Гродна
Гродна (бел. Гродна) — Беларусь Республикаһының ҡалаһы, Гродна өлкәһенең административ үҙәге, шулай уҡ Гродна районының үҙәге, әммә ҡала уның составына инмәй. 2014 йылда ҡала «Беларусьтың мәҙәни баш ҡалаһы» исеме йөрөтә.
Ҡала өлкәнең көнбайыш өлөшөндә, Неман йылғаһы ярында, Польша менән Литва сиктәренә яҡын (тикән 15 һәм 30 км арала) урынлаша. Тимер юл һәм автомобиль юлдарының ҙур үҙәге. Халҡы — 358 717 кеше (2023 йылдың 1 ғинуарына ҡарата). Был күрһәткес буйынса ҡала республикала дүртенсе урынды биләй. Ҡала майҙаны — 142,11 км², был күрһәткес буйынса Беларуссияның бөтә ҡалалары араһында өсөнсө урында; был һан 2008—2009 йылдарҙа ҡушылған 79 км²-ҙан ашыу майҙанды ла үҙ эсенә ала.
Геральдикаһы
Гербы Гродно ҡала Советы депутаттарының 1990 йылдың 1 октябрендәге 41-се ҡарары менән раҫлана. Беларусь Республикаһының Герб матрикулына 1994 йылдың 15 июлендә №3 һанлы теркәү аҫтында индерелә.
Флаг Беларусь Республикаһы Президентының 2006 йылдың 17 июлендәге № 455 һанлы Указы менән раҫлана һәм 2006 йылдың 1 авгусында Республика дәүләт геральдика реестрына № Б-92 һанлы теркәү аҫтында индерелә. Шулай уҡ Гродно ҡала башҡарма комитетының 2004 йылдың 15 декабрендәге № 957 ҡарары менән дә раҫлана.
Географик мәғлүмәт
Ҡала 53°40′00″ т. к. 23°49′00″ к. о. координаталарында урынлаша (географик үҙәк Орджоникидзе һәм Красноармейская урамдары районына тура килә). Шул уҡ киңлектә Байкал күле, Англия һәм Уэльс биләмәһендә, Квебек (Канада) һәм Уналашка ҡалаһы (Аляскаға ҡараған Алеут утрауҙары) урынлаша.
Гродно Беларусьтың көнбайыш өлөшөндә, Минскиҙан 274 км көнбайышта урынлаша.
| Гроднодан иң ҙур ҡалаларға тиклем ара (автомобиль юлдары буйынса) | |||||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Ҡала Неман йылғаһы буйында, Гродно ҡалҡыулығы сиктәрендә урынлаша. Ерҙең рельефы Неман йылғаһы менән билдәләнә: ҡаланың үҙәк өлөшө Неман түбәнлегендә урынлаша, ул көньяҡҡа һәм төньяҡҡа табан яйлап ҡалҡыулыҡҡа күсә. Шуға күрә ҡаланың Вишневец һәм Девятовка райондарында иң бейек нөктәләр урынлаша.
Неман йылғаһы Гродно ҡалаһын ике өлөшкә бүлә, уларҙы дүрт автомобиль күпере тоташтыра.
Гродна ҡалаһында тәбиғи күлдәр юҡ. Әммә ҡала биләмәһендә Юбилейное яһалма күле урынлаша, ул ҡалалағы иң ҙуры булып тораа. Күл ҡалаһының дүртенсе гимназияһы янында урынлаша.
Климаты
Климаты уртаса-континенталь. Йомшаҡ ҡыш ноябрь аҙағында башлана һәм яҡынса өс ай ярым дауам итә, уртаса температура −2,9 °C (иң һыуыҡ ай — ғинуар). Йәй йылы һәм дымлы. Уртаса температура +17,1 °C (иң йылы ай — июль). Ҡышын төндә Гродна ҡалаһында температура −5,3 °C, ә йәйен +11,8 °C. Гроднала теркәлгән иң юғары температура: +36,2 °C — 1992 йылдың 29 авгусында, иң түбән температура: −36,3 °C — 1970 йылдың 1 февралендә.
| Ҡала климаты | |||||||||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
| Абсолют максимум, °C | 15,2 | 15,0 | 22,2 | 29,2 | 32,0 | 34,0 | 35,7 | 36,2 | 34,2 | 25,2 | 17,2 | 12,7 | 36,2 |
| Уртаса максимум, °C | −1,1 | −0,2 | 4,9 | 12,9 | 19,0 | 21,5 | 23,9 | 23,4 | 17,5 | 11,3 | 4,4 | −0,1 | 11,4 |
| Уртаса температура, °C | −3,4 | −3,1 | 0,8 | 7,3 | 13,1 | 15,9 | 18,1 | 17,4 | 12,4 | 7,2 | 1,8 | −2,2 | 7,1 |
| Уртаса минимум, °C | −5,8 | −5,7 | −2,5 | 2,5 | 7,5 | 10,6 | 12,7 | 12,0 | 8,1 | 3,8 | −0,4 | −4,4 | 3,2 |
| Абсолют минимум, °C | −33,7 | −36,3 | −26,9 | −9,3 | −6 | −0,7 | 3,0 | −1,4 | −4,3 | −13,5 | −19,8 | −31,5 | −36,3 |
| Яуым-төшөм нормаһы, мм | 34 | 29 | 32 | 33 | 55 | 66 | 75 | 57 | 52 | 36 | 42 | 41 | 552 |
| Сығанаҡ: Погода и климат | |||||||||||||
Тарихы
Гродна — Беларус биләмәһендәге иң боронғо ҡалаларҙың береһе. Гродно ҡалаһы урынында тәүге славян ҡасабалары X быуатта барлыҡҡа килгән. XII быуатта ошо ҡасабалар урынында сауҙа юлдарының киҫешкән ерендә ҡала үҫеп сыға. Ул башта нығытылған бәләкәй ҡәлғә (Гарадзенскі дзяцінец) һәм уның янында нығытылған сауҙа ҡасабаһы рәүешендә була.
XII—XIV быуаттарҙа Городен кенәзлегенең баш ҡалаһы булып хеҙмәт итә. Сиктә урынлашыуы арҡаһында ҡаланың нығытмаларына айырыуса иғтибар бирелә. XII быуатта уҡ бында таш нығытмалар барлыҡҡа килә.
1376 йыл тирәһендә ҡала Витовт кенәзе биләмәһенә күсә, ә 1392 йылдан һуң ул был ҡалаһын үҙенең төп ҡалаларның береһенә әйләндерә.
Төньяҡ һуғышы осоронда, 1702—1708 йылдарҙа, ҡала бер нисә тапҡыр ҡулдан-ҡулға күсә, швед ғәскәрҙәре тарафынан емерелә һәм талана. 1709—1710 йылдарҙа Гродно ҡалаһы чума эпидемияһын кисерә.
В 1795 йылда, Речь Посполитаяның өсөнсө бүленеү һөҙөмтәһендә, көнсығыш воеводство өлөшө, шул иҫәптән Гродна, Рәсәй империяһына ҡушыла.
1801 йылда Гродно ҡалаһы Гродна губернаһының үҙәге була.
1918 йылдың 1 декабрендә Гродна ҡалаһы һәм губернаһы менән бергә Литва составына инә, ә 1919 йылдың 10 апрелендә Польша ғәскәрҙәре тарафынан баҫып алына.
1921 йылда ҡала халҡы 34 мең. кеше. 1926 йылда - 40 мең кеше. 1931 йылға ҡарата был күрһәткес 49 меңгә етә.
Гродна немец оккупацияһында 3 йыл һәм 1 ай була — 1941 йылдың 23 июненән 1944 йылдың 24 июленә тиклем.
1991 йылдан алып Гродна — Беларусь Республикаһы составында.
Халыҡ һаны
| 2009 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса милли состав[11] | ||||||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| всего (2009) | белорустар | Урыҫтар | Поляктар | Украиндар | йәһүдтәр | |||||
| 327 540 | 204 927 | 62,57 % | 39 955 | 12,2 % | 64 642 | 19,74 % | 5952 | 1,82 % | 354 | 0,11 % |
| Әрмәндәр | Татарҙар | Сиғандар | Әзербайжандар | Литвалар | ||||||
| 324 | 0,1 % | 355 | 0,11 % | 4 | <0,01 % | 366 | 0,11 % | 331 | 0,1 % | |
- ↑ История деления на районы. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 апрель 2016. Архивировано 20 апрель 2016 года.
- ↑ Гродненский городской исполнительный комитет. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 май 2012. Архивировано 6 март 2013 года.
- ↑ Подробности назначения нового мэра. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 апрель 2016. Архивировано 26 апрель 2016 года.
- ↑ Альтернативные названия и история города. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 апрель 2016. Архивировано 26 сентябрь 2016 года.
- ↑ Государственный земельный кадастр Республики Беларусь (по состоянию на 1 января 2011 г.). Госкомимущество. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 май 2012. Архивировано 21 июнь 2012 года.
- ↑ География Гродно. Архивировано 15 апрель 2016 года.
- ↑ Данные переписи населения на сайте Белстата. Белстат. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 май 2012. Архивировано 21 июнь 2012 года.
- ↑ Белпочта: Почтовые индексы по Гродно. Белпочта. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 май 2012. Архивировано из оригинала 13 ноябрь 2008 года.
- ↑ http://grodno.gov.by/ru/main.aspx?guid=1571
- ↑ http://www.nashgrodno.com/index.php?option=com_content&view=article&id=115&Itemid=115
- ↑ Перепись населения 2009. Национальный состав Республики Беларусь. Том 3 Архивная копия от 18 февраль 2019 на Wayback Machine. — Мн., 2011 — С. 118—119.