Ватанды һаҡлаусылар көнө

«Ватанды һаҡлаусылар көнө» (рус. День защи́тника Оте́чества) — йыл һайын 23 февралдә Рәсәйҙә һәм элекке СССР республикаларында билдәләнгән байрам. 1922 йылдан СССР-ҙа Ҡыҙыл Армия көнө, 1946 йылдан — Совет Армияһы көнө, 1949—1992 йылдарҙа — Совет Армияһы һәм Хәрби-Диңгеҙ флоты көнө була. 23 февраль хәрби хеҙмәткәрҙәрҙән башҡа барлыҡ совет граждандары өсөн эш көнө булып тора[1].

Советтар Союзы тарҡалғандан һуң байрам Ватанды һаҡлаусылар көнө булараҡ билдәләнә һәм «Рәсәйҙең хәрби дан көнө» итеп иғлан ителгән. Был көн — ил оборонаһы өлкәһенә мөнәсәбәте булған ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙҙар байрамы[2].

Тарихы

Рәсәй империяһында революцияға тиклем 26 ноябрҙә Георгий кавалерҙары көнө байрам ителә. Был дата 1769 йылда Георгий тәреһе ордены булдырылыу көнөнә тап килтерелә. Ватанды һаҡлаусыларҙың барыһына ла ҡағылған башҡа киң күләмле байрам Рәсәйҙә башҡаса булмай[3].

Тарихҡа тиклемге ваҡиғалар

1918 йылдың (15) 28 ғинуарында РСФСР Халыҡ Комиссарҙары Советы Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһын ойоштороу тураһында декрет сығара, (1918 йылдың 20 ғинуары (2 феврале) большевиктарҙың рәсми баҫма органында баҫыла[4]). Фронтта яңы армияға ирекмән һалдаттарҙы яҙыу башлана, уларҙан Ҡыҙыл Армия роталары ойошторола, улары артабан полкка берләшә[5].

18 февралдә герман һәм австро-венгр ғәскәрҙәре тотош Көнсығыш фронт буйынса һөжүм башлай. 21 февралдә Яков Свердлов етәкселегендә Петроградты обороналау революция комитеты ойошторола. 22 февраль кисендә Петроградҡа Владимир Ленин саҡырыуы буйынса Могилёвтан Юғары баш командующий штабы начальнигы, элекке генерал, ғәмәлдә Совет Рәсәйен тышҡы дошмандан һаҡлауға етәкселек иткән Михаил Бонч-Бруевич килә. Ленин һәм властың башҡа вәкилдәре менән осрашҡандан һуң, ул Смольныйҙа, Ленин менән күршеләш бүлмәлә эшләй башлай[6].

Ревель, Псков һәм Нарваға Германияның алты дивизиянан һәм башҡа частарҙан торған 8-се армияһы ғәскәрҙәре һөжүм итә. Псков йүнәлешендә Германия көстәре 5 полктан тора[7]. Немецтар ҙур булмаған и ирекмәндәр отрядтары менән һөжүм итә, «ҡаршылыҡҡа осрамағас, поездарҙа, автомашиналарҙа һәм саналарҙа артта килгән төп көстәрҙән күпкә алға китә»[8]. Немецтар тәүлегенә 50 километрға тиклем юл үтә[9]. Пинск — Двинск — Рига йүнәлеше буйынса хәрәкәт итеп, улар беренсе аҙнала уҡ Минск, Полоцк, Псков, Ревель ҡалаларын ала.

1918 йылдың 23 февралендә Халыҡ комиссарҙары советының 21 февралдә ҡабул иткән «Социалистик Ватан хәүефтә!» тигән саҡырыуы[10], шулай уҡ баш хәрби командующий Николай Крыленконың: «<…> Барығыҙ ҙа ҡорал алығыҙ. Барығыҙ ҙа революцияны яҡларға. Окоптар ҡаҙыу өсөн мобилизация һәм окоп ҡаҙыусылар отрядын ебәреү советтарға йөкмәтелә, һәр отряд өсөн сикһеҙ вәкәләт бирелгән яуаплы комиссарҙар тәғәйенләнә. Бойороҡ инструкция сифатында барлыҡ ҡалаларҙағы советтарға ебәрелә», — тигән һүҙҙәр менән тамамланған «Хәрби баш командующийҙың саҡырыуы» баҫылып сыға[10]. 23 февралдә Халыҡ комиссарҙары советы рәйесе Ленин «Правда» гәзитендә «Солох йәки һуғыш» тигән мәҡәлә баҫтыра, унда кисекмәҫтән тыныслыҡ килешеүе зарурлығын белдерә, мәҡәлә һуңында былай тип яҙа:

… готовить революционную армию не фразами и возгласами (как готовили её те, кто с 7-го января не сделал ничего для того даже, чтобы попытаться остановить бегущие наши войска), а организационной работой, делом, созданием серьёзной, всенародной, могучей армии.

23 февралдә эре ҡалаларҙа киң күләмле митингылар үтә, ирекмәндәр күпләп Ҡыҙыл Армия сафына яҙыла башлай, ә 25 февралдә фронтҡа беренсе ҡыҙылармеецтар отрядтары оҙатыла[11].

23 февралдән һуң ҡыҙылдар отрядтары герман ғәскәрҙәренә ҡаршылыҡ күрһәтә башлай. Валка ҡалаһында һөжүм иткән немец частары латыш уҡсылары менән һуғыша. «Правда» гәзитенең 24 февраль һанында: «Валкала 300 кешенән торған латыш отрядтары немец ударниктары менән һуғыша», — тип яҙыла. Псков, Ревель, Гдов эргәһендә һуғыштар бара[7][11].

23 февралдә иртән герман курьеры Совнаркомға ультиматум алып килә; уйларға 48 сәғәт бирелә[12]. РСДРП(б) Үҙәк Комитеты ултырышында Ленин, көслө ҡаршылыҡҡа ҡарамаҫтан, Үҙәк Комитет ағзаларын ультиматумды ҡабул итергә ризалаштыра. Ленин герман шарттарында солох төҙөүҙе талап итә. Ул, иң мөһиме — «ғәмәлдәге пролетар власы утрауын теләһә ниндәй хаҡ түләп һаҡлап ҡалыу» була[13][14][15]. 24 февралдә ультиматум ҡабул ителә, әммә һуғыштар тыныслыҡ килешеүе төҙөлгән 3 мартҡа тиклем дауам итә[7].

1918 йылдың 25 февралендә «Правда» гәзитендә баҫылған «Тяжёлый, но необходимый урок» мәҡәләһендә В. И. Ленин былай тип белдерә:

Мучительно-позорные сообщения об отказе полков сохранять позиции, об отказе защищать даже нарвскую линию, о невыполнении приказа уничтожить всё и вся при отступлении; не говорим уже о бегстве, хаосе, безрукости, беспомощности, разгильдяйстве (…) В Советской республике нет армии.

26 февралдә РСФСР Халыҡ Комиссарҙары Советы барлыҡ власть органдарын Мәскәүгә күсерергә ҡарар итә.

1918 йылдың 3 мартында Германия тәҡдим иткән шарттарҙа Брест килешеүе төҙөлә.

1918 йылдың 5 (18) мартында Мәскәү һәм Бөтә Рәсәй патриархы Тихон үҙенең сығышында Брест килешеүен ҡаты тәнҡитләй: «Беҙҙән православие динен тотҡан халыҡ, тотош өлкәләр айырылған һәм дине буйынса сит булған дошманға бирелә, ә тиҫтәләрсә миллион православие кешеһе үҙ диндәре өсөн бөйөк әхлаҡи вәсвәсә шарттарына эләгә, … халҡыбыҙҙы һәм рус ерҙәрен ауыр кабалаға биргән тыныслыҡ, — бындай тыныслыҡ халыҡ теләгән ял һәм тыныслыҡ килтермәйәсәк. Православие сиркәүенә ҙур юғалтыу һәм ҡайғы, ә Ватанға һанап бөткөһөҙ юғалтыуҙар килтерәсәк»[16].

Байрамды булдырыу

1919 йылдың 10 ғинуарында Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы (РККА) Юғары хәрби инспекцияһы Рәйесе Николай Подвойский ВЦИК-ка РККА-ның йыллығын 28 ғинуарҙа байрам итергә тәҡдим индерә:

28 января исполняется год со дня издания Советом народных комиссаров декрета о создании Рабоче-крестьянской Красной армии. Было бы желательно отпраздновать годовщину создания Красной армии, приурочив празднование к 28 января, дню издания декрета.

Уның үтенесе һуңлап килә һәм бары тик 23 ғинуарҙа ғына ҡарала. Һөҙөмтәлә ВЦИК, тәҡдимдең һуңлауы сәбәпле, кире ҡаға. Шуға ҡарамаҫтан, 24 ғинуарҙа Моссовет Президиумы «Ҡыҙыл армия ойошторолоуҙы билдәләүҙе байрам итеп үткәреү тураһында» мәсьәләне ҡарай һәм уны Ҡыҙыл бүләк көнө — 17 февраль менән бергә билдәләй. Ҡыҙыл бүләк көнө халыҡ ҡыҙылармеецтарға бүләктәр бирергә тейеш булған үҙенсәлекле хәйриә акцияһы булараҡ планлаштырыла. Әммә 17 февраль дүшәмбегә тура килгәнлектән, Ҡыҙыл бүләк көнө һәм РККА йыллығы алдағы йәкшәмбегә, йәғни 23 февралгә тиклем кисектерелә. «Правда» хәбәр итеүенсә:

Устройство Дня красного подарка по всей России перенесено на 23 февраля. В этот день по городам и на фронте будет организовано празднование годовщины создания Красной армии, исполнившейся 28 января.

Һуңынан байрам бер нисә йылға онотола һәм 1922 йылда ғына тергеҙелә. Шул уҡ йылдың 27 ғинуарында ВЦИК Президиумының Ҡыҙыл армияның 4-се йыллығы тураһында ҡарары баҫыла. Унда[17]:

В соответствии с постановлением IX Всероссийского съезда Советов о Красной армии Президиум ВЦИК обращает внимание исполкомов на наступающую годовщину создания Красной армии (23 февраля),

 — тиелә

undefined

23 февраль датаһының нигеҙләнеүе

1923 йылда РККА-ның 5 йыллығы киң байрам ителә һәм Бөтә Союз кимәленә сыға. Революцион хәрби советтың 5 февралдәге Л. Д. Троцкий ҡултамға һалған бойороғонда, байрамға сәбәп булған ваҡиға тураһында былай тип билдәләнелә: «1918 йылдың 23 феврале, дошман ҡыҫымында эшсе һәм крәҫтиәндәр хөкүмәте ҡораллы көстәр булдырыу зарурлығын иғлан итте»[9]. Шул уҡ йылда «Военная мысль и революция» журналында, 23 февралдә төньяҡ-көнбайыш йүнәлешендәге алыштарҙа ҡатнашҡан беренсе ҡыҙыл армия часы ойошторола, тип раҫлана.

1933 йылда К. Е. Ворошилов (Троцкийҙың сәйәси дошманы) РККА-ның 15 йыллығына арналған тантаналы ултырышта, былай тип белдерә[19]:

Әйткәндәй, РККА йыллығын 23 февралгә тәғәйенләү осраҡлы һәм быны аңлатып булмай, ул тарихи даталар менән тап килмәй.

Шуға ҡарамаҫтан, Сталин идара иткән осорҙан һуң генерал-майор профессор С. Ф. Найда, Совет Армияһының тыуған көнөн билдәләүгә тап 23 февралдә Петроградта В. И. Лениндың «Социалистическое Отечество в опасности!» декретындағы саҡырыуына ярашлы, күпләп ҡыҙылармия отрядтары ойошторолоуы нигеҙ булып тора, тип белдерә[20].

Илдәр буйынса Ватанды һаҡлаусылар көнө

СССР составында булған ҡайһы бер дәүләттәрҙә Ватанды һаҡлаусылар көнө билдәләнә.

undefined

Рәсәйҙә Ватанды һаҡлаусылар көнө

РФ Юғары Советының оборона һәм именлек комитеты инициативаһы буйынса байрамдың яңы атамаһы РФ Юғары Советы Президиумының 1993 йылдың 8 февралендәге «Рәсәй Федерацияһының иҫтәлекле көнө — Ватанды һаҡлаусылар көнөн булдырыу тураһында» 4423-1 һанлы ҡарарына ярашлы булдырыла.

2002 йылда РФ Федераль йыйылышы Дәүләт Думаһы ҡарары буйынса 23 февраль Рәсәйҙә байрам көнө һәм 1995 йылдың 13 мартындағы «Рәсәйҙәң хәрби дан көндәре һәм иҫтәлекле даталары тураһында» 32-се Федераль законына ярашлы билдәләнә[21]. Был ҡанунға ярашлы, «Ватанды һаҡлаусылар көнө» Рәсәйҙең хәрби дан көнө булып тора.

2006 йылдың 24 мартында Дәүләт Думаһы байрамдың закондағы тасуирламаһынан «Ҡыҙыл Армияның Германияның кайзер ғәскәрҙәрен еңеүе (1918 йыл)» тигән һүҙҙәрҙе алып ташларға, шулай уҡ байрам атамаһында «һаҡсы» һүҙен берлектә ҡалдырырға ҡарар итә (ул ваҡытта байрам РФ Хеҙмәт кодексының 112-се статьяһында шулай аталған була).

Советтарҙан һуңғы Рәсәйҙә 23 февраль — хеҙмәт коллективтарында, мәктәптәрҙә, ғаиләләрҙә билдәләнгән киң күләмле байрам, был көндә кемдәрҙе ҡотларға тигән һорауға аныҡ яуап юҡ. Өс төрлө фекер йәшәй: бары тик профессиональ хәрбиҙәр (енесенә ҡарамаҫтан) генә ҡотланырға тейеш; армияға мөнәсәбәте булған барыһы ла, шул иҫәптән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары (шулай уҡ енесенә ҡарамаҫтан) барыһын да ҡотларға кәрәк; был байрам бары тик ир-егеттәр, шул иҫәптән малайҙар һәм армияға мөнәсәбәте булмаған ирҙәрҙе лә индереп, байрамы[22].

undefined

Байрамдың Мәскәүҙәге традицияларының береһе — Кремль диуарҙары эргәһендә тантана, Билдәһеҙ һалдат ҡәберенә веноктар һалыу. Александр баҡсаһына Рәсәй Президенты, Федераль Йыйылыштың ике палатаһы башлыҡтары, хәрби етәкселек, властың башҡа тармаҡтары вәкилдәре, сәйәси партиялар етәкселәре, сиркәү руханиҙары килә[23]. бер минут тынлыҡтан һуң Дәүләт гимны яңғырай, һуңынан почётлы ҡарауыл ротаһы тантаналы маршта үтә. Сәйәси партиялар ҙа айырым киң күләмле саралар уҙғара[24]. Кисен илдең юғары етәкселеге байрам концертында ҡатнаша. Шулай уҡ төнөн Мәскәүҙә һәм Рәсәйҙең башҡа ҡалаларында байрам салюты атыла[25]. Псковта ла байрам концерты һәм Ҡыҙыл Армияның беренсе алышына арнап ҡуйылған һәйкәл эргә?ендә парад ойошторола[26][27][28]. Был көндә Рәсәйҙең башҡа ҡалаларында ла парадтар үтә[29][30]. 1918 йыл ваҡиғалары реконструкциялана[31][32][33]. Севастополдә Ватанды һаҡлаусылар көнө генә түгел, Халыҡ ихтыяры көнөнә арналған митинг уҙғарыла, сөнки тап 2014 йылдың 23 февралендә ҡала үҙәгендә меңдәрсә кеше Рәсәйгә ҡушылыуҙы хуплай[34][35][36].

undefined

Рәсәй граждандары өсөн Ватанды һаҡлаусылар көнө — мөһим һәм әһәмиәтле дата. «Йәмәғәт фекере» фонды 2013 йылда үткәргән һорау алыу һөҙөмтәләре буйынса, 77 процент ошолай тип яуап бирә[37].

23 февраль — Ватанды һаҡлаусылар көнө — Донецк һәм Луганск Халыҡ Республикаларында ял көнө[38][39][40][41][42].

Беларусь Республикаһында Ватанды һаҡлаусылар һәм Ҡораллы Көстәр көнө

Белоруссияла Беларусь Республикаһы Ҡораллы Көстәре тарихы илдең дәүләтселеген булдырыуҙа һәм һаҡлауҙа хәл иткес роль уйнаған Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы тыуыуынан башлана, тип билдәләнә.

Тот непростой исторический период оставил нам огромное количество трактовок и интерпретаций. Однако мы должны помнить главное: именно те люди и та Красная армия помогли нам выжить и состояться как нации. Это неоспоримая правда, которую мы должны сохранить и передать следующим поколениям.

— Президент Республики Беларусь Александр Лукашенко[43]

Беларусь һәм Рәсәй хәрби хеҙмәткәрҙәре берлектә байрам саралары ойоштора[44][45]. Беларусь Республикаһы Ҡораллы Көстәренең 100 йыллығында 2018 йылдың 23 февралендә авиация ҡатнашлығында парад була[46], шулай уҡ баш ҡала — герой ҡала Минскиҙа, ҡәлғә-герой Бреста, Витебск, Гомель, Гродно һәм Могилёв ҡалаларында утыҙ залп менән байрам салюты атыла[47][48].

23 февраль Украинала

1999 йылда ил президенты Леонид Кучма 23 февралде Ватанды һаҡлаусылар көнө тип билдәләгән указ сығара, ул ял булмай.

2014 йылдың 14 октябрендә президент Пётр Порошенко был байрамды бөтөрә[49]. Уның урынына Украинаны һаҡлау көнө (14 октябрь) булдырла, һуңынан ул Украинаны һаҡлаусылар көнө тип үҙгәртелә[50]. 14 октябрҙә сиркәү — үҙ байрамын, казактар — үҙҙәренекен, украин милләтселәре Украина баш күтәреүселәре ғәскәре көнөн билдәләй[51].

Ҡырғыҙстанда Ватанды һаҡлаусылар көнө

Ҡырғыҙстанда Ватанды һаҡлаусылар көнө йыл һайын 23 февралдә билдәләнә. Был көн ял көнө булып тора.

Тажикстанда Һаҡсылар һәм Ҡораллы Көстәр ойошторолоу көнө

undefined

23 февраль Тажикстанда Ватанды һаҡлаусылар көнө лә Ҡораллы Көстәр ойошторолоу көнө лә булараҡ билдәләнә[52].

Көньяҡ Осетияла

Көньяҡ Осетияла 23 февраль — рәсми байрам һәм ял көнө. 23 февралдә етәкселек һәм йәмәғәтселек Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Совет Армияһы сафында хеҙмәт иткән ветерандарға, шулай уҡ 90-сы йылдарҙа Төньяҡ Осетия һағына баҫҡан һәм әле лә уны һаҡлағандарға хөрмәт күрһәтә. Оборона министрлығы хәрбиҙәре, ОМОН, башҡа подразделениелар, Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре тәбрикләнә. Аҙна дауамында хәтер кисәләре һәм дәүләт һаҡсылары менән осрашыуҙар үтә[53].

23 февраль Абхазияла

Абхазияла 23 февраль билдәләнә, әммә ул рәсми байрам түгел. Был көндө Сухум ҡалаһында Махаджирҙар яр буйында Билдәһеҙ һалдат , 1992—1993 йылдарҙағы Ватан һуғышында һәләк булғандар, грузин-абхаз низағында хеҙмәт иткәндә һәләк булған Рәсәй тыныслыҡ урынлаштырыусылары һәйкәленә веноктар һалына. Дан паркында һәләк булған тыныслыҡ урынлаштырыусылар һәйкәленә сәскәләр һалына[54].

23 февраль Әрмәнстанда

дәүләт байрамы булмаһа ла, 23 февралдә Ереванда һәм Гюмриҙа Ватанды һаҡлаусылар көнө айҡанлы тантаналы саралар үтә. Әрмәнстан оборона министры, Ҡораллы көстәрҙең баш штабы начальнигы, РФ-ның Әрмәнстандағы ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы вәкиле, Әрмәнсәтандың һәм Рәсәйҙең юғары дәрәжәле офицерҙары һәм хәрби хеҙмәткәрҙәре, димпломатик ведомстволар вәкилдәре Еревандың Еңеү паркына килә, Билдәһеҙ һалдат ҡәберенә веноктар һала. Һуңынан парк буйлап Әрмәнстан һәм Рәсәй хәрби хеҙмәткәрҙәре парадта үтә.

Гюмри ҡалаһының «Мәскәү йорто» мәҙәни-эшлекле үҙәгендә Мәскәү хөкүмәтенең тышҡы иҡтисади һәм халыҡ-ара бәйләнештәр департаменты ярҙамында хәрби-патриотик йырҙар концертын ойоштора, унда билдәле әрмән йырсылары һәм музыканттары сығыш яһай. Ҡаланың драма театрында урындағы хәрби хеҙмәткәрҙәр, Рәсәйҙең 102-се хәрби базаһы хәрби хеҙмәткәрҙәре йыйыла[55].

23 февраль Латвияла

Латвия үҙаллылыҡ иғлан иткәндән һуң, 23 февраль рәсми байрам булыуҙан туҡтай[56]. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, уны Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандар, СССР Ҡораллы Көстәренең элекке хәрби хеҙмәткәрҙәре, ҡораллы низағтарҙа ҡатнашыусылар, совет хәрби-күнекмә юғары уҡыу йорттарын тамамлаусылар билдәләй. Даугавпилстағы Дубровин паркындағы мемориалда халыҡ ҡала өсөн һәләк булған хәрбиҙәрҙе иҫкә алырға йыйыла. Ригала 23 февралдә Латвияны һәм Риганы азат итеүселәр һәйкәленә веноктар һалына[57].

23 февраль Эстонияла

Был көндә Рәсәй Федерацияһы һәм Беларусь Республикаһы илселектәре хеҙмәткәрҙәре Эстонияның ветерандар һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре менән бергә Таллинндың Хәрби зыяратындағы Азат итеүсе һалдат һәйкәленә веноктар һала[58][59][60][61].

Приднестровье Молдова Республикаһында Ватанды һаҡлаусылар көнө

23 февраль дәүләт байрамы булып тора. Төп саралар Тирасполдә үтә. Уларҙа дәүләт президенты һәм көс ведомстволары башлыҡтары ҡатнаша[62].

Байрам 2026 йылда

2026 йылда байрам дүшәмбегә тура килә һәм рәсми ял көнө булып тора. Шуға бәйле рәсәйҙәр өс көн рәттән — 21, 22 һәм 23 февралдә (шәмбе, йәкшәмбе һәм дүшәмбе) ял итәсәк. Йома, 20 февраль, байрам алды көнө түгел, шуға күрә ҡыҫҡартылған эш көнө ҡаралмаған[63].

Иҫкәрмәләр

  1. День защитников Отечества. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2026.
  2. Поздравление Владимира Путина по случаю Дня защитника Отечества. news.1777 (23 февраль 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2023.
  3. Константин Медведев. 23 февраля - День защитника Отечества. Чем важен этот праздник для нас? Российское историческое общество. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2026.
  4. Газета Временного рабочего и крестьянского правительства. — 20 января (2 февраля) 1918. — № 13 (58). — С. 1.
  5. Черепанов А. И. «Под Псковом и Нарвой». — М. : Воениздат, 1956. — С. 18.
  6. Ганин А. В. И. Г. Пехливанов — один из первых историографов Первой балканской войны. Архивная копия от 19 март 2015 на Wayback Machine // promacedonia.org
  7. 1 2 3 Николаев П. А. Интервенция Германии // Интервенция на Северо-Западе России 1917—1920 гг. — Российская академия наук, Институт российской истории, Санкт-Петербургский филиал. — СПб.: «Наука», 1995. — С. 93—99
  8. Черепанов А. И. Под Псковом и Нарвой. — М. : «Воениздат», 1956. — С. 71.
  9. 1 2 Гривенко В. Историческое переосмысление 23 февраля Архивная копия от 19 февраль 2007 на Wayback Machine // Независимое военное обозрение : интернет-газета // nvo.ng.ru (16 февраля 2007 года)
  10. 1 2 Газета Временного рабочего и крестьянского правительства, № 31 (76) от 23 февраля 1918 года, с. 1.
  11. 1 2 Кораблёв Ю. Защита Республики. Как создавалась Рабоче-крестьянская Красная армия. // Переписка на исторические темы: диалог ведёт читатель. — М.: Политиздат, 1989. — С. 160—161.
  12. Kotkin, 2014, с. 256
  13. Барсенков А. С., Вдовин А. И. История России. 1917—2004 гг. : учеб. пос. для вузов. — М., 2005. — С. 62.
  14. Ленин В. И. Мир или война (напечатано 23 февраля 1918 г.) // Полн. собр. соч. — Т. 35. — С. 368.
  15. Войтиков С. С. Развитие взглядов высшего руководства Советской России на военное строительство в ноябре 1917 — марте 1918 г. // Вопросы истории : журнал. — № 10. — 2007.
  16. Послание Патриарха Московского и всея России Тихона по поводу заключения Брестского мира. 5 (18) марта 1918 года.
  17. Историческая справка о дне 23 февраля. Архивная копия от 25 ғинуар 2020 на Wayback Machine // happy-year.narod.ru
  18. С историей формирования Красной армии можно ознакомиться на выставке в Пскове. Архивная копия от 14 апрель 2021 на Wayback Machine // pln-pskov.ru
  19. Максим Хрусталёв. «Несокрушимая и легендарная». — Исторические корни Дня защитника Отечества. Архивная копия от 7 август 2017 на Wayback Machine // km.ru (23 февраля 2010 года)
  20. Найда С. Ф. Почему день Советской армии и Военно-морского флота празднуется 23 февраля? //Военно-исторический журнал. — 1964. — № 5. — С.115—117.
  21. Федеральный закон Российской Федерации № 32-ФЗ от 13 марта 1995 года «О днях воинской славы (победных днях) России». Архивная копия от 26 ноябрь 2021 на Wayback Machine Официальный сайт Президента Российской Федерации// kremlin.ru
  22. Кого нужно поздравлять 23 февраля? Аргументы и факты (22 февраль 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2026. Архивировано 22 февраль 2019 года.
  23. В День защитника Отечества Святейший Патриарх Кирилл возложил венок к могиле Неизвестного солдата у Кремлёвской стены. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2026. Архивировано 6 март 2016 года.
  24. 23 февраля 2018 года. Москва. Шествие КПРФ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2026. Архивировано 14 апрель 2019 года.
  25. Полная программа мероприятий на 23 февраля в Волгограде. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2026. Архивировано 25 февраль 2018 года.
  26. В Пскове состоялся торжественный концерт, приуроченный к 100-летию Красной армии и Дню защитника Отечества. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2026. Архивировано 22 февраль 2018 года.
  27. 23 февраля 2016 года на площади у стелы в Крестах состоялся парад войск в честь Дня защитника Отечества. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2026. Архивировано 19 апрель 2021 года.
  28. Парад в Крестах 23 февраля 2017 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2026. Архивировано 24 февраль 2017 года.
  29. Парад в День защитника Отечества в Омске. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2026. Архивировано 23 февраль 2019 года.
  30. Парад в Североморске в честь 100-летия РККА. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2026. Архивировано 21 февраль 2022 года.
  31. В воскресенье во Всеволожске восстановили события февраля 1918 года, происходившие под Псковом. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2026. Архивировано 4 март 2016 года.
  32. Масштабная историческая реконструкция к столетию образования РККА состоялась в Пскове (ВИДЕО). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2026. Архивировано 19 апрель 2021 года.
  33. Празднование Дня защитника Отечества в Псковской области. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2026. Архивировано 21 февраль 2022 года.
  34. На митинге в Севастополе без единого украинского флага выбрали нового мэра, гражданина РФ - СМИ. Интерфакс-Украина. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2026. Архивировано 22 февраль 2019 года.
  35. Двойной праздник: в Севастополе отметили 23 Февраля и День народной воли. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2026. Архивировано 27 февраль 2018 года.
  36. Выпуск «Севинформбюро» от 23 февраля 2018 года
  37. О российской армии и 23 февраля. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2026. Архивировано 23 апрель 2021 года.
  38. День защитника Отечества 2018 в Донецке. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2026. Архивировано 24 февраль 2018 года.
  39. Митинг по случаю празднования 100-летия со дня основания Красной армии прошёл в Луганске. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2026. Архивировано 24 февраль 2018 года.
  40. Глава ДНР объявил 23 февраля выходным днём. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2026. Архивировано 3 март 2016 года.
  41. В ЛНР подписан указ о праздновании 23 февраля. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2026. Архивировано 8 август 2020 года.
  42. ЛНР отметила День защитника Отечества награждением отличившихся, митингами и салютом (ФОТО). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2026. Архивировано 25 февраль 2018 года.
  43. Александр Лукашенко принял участие в торжественном собрании, посвящённом 100-летию Вооружённых Сил Беларуси. Архивная копия от 24 февраль 2018 на Wayback Machine Национальный центр правовой информации Республики Беларусь // pravo.by (23 февраля 2018 года)
  44. Российские и белорусские десантники на лыжах отметили 100-летие Красной армии. Архивная копия от 22 февраль 2018 на Wayback Machine Телеканал «РЕН ТВ» // ren.tv (22 февраля 2018 года)
  45. Ярослав Мирнов. В Пскове прошёл парад, посвящённый Дню защитника Отечества. — Участниками марша стали десантники из Пскова и Белоруссии, лётчики, спецназовцы и сотрудники УФСИН. Архивная копия от 25 февраль 2018 на Wayback Machine Газета «Комсомольская правда» (Псков) // pskov.kp.ru
  46. ВИДЕО. Военный парад к 100-летию Вооружённых Сил Республики Беларусь. Гродно, 23 февраля 2018 года. Архивная копия от 29 август 2020 на Wayback Machine // youtube.com (пользователь — «Телеканал Гродно Плюс»; опубликовано 24 февраля 2018 года)
  47. Военный парад в Гродно прошёл с участием авиации. Архивная копия от 24 февраль 2018 на Wayback Machine «Белорусское телеграфное агентство» (БЕЛТА) // belta.by (24 февраля 2018 года)
  48. Приказ министра обороны Республики Беларусь от 7 февраля 2018 года № 170 «О праздновании Дня защитников Отечества и 100‑летнего юбилея Вооружённых Сил Республики Беларусь». Архивная копия от 24 февраль 2018 на Wayback Machine Белорусская военная газета «Во славу Родины» // vsr.mil.by (23 февраля 2018 года)
  49. Указ Президента України № 806/2014 — Офіційне представництво Президента України. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 август 2016. Архивировано 14 сентябрь 2016 года.
  50. Гендерна рівність: Рада перейменувала День захисника України. suspilne.media. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 липень 2021. Архивировано 14 июль 2021 года. (укр.)}
  51. День защитника Украины теперь будет ежегодно отмечаться 14 октября. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2026. Архивировано 19 июль 2020 года.
  52. Парад в Душанбе 23 февраля 2013 года (видео) Архивная копия от 30 декабрь 2013 на Wayback Machine
  53. 23 февраля в странах СНГ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2026. Архивировано из оригинала 29 октябрь 2012 года.
  54. 23 февраля — День защитника Отечества в Абхазии Архивная копия от 30 декабрь 2013 на Wayback Machine
  55. День защитника Отечества отметили в Армении. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2026. Архивировано 1 март 2013 года.
  56. 23 февраля в Латвии: не «День защитника отечества», но «Мужской день» и для многих — праздник. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2026. Архивировано 24 февраль 2018 года.
  57. В Риге отметили 23 февраля. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2026. Архивировано 30 апрель 2012 года.
  58. 23 февраля: День защитника Отечества на Воинском кладбище в Таллине. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2026. Архивировано 9 сентябрь 2018 года.
  59. В Таллине отметили День защитника Отечества (видео). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2026. Архивировано 27 февраль 2015 года.
  60. В Эстонии решили игнорировать запрет на празднование 23 февраля. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2026. Архивировано 18 апрель 2021 года.
  61. На заводе Ericsson отметили День защитника Отечества: руководство начало внутреннее расследование. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 март 2015. Архивировано 4 март 2015 года.
  62. Военно-спортивный праздник, посвящённый Дню защитника Отечества — 23/02/18. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2026. Архивировано 11 август 2020 года.
  63. Как отдыхаем 23 февраля. РБК. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 ғинуар 2026.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә