Башҡортостан пионерҙары

«Башҡортостан пионерҙары» (рус. «Пионеры Башкортостана») — Башҡортостан Республикаһы уҡыусы балаларының һәм үҫмерҙәренең төрлө йүнәлештәге ижади һәләттәрен үҫтереү һәм йәш быуындың был йәһәттәге мөмкинлектәрен тормошҡа ашырыу маҡсатында эшләүсе төбәк балалар ойошмаһы. Уның сафында 200 меңдән ашыу ағза — балалар һәм ололар — иҫәпләнә[1][2]. Улар төрлө йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша.

Тарихы

1990 йылдың 12 сентябрендә республика балаларының ирекле, үҙ аллы һәм коммерцияға ҡарамаған йәмәғәт ойошмаһы булараҡ төҙөлә. 1994 йылдан «Башҡортостан пионерҙары» исемен йөрөтә[3]. 2010 йылдан бөгөнгө статусын ала. Республиканың муниципаль берәмектәре булып иҫәпләнгән барлыҡ ҡала һәм райондарҙа ла ойошманың филиалдары бар, уның иң түбән звенолары гимназия, лицей һәм мәктәптәрҙә төҙөлгән.

«Башҡортостан пионерҙары» — 1922 йылда Советтар Союзында нигеҙләнгән В. И. Ленин исемендәге Бөтә Союз пионер ойошмаһының республикала 1990 йылға тиклем ғәмәлдә булған берекмәһенең хоҡуҡи вариҫы. Нәҡ ошо аталған ойошма ағзалары 1922—1923 йылдарҙан башлап үҙҙәрен «пионерҙар» тип атаған.

«Пионер» — «Башҡортостан пионерҙары» республика балалар ойошмаһы ағзаһының исеме, «беренсе асыусы», «алда барыусы» тигәнде аңлата. Пионер — донъяны танып белергә генә түгел, уны яҡшыртырға ла ынтылыусы ижадсы.

«Башҡортостан пионерҙары» — «Пионер ойошмалары союзы — балалар ойошмалары федерацияһы» халыҡ-ара берекмәһенең, «Гражданлыҡ йәмғиәте-балаларға» Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының, «Башҡортостан Республикаһының коммерцияға ҡарамаған берләшмәләре ассамблеяһы» республика йәмәғәт ойошмаһының һәм республика йәштәр хәрәкәтенең коллектив ағзаһы.

Символдары һәм атрибуттары

Ойошманың символы — алтын Бал Ҡорто. Ул — файҙа, хеҙмәт һөйөүсәнлек, тырышлыҡ, үҙ-үҙеңде ойоштороу һәм дуҫлыҡ өлгөһө, бер үк ваҡытта балалар берләшмәһеннең төп идеяһын — әхлаҡи һәм ойоштороу мәҙәниәтен быуындан-быуынға тапшарыуҙы ла сағылдыра.

«Башҡортостан пионерҙары» ойошмаһының флагы — хөрмәт һәм берҙәмлек, Ватанға, үҙ ойошмаһы эшенә тоғролоҡ символы.

Башҡортостан пионерҙары флагы һары төҫтә. Унда республикабыҙҙың елберләгән флагын (триколор: йәшел, аҡ, зәңгәр) күтәреп осҡан Алтын Бал ҡорто төшөрөлгән. Аҫта «Ватан. Изгелек. Ғәҙеллек. Хеҙмәт. Дуҫлыҡ. Хөрмәт. Башҡортостан пионерҙары» тигән һүҙҙәр яҙылған.

Күп йылдар элек булған кеүек, «Башҡортостан пионерҙары»ның да айырылғыһыҙ атрибуты — галстук, ул ойошма ағзаһы булыуҙың төп билдәләренең береһе. Совет осороноң башҡа күп нәмәләре һымаҡ ук, элекке пионер галстугы ла байтаҡ үҙгәрештәр кисергән. Хәҙерге пионерҙарҙың галстугы биш төҫлө. Бер яҡтан — триколор-республика флагы, икенсе яҡтан — алһыу. Был заман бәйләнеше һәм Бөтә Союз пионер ойошмаһының хоҡуҡи вариҫлығы. Уртаһында шатлыҡ, бала саҡ, көлөүҙе кәүҙәләндергән сағыу һары төҫ.

Уның башы ҡыҙыл төҫтә, тормошта яңылыҡ асыу һәм бер үк ваҡытта таң атыу, ҡояш сығыу кеүек бөтә заман пионерлыҡ идеяларының бәйләнешен символлаштыра; ҡыҙыл төҫ һарыға, ҡояш төҫөнә күсә, ул бөтә тере йәнде йылытҡан һәм үҫергә ярҙам иткән ҡояшты символлаштыра. Ҡояш төҫө Башҡортостан Республикаһы флагы триколорына күсә, бында йәшел төҫ — үҫеш, ерҙәге тормош төҫө; аҡ төҫ — таҙалыҡ, уй-фекерҙәрҙең, дуҫлыҡҡа тоғролоҡ, халыҡтарҙың аҡыллылығы төҫө; зәңгәр төҫ — кешелек өҫтәге донъя һәм күк төҫө, йылғалар, күлдәр, шишмәләр һәм диңгеҙҙәрһеҙ, эштәр һәм уйҙарһыҙ булмаған тормош һәм һыу төҫө. Галстукта ойошманың символы — Алтын Бал ҡорто һүрәте төшөрөлгән.

Ойошманың атрибуттары балалар берләшмәһендә ҡатнашыусының үҙенсәлекле йөҙөн булдырыуға, раҫлауға булышлыҡ иткән предметтар, улар кәрәкле ваҡытта берләшергә, йыйылырға ярҙам итә. Пионер атрибуттарына тағы ла барабан, борғо, айырма билдәләр (значки) инә.

Иҫкәрмәләр

  1. Новости Республики Башкортостан. www.bashkortostan.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 март 2020. Архивировано 12 март 2017 года.
  2. В Башкирии более 200 тысяч пионеров отмечают свой праздник // ОБЩЕСТВО | новости башинформ.рф. www.bashinform.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 март 2020. Архивировано 12 март 2017 года.
  3. Антонова И. Н., Рященко Г. А. Башҡортостан пионерҙары // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.