Пионерия көнө
Пионерия көнө, Пионерҙар көнө (хәҙерге Рәсәйҙә — Балалар йәмәғәт берләшмәләре һәм ойошмалары көнө) — балалар һәм үҫмерҙәр, шулай уҡ пионер (мәктәп) йәшендәге балалар менән эшләүсе вожатыйҙар һәм педагогтар өсөн байрам.
19 майҙа — В. И. Ленин исемендәге Бөтә Союз пионер ойошмаһының тыуған көнөндә билдәләнә. 1922 йылда булдырыла.
1991 йылдан Балалар йәмәғәт берләшмәләре һәм ойошмалары көнө тип йөрөтөлә. Пионерҙар хәрәкәтенең йолаларын, эш ысулдарын дауам иткән йәмәғәт ойошмалары байрам итә. Ғәҙәттә был көндә класс сәғәттәре, спорт ярыштары, концерттар, өмәләр, тантаналы линейкалар һәм смотрҙар үтә.
Тарихы һәм асылы
Байрам 1922 йылдың 19 майында Рәсәй коммунистик йәштәр берлегенең (РКСМ) II Бөтә Рәсәй конференцияһында 9-14 йәшлек балалар өсөн ойошмаға нигеҙ һалыу менән бергә булдырыла[1]. Байрамдың рәсми атамаһы — Ленин исемендәге Бөтә Рәсәй пионер ойошмаһы көнө[1].
СССР-ҙа 19 майҙа пионер парадтары, концерттар ойошторола, звенолар, отрядтар, дружиналар араһында металл һыныҡтары, макулатура йыйыу буйынса үткәрелгән ярыштарға йомғаҡ яһала. Тантаналы линейкаларҙа өлгөлө октябряттарҙы пионерҙар сафына ҡабул итәләр. Горн һәм барабан тауышы аҫтында балалар пионер анты бирә.
Иң киң күләмле саралар Ҡыҙыл майҙанда ойошторола[1].
Кискеһен тардицион пионер усағы эргәһендә бигүк рәсми булмаған саралар үтә.
1970—1980 йылдарҙа ҡайһы бер мәктәптәрҙә 19 майҙа «Ленин дәрестәре» уҙғарыла башлай.
1990 йылдың 1 октябрендә Бөтә Союз пионер ойошмаһы урынына Пионерҙар ойошмалары берлеге — Балалар ойошмалары федерацияһы (СПО-ФДО) ойошторола. Шул уҡ йылда Бөтә Союз пионер ойошмаһының Үҙәк советы Балалар һәм пионерҙар ойошмаларының Үҙәк советы тип үҙгәртелә[2].
СССР тарҡалғандан һуң Пионерҙар көнө рәсми байрам булыуҙан туҡтай. Уны шулай уҡ 19 майҙа билдәләнгән рәсми булмаған байрам — Балалар йәмәғәт берләшмәләре һәм ойошмалары көнө алмаштыра[3].
Байрамда пионер традицияларын һәм эш ысулдарын һаҡлап ҡалған балалар ойошмалары һәм хәрәкәттәре ҡатнаша. Пионер тематикалы саралар Рәсәйҙә лә, элекке СССР-ҙың башҡа илдәрендә лә үткәрелә.
2022 йылда, Ленин исемендәге Бөтә Союз пионер ойошмаһының 100 йыллығы көнөндә Ҡыҙыл майҙанда КПРФ фирҡәһе Мәскәүҙән, Мәскәү өлкәһенән һәм Үҙәк федераль округтан 5 мең уҡыусыны символик рәүештә ғәмәлдә булмаған пионер ойошмаһы сафына ала[4][5]. Бындай һуңғы сара 2024 йылда ойошторола.
2022 йылда Рәсәй уҡыусылар хәрәкәте нигеҙендә (РДШ) «Беренселәр хәрәкәте» Рәсәй Балалар һәм йәштәр хәрәкәте (РДДМ) ойошторола. Рәсәй Президенты Владимир Путин яңы ойошма өсөн «пионерҙар» һүҙен ҡулланыуҙы ҡарарға тәҡдим итә[6].
Традициялары
Балалар ойошмалары һәм хәрәкәттәре көнө Пионерҙар көнө традицияларын күп осраҡта һаҡлай. Традиция булараҡ, 19 майҙа бик күп белем биреү учреждениеларында класс сәғәттәре, спорт ярыштары, концерттар, өмәләр, тантаналы линейкалар һәм смотрҙар үткәрелә[7].
Мәҙәни үҙәктәрҙә, ял учреждениеларында һәм китапханаларҙа пионер тематикаһына арналған саралар, акциялар, флешмобтар уҙа. Китапханалар пионер хәрәкәте тарихы һәм традицияларына арналған китап күргәҙмәләре ойоштора[8].
Севастополдә йыл һайын ҡала үҙәгендә 19 майҙа белем биреү учреждениелары уҡыусыларының саралары үткәрелә[9].
«Башҡортостан пионерҙары»
1990 йылдан алып Башҡортостанда «Башҡортостан пионерҙары» төбәк балалар йәмәғәт ойошмаһы эшләй. Уның сафында 200 мең бала һәм оло кеше тора[10].
Электән килгән йола буйынса РФКП ағзалары һәм фирҡә яҡлылар был көндө республика буйынса балаларҙы пионер сафына ҡабул итә. Тантана һуңында сарала ҡатнашыусылар ойошмаға нигеҙ һалған В. Ленин һәйкәленә сәскәләр һала[11].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Хватова, Я., Роженцова, О. Когда отмечают День пионерии. История праздника от СССР до России. Как появилось движение и что с ним стало спустя 100 лет. РБК (4 октябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 май 2026.
- ↑ 19 мая — День детских общественных организаций: история и традиции праздника (18 май 2024). 19 май 2026 тикшерелгән.
- ↑ 19 мая – День детских общественных организаций. Федеральное государственное бюджетное научное учреждение «Институт изучения детства, семьи и воспитания» (2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 май 2026.
- ↑ КПРФ приняла в пионеры около пяти тысяч школьников (22 май 2022). 19 май 2026 тикшерелгән.
- ↑ «Эхо Москвы»: Российские коммунисты приняли в пионеры школьников сразу из нескольких регионов страны. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 май 2026.
- ↑ Романов, Д.. «Движение первых». Как изменился День пионерии (2023). 19 май 2026 тикшерелгән.
- ↑ Страна Сюжет: Праздники и выходные в России в 2024 году 19 мая — День детских общественных организаций: история и традиции праздника. Известия (18 май 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 май 2026.
- ↑ Ревнова, Н. День пионерии в 2025 году: история и традиции праздника. Комсомольская правда (2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 май 2026.
- ↑ Парад детства вернулся в Севастополь в день 100-летия пионерии. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 май 2026. Архивировано 19 май 2022 года.
- ↑ Взвейтесь кострами, синие ночи: сегодня отмечается День пионерии. culture.bashkortostan.ru (19 май 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 май 2026.
- ↑ В Уфе коммунисты традиционно отметили день пионерии. culture.bashkortostan.ru (19 май 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 май 2026.