Билдәһеҙ Һалдат Ҡәбере

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Мемориаль архитектура ансамбле
Билдәһеҙ Һалдат Ҡәбере
Могила Неизвестного Солдата
Монументтың Ҡәбер ташы Һәм Мәңгелек ут, 2022 йыл
Монументтың Ҡәбер ташы Һәм Мәңгелек ут, 2022 йыл
55°45′17″ с. ш. 37°36′58″ в. д.HGЯO
Ил Рәсәй
Местоположение Мәскәү
Проект авторы Бурдин Дмитрий Иванович, Владимир Климов, Рабаев Юрий Романович, Томский Николай Васильевич
Беренсе тапҡыр 1965
Нигеҙләнгән 8 май 1967
Строительство 19661967 йылдар
Статус Рәсәй Федерацияһы Гербы Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекты № 7710413002№ 7710413002
Материал бронза, кварцит, лабрадорит
Логотип РУВИКИ.Медиа РУВИКИ.Медиа файлдары

Герб России

Рәсәй Федерацияһының
мәҙәни мираҫы

№ 7710413002

Билдәһеҙ Һалдат Ҡәбере (рус. Могила Неизвестного Солдата) — Кремль диуары янында, Александров баҡсаһында урынлашҡан иҫтәлекле мемориаль-архитектура ансамбле. 1967 йылда архитекторҙар Дмитрий Бурдин, Владимир Климов, Юрий Рабаев һәм скульптор Николай Томский проекты буйынса төҙөлгән. 1997 йылдан башлап Ҡәбер янында 1-се пост (рус.)баш. урынлашҡан. Монумент Рәсәйҙең мәҙәни мираҫ объекты һәм илдең Хәрби дан дөйөм милли мемориалы статусы бирелгән.

Мемориаль комплекс бер нисә элементтан тора: Мәңге ут янған һалдат ҡәбере, Герой-ҡалалар аллеяһы һәм Хәрби дан ҡалаларына арналған стела[1]. Ҡәбер ташы шокша кварцитының ҡыҙыл шымартылған блоктарынан эшләнгән квадрат плита рәүешендә эшләнгән. Ҡәберҙең уң яғы бронза композиция менән биҙәлгән-хәрби байраҡтың йыйырсыҡтарында ятҡан һалдат каскаһы һәм лавр ботаҡтары ҡуйылған.[2].

Мемориалдың үҙәк өлөшөндә шымартылған лабрадориттан рельефлы яҙыулы уйым урынлашҡан: «Исемең билдәһеҙ, батырлығың үлемһеҙ». Сергей Михалков авторы тип һанала. Икенсе версия буйынса, Михальков менән бергә яҙыуҙы шағирҙар һәм прозаиктар Константин Симонов, Сергей Наровчатов һәм Сергей Смирнов эшләгән. Башта эпитафия былай яңғырай: «Уның исеме билдәһеҙ, уның батырлығы үлемһеҙ», тик Николай Егорычев тәҡдиме буйынса, «уның» алмашлығынан «һинең» формаһына үҙгәртелгән[3]. Уйымдың үҙәгендә — Мәңгелек ут янған бронза йондоҙ ҡуйылған. Мәңгелек уттың горелкаһы Хруничев исемендәге заводта ракета двигателдәре өсөн ҡулланылған материалдарҙан эшләнгән[4].

Ҡәберҙең һул яғында — ҡыҙыл кварциттан эшләнгән «1941 Тыуған ил өсөн һәләк булыусыларға 1945» тип яҙылған стена. Уң яҡта, Кремль диуары буйлап, порфирҙан[ru] яһалған блоктар урынлашҡан аллея һуҙыла. Блоктар ҡуйылған майҙансыҡ Александров баҡсаһы юлдарынан өс баҫҡыс өҫтә урынлашҡан. Унда ҡуйылған 12 тумбала герой ҡалаларҙың атамалары һәм уларға бирелгән «Алтын Йондоҙ миҙалы»ның рельефлы һүрәттәре бар. Тумбалар ҡалаларға герой исеме биреү тәртибендә ҡуйылған:

  • «Ленинград»
  • «Киев»
  • «Минск»
  • «Сталинград»
  • «Севастополь»
  • «Одесса»
  • «Керчь»
  • «Новороссийск»
  • «Брест ҡәлғәһе»
  • «Тула»
  • «Мурманск»
  • «Смоленск»

Блоктар эсендә тупраҡ менән капсулалар ҡуйылған. Ленинград тупрағы Пискарёв мемориаль зыяратынан, Киевтыҡы — Еңеү майҙанында ҡала оборонаһында ҡатнашыусылар иҫтәлегенә ҡуйылған обелиск эргәһенән алынған. Одесса, Минск, Керчь, Тула, Мурманск һәм Смоленск капсулаларында — ҡаты алыштар барған ерҙәрҙән килтерелгән тупраҡ һаҡлана. «Сталинград» (2004 йылға тиклем «Волгоград» тип аталған) блогында — Мамаев ҡурғаны тупрағы урынлаштырылған[5]. Севастопольдан — тупраҡ Малахов ҡурғанынан, БресттанБрест ҡәлғәһе янынан алынған[6].

Кремль картаһында Ҡәберлек схемаһы

2010 йылда реставрациянан һуң Мәскәү Кремле янындағы Александров баҡсаһында урынлашҡан мемориаль архитектура ансамбле — «Билдәһеҙ Һалдат Ҡәберле» яңынан асыла. Комплекстың уң яғында, «Смоленск» блогы эргәһендә, ҡыҙыл граниттан эшләнгән тура мөйөшлө стела урынлаштырылған. Стелаға Рәсәйҙең Хәрби дан ҡалалары исемлеге яҙылған. Стеланың бейеклеге — бер метрҙан кәмерәк, оҙонлоғо — яҡынса 10 метр. Уның һул яғында бронза хәрефтәр менән «ХӘРБИ ДАН ҠАЛАЛАРЫ» тип яҙылған, уң яғында 45 ҡаланың исеме 4 колонкаға бүленеп бирелгән:

  1. Белгород, Курск, Орёл, Владикавказ
  2. Малгобек, Ржев, Ельня, Елец
  3. Воронеж, Луга, Полярный, Ростов-на-Дону
  4. Туапсе, Великие Луки, Великий Новгород, Дмитров
  5. Вязьма, Кронштадт, Наро-Фоминск, Псков
  6. Козельск, Архангельск, Волоколамск, Брянск
  7. Нальчик, Выборг, Калач-на-Дону, Владивосток
  8. Тихвин, Тверь, Анапа, Колпино
  9. Старый Оскол, Ковров, Ломоносов, Петропавловск-Камчатский
  10. Таганрог, Малоярославец, Можайск, Хабаровск
  11. Старая Русса, Грозный, Гатчина, Петрозаводск
  12. Феодосия

Мемориалға йыл һайын Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, дәүләт эшмәкәрҙәре, сит ил дәүләттәре һәм хөкүмәт башлыҡтары, делегациялар, шулай уҡ РФ Оборона министрлығының вузға тиклем уҡыу йорттары курсанттары сәскәләр һала. Бындай саралар иҫтәлекле даталарҙа һәм ҡайһы бер дәүләт байрамдарында ла ойошторола[7][8][9].

Барлыҡҡа килеү идеяһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мәскәү өсөн һуғышта ҡатнашҡан яугирҙар иҫтәлегенә һәйкәл ҡуйыу идеяһы 1965 йылда, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булыусыларҙың хәтерен мәңгеләштереү кампанияһы барышында барлыҡҡа килә. Ул ваҡытта һуғышты аңлы йәшендә күрмәгән тәүге быуын үҫеп етә. 1961 йылда Еңеү күпере яңыртыла. Бөйөк Ватан һуғышына бағышланған тәүге мемориаль объект Кутузов проспекты буйындағы Еңеү паркында урынлаштырыла[10]. Шул уҡ кампания барышында Мәскәүгә герой ҡала исеме бирелә, ә 9 май — дәүләт кимәлендәге байрам һәм ял көнө тип иғлан ителә. Билдәһеҙ һалдат һәйкәлен ҡуйыу башланғысы менән Мәскәү ҡала партия комитетының беренсе секретары Николай Егорычев сығыш яһай, һәм проектты Михаил Суслов һәм Леонид Брежневҡа тәҡдим итә.

Мемориалды Кремль стенаһы янында, Александров баҡсаһында урынлаштырырға ҡарар ителә. Әммә төҙөлөш тиҙ генә башланмай, сөнки баҡсаға ингән урында, революция эшмәкәрҙәре хөрмәтенә үҙгәртеп эшләнгән, Романовтар нәҫеленең 300 йыллығы хөрмәтенә арналған обелиск урынлашҡан була. 1966 йылда обелиск Итальян гроты эргәһенә күсерелгәс, мемориал төҙөү мөмкин була[1].

Шул уҡ йылдың көҙөндә Зеленоград янында, Мәскәү—Ленинград автоюлының 41-се саҡрымында төҙөлөш эштәре барышында Туғандар ҡәберлеге табыла. Унда ябай һалдаттың айырым билдәле һаҡланған хәрби кейемдәге мәйете асыла. Уның янында документтар булмағанлыҡтан шәхесен билдәләү мөмкин булмай. Мәскәү эргәһендә немец ғәскәрҙәрен тар-мар итеүҙең 25 йыллығына арнап, мәйетте Кремль диуары эргәһенә күмергә ҡарар ителә[11].

1966 йылдың 3 декабрендә һалдаттың мәйете баш ҡалала тантаналы рәүештә, хәрби лафетта килтерелә. Уны КПСС Үҙәк Комитетының Генераль секретары Леонид Брежнев, шулай уҡ Советтар Союзы маршалдары Георгий Жуков һәм Константин Рокоссовский ҡаршылай. Улар Көнбайыш фронт һәм 16-сы армия командирҙары булараҡ Мәскәү оборонаһында ҡатнаша. Уларҙың ҡатнашлығында гроб тантаналы рәүештә ерләнә[12].

Совет матбуғаты был ваҡиға тураһында былай тип яҙҙы[11]:

1966 йылдың 2 декабрендә, 14:30 сәғәттә, туғандар ҡәберлегенән алынған яугирҙың ҡалдыҡтары ҡара-һары таҫма менән биҙәлгән табутҡа һалына. Почётлы ҡарауылда торған йәш һалдаттар һәр ике сәғәт һайын алмашынып төндө һәм киләһе көн иртәнен уҙғара. 3 декабрҙә 11:45-тә табут асыҡ машинала Мәскәүгә, Ленинград шоссеһы буйлап оҙатыла. Манеж майҙанында митинг үтә, һәм Билдәһеҙ һалдаттың табуты артиллерия салюты оҙатыуында ҡәбергә төшөрөлә

Һәйкәлде төҙөү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мемориаль комплекс өсөн проект әҙерләү һәм төҙөү буйынса заказ архитекторҙар Юрий Рабаев, Дмитрий Бурдин, Владимир Климов һәм скульптор Николай Томскийға бирелә. Улар бер нисә ай эсендә проект төҙөй[13].

«Билдәһеҙ һалдат ҡәберлеге» мемориаль комплексының тантаналы асыу сараһы 1967 йылдың 8 майында уҙғарыла. Церемонияға Николай Егорычев етәкселек итә. Мәңгелек утты Советтар Союзы Геройы Алексей Маресьевтан факелды ҡабул итеп Леонид Брежнев тоҡандыра. Ут Ленинградтағы Марс яланынан алынып, бронетранспортёрҙа Мәскәүгә килтерелә[14][15].

Мәскәү ҡала советы рәйесе урынбаҫары Л. В. Бахметков (25 йыл элек ошо ерҙә һуғышҡан яугир), табип Н. А. Соломатова (фронтовик иренең ҡайҙа ерләнгәнен белмәй) һәм Зеленоград мәктәбе пионерҙары почётлы ҡарауылда торған[16].

Реставрация[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мемориаль комплекс бер нисә тапҡыр яңыртылды. Баштараҡ, квадрат формаһындағы ҡәбер ташында бер генә бронза һалдат каскаһы булған. Еңеү көнөн байрам итеүҙең 30 йыллығына ҡарата һәйкәл тулыһынса реставрациялана һәм яңы элементтар менән тулыланды: таштың уң яғында скульптор Николай Томский эшләгән бронза композиция — ташҡа һалынған хәрби байраҡ, һалдат каскаһы һәм лавр ботағы ҡуйыла[17]. Кремль стенаһы янындағы Герой ҡалалар аллеяһына «Минск», «Новороссийск» һәм «Керчь» блоктары өҫтәлә[18]. 1985 йылда был аллеяға «Мурманск» һәм «Смоленск» блоктары ла ҡуйыла[19].

1997 йылдың 12 декабренән Рәсәй Президенты Борис Ельциндың «Мәскәүҙә Мәңгелек ут янында Билдәһеҙ Һалдат ҡәберенә даими почётлы ҡарауыл ҡуйыу тураһында» указына ярашлы 1-се Пост Ленин мавзолейынан Билдәһеҙ һалдат Ҡәберенә күсерелә[20]. Президент полкы хәрбиҙәренән торған Почётлы ҡарауыл сәғәт һайын алмашына[1].

Президент Дмитрий Медведевтең 2009 йылдың 17 ноябрендәге указына ярашлы, һәйкәлгә Рәсәйҙең Дөйөм милли Хәрби дан мемориалы статусы бирелде[21]. Шул уҡ йылда РФ Президент аппараты комплекстың тәүге архитектура обликын һаҡлап ҡалыу маҡсатында мемориалды масштаблы реконструкция башлай. Шул уҡ ваҡытта Хәрби дан ҡалалары исемлегенә арналған яңы стела ҡуйыу планлаштырыла[22]. Почётлы ҡарауыл урынында ике стационар ҡоролма ҡуйылды, ә мемориал артындағы шыршылар алынды.

2009 йылдың 27 декабрендә Мосгаз Мәңгелек утты ваҡытлыса Еңеү паркына күсерҙе. Был тантанала һуғыш ветерандары, РФ Оборона министрлығы етәксеһе Анатолий Сердюков, президент эштәре идаралығы башлығы Владимир Кожин, Мәскәү мэры Юрий Лужков һәм Мәскәү ҡала думаһы депутаттары ҡатнашты[23].

Реконструкция эштәре барышында — 2009 йылдың 16 декабренән алып 2010 йылдың 19 февраленә тиклем — мемориалда почётлы ҡарауыл ҡуйылманы. Шул уҡ осорҙа сәскәләр һәм веноктар һалыу тантаналары ла ваҡытлыса туҡтатылды[24].

2010 йылдың 23 февралендә Мәңгелек ут Александров баҡсаһында Дмитрий Медведев ҡатнашлығында тантаналы рәүештә яңынан ҡабыҙыла[22]. Мемориалдың реконструкцияһы шул уҡ йылдың 9 май байрамына тиклем тамамлана. 8 майҙа Рәсәй, Белоруссия һәм Украина президенты ҡатнашлығында Дөйөм милли хәрби дан мемориалының асыу тантанаһы үтте. Хәрби дан ҡалаларына арналған стеланы — авиация генерал-полковнигы Одинцов Михаил Петрович һәм Рәсәй Геройы Сивко Вячеслав Владимирович асты[25][26].

2014 йылдың 24 октябрендә Дәүләт Думаһы (РФ)|Рәсәй Дәүләт Думаһы 3 декабрҙе — Билдәһеҙ һалдаттың Александров баҡсаһында ерләнгән көнөн — Билдәһеҙ һалдат көнө тип иғлан итте[27].

2017 йылдың 8 майында Билдәһеҙ һалдат ҡәберлегендә Мәңгелек ут тоҡаныуына 50 йыл тулыу тантанаһы үтте. Тарихи церемония ҡабаттан сәхнәләштерелде. Унда һуғыш ветерандары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, СССР-ҙың халыҡ артисы Василий Лановой, космонавттар Сергей Крикалёв һәм Елена Серова, шулай уҡ 1941 йылдағы хәрби кейемдәге хәрбиҙәр ҡатнашты[15]. Ут, ваҡытлыса ҡуйылған, Билдәһеҙ һалдат ҡәберлегендәге йондоҙоноң 1967 йылда ҡулланылған күсермәһенән факел менән күсерелде.[13].

Бөгөнгө көндә Мосгаз ойошмаһы Мәңгелек утты йыл һайын профилактик тикшереүҙәр үткәрә[28]. Профилактика эштәре барышында мемориалдағы бронза йондоҙ һүтеп өҫкәрәк күтәрелә, ут һүнмәһен өсөн махсус факел ярҙамында ваҡытлыса горелкаға күсерелә[29].

  1. 1 2 3 Мясников, 2018
  2. Криворучко, Мишин, Смирнов, 1977, с. 43
  3. Мария Раевская. Имя его неизвестно. Вечерняя Москва (8 май 2017). Дата обращения: 30 июль 2018. Архивировано 25 август 2018 года.
  4. Могила Неизвестного Солдата: история мемориала у Кремлевской стены (8 мая 2017). 17 ғинуар 2025 тикшерелгән.
  5. Непомнящий, 2008
  6. Могила Неизвестного солдата у Кремлёвской стены. РИА Новости (8 май 2015). Дата обращения: 30 июль 2018. Архивировано 28 февраль 2017 года.
  7. В Александровском саду члены правительства Москвы возложили венки в День памяти и скорби. ТАСС (22 июнь 2018). Дата обращения: 30 июль 2018. Архивировано 4 июль 2018 года.
  8. Путин возложил венок к Могиле Неизвестного Солдата. РИА Новости (23 февраль 2018). Дата обращения: 30 июль 2018. Архивировано 25 август 2018 года.
  9. Сергей Собянин возложил цветы к Могиле Неизвестного солдата. Москва24 (7 ноябрь 2016). Дата обращения: 30 июль 2018.
  10. Антон Размахнин. Улицы, парки и бульвары города хранят память о Победе. Вечерняя Москва (5 май 2014). Дата обращения: 30 июль 2018. Архивировано из оригинала 25 август 2018 года.
  11. 1 2 Андрей Сидорчик. Его зарыли в шар земной. Как появилась Могила Неизвестного солдата. 17 ғинуар 2025 тикшерелгән.
  12. Александр Емельяненков. На сорок первом в сорок первом. Российская Газета (1 декабрь 2016). Дата обращения: 30 июль 2018. Архивировано 25 август 2018 года.
  13. 1 2 В Александровском саду отметили 50-летие Вечного огня. Мослента (8 май 2017). Дата обращения: 30 июль 2018. Архивировано 28 октябрь 2017 года.
  14. Вечному огню в Александровском саду — 50 лет. Газета.ру (8 май 2017). Дата обращения: 30 июль 2018. Архивировано 25 август 2018 года.
  15. 1 2 В Москве отметили 50-летие Вечного огня в Александровском саду. ТАСС (8 май 2017). Дата обращения: 30 июль 2018. Архивировано 25 август 2018 года.
  16. Могила Неизвестного Солдата
  17. Москва. Энциклопедия, 1998, с. 488
  18. Кожевников, 1983, с. 103
  19. 8 мая. РИА Новости (8 май 2006). Дата обращения: 30 июль 2018. Архивировано 25 август 2018 года.
  20. Андрей Ъ-Павлов. Восстановлен Пост номер один. Коммерсантъ (8 май 1997). Дата обращения: 30 июль 2018.
  21. Указ президента Российской Федерации №1297 «Об Общенациональном мемориале воинской славы». Официальный сайт президента РФ (17 ноябрь 2009). Дата обращения: 30 июль 2018. Архивировано 18 июль 2018 года.
  22. 1 2 Огонь вернулся к Неизвестному солдату. Известия (24 февраль 2010). Дата обращения: 30 июль 2018. Архивировано 25 август 2018 года.
  23. Вечный огонь перенесен на Поклонную гору. РБК (27 декабрь 2009). Дата обращения: 30 июль 2018. Архивировано 25 август 2018 года.
  24. В Александровском саду начинаются ремонтные работы. Коммерсантъ (17 декабрь 2009). Дата обращения: 30 июль 2018. Архивировано 25 август 2018 года.
  25. Стела в честь городов воинской славы открыта в Москве. Лента (8 май 2010). Дата обращения: 30 июль 2018. Архивировано 28 октябрь 2011 года.
  26. У стен Кремля открылась стела «Города воинской славы». Вести (8 май 2010). Дата обращения: 30 июль 2018. Архивировано 25 август 2018 года.
  27. Госдума объявила 3 декабря Днём Неизвестного солдата. ТАСС (24 октябрь 2014). Дата обращения: 30 июль 2018. Архивировано 15 август 2016 года.
  28. Ольга Хотимская. В Москве очистят от копоти запальники Вечного огня. Вечерняя Москва (14 февраль 2013). Дата обращения: 30 июль 2018. Архивировано из оригинала 25 август 2018 года.
  29. Рубен Седракян Виктория Кузнецова. Священное пламя: как проходила профилактика Вечного огня. Известия (23 февраль 2017). Дата обращения: 30 июль 2018. Архивировано 25 август 2018 года.
  • Абрамов А. С. У Кремлёвской стены. — М.: Политиздат, 1978. — 400 с.
  • Кожевников Р. Ф. Скульптурные памятники Москвы. — М.: Московский рабочий, 1983. — 320 с.
  • Криворучко М. Г., Мишин П. И., Смирнов И. Г. Москва — героям Великой Отечественной. Путеводитель. — М.: Московский рабочий, 1977. — 384 с.
  • Москва. Энциклопедия / под ред. С. О. Шмидта. — М.: Большая Российская энциклопедия, 1998. — 976 с. — ISBN 5-85270-277-3.
  • Муравьёв В. Б. Могила Неизвестного Солдата. — М.: Московский рабочий, 1987. — 64, [16] с. — (Биография московского памятника).
  • Мясников А. Л. 100 великих достопримечательностей Москвы. — М.: Вече, 2018. — 320 с. — ISBN 9785448403170.
  • Непомнящий Н. Н. 100 великих сокровищ России. — М.: Вече, 2008. — 320 с. — ISBN 978-5-9533-2698-8.