Кусуф
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Көсуф (Кусуф) намаҙы (ғәр. كسوف — ҡояш тотолоу) — көсуф намаҙы ҡояш тотолған мәлдә уҡыла. Нәфел (добровольный) намаҙ.
Намаҙҙы уҡыу тәртибе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Был намаҙ ике рәҡәғәттән тора.
Көсуф намаҙын яңғыҙ уҡымайҙар. Фәҡәт мәсеттә йәмәғәт менән уҡыла был намаҙ.
Аяҡ өҫтө торған саҡта имам оҙон сүрәләрҙе күп итеп уҡый. Имам был сүрәләрҙе эстән уҡый.
Ҡояштың нуры асылғанға тиклем (Ҡояш тотолоуы тамамланғанға ҡәҙәр) һәр кем, Ерҙәге бөтә тереклектең ғәжәп бер хәл кисереүенән ғибрәтләнеп, Аллаһты данлай, уны маҡтай, тәсбих әйтә.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортса дини календарь (2005 йыл). — Өфө: «Китап», 2004. 376 бит. ISBN5-295-03435-6