Ширк

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Ширк (ғәр. شرك‎, мәжүсилек, политеизм[1]) — Исламда мәғәнәһе: Аллаһы тәғәләгә тиң тотоу йәки Аллаһы тәғәләнән башҡаға табыныу, йыш ҡына мәжүсилек мәғәнәһендә ҡулланыла. Кафырлыҡтың бер билдәһе һәм эҙемтәһе. Мосолмандар инаныуынса иң ҙур гонаһ, быны белгәндән һуң тәүбә итмәгән кешене Аллаһ бер ваҡытта ла ғәфү итмәй[2]. Ширк менән булашыусы — мөшрик, әммә "ширк"кә бирелгән һәр кеше лә «мөшрик» тип һаналмай: бының үҙенең шарттары бар, һәм әлеге тема буйынса ғөләмәләр махсус һығымта яһай, ул «тәкфир» тип атала.

«Аллаһы Тәғәлә Үҙенә тиңдәш тотоуҙы ғәфү итмәй, әммә унан бәләкәйерәк гонаһтарҙы теләгән кешеһенә ғәфү итә. Аллаһҡа тиңдәш тотҡан кеше — оло ялған уйлап сығарыусы ул» («Ҡатындар» сүрәһе, 48 аят)

Оло һәм кесе ширк[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ширктәрҙең олоһо һәм кесеһе була[3]. Олоһо Исламдан сығарып ташлай, быға Аллаһы тәғәләнән башҡаға табыныу инә. Бәләкәй ширк — олоһона оҡшаған, рийәлек (күҙ буяу), Аллаһы тәғәләнән башҡа көс менән ант итеү һәм башҡалар.

Нимә ул рийә? Пәйғәмбәребеҙ (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) мосолмандар өсөн иң нығы рийәнән ҡурҡҡан. Нимә ул рийә? Рийә — ул төрлө яҡшы эштәрҙе кеше күрһен һәм маҡтап һөйләһен өсөн эшләү (русса — показуха). Пәйғәмбәребеҙ (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) сәхәбәләргә: «Һеҙҙең өсөн мин ҡурҡа торған нәмәләрҙең иң ҡурҡынысы — кесе ширк», — ти. Унан кесе ширктең нимә булыуы хаҡында һорайҙар. «Ул — рийә», — тип яуап бирә Пәйғәмбәребеҙ (ғәләйһиссәләм) (Әхмәд йыйынтығынан, сәхих хәҙис). Был кесе ширк кешене Исламдан сығармай, әммә изге эштәрҙең ҡабул булмауына сәбәп була[4]

Ширк килеп сығыу сәбәбе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡөрьән һәм Мөхәммәт с.ғ.с. хәҙистәренән күренеүенсә, ширк Нух (Ной) пәйғәмбәр заманында килеп сыҡҡан. Быға әүлиәләрҙе кәрәгенән артыҡ ҙурлау сәбәпсе булған (уларҙың исемдәре: Вад, Суағ, Йәғүс, Йәғүҡ һәм Наср), ахыр сиктә килеп уларға табына башлағандар [5]. Ҡөрьән Кәримдә әйтелә:

Ҡәүемдең олуғтары ғәүәм халҡын үҙҙәренә эйәртеп мәкер ҡылдылар, алданылар. Һәм әйттеләр: «Үҙ һынташтарығыҙға табыныуҙы ташламағыҙ! Вад, Суағ, Йәғүс, Йәғүҡ һәм Наср исемле һынташтарығыҙға табыныуҙы ташламағыҙ»Ҡәүемдең олуғтары был һынташтар менән күп кешеләрҙе аҙҙырҙылар. Һин золом ҡылыусыларға һәләкәттән башҡа нәмәне арттырма!

Нух сүрәһе, 22—24

Ҡайһы берҙә сихырсы үҙенең шайтандар менән бәйле икәнен белмәүе лә мөмкин. Ғәҙәттә ундай кеше шәриғәткә буйһонмай, ҙур гонаһтар ҡыла йәки Аллаға тиң — ширк тота. Шайтан иһә үҙ һәләтенә инандырыр өсөн уға ҡайһы бер нәмәләрҙе аса, ҡыҙыҡтыра, фәрештәләргә килгән хәбәрҙән яҙа-йоҙа ишетеп өлгөргәнен әшкәртә[6]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ситдиҡова Г. Йәннәт баҡсаһы. — Өфө, 2014. — 232 бит
  • Ширк — Исламда иң ҙур гонаһ![2] 2018 йылдың 11 ғинуар көнөндә архивланған.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Х.К. Баранов. Арабско-русский словарь.
  2. Священный Коран 4:116.
  3. Салих Фаузан. Книга единобожия.
  4. Ширк — Исламда иң ҙур гонаһ![1] 2018 йылдың 11 ғинуар көнөндә архивланған.
  5. Кулиев, 2006, с. 21
  6. Ситдиҡова Г. Йәннәт баҡсаһы. — Өфө, 2014. — 232 бит

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

урыҫса
  • Али-заде, А. А. Ширк (архив ) // Исламский энциклопедический словарь. — М.: Ансар, 2007.
  • Ермаков Д. В. Ширк // Ислам: энциклопедический словарь / отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, 1991. — С. 300.
  • Салих ас-Сухейми, Абд ар-Раззак аль-Бадр, Ибрахим ар-Рухейли. Основы веры в свете Корана и Сунны / Факихи А.Н, А. аль-Гамиди, пер. с ар. Кулиева Э.Р.. — 2. — Москва: UMMAH, 2006. — 288 с. — ISBN 5-94824-071-1.
башҡа телдәрҙә
  • Жимаре Даниэль. Gimaret D.S̲h̲irk

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Әүлиәләр
  • Ҡәберҙәрҙе ололау