Суслов Михаил Андреевич

Суслов Михаил Андреевич (1902 йылдың 8 [21] ноябре, Шаховское[d], Һарытау губернаһы[d], Рәсәй империяһы1982 йылдың 25 ғинуары, Мәскәү, РСФСР, СССР) — совет партия һәм дәүләт эшмәкәре, КПСС Үҙәк комитеты Политбюроһы (Президиумы) ағзаһы (1952—1953 һәм 1955 йылдан), КПСС Үҙәк комитеты секретары (1947 йылдан)[lower-alpha 1].

Михаил Андреевич Сусловтың карьераһының иң юғары нөктәһе Брежнев етәкселек иткән осорға тура килә, әммә ул Сталин һәм Хрущев ваҡытында уҡ йоғонтоло эшмәкәр була. Партияның идеологы, ҡайһы берҙә уны «һоро кардинал» тип йөрөтәләр[3].

1921 йылдан партия ағзаһы, 1939 йылдан Үҙәк ревизия комиссияһы ағзаһы, 1941 йылдан Үҙәк комитет ағзаһы, Үҙәк комитеттың ойоштороу бюроһы ағзаһы (1946—1952), КПСС Үҙәк комитеты секретары (1947 йылдан), КПСС Үҙәк комитеты Политбюроһы (Президиумы) ағзаһы (1952—1953 һәм 1955 йылдан). СССР Юғары Советының 1—10-сы саҡырылыштар депутаты. Ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы (1962, 1972). Биш Ленин ордены кавалеры. СССР Фәндәр академияһының юғары наградаһы — К. Маркс исемендәге Алтын миҙал менән бүләкләнгән (1975).

Биографияһы

Һарытау губернаһы Хвалынск өйәҙе Шаховское ауылында (хәҙерге Ульяновск өлкәһенең Павловск районында) ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[4].

1918 йылда — ауыл Ярлылар комитетына, 1920 йылдың февралендә — комсомолға, ә 1921 йылда РКП(б) сафына инә. Комсомол путевкаһы буйынса Мәскәүҙә урынлашҡан Пречистенский рабфагына уҡырға ебәрелә, 1924 йылда уны тамамлағандан һуң (унда 1921 йылдан уҡый[4]) Г. В. Плеханов исемендәге Мәскәү халыҡ хужалығы институтына уҡырға инә, уны 1928 йылда тамамлай. 1929 йылда Коммунистик академияның Иҡтисад институты аспирантураһына уҡырға инә. 1931 йылда уны тамамлағанға тиклем бер үк ваҡытта Мәскәү дәүләт университетында һәм Сәнәғәт академияһында сәйәси иҡтисадтан уҡыта.

1931 йылда — ВКП(б) Үҙәк контроль комиссияһы һәм Эшсе-крәҫтиән инспекцияһының Халыҡ комиссариаты (ЦКК — РКИ) аппаратына, ә 1934 йылда СССР Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарамағындағы Совет контроле комиссияһына (СССР Халыҡ Комиссарҙары Советы) күсерелә.

undefined

1936 йылда Ҡыҙыл профессураның Иҡтисад институтында тыңлаусы була, 1937 йылда уҡыуын тамамлағандан һуң ВКП(б)-ның Ростов өлкә комитетының бүлек мөдире вазифаһына тәғәйенләнә. 1938 йылдың 5 мартынан ВКП(б)-ның Ростов өлкә комитетының икенсе секретары була.

1939 йылдың февраленән 1944 йылдың ноябренә тиклем — ВКП(б)-ның Ставрополь (1943 йылға тиклем — Орджоникидзе) крайкомының беренсе секретары.

Ставрополь крайын немец фашистары баҫып алған осорҙа партизан хәрәкәтен ойоштороусы, 1941—1943 йылдарҙа Кавказ аръяғы фронтының Төньяҡ ғәскәрҙәр төркөмө хәрби советы ағзаһы була.

1944 йылдың 14 ноябрендә ВКП(б) Үҙәк комитетының Литва ССР-ы буйынса бюроһы рәйесе вазифаһына тәғәйенләнә. Бюро һуғыш эҙемтәләрен бөтөрөү эшен һәм «урман туғандары» отрядтары менән көрәш алып барырға тейеш була.

1946 йылдың 18 мартында ВКП(б) Үҙәк комитеты аппаратына күсерелә һәм 13 апрелдә ВКП(б) Үҙәк комитетының тышҡы сәйәсәт (тышҡы бәйләнештәр) бүлеге етәксеһе вазифаһына тәғәйенләнә[5], ә 1947 йылдың 24 майында ВКП(б)Үҙәк комитеты секретары булып китә.

1947 йылдың 16 июненән 25-енә тиклем философия дискуссияһында ҡатнаша, шунан һуң 1947 йылдың 17 сентябрендә Георгий Федорович Александров (ул СССР Фәндәр академияһының Философия институты директоры вазифаһына тәғәйенләнә) урынына КПСС Үҙәк комитетының Пропаганда һәм агитация идаралығы начальнигы итеп тәғәйенләнә һәм был вазифаны 1948 йылдың июленә тиклем, артабан 1949 йылдың июленән 1952 йылдың октябренә тиклем биләй.

1948 йылда космополитизмға ҡаршы көрәш кампанияһын ойоштороусыларҙың береһе була. 1949 йылдан 1950 йылға тиклем «Правда» гәзитенең баш мөхәррире вазифаһында эшләй.

1952 йылдың 16 октябрендә КПСС Үҙәк комитеты Президиумы ағзаһы итеп һайлана, әммә И. В. Сталин вафат булғандан һуң, 1953 йылдың 5 мартында уның составынан сығарыла һәм 16 апрелдә ҡабаттан КПСС Үҙәк комитетының тышҡы сәйәсәт (тышҡы бәйләнештәр) бүлеге етәксеһе вазифаһына тәғәйенләнә.

1954 йылда уға СССР Юғары Советы Союз Советының Сит ил эштәре буйынса комиссияһы рәйесе вазифаһын йөкмәтәләр. 1955 йылдың 12 июлендә яңынан КПСС Үҙәк комитетының — Президиум, һуңынан 1966 йылдың 8 апреленән Политбюро ағзаһы була. Унда идеология мәсьәләләре өсөн яуап бирә.

1956 йылғы Венгрия ихтилалы барышында А. И. Микоян, И. А. Серов һәм М. С. Малинин менән бергә Будапештҡа килә һәм венгр етәкселеге менән уңышһыҙ һөйләшеүҙән һуң Венгрияға совет ғәскәрҙәрен индереү тураһында ҡарар ҡабул итеүҙә мөһим роль уйнай[6].

СССР Юғары Советы Президиумының 1962 йылдың 20 ноябрендәге указы менән коммунистик төҙөлөштә Коммунистик партия һәм Совет дәүләте алдындағы ҙур ҡаҙаныштары өсөн һәм 60 йәше тулыу айҡанлы Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә һәм Ленин ордены менән «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырыла.

1964 йылдың октябрендә Н. С. Хрущевты КПСС Үҙәк комитетының беренсе секретары һәм СССР Министрҙар Советы рәйесе вазифаһынан бушатыуҙа ҡатнаша. Тап ул тейешле пленумда Хрущевҡа ҡаршы йүнәлтелгән тәнҡит менән сығыш яһай[7]. Владимир Фортунатов билдәләүенсә, көнбайыш советологик әҙәбиәтендә оҙаҡ ваҡыт Сусловты Хрущевты урынынан төшөрөү инициаторы һәм заговорҙың төп «моторы» тип иҫәпләйҙәр[8].

1967 йылда Тольятти һайлау округынан РСФСР Юғары Советының 7-се саҡырылыш халыҡ депутаты итеп һайлана[9].

СССР Юғары Советы Президиумының 1972 йылдың 20 ноябрендәге указы менән Коммунистик төҙөлөштә Коммунистик партия һәм Совет дәүләте алдындағы ҙур ҡаҙаныштары өсөн һәм 70 йәш тулыу айҡанлы икенсегә Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы менән бүләкләнә.

undefined

Брежнев осоронда партиялағы роле арта, уның ҡарамағында идеология, мәҙәниәт, мәғариф өлкәләре була.

1979 йылда Афғанстанға совет ғәскәрҙәрен индереү тураһында ҡарар ҡабул иткән Политбюро етәкселәре иҫәбенә инә.

1982 йылдың 25 ғинуарында Мәскәүҙә, Леонид Ильич Брежневтың үлеменә 9 ай ҡалғас, вафат була. Ғүмеренең һуңғы йылдарындағы мөһим эске сәйәси һәм идеологик ролен баһалап (Калинин, Жданов, Сталин, Ворошилов кеүек бер нисә партия эшмәкәрҙәре рәтендә), уны Кремль диуары янындағы зыяратта айырым ҡәберҙә ерләйҙәр. Тиҙҙән унда һәйкәл ҡуялар. 29 ғинуарҙа ерләү церемонияһы бөтә СССР-ға тура эфирҙа күрһәтелә.

Оло йәшкә еткән булһа ла, уның вафаты тураһында төрлө версиялар йөрөй. Владимир Фортунатов билдәләүенсә, Сусловтың үлеменең сәбәбе булып Польшала сираттағы сәйәси көрсөк үҫешен туҡтатырға тырышҡанда кисергән тулҡынланыу тора[8].

Суслов үлгәндән һуң бушаған КПСС Үҙәк комитеты секретары вазифаһына быға тиклем СССР-ҙың Дәүләт именлеге комитетын етәкләгән Ю. В. Андропов һайлана.

Шәхси тормошо

Ғаиләһе

Ата-әсәһе ярлы крәҫтиәндәр була, уларҙың бәләкәй хужалыҡтарында үҙ аттары ла булмай, шуға күрә уның атаһы, Суслов Андрей Андреевич, 1904 йылда Баҡыла нефть промыслаларында эшләп ала, ә 1916 йылда балта оҫталары артелен йыя һәм Архангельскиға юллана. Октябрь революцияһынан һуң ул ауылдағы эшен ҡалдыра, әммә ҡатыны Михаил ярҙамында ауыл хужалығы менән шөғөлләнеүен дауам итә. 1919 йылда ғаилә башлығы РКП(б) сафына инә, шунан һуң ҡала советында эшләй. 1930 йылда вафат була

undefined

Ағаһы — Суслов Виктор Андреевич. Апаһы — Стерликова Маргарита Андреевна — СССР Фәндәр академияһының СССР тарихы институтының ғилми-техник хеҙмәткәре.

Ҡатыны — Суслова Елизавета Александровна (1903—1972), табип, медицина фәндәре кандидаты[10], Мәскәү стоматология институты директоры[11]. Сусловтың ярҙамсыһы В. В. Воронцовтың, Марксизм-ленинизм институты директоры академик А. Г. Егоровтың һәм КПСС Үҙәк комитеты Политбюроһы ағзаһы, Партия контроле комиссияһы рәйесе А. Я. Пельшеның ҡатындары менән бер туған була.

Балалары:

  • Улы — Револий (1929—2021[12]), генерал-майор, техник фәндәр докторы, профессор, СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1979), 1975—1989 йылдарҙа Үҙәк радиоэлектрон системалар ғилми-тикшеренеү институтын етәкләй[13][14]; ҡатыны Ольга Васильевна «Советское фото» (1992 йылдан — «Фотография») журналының баш мөхәррире була;
  • Ҡыҙы — Майя (1939 йылда тыуған), тарих фәндәре докторы, балҡансы; Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты Л. Н. Сумароковтың тол ҡатыны[10].

Донъяға ҡарашы

М. Ф. Ненашев Сусловҡа ошондай баһа биргән:

« Асылда, ул партия консерватизмының тере кәүҙәләнеше ине, үҙенең иҫке кейеменән һәм бөтәһенә лә билдәле калушынан алып, тоғро булған принциптарына тиклем: уйлама, уйлап сығарма, бығаса булғанса ғына эшлә. М. А. Суслов үҙенең эшмәкәрлегендә Брежнев дәүерендәге партия сәйәсәтен тулыһынса һәм ҙур тырышлыҡ менән сағылдыра, уның асылы ғәмәлдәге тәртипте ныҡлы һаҡлауға ҡайтып ҡала.
М. А. Суслов ВЛКСМ Үҙәк комитетының тантаналы пленумы президиумында (беренсе рәттә уңдан өсөнсө), 1968

Шул уҡ ваҡытта М. А. Суслов шәхес булды. Ул коммунистик идеяға ышаныусыларҙың береһе ине, шундай уҡ кешеләрҙән ул ваҡыттағы партия лидерҙарының береһе Ю. В. Андроповты ғына атар инем. Ул ниндәй ҙә булһа ҡыланыуҙы яратманы: һәр ваҡыт үҙе – үтә тәртипле кеше, батша гимназияһы осорондағы уҡытыусы кеүек педант – булып ҡалды. Секретариаттың эшен һәр ваҡыт теүәл алып барҙы, бушты һөйләргә мөмкинлек ҡалдырмайынса, һүҙҙе ҡыҫҡа тотто. М. А. Суслов үҙенең тәжрибәһе, белеме, дөйөм мәҙәниәте буйынса А. Кириленко, И. Капитонов кеүек секретарҙарҙан бер башҡа юғары торҙо… Ул Хрущевтан Брежневҡаса үҙе беренсе скрипка булған партия сәйәсәтенең бөтә практикаһын һәм үҙгәрештәрен кәүҙәләндергән һиҙгер тактик ине. Тап ул КПСС-тың XX съезында иғлан ителгән «оттепель»де һыуытыу һәм унда иғлан ителгән бөтә нимәне онотоу өсөн башҡаларҙан күберәк эшләгән кеше була. Сусловтың вафатынан һуң тотош бер дәүер менән хушлаштыҡ, сөнки ул Сталин мәктәбенең һуңғы вәкилдәренең береһе, уның вариҫы һәм эш позицияһында, стилендә һәм ысулдарында дауам итеүсеһе була.

Һүҙ менән ысын тормош араһындағы ҡапма-ҡаршылыҡтарҙы аңлаған кеше булараҡ, М. А. Суслов тибындағы партия етәкселәре идеологик эшмәкәрлектең баһаһын аңлы рәүештә арттырып күрһәтә, ундағы экстенсив ҡараштарҙы һәр яҡлап яҡлай, пропаганда күләме һәм масштабы артҡан һайын идеологик өлкәнең йәмғиәткә тейешенсә йоғонтоһона өлгәшергә мөмкин тип өмөтләнә[15].

»

Һуңғы йылдарҙа Валентин Катаевты, рәссамдар Илья Глазунов һәм Александр Шиловты үҙ ҡурсауы аҫтына ала[16].

Шәхесе

Дәүләттәге ғәйәт ҙур йоғонтоһона ҡарамаҫтан, көнкүрештә бик тыйнаҡ була һәм аскеттарҙыҡына яҡын тормош алып бара. Бик әҙәпле була, үҙенең ҡул аҫтындағылар һәм идеологик дошмандары менән үҙен яғымлы һәм ипле тота[17][18].

2013 йылда тарихсы Н. А. Митрохин билдәләүенсә, әлеге ваҡытта М. А. Сусловтың хәҙерге заман фәнни биографияһы юҡ, ә уға билдәле булған берҙән-бер биографияһы — Serge Petroff, The Red Eminence: A Biography of Mikhail A. Suslov, Cliffton, NJ: Kingston Press, 1988[19].

Наградалары

СССР
Башҡа илдәрҙеке
  • Социалистик Хеҙмәт Геройының «Алтын Йондоҙ» миҙалы (БХР)[25];
  • «Георгий Димитров» ордены (БХР)[23];
  • Карл Маркс ордены (ГДР)[23];
  • Сухэ-Батор ордены (МХР)[23];
  • Алтын Йондоҙ ордены (ВСР);
  • Клемент Готвальд ордены (ЧССР — 22.11.1977)[26].

Һайланма хеҙмәттәре

  • 1950 йылдың 7 мартында Һарытау-Ленин һайлау округы һайлаусылары йыйылышындағы телмәр — М.: Госполитиздат, 1950
  • 1956 йылдың 16 февралендә КПСС-тың XX съезындағы телмәр — М.: Госполитиздат, 1956
  • Бөйөк Октябрь социалистик революцияһының 39 йыллығы. 1956 йылдың 6 ноябрендә Мәскәү Советының тантаналы ултырышындағы доклад — М.: Госполитиздат, 1956
  • КПСС-тың халыҡ-ара коммунистик хәрәкәттең берҙәмлеге өсөн көрәше тураһында: КПСС Үҙәк Комитеты пленумындағы доклад 14 февр. 1964 йыл — М.: Госполитиздат, 1964
  • Бөйөк Октябрь байрағы аҫтында — коммунизм еңеүенә. 1970 йылдың 6 ноябрендә Кремлдең Съездар һарайында Бөйөк Октябрь социалистик революцияһының 53 йыллығына арналған тантаналы ултырыштағы доклад — М.: Политиздат, 1970
  • Марксизм-ленинизм иһәм хәҙерге заман. Сығыштар йыйынтығы — M., 1970
  • Һайланма әҫәрҙәр. Сығыштар һәм мәҡәләләр — М., 1972
  • РСДРП-ның икенсе съезы һәм уның бөтә донъя күләмендәге тарихи әһәмиәте. Мәскәүҙә РСДРП-ның II съезының 70 йыллығына арналған тантаналы ултырыштағы доклад — М.: Политиздат, 1973
  • Марксизм-ленинизм — эшсе синыфтың интернациональ тәғлимәте — М.: Мысль, 1973
  • Коммунизм төҙөү юлында. 2 томда сығыштар һәм мәҡәләләр — М.: Политиздат, 1977
  • Марксизм-ленинизм һәм хәҙерге заман. Сығыштар йыйынтығы — М.: Политиздат, 1979. — 96 б., 100 000 дана
  • Марксизм-ленинизм һәм хәҙерге заман. Сығыштар йыйынтығы. 2-се баҫма, өҫтәмәләр менән — М.: Политиздат, 1980. — 198 б., 100 000 дана
  • Марксизм-ленинизм һәм хәҙерге заман. Һайланма сығыштар һәм мәҡәләләр. 3 томда — М.: Политиздат, 1982

Хәтер

  • 1982 йылдың 19 ноябрендә М. А. Сусловҡа Мәскәүҙә Замоскворечьела Г. В. Плеханов исемендәге Мәскәү халыҡ хужалығы институты (Стремянный тыҡрығы, 28), Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультеты биналарында (Моховая урамы)[27] һәм Оло Бронная урамындағы 19-сы йорт фасадында тантаналы рәүештә мемориаль таҡтаташтар асыла.
undefined

Кинола

Документаль фильмдар
  • «Михаил Суслов. Человек без лица» (2008 йыл);
  • «Суслов. Серый кардинал»;
  • Тарихи хроникалар. 1964 — Суслов Михаил Андреевич.
Нәфис фильмдар

1966 йылда сыҡҡан «Три толстяка» фильмында шәп актер Виктор Сергачевтың сағыу башҡарыуындағы уҡытыусы Раздватрис — көслө совет идеологы Михаил Сусловҡа пародия. А. В. Баталов үҙе был фактты таный. 1989 йылда биргән интервьюһында әйтеүенсә, уға Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелгәндән һуң, тап ошо сағыу пародия көслө партия идеологы Михаил Суслов менән күп йыллыҡ низағҡа килтерә, һәм был «Три толстяка» фильмында Суок ролен башҡарған яҡшы актриса Лина Бракнитеның кинематографиялағы яҙмышына ныҡ кире йоғонто яһай.

Актер Виктор Сергачев 1993 йылда биргән интервьюһында «И, это революционные танцы» тигән ҡанатлы һүҙҙәрҙе әйткәндә, тап М. Сусловҡа пародия яһағанын асыҡтан-асыҡ раҫлай. 1993 йылда режиссер Игорь Гостев «Серые волки» сәйәси детективын төшөрә. Михаил Суслов роленә ул тап Виктор Сергачевты саҡыра, сөнки ул тышҡы ҡиәфәте менән М. Сусловҡа ныҡ оҡшаған була. Сергачевтан интервью алалар һәм ул, ғәмәлдә, Михаил Сусловты йәшертен рәүештә А. В. Баталовтың «Три толстяка» фильмында бейеү уҡытыусыһы Раздватрис ролендә, булмышы менән чиновник М. Сусловтың характерының типик һыҙаттары булараҡ, уның телмәр, аудитория менән аралашыу манераһын, ҡысҡырып торған лозунгыларын («и это революционные танцы»), бигерәк тә конформизмын асыҡтан-асыҡ пародиялап уйнағанын һөйләй.

  • «Брежнев» (2005) һәм «Разрывая замкнутый круг» (2014) телесериалдарында — Игорь Ясулович;
  • «Красная площадь» (2004) сериалында ;
  • «Серые волки» (1993) нәфис фильмында һәм «КГБ в смокинге» (2005) телесериалында — Виктор Сергачев;
  • «И примкнувший к ним Шепилов» (2009) телевизион фильмында — Сергей Кагаков;
  • «Вольф Мессинг: видевший сквозь время» (2009) телесериалында — Сергей Клановский;
  • «Фурцева» (2011) телесериалында — Дмитрий Поднозов;
  • «Товарищ Сталин» (2011) телесериалында — Даниил Спиваковский;
  • «Жуков» (2012) телесериалында — Геннадий Поварухин;
  • «Однажды в Ростове» (2012) һәм «Джуна» (2015) телесериалдарында — Валерий Ненашев;
  • «Таинственная страсть» (2016) телесериалында — Сергей Уманов.

Иҫкәрмәләр

Комментарийҙар

  1. Абсолютный рекордсмен по времени пребывания в должности секретаря ЦК — 35 лет

Сығанаҡтар

  1. 1 2 Michail Andrejewitsch Suslow // Filmportal.de — 2005.
  2. Michail Andrejewitsch Suslow // Brockhaus Enzyklopädie (нем.) / Hrsg.: Bibliographisches Institut & F. A. Brockhaus, Wissen Media Verlag
  3. Суслов • Большая российская энциклопедия — электронная версия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 ғинуар 2026. Архивировано 17 апрель 2021 года.
  4. 1 2 Источник. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 ғинуар 2026. Архивировано 30 ғинуар 2022 года.
  5. Справочник по истории КПСС. web.archive.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 ғинуар 2026.
  6. Малашенко Е. И. Особый корпус в огне Будапешта. // Военно-исторический журнал. — 1993. — № 11. — С.44.
  7. Р. А. Медведев, «Ближний круг Сталина. Соратники вождя»
  8. 1 2 М. А. Суслов: «делатель царей» или второй Победоносцев? web.archive.org (28 август 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 ғинуар 2026./ Владимир Фортунатов // Российская история в лицах
  9. Список депутатов, избранных в Верховный Совет РСФСР, 1967 год. Куйбышевская область. web.archive.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 ғинуар 2026.
  10. 1 2 Штрихи к личностному портрету Суслова. web.archive.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 ғинуар 2026.
  11. Университет > История университета. web.archive.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 ғинуар 2026.
  12. Реестр наследственных дел. Федеральная нотариальная палата (14 август 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 ғинуар 2026.
  13. Гамов А. Брежнев выучил наизусть «12 стульев», а Суслов слушает «Битлз». kp.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 ғинуар 2026. Архивная копия от 30 октябрь 2013 на Wayback Machine
  14. История ЦНИИРЭС. web.archive.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 ғинуар 2026.
  15. М. Ф. Ненашев. Заложник времени (заметки, размышления, свидетельства). — М.: Прогресс Культура.
  16. Неизвестный Суслов. lgz.ru (23 ноябрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 ғинуар 2026.
  17. Медведев Р. А. Суслов, Михаил Андреевич. web.archive.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 ғинуар 2026.
  18. Суслов, Михаил Андреевич. web.archive.org (7 июнь 2009). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 ғинуар 2026.
  19. Back‑Office Михаила Суслова Или Кем И Как Производилась Идеология Брежневского Времени. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 ғинуар 2026. Архивировано 26 апрель 2021 года.
  20. Суслов Михаил Андреевич. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 ғинуар 2026.
  21. «За выполнение 5-летнего плана (1966—1970)» («Не подлежит опубликованию»)
  22. Члены Политбюро ЦК КПСС. 30 декабря 1971 (групповое фото награжденных). web.archive.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 ғинуар 2026.
  23. 1 2 3 4 5 6 Михаил Андреевич Суслов//материалы Большой советской энциклопедии. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 ғинуар 2026. Архивировано 21 октябрь 2019 года.
  24. Награждение орденами партийных и советских работников Ставропольского края // Газета Красная звезда — 25.03.1945 — № 71 (6059)
  25. Серый кардинал при Брежневе. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 ғинуар 2026. Архивировано 5 ноябрь 2019 года.
  26. Список кавалеров ордена Клемента Готвальда. web.archive.org. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 ғинуар 2026.
  27. 3.02.1989 г. ЦК КПСС и Совет Министров СССР внесли изменение в Постановление от 15.02.1982 г. «Об увековечения памяти Суслова М. А.». Пункт № 2 отменить (установка мемориальной доски). Доска снята в феврале 1989 года после акта вандализма (облита чернилами)

Әҙәбиәт

  • Аксютин Ю. В. «Кащей развитого социализма» // Россия XXI. — 2010. — № 2.
  • Аксютин Ю. В. Суслов Михаил Андреевич М.: Большая советская энциклопедия. — 2016. — С. 458. — (Большая российская энциклопедия : в 35 т. / гл. ред. Ю. С. Осипов ; 2004—2017, т. 31). — ISBN 978-5-85270-368-2.
  • Картер П. М. Шеф-идеолог: М. А. Суслов и «наука» о коммунизме в СССР. — М., 2003.
  • Медведев Р. А., Ермаков Д. «Серый кардинал». М. А. Суслов: политический портрет. — М., 1992.
  • Леонид Сумароков: Другая эпоха (Феномен М. А. Суслова. Личность, идеология, власть). — М.; София; Вена, 2002—2005.

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар