Хәтер һәм ҡайғы көнө

Хәтер һәм ҡайғы көнө (рус. День памяти и скорби) — элекке СССР составына ингән ҡайһы бер илдәрҙә йыл һайын 22 июндә билдәләнгән, ял көнө булып тормаған дата. 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы менән бәйле[1].

Был көндө фронтта һәм тылда һәләк булған, оккупацияланған биләмәләрҙә үлтерелгән һәм концлагерҙарҙа язаланған 26 миллион 600 мең совет гражданын иҫкә алалар, шулай уҡ ветерандарға, подпольщиктарға, партизандарға, тыл хеҙмәтсәндәренә һәм һуғыш афәтен кисергән граждандарға ихтирам күрһәтәләр[2]. Рәсәйҙә Мәскәү ваҡыты буйынса 12:15 сәғәттә дөйөм милли бер минут тынлыҡ иғлан ителә[3].

Тарихы

1941 йылдың 22 июнендә иртәнге сәғәт 4-тә, 1939 йылғы һөжүм итмәү тураһындағы пактты боҙоп, һуғыш иғлан итмәйенсә, нацистик Германия һәм уның союздаштары ғәскәрҙәре (яҡынса 190 дивизия) көтмәгәндә Советтар Союзының Ҡара диңгеҙҙән Балтик диңгеҙенә тиклемге бөтә көнбайыш сиге буйлап һөжүм башлай.

Тәү сиратта һөжүмгә СССР-ҙың стратегик объекттары (тимер юл үҙәктәре, аэродромдар һәм хәрби-диңгеҙ базалары), шулай уҡ Киев, Рига, Каунас, Виндава, Либава, Шауляй, Вильнюс, Минск, Гродно, Брест, Барановичи, Бобруйск, Житомир, Севастополь һәм башҡа ҡалалар дусар була. Сик буйы нығытмалары һәм сик буйы тирәһендә урынлашҡан совет ғәскәрҙәре артиллерия орудиеларынан утҡа тотола. Иртәнге сәғәт 5-6-ла немец-фашист ғәскәрҙәре СССР-ҙың дәүләт сиген аша сыға.

22 июндә көндөҙ Советтар Союзы радиоэфирында СССР-ҙың сит ил эштәре халыҡ комиссары Вячеслав Молотовтың мөрәжәғәтнамәһе яңғырай, ул Коммунистик партияның Үҙәк Комитеты һәм Совет хөкүмәте исеменән фашистик Германияның илгә һөжүм итеүе тураһында хәбәр итә, быны «цивилизациялы халыҡтар тарихында иҫ киткес мәкер» тип билдәләй. Был телмәрҙә тәүге тапҡыр: «Беҙҙең эшебеҙ хаҡ. Дошман тар-мар ителәсәк. Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ», — тигән белдереү яһала[4].

undefined

Рәсми хөкүмәт хәбәренән һуң СССР Юғары Советы Президиумының 1905 йылдан 1918 йылға тиклемге осорҙа тыуған граждандарҙы мобилизациялау тураһындағы Указы баҫылып сыға.

1941 йылдың 23 июнендә СССР Ҡораллы Көстәренең Баш командование ставкаһы булдырыла. Уны оборона халыҡ комиссары, Советтар Союзы маршалы Семён Тимошенко етәкләй.

1941 йылдың 3 июлендә Иосиф Сталин СССР граждандарына мөрәжәғәт менән сығыш яһай: «Иптәштәр! Граждандар! Ағайҙар һәм һеңлеләр! Беҙҙең армия һәм флот яугирҙары! Һеҙгә мөрәжәғәт итәм, дуҫтарым. Гитлер Германияһының Тыуған илебеҙгә 22 июндә башланған мәкерле хәрби һөжүме дауам итә. […] Бөтә көсөбөҙҙө беҙҙең героик Ҡыҙыл Армияға, данлы Ҡыҙыл Флотыбыҙға ярҙам итеүгә йүнәлтәбеҙ! Халыҡтың бөтә көсөн дошманды тар-мар итеүгә йүнәлтәбеҙ! Алға, беҙҙең еңеү өсөн!»[4].

Һуғыштың тәүге айҙарында һәм июль уртаһына тиклем сик буйы алыштарында Ҡыҙыл Армия ҙур юғалтыуҙар кисерә: 850 меңгә яҡын кеше һәләк була йәки яралана, 9,5 мең орудие юҡ ителә, 6 меңдән ашыу танк сафтан сығарыла, 3,5 меңгә яҡын самолёт ҡыйратыла. Бынан тыш, миллионға яҡын кеше әсирлеккә эләгә.

Немец ғәскәрҙәре 300-ҙән 600 километрға тиклем ил төпкөлөнә үтеп инә. Алыштар һөҙөмтәһендә улар 100 меңгә яҡын һалдатын юғалта, шулай уҡ бронетехникаһының 40 проценты һәм 950 самолёты юҡ ителә. Әммә СССР-ҙың Европа өлөшөн бер нисә ай эсендә баҫып алыуҙы күҙ уңында тотҡан йәшен тиҙлегендәге һуғыш планы уңышһыҙлыҡҡа осрай[5].

Һуғыш 1418 көн дауам итә. СССР-ҙың дөйөм мәңгелек юғалтыуҙары 26 миллион 600 мең кеше тәшкил итә, шуларҙың 8 668 400-ы — армияға, 13 684 000-дән ашыуы тыныс халыҡҡа (7 420 370 кеше оккупацияланған биләмәләрҙә аңлы рәүештә юҡ ителә, 4 100 000 кеше оккупацияла — аслыҡтан һәм ауырыуҙарҙан, 2 164 313 кеше Германияла мәжбүри эштәрҙә вафат була) тура килә[5].

undefined

Иҫтәлекле датаны булдырыу

22 июнь һәр ваҡыт һуғыш башланыуын хәтерләткән көн булып ҡалһа ла, айырым, дәүләт тарафынан билдәләнгән иҫтәлекле дата булмай. 1992 йылда ғына, РФ Юғары Советы Президиумы үҙенең ҡарары менән 22 июнде Ватанды һаҡлаусыларҙы иҫкә алыу көнө тип иғлан иткәс, рәсми статусы барлыҡҡа килә.

undefined

1996 йылдың 8 июнендә Рәсәй президенты Борис Ельцин был көндө «Хәтер һәм ҡайғы көнө» тип билдәләгән указға ҡул ҡуя[6].

2007 йылдың 24 октябрендә 22 июнь 1995 йылдың 13 мартындағы 32-се федераль закон менән билдәләнгән Рәсәйҙең хәрби дан көндәре һәм иҫтәлекле даталары исемлегенә индерелә[7].

2020 йылда бер минутлыҡ тынлыҡтың берҙәм ваҡыты — Мәскәү ваҡыты менән 12:15 сәғәттә — булдырылған дөйөм Рәсәй йолаһы индерелә[8].

Йолалар

Рәсәйҙә

Хәтер һәм ҡайғы көнөндә Рәсәй биләмәһендә административ биналарҙа дәүләт флагтары төшөрөлә[9]. Мәҙәниәт учреждениеларында, телевидениела һәм радиола 22 июндә күңел асыу саралары һәм тапшырыуҙары туҡтатып торола. Ил етәкселәре Мәскәүҙә Александров баҡсаһында Билдәһеҙ Һалдат Ҡәберенә матәм веноктары һала[6].

Рәсәй халҡы һуғыш башланыуын бер минут тын ҡалып һәм ҡыңғырауҙар сыңлағанда иҫкә ала. Күп ҡалаларҙа тәүге иҫтәлекле саралар теүәл таңғы сәғәт 4-тә — һуғыш башланған сәғәттә үткәрелә[6]. Мәскәү ваҡыты менән 12:15 сәғәттә «Бөтә Рәсәй тынлыҡ минуты» була: телевидениела һәм радиола трансляциялар туҡтатыла, кешеләрҙе, туҡтап, һәләк булғандарҙы иҫкә алырға саҡырыла[10].

1996 йылдан Мәскәү үҙәгендә Александров баҡсаһындағы Мәңгелек ут янында йыл һайын «Хәтер вахтаһы. Мәңгелек ут» асыҡ патриотик акцияһы үткәрелә. Акция барышында һәр ҡатнашыусы совет халҡының һуғыш йылдарындағы батырлығына хөрмәт билдәһе итеп хәтер шәмен тоҡандыра. 2015 йылда акция рәсми рәүештә дөйөм Рәсәй акцияһына әйләнә һәм герой-ҡалаларҙа һәм хәрби дан ҡалаларында берҙәм стандарт буйынса үтә[6].

2009 йылдан алып йыл һайын 21 июндән 22-һенә ҡарай төндә «Хәтер шәме» Бөтә Рәсәй мемориаль акцияһы үткәрелә. Ҡалалар һәм ауылдар халҡы шәмдәр тоҡандыра һәм Бөйөк Ватан һуғышына арналған мемориалдар һәм һәйкәлдәр янына урынлаштыра. Хәтер вахталары Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә лә үтә. «Еңеү ирекмәндәре» Бөтә Рәсәй йәмәғәт хәрәкәте вәкилдәре акцияны техник яҡтан ойоштороуҙа ярҙам итә[11]. Шулай уҡ Деньпамяти.рф сайтында ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында быны шәхсән эшләй алмағандар виртуаль хәтер шәмен ҡабыҙа. Мәскәүҙә «Хәтер һыҙаты» акцияһы үтә, уның барышында «Музеон» сәнғәт паркының Ҡырым яр буйында һуғыштың һәр көнөн сағылдырған 1418 шәм тоҡандырыла[12].

undefined

Йыл һайын һуғыш башланған көн алдынан «Хәтер поезы» йәштәр-патриотик акцияһы башлана. Мәскәүҙән һәм Санкт-Петербургтан Минск һәм Брестҡа поездар юлға сыға. Йола буйынса 22 июндә таңғы сәғәт 4-тә Брест ҡәлғәһендә мемориаль комплекстың Тантаналар майҙанында «Бөйөк йылдарға табынайыҡ» митинг-реквиемы башлана. Йыл һайын Буг йылғаһы һыуҙарына йәштәр мемориалдың мәңгелек утынан ҡабыҙылған шәмдәр ултыртылған веноктар төшөрә[6].

Бөтә Рәсәй буйлап митингылар, хәтер кисәләре, батырлыҡ дәрестәре, патриотик концерттар, күргәҙмәләр һәм кино күрһәтеүҙәр үтә. Эҙәрмәндәр отрядтары һәм ирекмәндәр «Ҡыҙыл ҡәнәфер», «Хәтер баҡсаһы», «Еңеүселәр хыялдары» акцияларын һәм тарихи хәтерҙе һаҡлауға йүнәлтелгән башҡа саралар үткәрә[11].

Ғибәҙәтханаларҙа һәләк булғандарға бағышлап йыназа ғибәҙәт ҡылыуҙары һәм литиялар уҙғарыла[13].

undefined

Башҡортостан

Рәсәй төбәктәрендә, Башҡортостанда ла, Хәтер һәм ҡайғы көнө билдәләнә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостандан 700 меңдән ашыу кеше илде һаҡларға сафҡа баҫа, шуларҙың 300 меңдән ашыуы һәләк була[14].

Хәтер һәм ҡайғы көнө хаҡында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙып сыға. Хәтер һәм ҡайғы көнө алдынан республикала меңәрләгән шәм тоҡандырылды, был көндәрҙә һәләк булған геройҙарыбыҙҙы иҫкә алабыҙ, һуғышта һәләк булғандарҙың барыһы алдында ла баш эйәбеҙ, тип билдәләй ул[15].

Башҡортостан етәкселеге Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарын иҫкә ала. 2026 йылдың 22 июнендә, Бөйөк Ватан һуғышы башланыуҙың 85 йыллығы көнөндә, премьер-министр Андрей Назаров етәкселегендәге БР хөкүмәте ағзалары «Фронтҡа киткән яҡташтарға» мемориалына сәскә һала, матәм сараларында ҡатнаша[16].

2026 йылдың 22 июнендә өфөләр һәм ирекмәндәр тыныс күк йөҙө өсөн рәхмәт йөҙөнән тыл хеҙмәтсәндәренә ҡуйылған һәйкәл янында меңәрләгән шәм тоҡандыра. Иртәнге сәғәт дүрттә Еңеү паркында ла халыҡ күп була[17].

2026 йылдың 22 июнендә Башҡортостан Республикаһының хәрби комиссары, полковник Михаил Блажевич саҡырыуы буйынса, протоиерей Александр Данилов Өфө ҡалаһының Сергий зыяратында Хәтер һәм ҡайғы көнөнә арналған митингта ҡатнаша, һуңынан Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булғандар иҫтәлегенә мемориалындағы һалдат һәйкәленә сәскә һалалар[18].

Башҡа илдәрҙә

Белоруссия

Беларусь Республикаһында 22 июнь Бөйөк Ватан һуғышы һәм белорус халҡының геноциды ҡорбандарын бөтә халыҡ иҫкә алыу көнө булараҡ билдәләнә. Ил буйлап һәләк булған яугирҙар һәм геноцид ҡорбандары иҫтәлегенә Бөтә Белоруссия тынлыҡ минуты иғлан ителә. Белорус дәүләт Бөйөк Ватан һуғышы тарихы музейы ул осорҙағы ҡомартҡыларҙың һәм документтарҙың үҙәк һаҡлағысы булып тора[19][20].

undefined

Ҡаҙағстан

Ҡаҙағстанда илдең бөтә төбәктәрендә Хәтер һәм ҡайғы көнө билдәләнә. Хәрби дан мемориалдарына сәскәләр һәм веноктар һалына, һуғышта һәләк булғандарҙың иҫтәлегенә шәмдәр ҡабыҙыла. Иҫкә алыу йолалары шулай уҡ патриотик митингылар һәм һәләк булғандарҙың хәтерен мәңгеләштереү буйынса акцияларҙы үҙ эсенә ала[21][22].

Ҡырғыҙстан

Ҡырғыҙстанда Хәтер һәм ҡайғы көнө «Тыныслыҡ хаҡына хәтер» халыҡ-ара акцияһы сиктәрендә билдәләнә. Бишкәктә Евразия халыҡтары ассамблеяһы һәм Ҡырғыҙстан халҡы ассамблеяһы вәкилдәре Еңеү мемориалына сәскә һала һәм һәләк булғандарҙы бер минут тын ҡалып иҫкә ала[23].

2024 йылда Бишкәктә Д. Д. Шостаковичтың 7-се (Ленинград) симфонияһы моңо аҫтында Еңеү блокадасылары һәм ирекмәндәре һуғыш көндәре һаны буйынса скрипка һүрәте һәм «Йәшәү хаҡына 7-се симфония» тигән яҙыу рәүешендә 1418 шәм тоҡандыра[21].

Әрмәнстан

Әрмәнстанда Хәтер һәм ҡайғы көнө Еревандың Еңеү паркында билдәләнә. Рәсәй һәм Белоруссия илселектәре, Россотрудничество, ветерандар берләшмәләре һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре Билдәһеҙ Һалдат Ҡәберенә веноктар һәм сәскәләр һала. Әрмәнстан шулай уҡ «Хәтер шәмдәре» халыҡ-ара акцияһында ҡатнаша[21][24].

Тажикстан

Тажикстанда 22 июндә «Хәтер йондоҙо» акцияһы һәм Хәтер һәм ҡайғы көнөнә арналған митинг үтә[25]. Коллектив хәүефһеҙлек тураһындағы договор ойошмаһының (ОДКБ) Парламент Ассамблеяһы Секретариаты вәкилдәре шулай уҡ хәтер монументтарына веноктар һәм сәскәләр һала[21].

Иҫкәрмәләр

  1. Федеральный закон от 13 марта 1995 г. № 32-ФЗ «О днях воинской славы и памятных датах России». Kremlin.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 июнь 2026. Архивировано 26 ноябрь 2021 года.
  2. День памяти и скорби — день начала Великой Отечественной войны. РИА "Новости" (22 июнь 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 июнь 2026.
  3. Трагическая дата, которую нельзя забывать: как 22 июня 1941 года навсегда изменило мир (2 июнь 2026). 23 июнь 2026 тикшерелгән.
  4. 1 2 "Братья и сестры": как Сталин готовил знаменитое обращение к народам СССР. ТАСС (2 июль 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 июнь 2026.
  5. 1 2 День памяти и скорби – день начала Великой Отечественной войны (1941 год). 23 июнь 2026 тикшерелгән.
  6. 1 2 3 4 5 День памяти и скорби. Росгвардия (15 июнь 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 июнь 2026.
  7. Федеральный закон от 13.03.95 N 32-ФЗ — Редакция от 29.12.2025 — Контур.Норматив. normativ.kontur.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 июнь 2026.
  8. День памяти и скорби 22 июня (22 июнь 2025). 23 июнь 2026 тикшерелгән.
  9. Константин Николaев. День памяти и скорби 2026: дата начала Великой Отечественной войны, история и традиции даты (12 ноября 2025). 23 июнь 2026 тикшерелгән.
  10. День памяти и скорби 22 июня в 2026 году: дата начала ВОВ, мероприятия и акции, история. vesti.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 июнь 2026.
  11. 1 2 Общие методические рекомендации по организации и проведению мероприятий, приуроченных ко Дню памяти и скорби. Администрация Смоленской области (15 июнь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 июнь 2026.
  12. В Москве пройдут акции по сохранению памяти о Великой Отечественной войне. ТАСС (20 июнь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 июнь 2026.
  13. Трагическая дата, которую нельзя забывать: как 22 июня 1941 года навсегда изменило мир (2 июнь 2026). 23 июнь 2026 тикшерелгән.
  14. Вклад тружеников тыла Башкортостана в Великую Победу. Управление по делам архивов Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 июнь 2026.
  15. Лейла Аралбаева. Глава Башкирии напомнил о значении Дня памяти и скорби. Башинформ (22 июнь 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 июнь 2026.
  16. Мария Сныткина. Руководство Башкирии почтило героев Великой Отечественной войны в День скорби. Республика Башкортостан (22 июнь 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 июнь 2026.
  17. В Башкирии отмечается День памяти и скорби. БАШ.ньюс (22 июнь 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 июнь 2026.
  18. День памяти и скорби на Сергиевском кладбище. Уфимская епархия (22 июнь 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 июнь 2026.
  19. Мильто, Полина. День всенародной памяти жертв Великой Отечественной войны и геноцида белорусского народа (21 июнь 2026). 23 июнь 2026 тикшерелгән.
  20. О геноциде белорусского народа. Академия управления. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 июнь 2026.
  21. 1 2 3 4 День памяти и скорби — начало Великой Отечественной войны. Парламентская Ассамблея ОДКБ (22 июнь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 июнь 2026.
  22. В Казахстане в День памяти и скорби возлагают цветы и зажигают свечи. ТАСС (22 июнь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 июнь 2026.
  23. Мемориальная акция «Память во имя мира», 22 июня, Бишкек. 23 июнь 2026 тикшерелгән.
  24. В День памяти и скорби памятную акцию провели в парке Победы Еревана. МИР 24. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 июнь 2026.
  25. В Душанбе прошел митинг, посвященный Дню памяти и скорби (22 июнь 2024). 23 июнь 2026 тикшерелгән.

Тема буйынса өҫтәмә