Көнкүреш

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Викидата элементы тултырылмаған

Көнкүреш — донъя көтөү, кешенең көндәлек тормошта физиологик ихтыяждары ҡәнәғәтләндерелә торған көнитмеше[1]. Көнкүреш әйберҙәре һәм кешенең уларға бәйле ғәмәлдәре менән бәйле хәл торошо. Мәҫәлән, кешенең үҙ-үҙен тәьмин итеү өсөн йәшәү өсөн кәрәкле нәмәләр: торлаҡ, кейем-һалым, туҡланыу һәм башҡа бик күп төрлө эш-ғәмәл менән шөғөлләнеүе.

Йәшәү рәүеше булараҡ, көнкүреш йыш ҡына «юғары» хистәргә — мөхәббәт, сәнғәт, фән, күңел асыу һ.б. кеүек күренештәргә ҡаршы ҡуйылыусан.

Шуны ла әйтергә кәрәк — күп кенә телдәрҙә русса «быт» тигән төшөнсәгә тап килгән һүҙ юҡ (мәҫәлән, инглиз телендә). Был шулай уҡ башҡорт теленә лә ҡағылышлы, сөнки көнкүреш тигәндә матди ғына түгел, йәмғиәттәге мөнәсәбәттәр ҙә күҙҙә тотола. Мәҫәлән, Аҡһаҡалдар ҡоро,, Өләсәй.

Көнкүрештең мәҙәниәттә сағылышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ағас ҡул тирмәне

Көнкүреш күренештәре тулыһынса йә өлөшләтә әҫәрҙәрҙә сағылыш таба. Әйтем-мәҡәлдәрҙә лә бар ул. Дөрөҫ, уларҙа «көнкүреш» тип түгел, мал табыу, донъя көтөү, йорт-йыһазға бәйле итеп әйтелә. Мәҫәлән, «Донъя малы — дуңғыҙ (сусҡа) ҡаны». Мосолман өсөн сусҡа ите — харам ризыҡ, сусҡа аҫрау ҙа шуға инә. Йәғни, донъя малы артынан ҡыуыу гонаһҡа килтереүсән, иманды оноттороусан. Был көнкүреште, өҫтәрәк әйтелгәнсә, юғары хистәргә ҡаршы ҡуйыуға ауаздаш фекер.

Урыҫ әҙәбиәтендә иһә Владимир Маяковскийҙың барыбыҙға ла таныш Любовная лодка разбилась о быт тигән фразаһы бар.

Башҡорт көнкүреше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Боронғо башҡорт кейеме

Башҡорт халҡы күп быуаттар ярымкүсмә тормош рәүеше алып барған. Көнкүреше лә, йорт-ҡура, йорт йыһазы шуның менән бәйле булған. Ҡыш ҙур булмаған өйҙәрҙә, йәй көндәре тирмәләрҙә йәшәгәндәр.

ХIХ быуат башына Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә игенселек менән шөғөлләнеү төп урынды биләгән. Аҙбарҙа мал аҫралған, һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ һәм умартасылыҡ булған. Башҡортостандың Төньяҡ Урал арты һәм көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә ултыраҡ рәүештә малсылыҡ-игенселек төп урынды тотҡан.

Хужалыҡ үҙенсәлегенә бәйле, ит һәм ҡамыр аштары өҫтөнлөк иткән. Он иләү ҡулайламалары иләк, һелкеүес менән ҡамыр йәйеү өсөн уҡлау хужабикәләрҙең кәрәкле эш ҡоралы булған.

Малсылыҡ Өфө ҡалаһынан төньяҡ-көнбайышта, төньяҡта, төньяҡ-көнсығышта һәм көнсығышта ныҡ таралған. Игенселек аҙ үҫешкән, ултыраҡ малсылыҡ һәм йәйләүгә сығыу менән шөғөлләнгәндәр.

Замана үҙгәрә барған һайын, көнкүрештә ит турағыс, кер йыуыу таҡтаһы, үтек ҡулланышҡа ингән.

Хәҙерге башҡорт көнкүреше илдәге башҡа халыҡтарҙан әллә ни айырылмай. Боронғо кәсептәр, милли кейем-һалым, биҙәүестәр тергеҙелеүе күҙәтелә (Башҡорт милли кейеме, Башҡорт милли биҙәүестәре). Тула баҫыу, ҡорама тегеү, уларҙан төрлө әйберҙәр етештереү әүҙемләшә.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Башҡорт теленең һүҙлеге. 1-се том. — Мәскәү, 1993. — 541-се бит

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]