Громыко Андрей Андреевич
Биографияһы
Андрей Андреевич Громыко 1909 йылдың 18 июлендә Рәсәй империяһының Могилев губернаһы Гомель өйәҙенең Старые Громыки ауылында тыуған.
Эшмәкәрлеге
1944 йылда СССР-ҙың АҠШ-тағы илсеһе булған Громыко Вашингтонда, АҠШ-та, Думбартон-Окс усадьбаһында үткән халыҡ-ара конференцияһында совет делегацияһын етәкләй. Был конференцияла Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы (БМО) төҙөү буйынса проблемалар хәл ителә. Тегеран конференцияһын әҙерләүҙә, 1945 йылда Ҡырымда СССР-ҙа Ялта конференцияһын әҙерләүҙә һәм үткәреүҙә, 1945 йылда Потсдам конференцияһында ҡатнаша. Шул уҡ йылда АҠШ-та Сан-Франциско конференцияһында СССР исеменән БМО Уставына ҡул ҡуйған делегация менән етәкселек итә.
БМО Генераль Ассамблеяһының 22 сессияһында СССР дәүләт делегацияһы составына тәүҙә ағза, һуңынан еткәсе булараҡ ҡатнаша. 1940 йылдар аҙағында СССР мәнфәғәтендә БМО Именлек Советында 20 тапҡырҙан ашыу вето хоҡуғын ҡуллана. Һөҙөмтәлә башта дипломатик мөхиттә, ә һуңынан матбуғатта «Мистер Юҡ» ҡушаматы ала. СССР-ҙың АҠШ һәм НАТО буйынса партнерҙары көнбайыш европа дәүләттәр менән тыныс мөнәсәбәттәр булдырыу маҡсатында, Совет хөкүмәте исеменән ҡоралһыҙланыу өлкәһендә йөҙҙән ашыу инициатива тәҡдим итә. Уның Совет-Америка мөнәсәбәттәренең иң түбәнге нөктәһе Кариб кризисы ваҡытындағы роленә ҡарата төрлө ғилми-тарихи ҡараштар бар.
Громыко совет коммунистарының лидеры Л. И. Брежневтың иң яҡын арҡаҙаштарының береһе була. Совет дипломатия башлығы булып Громыко 28 йыл хеҙмәт итә, был СССР һәм Рәсәй Федерацияһында иң оҙон осор.
Дипломатик эшмәкәрлегендә Громыко — «Бер көн һуғышыуға ҡарағанда ун йыл һөйләшеүҙәр алып барыу яҡшыраҡ» тигән девиз менән эш итә.
Андрей Громыко 1909 йылдың 18 июлендә Рәсәй империяһының Могилев губернаһы Гомель өйәҙенең Старые Громыки ауылында тыуа. Уның ата-бабалары Бурмаковтар ярлы белорус шляхет тоҡомонан булалар. Ләкин ЦК КПСС ағзаһы биосправкаһында Громыко рус тип яҙыла. 13 йәштән Андрей атаһы менән йылға буйлап ағас ағыҙырға эшкә йөрөй.
Бүләктәре
- Ике Тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы (1969, 1979)
- ете Ленин ордены
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (9.11.1948)
- «Почёт Билдәһе» ордены
- Ленин премияһы (1982)
- «Внешняя экспансия капитала: история и современность» монографияһы (1982) өсөн СССР Дәүләт премияһы (1984)
- «Перу Ҡояшы» ордены Ҙур тәреһенең кавалеры[3]
Иҫкәрмәләр
- ↑ Andrej Andrejewitsch Gromyko // Filmportal.de — 2005.
- ↑ Deutsche Nationalbibliothek, Staatsbibliothek zu Berlin, Bayerische Staatsbibliothek, Österreichische Nationalbibliothek Record #118857886 // Gemeinsame Normdatei (нем.) — 2012—2016.
- ↑ Информация в статье Медведев стал «Солнцем Перу» и в знак дружбы с потомками инков испил традиционный алкогольный коктейль