Гангут диңгеҙ һуғышы
Гангут алышы (швед. Sjöslaget vid Hangö udd) — 1714 йылдың 27 июлендә (7 августа) Төньяҡ һуғыш барышында Балтик диңгеҙендә Гангут мороно эргәһендә рус армия флоты менән 10 суднонан торған швед отряды араһындағы диңгеҙ алышы. Был Рәсәй тарихында рус флотының тәүге диңгеҙ еңеүе була[1]. Был ваҡиға иҫтәлегенә 9 август Рәсәйҙең хәрби дан көнө булараҡ билдәләнә.
Элгәрге тарихы
1714 йылдың яҙына Финляндияның көньяҡ һәм барлыҡ үҙәк өлөшө тиерлек рус ғәскәрҙәре тарафынан яулап алына. Рәсәйгә шведтар контролендә булған Балтик диңгеҙенә сығыу мәсьәләһен тулыһынса хәл итеү өсөн швед флотын тар-мар итеү талап ителә[2].
1714 йылдың июнь аҙағында генерал-адмирал граф Ф. М. Апраксин командалығындағы рус ишкәкле флоты (99 галера, скампавей һәм ярҙамсы судно, 15 меңлек десант) Або ҡалаһындағы рус гарнизонын көсәйтеү өсөн ғәскәр төшөрөү маҡсатында Гангуттың көнсығыш яр буйында (Тверминне бухтаһында) туплана (Гангут морононан 100 саҡрым төньяҡ-көнбайышта). Рус судноларының юлын Густав Ваттранг командалығындағы швед флоты (15 линия карабы, 3 фрегат, 2 бомбардир карабы һәм 9 галера) быуа[3].
Пётр I тактик манёвр ҡуллана: галераларҙың бер өлөшөн ярымутрауҙың Гангуттан төньяҡтараҡ урынлашҡан 2,5 саҡрымлыҡ муйыны аша сығарыу өсөн күсерә[4]. Ниәтен тормошҡа ашырыу өсөн ул һөйрәгес ағас түшәмә эшләргә бойора. Быны белеп ҡалғас, Г. Ваттранг ярымутрауҙың төньяҡ ярына караптар отрядын (18 пушкалы «Элефант» прамы, 6 галера, 3 шхербот) ебәрә. Отрядты контр-адмирал Н. Эреншёльд етәкләй. Вице-адмирал Лиллье етәкселегендәге икенсе отрядты (8 линия карабы һәм 2 бомбардир карабы) ул рус флотының төп көстәренә һөжүм итеү өсөн ҡулланырға ҡарар итә.
Алыш
Пётр бындай ҡарарҙы күҙаллаған була һәм дошман көстәренең бүленеүенән файҙалана. 26 июль (6 август) иртәһе елһеҙ була, шуға швед елкәнле караптары маневрлылығын юғалта. Командор М. Х. Змаевич командалығындағы рус флотының авангарды (20 карап) швед караптарын, уларҙың ут алыҫлығы етмәҫлек аранан урап үтеп, алға бара. Уның артынан икенсе отряд та (15 карап) үтә. Шулай итеп, һөйрәгес кәрәкмәй ҙә. Змаевич отряды Лаккиссер утрауы янында Эреншёльд отрядын ҡамай. Урап үткән ваҡытта «Конфай» галераһы (скампавей) һайлыҡҡа ултыра һәм 232 кеше шведтар тарафынан әсир алына[5].
Башҡа рус караптары отрядтары ла шул уҡ юл менән алға үтеүен дауам итер тип уйлап, Ваттранг Лиллье отрядын кире саҡырта, шулай итеп яр буйы фарватеры асыҡ ҡала. Бынан файҙаланып, Апраксин ишкәкле флоттың төп көстәре менән яр буйы фарватеры буйлап үҙенең авангардына йырып сыға. 27 июль (7 август) көндөҙгө сәғәт 2-лә 23 караптан торған рус авангарды, Эреншёльдтың утрауҙың эскә бөгөлгән һыҙаты буйынса теҙгән һәм флангылары утрауға терәлгән отрядына һөжүм итә. Тәүге ике һөжүмде шведтар кире ҡаға. Өсөнсө һөжүм швед отрядының фланг караптарына ҡаршы йүнәлтелә, был дошманды артиллерия өҫтөнлөгөн ҡулланыу мөмкинлегенән мәхрүм итә. Тиҙҙән улар абордажға эләгә һәм баҫып алына. Пётр I абордаж һөжүмендә шәхсән ҡатнаша, моряктарға батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өлгөһө күрһәтә. Аяуһыҙ алыштан һуң швед флагманы — «Элефант» прамы бирелә. Эреншёльд отрядының бөтә 10 карабы әсирлеккә алына. Швед флоты көстәренең бер өлөшө Аланд утрауҙарына ҡасып өлгөрә.
Гангут ярымутрауы янындағы еңеү рус регуляр флотының тәүге ҙур еңеүе була. Ул уға Фин һәм Ботник ҡултығында ирекле хәрәкәт, Финляндиялағы рус ғәскәрҙәренә һөҙөмтәле ярҙам күрһәтеү мөмкинлеген бирә. Гангут алышында рус командованиеһы шведтарҙың линия елкәнле флотына ҡаршы көрәштә ишкәкле флоттың өҫтөнлөгөн ҡыйыу файҙалана, флот көстәренең һәм ҡоро ер ғәскәрҙәренең берлектәге эшмәкәрлеген оҫта ойоштора, тактик хәлгә һәм һауа торошо үҙгәрешенә әҙер була, дошмандың манёврын алдан күҙаллап, уны үҙенең тактикаһына буйһондора. Шулай уҡ Гангут алышы флот тарихында абордаж алышы хәл иткес роль уйнаған ҙур алыштарҙың һуңғыларының береһе була.
Был алыш өсөн Пётр I вице-адмирал дәрәжәһенә күтәрелә.
1714 йылдың сентябрендә Петербургта Гангут еңеүе уңайынан тантаналар үтә. Еңеүселәр фил өҫтөндә ултырған бөркөт һүрәтләнгән триумфаль арка аҫтынан үтә («Elefant» рус теленә «фил» тип тәржемә ителә). Унда: «Рус бөркөтө себен тотмай» тип яҙылған була[6].
«Элефант» хәрби хәрәкәттәрҙә башҡа ҡатнашмай, ә икенсе трофей суднолар менән бергә Заячий утрауын төньяҡтан урап үткән (хәҙерге Артиллерия музейы һәм Петропавловск ҡәлғәһе араһында) Кронверк боғаҙында тора. 1719 йылда батша "Элефант"ты ремонтларға, 1724 йылда Кронверк гаваненә һөйрәп сығарырға һәм хәрби трофей итеп мәңге һаҡларға бойора. Әммә 1737 йылға прам серей һәм уны утын итеп тотоналар[7].
Яҡтарҙың юғалтыуҙары
Алыш барышында шведтарҙың 361 кешеһе һәләк була (шул иҫәптән 9 офицер), 350-һе яралана, ҡалғандары әсирлеккә алына[8].
Рустар яғынан 127 кеше һәләк була, шуларҙың 8-е штаб- һәм обер-офицер, 101-е — урядник һәм рядовой, 1 «хеҙмәттә булмаған» кеше, 14-е кесе чинлы моряк[9]. Яралылар — 342 кеше (ҡайһы бер полктарҙың тулы булмаған мәғлүмәттәре буйынса, яраларҙан үлгән 55 кеше билдәле, шул иҫәптән бер обер-офицер)[10]. Алышта һәләк булған һәм яраларҙан үлгән офицерҙар бөтәһе 12 (улар араһында дәрәжәһе буйынса өлкәне — Рязань полкы полковнигы Иван Равенштейн)[11].
Гангут алышы хөрмәтенә аталған караптар
- «Гангут» — Рус флотының һыуға 1719 йылда төшөрөлгән елкәнле линия карабы.
- «Гангут» — Рус флотының һыуға 1825 йылда төшөрөлгән елкәнле линия карабы.
- «Гангут» — Рус флотының һыуға 1890 йылда төшөрөлгән броненосецы.
- «Гангут» — Рус һәм совет флотының һыуға 1911 йылда төшөрөлгән линкоры.
- «Гангут» — совет һәм Рәсәй флотының 1886У проекты уҡыу карабы.
Хәтер
- Пётр I йыл һайын 27 июлдә Гангут еңеүе көнөн тантаналы ғибәҙәттәр, диңгеҙ парадтары һәм фейерверктар менән билдәләргә бойора. Шулай итеп был көн Рәсәй хәрби флотының үҙенсәлекле байрамына әүерелә. Һуңыраҡ Гангут еңеүен байрам итеү тик тантаналы ғибәҙәт менән сикләнә, әммә XIX быуат уртаһынан 27 июлдә флагтар менән биҙәлгән караптар парадтары үткәрелә һәм орудие салюттары яңғырай башлай. Был традиция 1917 йылғы Октябрь революцияһынан һуң өҙөлә, әммә 1939 йылдан Хәрби-Диңгеҙ флоты көнө байрам ителә (хәҙерге Рәсәйҙә ул июлдең һуңғы йәкшәмбеһендә билдәләнә)[12].
- Гангут һәм Гренгам янындағы еңеүҙәр иҫтәлегенә (төрлө йылдарҙа бер үк көндә — изге Пантелеимон көнөндә яуланған) Санкт-Петербургта Пантелеимон сиркәүе төҙөлә. Хәҙерге бинаһы — 1735—1739 йылдарҙа, Пётр I заманында төҙөлгән иҫкеһе урынына һалына. 1914 йылда Император Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте инициативаһы менән Пантелеимон сиркәүенең фасадына Гангут һәм Гренгам янында һуғышҡан полктар исемлеге яҙылған мәрмәр мемориаль таҡтаташтар беркетелә (Сиркәү ҡаршыһында, Пестель урамындағы 11-се йорттоң мөйөшөндә, шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Ханконы (Гангуттың хәҙерге атамаһы) һаҡлаусылар хөрмәтенә иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған).
- «Полтава» карабы һәйкәленең уң яғында (Воскресенская яр буйы, Чернышевский проспекты башы, Санкт-Петербург ҡалаһы) Маврикий Бакуа гравюраһы буйынса «БАТАЛІА БЛИЗЪ ГАНГУТА» барельефы ҡуйылған.
- Еңеү хөрмәтенә «Гангут янындағы еңеү өсөн» миҙалы сығарыла.
- Пантелеимон сиркәүе бинаһында Балтик диңгеҙендә Пётр заманындағы галера һәм елкәнле флот алыштары, рус яугирҙарының Төньяҡ һуғышындағы батырлығы һәм Бөйөк Ватан һуғышы башында Ханко ярымутрауын обороналауҙа моряктарҙың ҡаһарманлығы тураһында экспозиция асыла.
- 1914 йылда Гангут алышының 200 йыллығына «Гангут янындағы диңгеҙ алышының 200 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы сығарыла.
- Алыштың 200 йыллығына Санкт-Петербург аҡса һуғыу йорто юбилей һумдары сығара. Тираж 30,1 мең дана була. Тираждың ҙур өлөшө юҡ ителә, был ҡалған тәңкәләрҙе һирәк осрай торғандар кимәленә күтәрә[13].
- 2007 йылдың 5 авгусында Петергофта 1700—1721 йылдарҙағы Төньяҡ һуғышында рус флотының еңеүҙәренә арналған байрам үтә. Ул «Гангут һәм Гренгам көнө» тип атала[14].
Хәрби дан көнө
1995 йылдың 13 мартындағы «Рәсәйҙең хәрби дан көндәре һәм иҫтәлекле даталары тураһында» № 32-ФЗ Федераль закон менән 9 август — Рәсәй тарихында Пётр Беренсе етәкселегендәге рус флотының Гангут мороно янында шведтарҙы еңгән тәүге диңгеҙ еңеүе көнө хәрби дан көнө итеп билдәләнә[15].
Тәңкәләрҙә һәм почта маркаларында
Иҫкәрмәләр
- ↑ Гангутское морское сражение / Потехин А. А. // Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
- ↑ Гангутское сражение: начало победного шествия российского флота (20210807T1000). 21 май 2025 тикшерелгән.
- ↑ 1714 – Гангутское сражение – первая победа русского флота. Культурно-просветительский проект, посвященный Году защитника Отечества и 80-летию Победы.. Кронштадт.рф. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 май 2025.
- ↑ Хорошавин, Сергей. Сражение при Гангуте. Как Петр Первый шведов на абордаж взял. 21 май 2025 тикшерелгән.
- ↑ 6 августа 1714 года в ходе Северной войны состоялось Гангутское сражение - Российское историческое общество. historyrussia.org. Российское историческое общество. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 май 2025.
- ↑ Гангутское сражение: первая победа русского флота. 21 май 2025 тикшерелгән.
- ↑ Эпоха Петра I, войны с Турцией, Северная война, войны с Персией. Архивная копия от 18 май 2015 на Wayback Machine
- ↑ Нехай Р. Ш. Морская победа пехотных полков. // Военно-исторический журнал. — 2014. — № 10. — С.58-62.
- ↑ Кротов П. А. Гангут: сражение и корабли. — СП.: Издательство «Галлея Принт», 2013. — С.162—166, 193—201.
- ↑ Нехай Р. Ш. Морская победа пехотных полков. // Военно-исторический журнал. — 2014. — № 10. — С.62.
- ↑ Кочеров В., Столяров И. Павшие в сражениях на море. // Морской сборник. — 1992. — № 7. — С.93.
- ↑ День Военно-морского флота РФ // ria.ru (28 июля 2013 года). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 ғинуар 2022. Архивировано 6 июль 2018 года.
- ↑ Рубль 1914 года 200-летие Гангутского сражения - подробная информация, описание монеты. www.russian-money.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 июль 2019. Архивировано 29 июль 2019 года.
- ↑ В Петербурге отметили день Гангута и Гренгама // Деловой Петербург. — СПб., 2007. — ISSN 1606-1829. Архивировано 5 март 2016 года.
- ↑ Федеральный закон от 13 марта 1995 г. № 32-ФЗ «О днях воинской славы и памятных датах России». Kremlin.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 февраль 2022. Архивировано 26 ноябрь 2021 года.
Әҙәбиәт
- Гангутское морское сражение // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
Гончаров В. Г. Гангутский бой 27 июля 1714 г. — [Санкт-Петербург], 1914.- Кротов П. А. Гангутская баталия 1714 года. — СПб.: Лики России, 1996. — 248 с. — 2 000 экз. — ISBN 5-87417-024-3.
Һылтанмалар
Кротов, П. А. Гангутская баталия 1714 года: основные итоги изучения и исследовательские задачи на современном этапе: [видеолекция] / Кротов Павел Александрович, доктор исторических наук, профессор исторического факультета СПбГУ, академик Академии военно-исторических наук; [Президентская библиотека им. Б. Н. Ельцина, Отдел образовательных программ]. — Санкт-Петербург: Президентская библиотека, 2014.- Vyborg and Gangut (инг.)
- Article 'Slaget vid Rilax' in magazine 'Fanbäraren' (фин.)
- Nordisk familjebok, Volume 7 (1907), Column 17, Nils Ehrenschiöld (норв.)