Совет халҡының геноциды ҡорбандарын иҫкә алыу көнө
Совет халҡының геноциды ҡорбандарын иҫкә алыу көнө (рус. День памяти жертв геноцида советского народа) — Рәсәйҙә рәсми рәүештә булдырылған иҫтәлекле дата. Йыл һайын 19 апрелдә билдәләнә. Тулы атамаһы: «Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында нацистар һәм уларҙың булышсылары тарафынан башҡарылған совет халҡының геноциды тураһында хәтер көнө»[1].
Тарихы
2025 йылдың ноябрендә Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары төркөмө яңы иҫтәлекле датаны билдәләү тураһындағы закон проектын тикшереүгә сығара[2]. Башланғысты Федерация Советы рәйесенең беренсе урынбаҫары Владимир Якушев, Дәүләт Думаһы вице-спикеры Ирина Яровая һәм фракция етәксеһе Владимир Васильев етәкселегендәге «Берҙәм Рәсәй» фракцияһы парламентарийҙары тәҡдим итә[3].
2025 йылдың 16 декабрендә Дәүләт Думаһы закон проектын ҡабул итә[4]. 2025 йылдың 29 декабрендә Рәсәй Президенты Владимир Путин «Рәсәйҙең хәрби дан көндәре һәм иҫтәлекле даталары тураһында»ғы законға үҙгәрештәр индергән федераль законға ҡул ҡуя[3]. Тейешле документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында урынлаштырыла. Закон 2026 йылдың 1 ғинуарынан көсөнә инә[4].
Законға аңлатма яҙмаһында уның ҡабул ителеүенең тарихты боҙоуға ҡаршы тороу һәм совет халҡының батырлығы тураһында тарихи дөрөҫлөктө һаҡлау өсөн мөһим әһәмиәткә эйә булыуы билдәләнә[2].
Иҫтәлекле датаны һайлау
19 апрель датаһы 1943 йылдың ошо көнөндә СССР Юғары Советы Президиумының «Совет граждандарын һәм әсир ҡыҙылармеецтарҙы үлтереүҙә һәм язалауҙа ғәйепле немец-фашист яуыздары, совет граждандары араһынан шпиондар, ватанға хыянат итеүселәр һәм уларҙың булышсылары өсөн яза саралары тураһында»ғы 39-сы Указы баҫылып сығыуға бәйле һайлана[4] Был документ СССР-ҙың баҫып алынған биләмәләрендә нацистарҙың һәм уларҙың булышсыларының тыныс халыҡты юҡ итеү буйынса маҡсатлы һәм киң күләмле сәйәсәтен рәсми теркәгән һәм енәйәтселәрҙе яуаплылыҡҡа тарттырыу өсөн хоҡуҡи нигеҙҙәрҙе билдәләгән беренсе хоҡуҡи акт була[3].
39-сы Указ совет хоҡуҡи системаһы өсөн уникаль яза төрҙәрен индерә: «немец, итальян, румын, венгр, фин фашист яуыздары», шулай уҡ шпиондар һәм ватанға хыянат итеүселәр өсөн аҫып үлтереү аша үлем язаһы, уларҙың урындағы халыҡ араһынан булышсылары өсөн 15 йылдан 20 йылға тиклем һөргөнгә ебәреү. Был енәйәттәр буйынса эштәрҙе тикшереү хәрби-ялан судтарына йөкмәтелә.
Контексы һәм әһәмиәте
Иҫтәлекле датаны билдәләү Бөйөк Ватан һуғышы хаҡында һәм, атап әйткәндә, тыныс халыҡ фажиғәһе тураһында тарихи хәтерҙе һаҡлау буйынса дәүләт сәйәсәтенең бер өлөшө булып тора[5]. Дәүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володин һүҙҙәренсә, СССР-ҙың 13 миллиондан ашыу ябай гражданы немец-фашист баҫҡынсылығы ҡорбаны була[2].
«Геноцид иҫтәлегенә берҙәм ғәмәлдәр көнө» Рәсәй акцияһы
2021 йылдан башлап, йыл һайын 19 апрелдә Рәсәйҙә «Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында нацистар һәм уларҙың булышсылары тарафынан совет халҡының геноциды иҫтәлегенә берҙәм ғәмәлдәр көнө» Бөтә Рәсәй акцияһы үткәрелә[6]. Акция «Оҙайлылыҡ мөҙҙәте юҡ» федераль мәғрифәтселек проекты сиктәрендә ойошторола һәм баҫып алынған биләмәләрҙә нацистарҙың һәм уларҙың булышсыларының тыныс совет граждандарына ҡарата енәйәттәре тураһында тарихи дөрөҫлөктө һаҡлауға йүнәлтелгән.
Саралар бөтә ил буйлап үтә. 2022 йылда уларҙа 6,5 миллиондан ашыу кеше ҡатнаша[6][7].
Сараларҙың төп форматтары:
- Белем биреү саралары: мәктәптәрҙә, колледждарҙа һәм юғары уҡыу йорттарында геноцид темаһына арналған берҙәм дәрестәр, класс сәғәттәре һәм лекциялар үткәрелә. Дәрестәр барышында тематик видеофильмдар күрһәтелә, шул иҫәптән «Оҙайлылыҡ мөҙҙәте юҡ» циклынан, тарихи дәлилдәр һәм документтар тикшерелә[8].
- Мемориаль акциялар: төп традицияларҙың береһе булып нацист енәйәтселәренең ҡорбандарына арналған мемориалдарға һәм һәйкәлдәргә сәскә һалыу тора. Ветерандар, власть вәкилдәре һәм йәмәғәт ойошмалары ҡатнашлығында митинг-реквиемдар һәм хәтер саралары үткәрелә[9].
- Мәҙәни-мәғрифәтселек саралары: архив документтарының тематик күргәҙмәләре, тикшеренеү проекттарының презентациялары, музейҙарҙа һәм китапханаларҙа экспозициялар ойошторола. Был саралар фажиғәнең күләмен асыҡ күрһәтә һәм геноцид ҡорбандарының яҙмыштары тураһында һөйләй[10].
Акцияла уҡыусылар, студенттар, уҡытыусылар, эҙәрмәндәр, дәүләт органдары һәм киң йәмәғәтселек вәкилдәре ҡатнаша[11].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Федеральный закон от 21.04.2025 г. № 74-ФЗ. 13 апрель 2026 тикшерелгән.
- ↑ 1 2 3 Путин подписал закон о Дне памяти жертв геноцида советского народа. РИА Новости (29 декабрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 апрель 2026.
- ↑ 1 2 3 Путин подписал закон об установлении Дня памяти жертв геноцида советского народа. ТАСС (29 декабрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 апрель 2026.
- ↑ 1 2 3 Путин установил День памяти жертв геноцида советского народа. РБК (29 декабрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 апрель 2026.
- ↑ Глава НЦИП: день памяти геноцида советского народа уже укоренен в общественном сознании. 13 апрель 2026 тикшерелгән.
- ↑ 1 2 День единых действий. Без срока давности. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 апрель 2026.
- ↑ Методические рекомендации по проведению памятных мероприятий, приуроченных к 19 апреля Дню единых действий. memory45.su (19 апрель 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 апрель 2026.
- ↑ Классный час: «День единых действий, в память о геноциде советского народа...» Инфоурок. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 апрель 2026.
- ↑ Торжественное возложение цветов в рамках Дня единых действий... Администрация Велижского района (19 апрель 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 апрель 2026.
- ↑ День единых действий в память о геноциде советского народа. РИА Новости (19 апрель 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 апрель 2026.
- ↑ Закон об установлении 19 апреля Дня памяти жертв геноцида советского народа подписан президентом. Интерфакс (29 декабрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 апрель 2026.