Бәрәғәт кисәһе

Бәрәғәт кисәһе (рус. Ночь Бараат; ғәр. ليلة منتصف شعبان‎) — мосолман йыл хисабы буйынса шәғбан айының 14-нән 15-се төнөнә тура килгән кисә[1].

«Бәрәғәт» һүҙе ғәрәпсәнән «берәй ауырлыҡтан, бәләнән ҡотолоу» мәғәнәһендә тәржемә ителә[2].

Дини әһәмиәте

Ислам тәғлимәтенә ярашлы, был төндә аллаһ кешеләрҙең яҙмышы тураһында киләһе йылға ҡарарҙар ҡабул итә, мәрхәмәт ебәрә, яҙмышын, ауырыуҙарын һәм ғүмер ваҡытын билдәләй[3]. Шулай уҡ Бәрәғәт төнөндә Мөхәммәт пәйғәмбәргә мосолмандар өсөн шәфәғәт итеү хоҡуғы бирелгән тип иҫәпләнә[1]. Шулай уҡ ике Бәрәғәт кисәһе араһында вафат булаһы кешеләрҙең исемдәре теркәлә. Бәрәғәт гонаһтарҙан арыныу, бәхет һәм именлек, уңыштар һәм изгелектәр иңә торган кисә дип һанала. Шуға күрә был төндә мосолмандар Аллаһ тәғәләнән үҙҙәренең һәм мәрхүмдәрҙең гонаһтарын ярлыҡауын һорап доға ҡыла[2].

Шулай ук был кисәлә Ҡөрьән Ләүхе-л — Мәхфүздән (рус.)баш. иңгән тип һанала.

Был төндә иманлыларға, ауыр гонаһтарҙан тыш, мәҫәлән, аллаһҡа тиңдәш биреүҙән (ширк), сихырсылыҡтан, дошманлыҡтан, ата-әсәһенә ҡарата ихтирамһыҙлыҡтан һәм башҡаларҙан башҡа, гонаһтар кисерелә[4][1].

Бәрәғәт кисәһенең йолалары һәм мәғәнәһе

Мосолмандар өсөн был изге уяулыҡ мәле. Мосолмандар төндө доғалар уҡып үткәрә. Улартап был төндә Аллаһ кешеләрҙең яҙмышын хәл итә, гонаһтарҙы ғәфү итә, тип ышана[4].

Был төндә күп доға ҡылыу (дуа эшләү), хаталары өсөн ғәфү үтенеү һәм яҡындарының һаулығын теләү йолаһы бар. Ә иртәнсәк күпселек мосолмандар бер көнлөк ураҙа тота — таң атҡандан алып ҡояш байығанға тиклем ашамай һәм һыу эсмәй. Был яҡынлашып килгән Рамаҙан айына бик яҡшы рухи әҙерлек булып хеҙмәт итә[5].

Был төндө нисек үткәрергә

  • Төп ҡағиҙә – ғибәҙәт ҡылып йоҡонан баш тартырға. Әгәр тормош шарттары йәки эш иртәнгә тиклем уяу булырға мөмкинлек бирмәһә, мәсеткә барып, ваҡытын доға мөхитендә үткәргә мөмкин. Ҡорбан йәки Ураҙа ғәйеттәренән айырмалы рәүештә, был төндә байрам табындары үткәреү йолаһы юҡ.
  • Әҙерлек. Төнөн уяу тороу алдынан, Аллаһы Тәғәлә алдына тән һәм рухи яҡтан саф булып сығыу өсөн тулыһынса тәһәрәт (ғөсөл) алырға кәрәк.
  • Нимә уҡырға. Тәҡдим ителгән ғәмәлдәр араһында (сөннәт) Аллаһы Тәғәләгә ярлыҡау һорап доға ҡылыу, мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу, балаларға төндөң әһәмиәтен аңлатыу бар[2]. Һәр уҡыуҙың үҙ мәғәнәһе бар: тәүгеһе Аллаһ Тәғәләгә бағышлана, икенсеһе тоғролоҡ нәҙере һәм изге ризыҡ һорау, өсөнсөһө зыяндан һаҡланыу доғаһы булараҡ уҡыла. Доғаны яттан, йә китаптан уҡырға мөмкин.
  • Намаҙ тәртибе. Бәрәғәт төнө – пакланыу ваҡыты. Беренсенән, көндөҙ ҡалдырылған бөтә фарыз намаҙҙарҙы (бурыстарҙы) ҡапларға кәрәк. Фарыз өлөшөн тамамлағандан һуң ғына теләгән өҫтәмә намаҙҙарҙы уҡый башларға кәрәк.

Бәрәғәт төнөндә харамға яҡын ғәмәлдәргә (мәкруһҡа) сөннәт тарафынан билдәләнмәгән махсус йәмәғәт намаҙҙары йәки зекерҙәр уҡыу, шулай уҡ йорттарҙы һәм мәсеттәрҙе артыҡ биҙәү йәки махсус байрам аштарын әҙерләү инә[6][7][1].

Хәҙистәр

Аллаһ илсеһе (салләллаһу ғәләйһи үә сәлләм) былай тигән: «Мосолман икенсе мосолмандың туғаны. Ул уға бер ҡасан да ғәҙелһеҙлек килтермәйәсәк, уны ярҙамһыҙ ҡалдырмаясаҡ һәм яҙмыш ихтыярына ҡалдырмаясаҡ».

Григориан календарындағы даталар

Бәрәғәт төнө Шәғбән айының 14-ендә ҡояш байыу менән башлана. Григориан календарында тейешле даталар:

2024 2025 2026 2027 2028
24–25 февраль 13–14 февраль 2–3 февраль 22–23 ғинуар 10–11 ғинуар

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 Али-заде, 2007
  2. 1 2 3 Священная ночь Бараат. islam.ru (1 июнь 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 ноябрь 2015. Архивировано 25 ноябрь 2015 года.
  3. Священная ночь Бараат. assalam.ru (15 август 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 ноябрь 2015. Архивировано 25 ноябрь 2015 года.
  4. 1 2 Месяц шаабан, пост и ночь Бараат. askimam.ru (5 август 2009). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 ноябрь 2015. Архивировано 25 ноябрь 2015 года.
  5. Ночь Бараат, ее достоинства и дата в 2026 году. 1 февраль 2026 тикшерелгән.
  6. Священная ночь Бараат – время, когда Всевышний прощает грехи. cdum.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 февраль 2026.
  7. Камынина, Наталья. Ночь Бараат 2026: что нужно знать об одном из самых священных событий в Исламе (31 ғинуар 2026). 1 февраль 2026 тикшерелгән.

Әҙәбиәт

  • Али-заде, А. А. [153 Бараа] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә