Молотов Вячеслав Михайлович
Молотов Вячеслав Михайлович (төп фамилияһы Скрябин (9 март 1890 йыл — 8 ноябрь 1986 йыл) — урыҫ революционеры, совет сәйәси һәм дәүләт эшмәкәре. СССР Халыҡ Комиссарҙары Советы рәйесе (1930—1941), халыҡ комиссары, СССР-ҙың сит ил эштәре министры (1939—1949, 1953—1956). ВКП(б)-ның һәм КПСС-тың юғары етәкселәренең береһе (1921—1957). Социалистик Хеҙмәт Геройы. СССР-ҙың I—IV саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
Бала сағы һәм үҫмер йылдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Вячеслав Михайлович Молотов Вятка губернаһы (хәҙерге Киров өлкәһенең Советск ҡалаһы) Яран өйәҙенең Кукарка биҫтәһендә Скрябиндар ғаиләһендә өсөнсө бала булып тыуған. Атаһы — Михаил Прохорович Скрябин (1860—1923), Нолинск ҡалаһы мещаны, Кукаркала приказчик була. Олатаһы — Прохор Наумович (1823—1908 йәки 1909). Әсәһе — Небогатикова Анна Яковлевна (1863—1921) Нолинск ҡалаһындағы сауҙагәрҙәр ғаиләһенән. Ғаиләлә ун бала тыуған (Михаил, Виктор, Николай (композитор Нолинский), Зинаида, Владимир, Вячеслав, Сергей), тағы өс бала иртә йәшендә вафат була[8].
Вячеслав мәктәптә уҡыған саҡта скрипкала уйнаған һәм шиғырҙар яҙған. 1902 йылдан алып 1908 йылға тиклем өлкән ағаһы менән Ҡаҙан реаль училищенда уҡый. Ул йылдарҙа Ҡаҙан йәштәренең күпселеге радикаль ҡарашта була. Вячеслав марксистик әҙәбиәтте өйрәнеү буйынса үҙ аллы белем алыу түңәрәгенә инә.Бында ул бай сауҙагәр һәм ҙур мөлкәтле нәҫелдән булған Виктор Тихомирнов менән таныша[9], Тихомирнов 1905 йылда Ҡаҙанда большевиктар төркөмөнә инә. Уның артынса Скрябин да 1906 йылдың йәйендә РСДРП-ға инә һәм уҡыусыларҙың йәшерен революцион ойошмаһын булдырыуҙа ҡатнаша[10][11].
1909 йылда революцион эшмәкәрлеге өсөн ҡулға алына һәм Вологдаға һөргөнгә ебәрелә[10]. 1911 йылда иреккә сығарыла. Реаль училищеһы өсөн имтихандарҙы экстерн рәүешендә тапшырып, шул уҡ йылда Санкт-Петербург политехник институтына уҡырға инә һәм 1916 йылға тиклем иҡтисади факультетында уҡый. «Мин бик аҙ шөғөлләнә инем, ләкин үҙ өҫтөмдә минең шәхси эшем ҙур әһәмиәткә эйә», — тип хәтерләй ул[12]. Партия эшен Петербургта һәм Мәскәүҙә алып бара.
Бында ул 1912 йылда беренсе легаль большевистик гәзите — «Правда» сыға башлай. Гәзит эшенә Вячеслав Скрябинды Тихомирнов йәлеп итә, ул гәзит кәрәк-яраҡтарына ҙур ғына күләмдә аҡса ла бирә[10]. Бында В. М. Молотов редакция секретары булып 1912—1913 йылдарҙа эшләй. Ошонда уҡ ул большевиктар лидерҙарының береһе — Иосиф Сталин менән таныша[13].
1914 йылдың көҙөнән Мәскәүҙә Беренсе донъя һуғышы башында ябылған партия ойошмаһын тергеҙеү өҫтөндә эшләй башлай. Әммә 1915 йылда ҡулға алына һәм өс йылға һөргөнгә Иркутск губернаһына ебәрелә, 1916 йылда ҡаса. Шул уҡ йылда РСДРП-ның Үҙәк комитеты Урыҫ бюроһы ағзаһы булып китә[11] һәм уның өс кешенән торған етәкселеге составына инә.
Һуғыш йылдарында армияға саҡырылыуҙан төрлө юлдар менән ситләшә[14].
1915 йылда Вячеслав Скрябин партия псевдонимы итеп Молотов псевдонимын ҡуллана башлай (XX быуат башында ошо уҡ псевдонимды «Осҡон» һәм «Заря» гәзиттәренең хеҙмәткәре һәм халыҡ-ара социал-демократик хәрәкәте эшмәкәре Александр Львович Парвус ҡулланған[15]).
Молотовтың ейәне, тарихсы һәм политолог В. А. Никонов әлеге псевдонимдың алыу сәбәптәрен асып бирә:
…Молотов — был бик пролетарса, индустриалләрсә яңғырай, интеллигенциянан сыҡҡан партиялыларҙы өнәп етмәгән эшселәргә оҡшарға тейеш. Икенсе сәбәбе — бик ябай. Ҡартатайға уны әйтергә еңелерәк була. Скрябин һүҙендә бер-бер артлы килгән өс тартынҡы өндәр уны, бигерәк тә тулҡынланған саҡта, тотлоғорға мәжбүр иткән.— [16]
1917 йылдың 27 февраленә ҡараған төндә Петроград Советы ултырышында тәүге тапҡыр Молотов булараҡ сығыш яһай[17]. Шул уҡ йылдың 4 мартында РСДРП-ның Үҙәк Комитетының Урыҫ бюроһы ҡарары буйынса Вячеслав Молотов «Правда» гәзите редакцияһына индерелә, шул уҡ йылдың март айында — Петроград советы исполкомы делегаты һәм ағзаһы, РСДРП(б)-ның Петроград комитета ағзаһы итеп һайлана. Февраль революцияһы ваҡытында Молотов революцияны киңәйтеү яҡлы була һәм Ваҡытлы хөкүмәткә ҡаршы сығыш яһай.
Петроград ойошмаһынан РСДРП(б-ның Бөтә Рәсәй VII (апрель) конференцияһында ҡатнашыусы, конференция 1917 йылдың 24—29 апрелендә үтә[18][19]. Үҙәк Комитеты составына индерелә (21-се һанлы, бәхәсһеҙ), әммә һайланмай[18] . Петроград ойошмаһынан РСДРП(б)-ның 26 июлдән 3 августҡа тиклем үткәрелгән 6-сы съезы делегаты була. 31 июлдәге ултырышта ҡораллы ихтилал буйынса ыңғай сығыш яһай. 1917 йылдың октябрендә Петроград хәрби-революцион комитеты ағзаһы була.
Октябрь революцияһынан һуң[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Октябрь революцияһынан һуң Вячеслав Молотовҡа менән тәртип номеры 5-се һанлы РКП(б) партбилеты тапшырыла.
1918 йылда ул Төньяҡ өлкәнең халыҡ хужалығы советы рәйесе итеп тәғәйенләнә, ошо уҡ ваҡытта ул Григорий Зиновьевтың иң яҡын хеҙмәткәренең береһе була.
1919 йылдан алып работал уполномоченным ЦК РКП(б)-ның Үҙәк Комитеты һәм СНК РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советының тулы хоҡуҡлы вәкиле булып Волга буйында һәм Түбәнге Новгород губерна исполкомы рйесе булып эшләй. ЧОН-дың коммунары (яугиры)[20] Шул уҡ йылда Петроградта Вячеслав Скрябин авторлығында һәм Молотов псевдонимы аҫтында «Как рабочие учатся строить своё хозяйство» исемле тәүге брошюраһы сыға. 1919 йылдың йәйендә «Красная звезда» агитпоезында Надежда Крупская таныша (В. И. Ленин менән ул1917 йылдың апрелендә үк танышҡан була).
1920 йылдың сентябренән алып РКП(б)-ның Донецк губкомың секретары булып эшләй, ә 1920 йылдың ноябренән 1921 йылдың мартына тиклем — Украина КП(б)-ның Үҙәк Комитеты секретары[21].
Тиҙҙән Вячеслав Молотовтың урындағы етәкселәр менән бик киҫкен конфликттар барлыҡҡа килә. Ошо сәбәпле уны партаппаратҡа эшкә күсерәләр. 1921 йылдың 16 мартынан 1930 йылдың 21 декабренә тиклем Молотов ВКП(б)-ның Үҙәк Комитеты секретары була (1921 йылдың яуаплы секретарь була, әммә 1922 йылдың 3 апрелендә был вазифаның исеме «генераль секретарь» тип үҙгәртелә һәм Лениндың[22] тәҡдиме буйынса был вазифаға Сталин тәғәйенләнә).
Ленинды ерләү буйынса комиссия ағзаһы. Лениндың вафатынан һуң Молотов Сталинды уның сәйәси дошмандары — «уң уклонистар» Лев Троцкий, Григорий Зиновьев, Лев Каменев менән, көрәштә яҡлай.
1924—1927 йылдарҙа ағзалыҡҡа кандидат, 1929—1931 йылдарҙа — СССР-ҙың Үҙәк Башҡарма Комитеты Президиумының ағзаһы. 1927 йылдан Бөтә Союз Үҙәк Башҡарма Комитеты Президиумының ағзаһы.
1928—1929 йылдарҙа Мәскәү ҡала партия комитеты секретары. Комитетта «таҙартыу» үткәрә: үҙ вазифаларынан бик күптәр ҡолаҡ ҡаға.
1930 йылдың 19 декабрендә Молотов оппозиционер Алексей Рыков урынына СССР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советының һәм Хеҙмәт һәм Оборона Советының рәйесе итеп тәғәйенләнә (1937 йылдың апрелендә Хеҙмәт һәм Оборона Советы тарҡатыла). 1930-сы йылдар башында СССР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы янында даими эшләгән Оборона комиссияһы булдырыла, уны 1940 йылға тиклем Молотов етәкләй. 1937—1939 йылдарҙа СССР Халыҡ Комиссарҙары Советының Иҡтисади Советы (ЭкоСо) рәйесе вазифаһын биләй[23].
1924—1927 йылдарҙа СССР-ҙың Үҙәк Башҡарма Комитеты ағзалығына кандидат, 1929—1931 йылдарҙа — ағзаһы. 1927 йылдан алып ВЦИК-тың президиумы ағзаһы.
1928—1929 йылдарҙа ның беренсе секретары булып эшләй. Ҡала комитетында «таҙартыу» үткәрә.
1930-сы йылдарҙа[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1930 йылдың 19 декабрендә ВКП(б)-ның Үҙәк Комитетының һәм Үҙәк Контроль Комиссияһының берләштергән пленумы ҡарарына ярашлы СССР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советының һәм Хеҙмәт һәм Оборона Советы рәйесе итеп[8]Алексей Рыков урынына тәғәйенләнә (1937 йылдың апрелендә Хеҙмәт һәм Оборона Советы тарҡатыла). 1930-сы йылдар башында СССР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы эргәһендә даими эшләгән Оборона комиссияһы булдырыла (1937 йылдан — Оборона комитеты), 1940-сы йылға тиклем уны Молотов етәкләй. 1937—1939 йылдарҙа СССР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советының Иҡтисад Советы (ЭкоСо) рәйесе вазифаһын биләй[24].
Вячеслав Молотовтың СССР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы рәйесе вазифаһын биләү осоро ғәҙәттә эске тулайым продукттың һәм илдең оборона һәләтенең, төҙөлөштең, индустриализацияның, урбанизацияның һәм модернизацияның, тәүге биш йыллыҡтар ваҡытында массауи энтузиазмдың юғары үҫеш дәүере менән бәйләйҙәр[25]. Молотов беренсе һәм икенсе биш йыллыҡтарҙа бик тырышып эшләй, әммә йыш ҡына үҙенең төп ярҙамсылары — наркомдары, шул иҫәптән СССР-ҙың ауыр сәнәғәте буйынса халыҡ комиссары Г. К. Орджоникидзе менән, уртаҡ фекергә килә алмай. Бындай осраҡтарҙа башлыса Сталин Халыҡ Комиссарҙары Советы рәйесенә теләктәшлек күрһәтә[10].
1931—1932 йылдарҙа Молотов, башҡа юғары партия етәкселәре менән бер рәттән,ғәҙәттән тыш тулы хоҡуҡлы вәкил булараҡ Көньяҡ украинала иген әҙерләүҙе тиҙләтеү менән шәғәлләнә. 1931 йылдың декабрендә Украина КП(б)-ның Үҙәк Комитеты Политбюроһының ултырышында Вячеслав Михайлович иген әҙерләү планын үтәү буйынса ҡәнәғәт булмауын белдерәһәм «махсус саралар» ҡулланыуҙы һәм «синыф дошмандарына ҡарата большевистик уяулыҡты көсәйтергә» талап итә[10].
1936 йылда Молотов, Лев Каменевтың һәм Григорий Зиновьевтың асыҡ процесына ҡаршы сығып, үҙен хөкөм ителеүселәр араһына эләгә яҙа[10].
Әммә тиҙҙән Молотов репрессияларға ҡаршы сығыштар яһауҙан туҡтай, улай ғына түгел, ул 1937—1938 йылдарҙағы массауи репрессияларҙы ойоштороуҙа бик әүҙем ҡатнаша[10].
Тиҙҙән И. Сталинға яҡын торған Үҙәк Комитеты Политбюроһы ағзалары репрессиялар менән бәйле мөһим ҡарарҙарға, шулай уҡ юғары партия һәм дәүләт аппаратсыларының атып үлтереү исемлектәренә ҡул ҡуя башлай, улар ябыҡ йәки ябайлаштырған тәртиптә ҡарау өсөн төҙөлә. В. Молотовтың иҫәбендә уларҙың һаны Сталиндыҡынан да күберәк — 372, иң аҙ һан С. В. Косиорҙа — 5.
Молотовтың биографияһы өсөн айырыуса осраҡ тураһында «Спартак» клубының билдәле футболсыһы Н. П. Старостин һөйләп ҡалдырған: СССР-ҙың эске эштәр наркомы Л. П. Берия спортсылар араһында террористик ойошма булдырыу буйынса ағалы-ҡустылы Старостиндарға ҡаршы ғәйепләү эше аса. Әммә Молотов ҡулға алыу ордерына ҡул ҡуймай[10].
1937 йылда Молотовҡа ҡаршы Сталин тарафынан дошмансыл сығышын татырға тура килә.
Үҙе Вячеслав Молотов был осор тураһында түбәндәгесә һөйләгән:
Әлбиттә, беҙ бик күп хаталар эшләп ташланыҡ. Сталин былар тураһында бер нимә белмәгән тип әйтеү — абсурд, ул бер үҙе бының өсөн яуаплы тип әйтеү — дөрөҫ түгел. Бер Сталинды ғына ғәйеплле итһәк, ул бер үҙе социализмды ла төҙөгән, һуғышта ла еңгән булып сыға. Ә һеҙ Сталиндан әҙерәк ғәйепле булғандың исемен әйтегеҙ? Үҙ ролен беҙҙең партия карьеризмы уйнаны — һәр кем үҙ урынына тотоноп тора. Шунан, беҙҙә берәй кампания уҙғарылһа, ул ныҡышмалы, аҙағына тиклем уҙғарыла. Ә күләмдәре һәм мөмкинлектәре ҙур. Органдар өҫтөнән күҙәтеү етерлек булмаған. Ҡорбанһыҙ революция булмай.— [26]
Сәйәси репрессияларҙа үҙенең яуаплылығы тураһында Молотовтың белдереүенән:
Юҡ, мин бер ҡасан да Берияны төп яуаплы тип һанаманым, мин гел Сталинды һәм беҙҙе, хуплаусыларҙы, әүҙем булғандарҙы, төп яуаплылар тип һананым, ә мин гел әүҙем булдым, саралар күреү яҡлы булдым. Бик ҡаты ҡыландым тип бер ҡасан да үкенмәнем һәм үкенмәйәсәкмен[27].
1935 йылдың декабрендә Молотов академик И. П. Павловҡа яҙған:
…совет властары ҙур теләк менән ысынлап та урындарҙа ебәргән хаталарҙы төҙәтәсәк, һәм Һеҙ күрһәткән кешеләргә ҡарата тейешле тикшереү үткәреләсәк. Әммә, икенсе яҡтан, мин Һеҙгә асыҡ ҡына әйтергә тейешмен, ҡайһы бер осраҡтарҙа ғәҙәти тормош тәжрибәһенән, элекке осрашыуҙарҙан, элекке танышлыҡтарҙан сығып эш итеү ул бигүк ябай ҙа, зыянһыҙ ҙа түгел икән. Һәр хәлдә миңә күп тапҡыр шуға инанырға тура килде, бигерәк тә беҙҙең дәүерҙең ҡатмарлы һәм ҡырҡа үҙгәрештәргә бай сәйәси хәлендә.
СССР сит ил эштәре халыҡ комиссары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1939 йылдың 3 майында СССР-ҙың сит ил эштәре наркомы вазифаһында Максим Литвиновты алыштыра, бер үк ваҡытта элекке вазифаһын да һаҡлап ҡала.
Молотов яңы вазифаһында наркоматта кадрҙарҙы бер урындан икенсе урынға күсереүҙәр үткәрә. Мәҫәлән, 4 майҙа уҡ Литвиновҡа яҡын торған хеҙмәткәрҙәр төркөмө ҡулға алына, әммә Литвинов үҙе ҡулға алынмай[10]. 1939 йылдың 23 июлендә НКИД йыйылышы резоюция ҡабул итә «Ошо ҡыҫҡа ваҡыт эсендә НКИД-ны эшкинмәгән, шикле һәм дошманлыҡлы элементтарҙан таҙартыу буйынса бик ҙур эш башҡарыла».
Молотов яуаплы дипломатик эшкә Андрей Громыконы һәм артабан тышҡы сәйәси эшмәкәрлек өлкәһендә киң билдәлелек алған тағы ла бер нисә йәш белгесте тәғәйенләй.
СССР һәм Өсөнсө Рейх араһындағы һөжүм итмәү тураһында килешеү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1939 йылдың йәйендә Молотов Мәскәүҙә инглиз-франк-совет һөйләһеүрендә бик әүҙем ҡатнаша һәм СССР һәм Өсөнсө Рейх араһындағы һөжүм итмәү тураһында килешеүҙе әҙерләй, 1939 йылдың 31 авгусында килешеүҙе СССР-ҙың Юғары Советы ратифицикациялай[15].
1939 йылдың 28 сентябрендә Молотов «Дуҫлыҡ һәм сиктәр тураһында» яңы герман-совет килешеүенә ҡул ҡуя. Яңы совет-герман килешеүҙәре һөҙөмтәһендә Польшаның башлыса украин һәм белорус халҡы менән бергә көнсығыш воеводлыҡтары УССР-ға һәм БССР-ға ҡушыла, ә Вилена крайы Вильно ҡалаһы менән бергә ул ваҡытта әле бойондороҡһоҙ булған Литва составына инә[8].
Сиктәрҙе үҙгәртеү буйынса Совет-фин һөйләшеүҙәрҙең туранан-тура ҡатнашыусыһы була (килешеү ике ай дауамында ғына ғәмәлдә була). 1939 йылдың 29 ноябрендә радиолағы телмәрендә обосновал необходимость войны с «советтарға ҡаршы империалистар менән бәйләнештәрҙә буталған фин хөкүмәте» менән һуғыш башлауҙың кәрәклеген дәлилләй һәм һөжүм итмәү тураһында пактты өҙөлгән тип иғлан итә[28]. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, «Ҡышҡы һуғыш» башланғандан һәм Хельсинки ҡалаһын бомбаға тотҡан саҡта совет авиацияһын ҡулланыуҙа ғәйепләгәндән һуң Молотов совет самолеттары Финляндия баш ҡалаһының асығыусы халҡына икмәк менән кәрзиндәр ырғытыуы тураһында белдерә[29]. 1940 йылдың 29 мартында Ҡышҡы һуғыш «беҙҙең ғәскәрҙәрҙең фин ғәскәрҙәре менән генә түгел, ә империалистарҙың берләшкән көстәре менән бәрелешеүе» тип әйтә. Ул беренселәрҙән булып «Маннергейм линияһының» юғалтыуҙар, көнбайыш илдәре яғынан хәрби ярҙам буйынса ысынбарлыҡҡа тап килмәгән һандарҙы һәм совет әсирҙәрен ботарлау һәм башҡа төрлө ҡанһыҙлыҡ факттарын килтерә[30].
Вячеслав Молотовтың 1940 йылдың ноябрь уртаһында һөйләшеүҙәр маҡсатында Берлинға килеүе Раббентроптың ике тапҡыр Мәскәүгә визит эшләүенә яуап була. Совет делегацияһының Берлиндағы өс көнлөк визитында Адольф Гитлер менән һөйләшеүҙәр һәм Иоахим Риббентроп менән рәсми рәүештәге осрашыуҙар үтә, әммә был һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһендә яҡтар бер ниндәй ҙә компромисҡа килә алмайҙару: совет яғы Берлин пактына ҡушылмай. Шулай уҡ сит ил эштәре буйынса халыҡ Комиссариаты Совет Союзының немец ғәскәрҙәренең Румынияла һәм Финляндияла булыуы менән, ә шулай уҡ уларҙы Болгарияға индереү хәүефлегенә ризаһыҙлығын белдерә[21].
1940 йылдың 8 мартында В. М. Молотовтың 50-йәшлек юбилейы айҡанлы СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы указына ярашлы Пермь ҡалаһы һәм Пермь өлкәһе Молотов тип үҙгәртелә[31][32] (1957 йылдың октябрендә элекке исемдәре кире ҡайтарыла[33]).
1941 йылдың 5 апрелендә Югославия менән дуҫлыҡ һәм һөжүм итмәү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыла (герман агрессияһынан бер тәүлек алда), шунан нейтралитет тураһында совет-японй пактына ҡл ҡуйыла. Молотов, тышҡы сәйәст ведомствоһы башлығы булараҡ, әлеге дипломатик ғәмәлдәрҙә туранан-тура ҡатнаша.
1941 йылдың 6 майында Молотов хөкүмәт башлығы вазифаһынан бушатыла («нарком бурыстарын бер рәттән башҡарыу ҡыйынлығы арҡаһында»[34]), Халыҡ Комиссарҙары Советын Сталин үҙе етәкләй, ә Молотов уның урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.
Бөйөк Ватан һуғышы осоро[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1941 йылдың 22 июнендәге таңғы сәғәт дүрттә артиллерия һәм авиация әҙерлегенән һуң немец ғәскәрҙәре СССР-ҙың сиктәрен үтә. 5 сәғәт 30 минутта В. М. Молотовтың һүҙҙәренсә, Германия илсеһе төнгө сәғәт өс тирәһендә килгән)[35] СССР-ҙа Германия илсеһе В. Шуленбург Молотовҡа килә һәм «совет хөкүмәте Германияла һәм оккупациялаған илдәрҙә емереү сәйәсәтен, шулай уҡ Германия ҡаршы йүнәлтелгән тышҡы сәйәсәт алып барған һәм герман сигендә тулы хәрби әҙерлектә үҙенең бөтә ғәскәрҙәрен туплаған» тип белдерә. Белдереү артабанғы һүҙҙәр менән тамамлана: «Шуға күрә Фюрер герман ҡораллы көстәренә уларҙың ҡарамағында булған бөтә сараларҙы ҡулланырға бойорған»[8][36].
Ошо көндә үк сәғәт 12-лә Молотов радио аша һуғыш башланыуы тураһында совет халҡы өсөн тарихи хәбәр менән сығыш яһай һәм телмәрен киң билдәле һүҙҙәр менән тамамлай: «Наше дело правое. Враг будет разбит. Победа будет за нами».
Финляндия үҙенең территорияһынан Германияға туранан-тура һөжүм итергә рөхсәт бирмәй һәм немец частары Петсамола һәм Саллала сикте үтергә баҙнат итмәй. Совет һәм фин пограничниктары араһында һирәк атышыу булып ала, әммә, дөйөм алғанда, совет-фин сигендә тыныс хәл-торош һаҡлана. Әммә, 22 июндән башлап, немец люфтваффеһы бомбардировщиктары фин аэродромдарын Германияға ҡайтыу алдынан заправкалай торған база итеп ҡуллана. Был мәғлүмәттәр һуңғараҡ билдәләнә, ә 23 июндә Молотов үҙенә Хюннинен эштәрендәге фин вәкилен саҡырып ала һәм 22 июндәге Гитлерҙың сығышында «фин иптәштәрҙе» телгә алыуы буйынса һорау ҡуя. Фин илсеһе аныҡ яуап бирә алмай. Молотов Финляндиянан СССР-ға ҡарата уның позицияһын аныҡлауҙы талап итә[37].
26 июндә Молотов АҠШ-тағы СССР илсеһе Константин Уманскийға яҙған хатынан : «Һеҙгә кисекмәҫтән Рузвельтҡа йәки Хэллға барыр кәрәк һәм американ хөкүмәтенең был һуғышҡа һәм СССР-ға ҡарата ҡарашы тураһында ҡорау ҡуйыр кәрәк. Ярҙам тураһында хәҙерге ваҡытта һорауҙар ҡуйырға кәрәкмәй». 12 июлдә Молотов һәм илсе Криппс Германияға ҡаршы СССР һәм Бөйөк Британия хөкүмәттәре араһындағы ғәмәлдәр тураһында килешеүгә ҡул ҡуялар. Әлеге килешеүҙең һөҙөмтәһендә Гитлерға ҡаршы коалиция илдәре менән бәйләнештәр булдырыла, нацистик Германия тарафынан оккупацияланған һәм Лондонда эмиграцияла булған Европа дәүләттәре хөкүмәттәре менән дипломатик хеҙмәттәшлек яйға һалына (Бельгия, Норвегия, Польша, Чехословакия һәм башҡалар).
1941 йылдың 30 июнендә Дәүләт оборона комитеты ойошторолғандан һуң (ГКОВ. М. Молотов уның рәйесе Сталиндың урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.
14 августа Молотов Төркиәләге СССР илсеһе Сергей Виноградовҡа, Совет хөкүмәте француз-антифашистар етәксеһе булараҡ Шарль де Голль менән бәйләнештәрҙе булдырыуға ризалығын белдерә.
1941 йылдың 29 сентябренән 1 октябренә тиклем Мәскәүҙә конференция уҙғарыла, унда СССР, АҠШ һәм Бөйөк Британия ҡатнашалар; конференцияла Советтар Союзына хәрби тапшырмалар мәсьәләләре буйынса килешеү төҙөлә. Йомғаҡлау ултырышында совет делегацияһы башлығы Молотов «бөгөнгө көндән СССР, АҠШ һәм Бөйөк Британия етәкселегендә ирек һөйөүсе халыҡтарҙың ҡеүәтле фронты булдырылды» тип белдерә. 1941 йылдың октябрендә СССР-ҙың сит ил эштәре буйынса наркоматы дипкорпус менән бергә Куйбышевҡа эвакуациялана, әммә Молотов, Сталин кеүек, Мәскәүҙә ҡала. Мәскәүҙә Бөйөк Британиянан һәм АҠШ-тан хәрби тапшырмаларға һәм Европала икенсе фронтты асыуға булышлыҡ итә
1941 йылдың октябрендә Вязьма тирәһендәге катастрофа ваҡытында Вячеслав Молотов бер тапҡыр ғына фронтҡа ебәрелә, әммә мөһим ҡарарҙарҙы уны оҙатып йөрөгән А. Василевский ҡабул итә[11].
1942 йылдың май айы аҙағында — июнь башында Молотов дипломатик миссия менән Бөйөк Британияға һәм АҠШ-ҡа бара. Бөйөк Британияға самолет фронт һыҙығы һәм артабан немец ғәскәрҙәре биләгән территория аша үтә[38], юлда самолет Шотландияла туҡтай. 26 майҙа Молотов Энтони Иден менән бергә Лондонда Инглиз-совет союздаш килешеүенә ҡул ҡуя. Артабан АҠШ-ҡа оса, ундағы Аҡ йортта һөйләшеүҙәр 1 июндә тамамлана. Кире ҡайтҡан саҡта ҡабаттан Британияла туҡтала, тағы ла бер һөйләшеүҙәр үткәрә. 12 июндә делегация Мәскәүгә ҡайта[39]. Тоҡандырғыс ҡатышмалы шешәләрҙе етештереү буйынса Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарарына ҡул ҡуя, артабан бал «коктейль Молотова» исемен ала. 16 августа 1942 йылдың 16 авгусында Молотов халыҡ Комиссарҙары Советы рәйесенең беренсе урынбаҫары вазифаһына тиклем үрләтелә. Вячеслав Молотов Тегеран, Ялта, Потсдам конференцияларында.
Дипломатик эштән тыш Вячеслав Молотов танкылар етештереү өсөн дә яуаплы була[11]. Бынан тыш, баштан уҡ тап Молотовҡа 1942 йылда совет «атом проекты» менән етәкселек итеү йөкмәтелә — СССР-ҙа атом ҡоралы булдырыу эштәре буйынса. Әммә, академик И. В. Курчатов фекеренсә, үҙенең ҡатып ҡалған фекерләүе арҡаһында Молотов әлеге проекттың бөтә нескәлектәренә төшөнә алмай, шуға күрә бомба өҫтөндәге эштәр «бер урында тапана», һөҙөмтәлә бер нисә йыл бушҡа китә.
СССР-ҙың Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 30 сентябрендәге 79-се һанлы указына ярашлы Бөйөк Ватан һуғышы осоронда танк сәнәғәтенең үҫешендә совет дәүләте алдында ҙур ҡаҙаныштары өсөн Вячеслав Михайлович Молотовҡа Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә һәм уға Ленин ордены менән «Серп и молот» миҙалы тапшырыла.
Хәрби мәсьәләләрҙән тыш, Молотов фән өлкәһендә яуаплы була, шул иҫәптән Мәскәү дәүләт университеты эшенә кураторлыҡ итә. Бынан тыш, Молотовтың башланғысы буйынса СССР-ҙың дипломатик учреждениелары өсөн кадрҙарҙы әҙерләү маҡсатында 1944 йылдың 14 октябрендә МДУ-ның халыҡ-ара бәйләнештәре факультеты базаһында Мәскәү дәүләт халыҡ-ара бәйләнештәре институты ойошторола.
Һуғыштан һуңғы осор[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Тәүге һуғыштан һуңғы йылдарҙа Молотов совет тышҡы сәйәсәте башлығы сифатында йыш ҡына сит илгә сыға: Сан-Франциско ҡалаһында үткән конференцияла ҡатнаша, бында Милләттәрҙең Берләшкән Ойошмаһы (БМО) ойошторола. Молотов шулай СССР, АҠШ, Бөйөк Британия, Франция һәм Ҡытай уҡ сит ил министрҙары Советы сессияларында совет делегацияһының етәксеһе булараҡ ҡатнаша. 1946 йылғы Париж тыныслыҡ конференцияһында ул Албания, Болгария һәм Югославияның территориаль мәнфәғәттәрен яҡлап сығыш яһай.
1946 йылдың 19 мартында Халыҡ комиссарҙары Советы Министрҙар Советы итеп үҙгәртелә һәм Молотов СССР-ҙың Министрҙар Советы рәйесенең беренсе урынбаҫары булып китә[15]. Әлеге вазифаһында мәғариф, фән һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарына кураторлыҡ итә[40]. Бөтә илдәр ҙә, шул иҫәптән АҠШ һәм Бөйөк Британия, Израиль дәүләтен булдырыуға ҡаршы булғанда, Молотов был идеяны яҡлап сыға[8]. Вячеслав Молотов йыш ҡына БМО-ның эштәрендә ҡатнашыу өсөн АҠШ-ҡа, шул уҡ ваҡытта үҙенең ҡаты позицияһы, шулай уҡ йыш ҡына «вето» хоҡуғын ҡулланыуы арҡаһында, дипломатик даирәләрҙә «Господин Нет» ҡушаматын ала[10].
1947 йылда Молотовҡа атом проекты буйынса Сталиндың вәкәләттәре тапшырыла: 1947 йылдың 8 февралендә ЦК ВКП(б-ның Үҙәк Комитеты Политбюроһында СССР-ҙың Министрҙар Советы ҡарамағындағы Махсус комитетының эш мәсьәләләре туранан-тура И. В. Сталинға йәки уның беренсе урынбаҫары В. М. Молотовҡа еткерелеүе тураһында ҡарар ҡабул итә. 1947—1949 йылдарҙа Молотов СССР-ҙың Министрҙар Советы ҡарамағындағы мәғлүмәттәр комитеты рәйесе сифатында совет тышҡы разведкаға етәкселек итә.
1949 йылда Германия армияһының һәм немец каратель органдарының ваҡытлыса оккупацияланған Советтар Союзы территорияһында совет граждандарына ҡарата аяуһыҙлыҡ күрһәткән элекке хәрбиҙәре эштәре буйынса асыҡ суд процестарын үткәреү буйынса Даими комиссияға инә. Немец һәм япон хәрби енәйәтселәре өҫтөндә процестарҙы ойоштороуҙа ҡатнаша.
1949 йылдың 4 мартында сит ил минстры вазифаһынан (уның урынына Андрей Вышинский тәғәйенләнә, шул уҡ йылда уның ҡатыны ҡулға алына Ж. Медведев билдәләүенсә, «Молотовҡа ҡаршы заговор планы еренә еткерелеп эшләнә, әммә бик ҡаты ла. Ул үҙ эсенә Михоэлстың үлетерелеүен, Йәһүд фашистарға ҡаршы комитеты (ЕАК) ағзаларын ҡулға алыу һәм атып үлтереү, шул иҫәптән Лозовскийҙы ла, һәм Полина Жемчужинаның ҡулға алыныуы. Ленинград партия-дәүләт төркөмөнә ҡаршы заговор ул тиклем уйлап еткерелмәй, әммә шулай уҡ ҡаты. 1949 йылдың аҙағына Маленков һәм Берия тулыһынса тиерлек үҙҙәренә хакимлыҡҡа юлды таҙарттылар».
1952 йылдың октябрендә Үҙәк Комитеттың съездан һуңғы пленумда (КПСС-тың XIX съезы) Молотов Үҙәк комитеты Президиумы составына һайланһа ла, уның етәкселек иткән бюро составына инмәй, шул уҡ пленумда Молотов һәм Микоян Сталин яғынан бик ҡаты тәнҡиткә дусар булалар[10][41].
Сталиндан һуң[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1953 йылдың 5 мартында, Сталиндың вафатынан һуң, Молотов ҡабаттан сит ил эштәре министры һәм бер үк ваҡытта СССР-ҙың Министрҙар Советы рәйесенең беренсе урынбаҫары итеп[21]. Ул Лаврентий Берияны ҡулға алыу һәм Георгий Маленковты СССР-ҙың Минитрҙар Советы рәйесе вазифаһынан бушатыу буйынса Хрущевҡа теләктәшлек күрһәтә. 1955 йылда Молотов асыҡ процестарҙыһәм хәрби етәкселәре өҫтөнән ябыҡ судтарҙы яңынан ҡарау комиссияһы рәйесе итеп тәғәйенләнә.
Артабан Молотов һәм Хрущёв уртаҡ тел таба алмай башлай. Молотов совет ғәскәрҙәрен Австриянан тулыһынса сығарыуға ҡаршы була, Юғославия менән мөнәсәбәттәрҙе яҡшыртыуға ышанмаусанлыҡ,ул югослав етәкселгенең советтарға ҡаршы сығыштарына тәнҡит күҙлегенән ҡарарға кәрәк тип иҫәпләй, шулай уҡ сиҙәм ерҙәренең артыҡ һәм ашығыусан үҙләштерелеүенә һәм Ҡырымды УССР составына биреүгә ҡаршы була. 1955 йылдың яҙында Тбилисиҙа «Долой Хрущева» һәм и «Молотова — во главе КПСС» лозунгтары аҫтында бер нисә манифестация үтә, демонстрацияларҙы армия тарҡата. 1956 йылдың 1 июнендә Молотов хаталы югослав сәйәсәте һылтауы менән сит ил эштәр министры вазифаһынан бушатыла[42], әммә 21 ноябрҙә СССР-ҙың дәүләт контроле министры итеп тәғәйенләнә[11].
1957 йылда Молотов «партияға ҡаршы төркөм» исемле Хрущевҡа ҡаршы төркөмдө етәкләй[15]. Лазарь Каганович һәм Георгий Маленков менән берлектә Молотов Хрущевты урынынан төшөрөргә маташа. Үҙәк Комитеты Президиумының ултырышында төркөмдө юғары партия органы ағзалары хуплап сыға (Климент Ворошилов, Николай Булганин, Михаил Первухин, Максим Сабуров, Дмитрий Шепилов), Хрущевты ауыл хужалығы минстры итеп тәғәйенләргә, ә беренсе секретарь вазифаһын Молотовҡа тапшырырға йәки уны бөтөнләй юҡҡа сығарырға уйлайҙар. Хрущевтың яҡлылары ашығыс рәүештә Үҙәк Комитетының Пленумын йыйыуға өлгәшәләр һәм «партияға ҡаршы төркөм» еңелеүгә дусар ителә. Маленков, Каганович, Молотов һәм сит ил эштәре министры Шепилов вазифаларынан бушатыла.
1957 йылдың 29 июнендә Молотов бөтә вазифаларынан бушатыла, КПСС-тың Үҙәк Комитеты Президиумы составынан һәм КПСС-тың Үҙәк Комитетынан сығарыла. Уның хөрмәтенә исемләнгән ҡалаларға 1957 йылда элекке исемдәре ҡайтарыла.
1957 йылда Вячеслав Молотов Монголияла СССР-ҙың илсеһе итеп тәғәйенләнә.
1960—1961 йылдарҙа Венала БМО штаб-фатиры агентлығы ҡарамағындағы атом энегрияһы буйынса совет илселеге менән етәкселек (МАГАТЭ. На состоявшемся в октябре 1961 йылдың октябрендә үткән КПСС-тың XXII съезында Хрущёв һәм уның союздаштары тәүге тапҡыр Молотовтың, Кагановичтың, Маленковтың Сталин ваҡытындағы законһыҙлыҡта туранан-тура шәхси яуаплылығы тураһында белдерәләр һәм уларҙы партиянан сығарыуҙы талап итәләр[43]. 1961 йылдың ноябрь уртаһында Молотов Венанан саҡыртылып алына, биләгән вазифаһынан бушатыла һәм партиянан сығарыла. 1963 йылдың 12 сентябрендә Молотов пенсияға оҙатыла[44].
Аҙаҡҡы йылдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Йәберҙә булыуға ҡарамаҫтан Молотов әүҙем тормош алып барыуын дауам итә, даими рәүештә өйҙә йәки китапханала эшләй. Мемуарҙар яҙмай, әммә ижтимағи тормоштағы теге йәки был ваҡиғаларға үҙ фекерен ҡулъяҙмаларға теркәп, уларҙы КПСС-тың Үҙәк Комитетына ебәрә. Бер нисә йыл дауамында партияла тергеҙеүҙе юллай һәм 1984 йылда, «Коммунист» журналы Р. И. Косолапов ярҙамында партияла тергеҙелә. Генераль секретарь К. У. Черненко шәхсән үҙе уға пратбилетты тапшыра[13][15]. Әммә Молотовты партияла тергеҙеү тураһында партия матбуғатында иғлан ителмәй.
Партияла тергеҙелеү айҡанлы Молотов партияның иң оло ағзаһы була (1906 йылдан). 1986 йылда ул «Московские новости» гәзитенә интервью биреп өлгөрә: «Минең ҡартлыҡ бәхетле. 100 йәшкә тиклем йәшәргә теләйем».
Партиянан сығарыу Молотов өсөн иң көйҙөргәне була. Һәм ул бер туҡтауһыҙ Үҙәк Комитетҡа, Партия контроле комитетына тергеҙеү үтенесе менән ғаризалар яҙа. Матди яҡтан үҙе өсөн бер нәмә лә һорамай.
Ул Жуковкала бәләкәй генә ағас дачала йәшәне, уны уға беҙ (Совмин) бирҙек. Туҡһан йәшенә тиклем электричкала поликлиникаға йөрөнө. Унда, бөтәһе лә, әлбиттә, үткәрергә тәҡдим итһәләр ҙә, гел дөйөм сиратта ултырҙы.
Нисектер Молотов менән дачала яҡын йәшәгән минең бер иптәш, Вячеслав Михайлович ҡатыны менән фәҡирлектә йәшәй, тип һөйләне. Пенсияһы уның айына 300 һум ине, әммә улар пенсиянан тулыһынса дача, күмер өсөн, мейес яғыусының һәм өй хужалығында ярҙам итеүсе ҡатындың эш хаҡтарын түләгәндәр һәм һөҙөмтәлә уларҙың бер нәмә лә тиерлек ҡалмаған. Беҙ Каганович менән уға пенсияларын 50 һумға арттырыу буйынса ҡарар сығарҙыҡ, дача һәм күмер өсөн түләүҙән азат иттек. Мейес яғыусыға һәм хужалыҡ эштәрен алып барыусы ҡатынға эш хаҡын бирҙек.
Аҙаҡҡы мәртәбә мин Молотовты Булганинды ерләгәндә (1975 йыл) күрҙем. Ул ситтәрәк, бер үҙе тора ине. Мин яҡын килдем дә: «Вячеслав Михайлович, әйҙәгеҙ яҡыныраҡ барайыҡ, бәхилләшәйек», — тинем. Ул ошо иғтибар күрһәтеүгә бик һөйөндө
.
— СССР Совнаркомы рәйесе урынбаҫарының ярҙамсыһы Михаил Смиртюковтың хәтирәләренән.
Маленков һәм Кагановичтан айырмалы рәүештә Молотовтың исеме, уны партиянан сығарғандан һуң да, әҙәбиәттә, матбуғатта, кинола телгә алына, уның тураһында мәҡәләләр энциклопедияларға индерелә. Молотовтың образы бер нисә тапҡыр нәфис фильмдарҙа сағылдырыла, уны башлыса Максим Штраух (1940-сы йылдар) һәм Николай Засухин (1970—1980-сы йылдар) уйнайҙар.
1970-се һәм 1980-се йылдарҙа шағир һәм журналист Феликс Чуев йыш ҡына Молотовтар йортонда ҡунаҡ була, яҙмалар эшләй, уларҙың нигеҙендә һуңынан «Сто сорок бесед с Молотовым» һәм «Полудержавный властелин» исемле китаптар нәшер ителә[45].
1986 йылдың июнендә Молотов Мәскәүҙәге Кунцев хәстәханаһына һалына, шунда 8 ноябрҙә, сәғәт 12 сәғәт 55 минутта вафат була. Үҙенең оҙон ғүмерендә В. М. Молотов 7 миокард инфаркты үткәрә, әммә 96 йәшкә тиклем йәшәй. Вячеслав Молотов Мәскәүҙә Новодевичий зыяратында ерләнә[11]. 1986 йылдың 1 ноябрендә сәйәсмәндең вафаты тураһында «Известия» гәзитендә иғлан ителә[4]. Көнбайыш матбуғатында бер нисә мәҡәлә сыға. Албанияла был ваҡиға айҡанлы дәүләт трауры иғлан ителә. Молотовтың васыятнамәһен асҡандан һуң унда иҫәбендә 500 һум аҡса булған һаҡлыҡ кенәгәһе табыла[17].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Социалистик Хеҙмәт Геройы (30 сентябрь 1943);
- 4 Ленин ордены (1940; 30 сентябрь 1943, 1945; 1950)[46];
- «Почёт Билдәһе» ордены;
- СССР-ҙың Фәндәр Академияның Почетлы академигы (29 ноябрь 1946)
- миҙалдар.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ Deutsche Nationalbibliothek, Staatsbibliothek zu Berlin, Bayerische Staatsbibliothek, Österreichische Nationalbibliothek Record #11873461X // Gemeinsame Normdatei (нем.) — 2012—2016.
- ↑ Vyacheslav Mikhaylovich Molotov // Encyclopædia Britannica (ингл.)
- ↑ Wjatscheslaw Michailowitsch Molotow // filmportal.de — 2005.
- ↑ https://www.theguardian.com/world/from-the-archive-blog/2019/jul/24/molotov-ribbentrop-pact-germany-russia-1939
- ↑ http://web.archive.org/web/20190728082532/https://www.theguardian.com/world/from-the-archive-blog/2019/jul/24/molotov-ribbentrop-pact-germany-russia-1939
- ↑ Архив изобразительного искусства — 2003.
- ↑ 8,0 8,1 8,2 8,3 8,4 сайт «Люди.ру» (9 октябрь 2006). Дата обращения: 21 май 2010. Архивировано 22 август 2011 года.
- ↑ Тихомирнов Виктор Александрович // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- ↑ 10,00 10,01 10,02 10,03 10,04 10,05 10,06 10,07 10,08 10,09 10,10 Медведев Р. А. Они окружали Сталина . Дата обращения: 21 май 2010.
- ↑ 11,0 11,1 11,2 11,3 11,4 11,5 Николай Васильевич Уфаркин. сайт «Герои страны» . Дата обращения: 21 май 2010. Архивировано 22 август 2011 года.
- ↑ Чуев Ф. Сто сорок бесед с Молотовым.
- ↑ 13,0 13,1 Вячеслав Никонов. Молотов вспоминает. Из домашнего архива . Дата обращения: 21 май 2010.
- ↑ Чуев Ф. Сто сорок бесед с Молотовым . — М.: ТЕРРА, 1991. — ISBN 5-85255-042-6.
- ↑ 15,0 15,1 15,2 15,3 15,4 Биографический справочник. Вячеслав Михайлович Молотов (Скрябин) . Хронос. Дата обращения: 18 август 2012. Архивировано 22 август 2011 года.
- ↑ Щуплов Александр. «Мой дед, Вячеслав Молотов, не платил Ленину гонораров» 2014 йылдың 22 февраль көнөндә архивланған. // «Родная газета», № 18 (104), 20 мая 2005 г., полоса 36
- ↑ 17,0 17,1 Ф. Чуев. Член политбюро ЦК ВКП(б) Молотов . Дата обращения: 21 май 2010. Архивировано 22 август 2011 года.
- ↑ 18,0 18,1 Седьмая (Апрельская) Всероссийская конференция РСДРП (большевиков). Протоколы. 2015 йылдың 15 апрель көнөндә архивланған. — М.: Госполитиздат, 1958.
- ↑ п/н 2014 йылдың 24 декабрь көнөндә архивланған.
- ↑ А. Захаров, «ЧОН // Очерки по истории Октябрьской революции в Нижегородской губернии», Н.-Новгород, 1927 г., стр. 47-54
- ↑ 21,0 21,1 21,2 В. М. Молотов на сайте vinforika.ru . Дата обращения: 21 май 2010. Архивировано 22 август 2011 года. 2012 йылдың 7 ноябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Сахаров В. А. Политическое завещание Ленина. 200... vk.com. Проверено 17 января 2017.Сахаров В.А. Политическое завещание Ленина. 200.. vk.com. Дата обращения: 17 ғинуар 2017.
- ↑ Справочник по истории Коммунистической партии и Советского Союза 1898—1991 04032
- ↑ Справочник по истории Коммунистической партии и Советского Союза 1898—1991
- ↑ Доклад В. М. Молотова об итогах первой и целях и задачах второй пятилетки. Дата обращения: 21 май 2010. Архивировано 22 август 2011 года.
- ↑ Феликс Чуев. Член Политбюро ЦК ВКП(б) Молотов
- ↑ Чуев Ф. Сто сорок бесед с Молотовым. — М., 1990. — С. 414—415.
- ↑ Речь по радио Председателя Совета Народных Комиссаров СССР товарища В. М. Молотова 29 ноября 1939 года
- ↑ Валерий Потапов. Коктейль Молотова . Дата обращения: 21 май 2010. Архивировано 22 август 2011 года. 2011 йылдың 8 сентябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Доклад председателя Совета народных комиссаров и народного комиссара иностранных дел товарища В. М. Молотова на заседании VI сессии Верховного Совета Союза ССР 29 марта 1940 года
- ↑ Знаменательные и памятные даты
- ↑ Государственный архив Пермского края — Административно-территориальное деление Пермского края в 1938—1980-е годы 2014 йылдың 21 февраль көнөндә архивланған.
- ↑ Фонды 2014 йылдың 22 февраль көнөндә архивланған. Пермского государственного архива социально-политической истории
- ↑ Молотов, Вячеслав Михайлович
- ↑ Ф. И. Чуев. Сто сорок бесед с Молотовым
- ↑ Фельштинский Ю. Оглашению подлежит: СССР — Германия. 1939—1941: документы и материалы
- ↑ М. Иокипии. Братство по оружию: от Барбароссы до вступления Финляндии в войну(рус.). — Фрагмент из книги «Финляндия на пути к войне: исследование о военном сотрудничестве Германии и Финляндии в 1940—1941 гг.». Проверено 29 сентября 2010. 22 августа 2011 года.М. Иокипии. Братство по оружию: от Барбароссы до вступления Финляндии в войну . — Фрагмент из книги «Финляндия на пути к войне: исследование о военном сотрудничестве Германии и Финляндии в 1940—1941 гг.» Дата обращения: 29 сентябрь 2010. Архивировано 22 август 2011 года.
- ↑ Публикация из альманаха «Лубянка» — отечественные спецслужбы вчера, сегодня, завтра
- ↑ д/ф «Летчик для Молотова. Один шанс из тысячи» 2019 йылдың 15 ғинуар көнөндә архивланған. (РТР, 2014)
- ↑ Голомшток И. Воспоминания старого пессимиста
- ↑ Константин Симонов Глазами человека моего поколения. Размышления о И. В. Сталине. 2 апреля 1979 года
- ↑ с. 158
- ↑ Коэн С. Жизнь после ГУЛАГа: Возвращение сталинских жертв. — М.: АИРО-XXI, 2011. — С. 60. — (Серия «АИРО — первая публикация в России»). — ISBN 978-5-91022-150-9.
- ↑ Молотов Вячеслав Михайлович // Сайт МИД РФ
- ↑ Феликс Чуев. Полудержавный властелин. — М..: " Олма-Пресс «, 2000.
- ↑ Новодевичье кладбище .. Вячеслав Михайлович Молотов. Политик . novodevichye.com. Дата обращения: 3 сентябрь 2016.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Молотов, Вячеслав Михайлович / Аксютин Ю. В. // Меотская археологическая культура — Монголо-татарское нашествие. — М. : Большая российская энциклопедия, 2012. — С. 697. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 20). — ISBN 978-5-85270-354-5.
- Медведев Р. А Окружение Сталина — М.: Молодая гвардия, 2010. — (Жизнь замечательных людей).
- Никонов В. А. Молотов. Молодость. М.: — Вагриус. — 2005.
- Никонов В. А. Молотов. Наше дело правое. В 2 книгах (комплект). М.: — Молодая гвардия, 2016.
- Никонов В. А. Молотов. — М.: Молодая гвардия, 2017. — (Жизнь замечательных людей).
- Чуев Ф. И. Сто сорок бесед с Молотовым
- Чуев Ф. И.Молотов. Полудержавный властелин.
- Чуев Ф. И.Из бесед в В. М. Молотовым // От оттепели до застоя. — М.: Советская Россия, 1990. — Тираж 50 000 экз. — С. 36 — 77
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Молотов Вячеслав Михайлович «Rodovid» ағасында. Ата-бабалар һәм ейәндәр шәжәрәһе
- Молотов Вячеслав Михайлович . «Герои страны» сайты.
- Биографии Молотова на сайте «Хронос»
- Молотов Вячеслав Михайлович РФА рәсми сайтында
- Вячеслав Никонов. Молотов вспоминает. Из домашнего архива. // НГ - Политэкономия. — 2000. — № 8(8) 4 марта.(недоступная ссылка с 12-10-2016 (2939
дня))
- Жорес Медведев Соломон Лозовский, Полина Жемчужина и Вячеслав Молотов // Сталин и еврейская проблема. Новый анализ
- Переписка академика И. П. Павлова с председателем СНК В. М. Молотовым. «Пощадите же родину и нас»… 2012 йылдың 26 март көнөндә архивланған.
Ҡалып:Руководители правительства Советского Союза Ҡалып:Мининдел
- Мәскәүҙә ерләнгәндәр
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- КПСС ағзалары
- Большевиктар
- Социалистик Хеҙмәт Геройҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 40 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Польша Яңырыуы орденының Ҙур тәреһе кавалерҙары
- 8 ноябрҙә вафат булғандар
- 1986 йылда вафат булғандар
- Вятка губернаһында тыуғандар
- Санкт-Петербург политехник институтын тамамлаусылар (1917 йылға тиклем)
- 9 мартта тыуғандар
- 1890 йылда тыуғандар
- РУВИКИ:Эшләмәгән һылтанмалары булған мәҡәләләр октябрь 2016
- Коминтерн башҡарма комитеты ағзалары