Иғтикәф

Иғтикәф (ғәр. اعتكاف‎‎; рус. Итикаф) — мәсеттә күпмелер көн дауамында ғибәҙәттәргә бағышланып, донъяуи эштәрҙән ситтә тороу ислам практикаһы.

Башҡарыу тәртибе

undefined

Мосолмандарҙың мәсеттә Аллаһҡа табыныу өсөн билдәле бер көндәр үткәрергә нәҙер итеүе. Исламда фарыз һәм өҫтөнлөклө иғтикәф ғибәҙәте була. Мосолман был йәһәттән нәҙер бирһә, иғтикәф фарыз була, ә Рамаҙандың һуңғы декадаһында иғтикәф — хәйерлерәк һанала [1]. Ҡайһы бер диндарҙар үҙ теләге менән мәсеттә Рамаҙан айының байрам намаҙына тиклем тороп ҡала.

Иғтикәф осоронда дин тотоусылар Тәһәрәт алыу һәм хәжәттәрен үтәүҙән тыш мәсетте ташлап китергә тейеш түгел [2]. Бынан һуң шунда уҡ мәсеткә кире ҡайтырға кәрәк. Әгәр кеше кисерерлек сәбәптәрһеҙ мәсетте ташлап китә, аңын юғалта йәки ярһып китә икән, иғтикәф ғәмәлдә булмай[1].

Иғтикәф мәлендә иман килтергән кешеләр намаҙ ҡылалар, Ҡөрьән|, доға уҡыйҙар, зекер башҡаралар [3] ураҙа тоталар[2].

Иғтикәфкә талаптар

Иғтикәф ғәмәлдә булһын өсөн түбәндәгеләр талап ителә[1]:

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Али-заде, А. А. [367 Итикаф] // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).
  • Гогиберидзе Г. М. Исламский толковый словарь. — Ростов н/Д: Феникс, 2009. — 266 с. — (Словари). — 3000 экз. — ISBN 978-5-222-15934-7.
  • Iʿtikāf / Bousquet, G.-H. (фр.)баш. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)

Категориялар