Анимизм

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте

Анимизм (лат. anima, animus «йән» һәм «рух») — йән һәм рухтар барлығына, бөтә тәбиғәттең йәнле икәнлегенә ышаныу. Анимистик ҡараштар бөтә диндәрҙә лә тиерлек бар[1][2].

Тайлор һәм уның диндәрҙең барлыҡҡа килеү теорияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Инглиз этнографы һәм культурологы Эдвард Тайлор фәнгә анимизм төшөнсәһен индерә, уны дин үҫешенең башланғыс стадияһы тип аңлата. Икенсе яҡтан, ул юғары мәҙәниәтле халыҡтарҙың донъяға ҡарашында анимистик күҙаллауҙарҙың артабанғы үҫешен күҙәтергә тырыша. Тәүге тапҡыр был терминды немец ғалимы Г. Э. Шталь ҡуллана. 1708 йылдағы үҙенең «Theoria medica» тигән яҙмаһында ул күңел тураһындағы тәғлимәтте тормоштағы барлыҡ процестарҙың нигеҙендә ятҡан эйәһеҙ тормош башланғысы тип атай.

Тайлор анимизмды «минималь дин» тип иҫәпләгән, йәғни, уның фекеренсә, ябай диндән иң юғары үҫешкәндәргә тиклемге ниндәй булһа ла дин анимистик ҡараштарҙан килеп сыға.

Әммә тупланған мәғлүмәттәр бер нисә яңы, преанимистик йәки анимизмға тиклемге тип аталған йүнәлештәр тыуҙыра, уларға ярашлы, анимизм дәүеренә тиклем тылсым быуаты (магия) (Дж. Фрэзер), аниматизм дәүере, бөтә тәбиғәтте йәнле итеп күреү (Р. Маретт, Л. Мин. Штернберг) һәм тәүтормош дологик мистицизм (Л. Леви-Брюль) була.

Тайлорҙың анимизмды диндең иң иртә формаһы булараҡ аңлауҙан анимист һүҙе килеп сыға. Был категорияға Африкала, Төньяҡ Америкала, Көньяҡ Америкала, Океанияла йәшәүсе. урындағы традицион диндәрҙе тотоусы төп халыҡтар инә. Шулай уҡ анимизм Азияла, атап әйткәндә, синто — анимизмдың (япон) үҫешкән формаһы сағыштырмаса йоғонто яһай.

Тейлор әйтеүенсә, анимизм "тәүтормош ҡырағайының башлана, ул төш, төш күреү, үлем кеүек күренештәр менән ҡыҙыҡһына башлаған. Тейлор фекеренсә, анимизм йоҡо, төш күреү, үлем һ. б. күренештәр менән ҡыҙыҡһынған «тәүтормош кешеһенең фәлсәфә»һендә барлыҡҡа килгән. Кешенең хайуандарҙан айырмаһы шунда: уны тәбиғәт һалған инстинктив йәшәү ҡәнәғәтләндермәй, ул үҙ-үҙен танырға ынтыла. Һәм нәҡ үҙ-үҙеңде танып белеүгә ынтылыш кеүек сифаттың килеп сығышы, моғайын, ҡасандыр кеше эволюцияһының башы булғандыр. Был уның эволюцияһының башы булғандыр, моғайын. Шулай итеп, анимизм күҙлегенән ҡарағанда, барыһының да үҙ йәне бар. Кеше лә, таш та — икеһе лә тере йән эйәләре.

Шунан сығып ҡарағанда, анимизм — тәүтормош дине генә түгел, ә кешенең рухи үҫешендә тәүге баҫҡыстарҙың береһе. Әгәр кеше үҙенең эргәһендәге әйберҙәоҙе үҙ ҡарамағы буйынса файҙаланырға мөмкин булған материал киҫәктәре генә түгел, ә тере йән эйәләре икәнен аңлай башлаһа, был уның тирә-яҡ донъя менән мөнәсәбәттәрен сифат яғынан яңы кимәлгә сығара[3].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Философский энциклопедический словарь. — М.: Советская энциклопедия. Гл. редакция: Л. Ф. Ильичёв, П. Н. Федосеев, С. М. Ковалёв, В. Г. Панов. 1983.
  2. Новая философская энциклопедия: В 4 тт. М.: Мысль. Под редакцией В. С. Стёпина. 2001.
  3. Анимизм — состояние веры в живое и светлое

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Белешмәләр
Монографиялар

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]