Ростов дәүләт университеты

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ростов дәүләт университеты
Административ-территориаль берәмек Дондағы-Ростов
Дәүләт
Алмаштырылған Көньяҡ федераль университет[d]
Нигеҙләү датаһы 1915
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
Рәсми сайт rsu.ru
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе Көньяҡ федераль университет[d]
Алыштырған Варшавский университет[d]
Рәсем
Хөрмәтенә аталған Суслов Михаил Андреевич
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 2006
Рәсми атамаһы рус. Императорский Варшавский университет в г. Ростове-на-Дону
рус. Донской университет
рус. Донской университет имени М. П. Богаевского
рус. Северо-Кавказский государственный университет
рус. Ростовский-на-Дону государственный университет
рус. Ростовский-на-Дону государственный университет имени В. М. Молотова
рус. Ростовский государственный университет
рус. Ростовский государственный университет имени М. А. Суслова
рус. Ростовский государственный университет
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Преподаватели Ростовского государственного университета[d]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы
Логотип РУВИКИ.Медиа РУВИКИ.Медиа файлдары

Ростов дәүләт университетын (РГУ) — Дондағы Ростов ҡалаһындағы 19152006 йылдарҙа эшләп килгән университет. Рәсәй Көньяғының иң ҙур мәғариф, фән һәм мәҙәниәт үҙәге. Ул Беренсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында эвакуацияланған Варшава Император университеты базаһында барлыҡҡа килгән.

2006 йыл аҙағында РГУ "Көньяҡ федераль университетына (РФ Хөкүмәте Бойороғо, 23 ноябрь, 2006 йыл, № 161-р һәм РФ Рәсәй Федерацияһы мәғариф һәм фән Министрлығы бойороғо(4 декабрь, 2006 йыл, № 1447) буйынса әйләндерелә. Университетҡа Ростов дәүләт архитектура һәм сәнғәт академияһы, Ростов дәүләт педагогия университеты һәм Таганрог дәүләт радиотехник университеты берләштерелә.


1915 йылда Беренсе бөтә донья һуғышы ваҡытында Варшава Император университетын ваҡытлыса Дондағы Ростовҡа күсерергә булалар. Был эште ойоштороу инициаторы булып Ростов дауаханаһы баш табибы Николай Васильевич Парийский (18581923 йылдар), элекке Медицина академияһының приват-доценты, һуңынан Дон университеты профессоры торған.

1915 йылдың 12 авгусында университет Советының ике ултырышы үткәрелә. Был ултырыштарҙа Варшава университетын Дондағы Ростовҡа күсерергә ҡарар сығаралар. Университет ҡалаға күсеп килгәнсе унда бер ниндәй ҙә юғары уҡыу йорто һәм ғилми дәрәжәле бер кем дә булмаған. Варшава университеты күсеп килгәс тә бында ғалимдарҙың бик ҙур коллективы барлыҡҡа килгән.


1915 йылдың сентябрь аҙағында университетты яңы уҡыу йылына әҙерләү буйынса хужалыҡ эштәре алып барыла. Һуғыш ваҡыты ауырлыҡтарына ҡарамаҫтан. университетты әҙерләү эштәре бик ҙур тиҙлек менән алып барыла. Профессор А. Р. Колли физик лаборатория урынлаштыра, унда 1916 йылда етди фәнни тикшеренеү эштәре алып барыла. Профессор И. Ф. Пожарский үҙ хеҙмәткәрҙәре ярҙамы менән ике йыл эсендә Дондағы Ростовта илдә ҙур һәм иң яҡшы булған патологоанатомик институтын булдыра.

Башта университет Дон университеты, граждандар һуғышы йылдарында — Төньяҡ-Кавказ дәүләт университеты тип йөрөтөлгән. 1930 йылда уны бөтөргәс, уҙаллы уҡыу йорттары төҙөлә: шул иҫәптән Педагогия Институты, сәнәғәт һәм хеҙмәт институты, Финанс-иҡтисад институты, аҙыҡ-түлек сәнәғәте һәм иҡтисады институты. 1931 йылда яңы ойошторолған Дондағы Ростов дәүләт университетында башта барлығы физика-математика, химия һәм геоботаник факультеттары булған. Унда уҡыуҙар 1931 йылдың октябрендә башлана.