443-025-8
- ↑ Islamic Ethics and Counselor Decision-Making — SAGE Publications.
- ↑ Ислам / Зам-зам — удивительная и необыкновенная вода
- ↑ 1 2 3 Али-заде, 2007
- ↑ Абдалла и Амина 2014 йылдың 29 ноябрь көнөндә архивланған. — Mukmin.Narod.Ru
- ↑ Рождение и детство Пророка Мухаммада 2011 йылдың 12 август көнөндә архивланған. — Muhammad-SAS.Ru
Әҙәбиәт
- Али-заде, А. А. Абдулла ибн Абд аль-Муталлиб (архив ) // Исламский энциклопедический словарь. — М.: Ансар, 2007.
- Rubin, Uri. ʿAbdallāh b. ʿAbd al-Muṭṭalib // Encyclopaedia of Islam, THREE. Brill Online
- Farzaneh, Babak; Lahouti, Hassan. ʿAbd Allāh b. ʿAbd al-Muṭṭalib // Encyclopaedia Islamica.