Белорус дәүләт Бөйөк Ватан һуғышы тарихы музейы
Белорус дәүләт Бөйөк Ватан һуғышы тарихы музейы | |
---|---|
бел. Беларускі дзяржаўны музей гісторыі Вялікай Айчыннай вайны | |
Административ-территориаль берәмек | Минск |
Урынлашыу | |
Дәүләт | |
Нигеҙләү датаһы | 30 сентябрь 1943 |
Мираҫ статусы | государственный список историко-культурных ценностей Республики Беларусь[d] |
Рәсми сайт |
warmuseum.by war.museum.by/en (инг.) |
Йылына инеүселәр һаны |
|
Атамаһы | бел. Беларускі дзяржаўны музей гісторыі Вялікай Айчыннай вайны |
Рәсми асылған ваҡыты | 22 октябрь 1944 |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | |
![]() |
Белорус Дәүләт Бөйөк Ватан һуғышы тарихы музейы — Беларустә Бөйөк Ватан һуғышы реликвияларының иң ҙур һаҡлағысы.
Тарихы
Беларусь коммунистар партияһы (КП(б)Б) Үҙәк комитеты бюроһының 1943 йылдың 30 сентябрендәге ҡарары буйынса ойошторола. 1944 йылдың 7 ноябрендә асыла[1].
2014 йылдың 2 июлендә музей яңы бинаға күсә.
Яңы бина
Музейҙың яңы бинаһы «Минск — герой-ҡала» обелисыһы менән берҙәм архитектура ансамблен тәшкил итә. Төп бина фасадтары Еңеү салютының символик нурҙары рәүешендә башҡарылған. Һәр нурҙа — һуғыш тураһындағы ваҡиғаларҙың скульптура рельефтары.
Архитектура планында музей һуғыш йылдары буйынса дүрт блоктан тора. Уларҙы «Һуғыш юлы» экспозиция галереяһы берләштерә.
Музейҙа 10 экспозиция залы һәм быяла көмбәҙ аҫтында урынлашҡан Еңеү залы бар.
Дөйөм майҙаны — 15 мең, экспозицияныҡы 3,6 мең квадрат метр. Музей фондында 143 мең төп фонд предметы иҫәпләнә.
10 экспозиция залы ваҡиғалар хронологияһына ярашлы урынлаштырылған (һуғышҡа тиклемге ваҡиғалар, хәрби хәрәкәттәр, тотош илде тергеҙеү). Еңеү залы мемориал булып тора (Советтар Союзы Геройҙарының исемдәре мәңгеләштерелгән, Белоруссияны азат иткән өсөн маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булған хәрби формированиелар һаналған). Яңы бина мультимедиа комплексы (плазма экрандары, инсталляциялар) менән йыһазландырылған.
Дөйөм һәм Бөйөк Ватан һуғышына ҡағылышлы барлыҡ бүлектәре буйынса экскурсиялар ойошторола.
Фондтары
141 меңгә яҡын һаҡлау берәмеге иҫәпләнә. Экспозиция күрһәтеү, күмәк кеше ҡатнашлығында саралар үткәреү, һуғыш осорондағыматериалдарҙы тикшереү өсөн ҡулланыла[2].
Коллективтыңң ғилми эштәре
- Музей коллекцияларынан фәнни белешмә һәм күҙәтеү әҙерләнә.
- Стационар экспозиция эшләнә.
- Юл күрһәткес белешмәләре, альбомдар, киң мәғлүмәт саралары өсөн мәҡәләләр әҙерләнә.
Экспозициялар
Иҫкәрмәләр
- ↑ Музей Истории Великой отечественной войны . Дата обращения: 11 ноябрь 2018.
- ↑ Белорусский Государственный музей истории Великой Отечественной войны . Дата обращения: 11 ноябрь 2018.