Мәжүсилек
Мәжүсилек — күп аллаларға йәки рухи заттарға табынған ерле халыҡтарҙың дини тәртип-йолалары; христиан, буддизм, ислам диндәренән айырмалы рәүештә күп аллалылыҡҡа инанған боронғо диндәрҙең дөйөм атама[1]. Мәжүсилек ҡараштары Герман-скандинав мифологияһында, Балтика мифологияһында, Башҡорт мифологияһы, Фин-уғыр, Карел-фин, Эстон һ. б. халыҡтар мифологияһында урын алған.
Төрлө өлкәләрҙә «мәжүсилек» атамаһы түбәндәгесә билдәләнә йәки аныҡ билдәмәһеҙ ҡулланыла:
- Тәүтормош халыҡтарҙың дини йолалары: шул иҫәптән анимизм, ата-бабаларға табыныу, магия, тотемизм, фетишизм, шаманизм һ. б.
- Яңы мәжүсилек ҡайһы бер Көнбайыш халыҡтарында христианлыҡты ҡабул итеүгә борон таралған (мәҫ. славян халыҡарында родноверие, скандинав халыҡтарында асатру, АҠШ-ла викка) дини ҡараштарын һәм тәртип-йолаларын тергеҙеү менән шөғөлләнә.
- Ниндәй ҙә булһа халыҡтың, ҡәбиләнең йә этностың үҙенсәлекле дини йолалары — күпселек халыҡтар араһында таралған диндәргә ҡаршы ҡуйыла.
- Ибраһими диндәр тәртибенә тура килмәгән барлыҡ донъя диндәре. Христианлыҡ, ислам менән йәһүҙилек күҙлегенән брахманизм, буддизм, даосизм, конфуцианлыҡ, синтоизм һымаҡ хәҙерге диндәр мәжүсилеккә ҡарай.
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З. Г. Ураксина, 2005)
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Зелинский Ф. Ф.,. Язычество греко-римское // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Р. А. Султаншареева. Башкирский фольклор: семантика, функции и традиции. Уфа, Башкирская энциклопедия, 2018. ISBN 978-5-88185-421-8