Серова Елена Олеговна

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Гражданлығы
Время в космосе 14 449 740 секунд[1]
Летал на МКС-41[d], Союз ТМА-14М[d] и МКС-42[d]
Рәсми сайт serova-eo.ru
Эшмәкәрлек төрө сәйәсмән
Заты ҡатын-ҡыҙ
Уҡыу йорто
Член экипажа Союз ТМА-14М[d]
URL-да тасуирланған supercluster.com/… (инг.)
gctc.ru/main.php?… (рус.)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһы Геройы Лётчик-космонавт Российской Федерации
Туған тел урыҫ теле
Сәйәси фирҡә ағзаһы
Һөнәр төрө путешественница-исследователь, Космонавт, сәйәсмән, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты
Ойошма ағзаһы Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының VII саҡырылыш Дәүләт Думаһы[d]
Рәсем
Тыуған көнө 22 апрель 1976({{padleft:1976|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (49 йәш)
Тыуған урыны
Логотип РУВИКИ.Медиа РУВИКИ.Медиа файлдары

Серова Елена Олеговна (ҡыҙ фамилияһы Кузнецова; 22 апрель 1976 йыл, Воздвиженка, Приморье крайы, РСФСР, СССР) — Рәсәй сәйәсмәне, космонавт. 2016 йылдың 5 октябренән VII саҡырылыш Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһы депутаты. «Берҙәм Рәсәй» партияһы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһы Геройы (2016).

Ю. А. Гагарин исемендәге космонавтар әҙерләү үҙәге отряды һынаусыһы. Рәсәй Федерацияһы лётчик-космонавты (2016). СССР һәм Рәсәй тарихында дүртенсе (Валентина Терешкова, Светлана Савицкая һәм Елена Кондаковаларҙан һуң) ҡатын-ҡыҙ-космонавт.

Елена Кузнецова 1976 йылдың 22 апрелендә хәрби хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуған. Атаһының хеҙмәт шарттары буйынса ғаилә бер нисә тапҡыр йәшәү урынын алмаштыра.

1993 йылда Гросенхайн ҡалаһында (Германия) Көнбайыш ғәскәрҙәре төркөмөнөң 99-сы урта мәктәбен тамамлай.

Мәскәү авиация институтына уҡырға инә. Студент йылдарында Мәскәү авиация институты ҡарамағындағы түбән температуралар ғилми-тикшеренеү институтында техник булып эшләй. Институтта уҡыған осорҙа буласаҡ ире Серов Марк менән таныша.

2001 йылдың март айында С. Орджоникидзе исемендәге Мәскәү авиация институтының (МАИ) аэрокосмос факультетын «инженер» квалификацияһы алып тамамлай.

2001 йылдың авгусында «Энергия» ракета-космос корпорацияһында инженер булып эшләй башлай, Серов Марк унда 1998 йылдан алып эшләй.

2003 йылдың 23 ғинуарында Марк һәм Елена Серовтарҙың ҡыҙҙары тыуа.

2003 йылда Мәскәү дәүләт приборҙар эшләү һәм информатика академияһын (МГАПИ) «иҡтисадсы» һөнәре буйынса тамамлай һәм шулай итеп икенсе юғары белем ала.

2004 йылдың аҙағынан — икенсе категория инженер.

Космонавтар отрядында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Космонавтар отрядына алынғанға тиклем «Энергия» ракета-космос корпорацияһында 2 категориялы инженер булып һәм Осоштар менән идара итеү үҙәгендә эшләй.

2006 йылдың 11 октябрендә космонавтарға кандидаттар һайлап алыу буйынса ведомство-ара комиссия ултырышында «Энергия» ракета-космос корпорацияһы отряды космонавтары кандидаты вазифаһына тәҡдим ителә.

2006 йылдың декабрендә Елена «Энергия» ракета-космос корпорацияһының «2006 йыл йыйылмаһы» космонавтар отрядына[2] космонавт-һынаусыға кандидат вазифаһына ҡабул ителә.

2007 йылдың февралендә Ю. А. Гагарин исемендәге Космонавтар әҙерләү үҙәгендә ике йыллыҡ курс үтә башлай.

2009 йылдың июнендә Сероваға «Энергия» ракета-космос корпорацияһының «космонавт-һынаусыһы» квалификацияһы бирелә.

Елена 2011 йылдан Роскосмос космонавтар отрядының космонавт-һынаусыһы.

Ведомство-ара комиссияның 2011 йылдың 15 декабрендәге ҡарары менән Серова Союз ТМА-14М карабының төп экипажы составына бортинженер итеп тәғәйенләнә.

Йыһанға осоуға әҙерлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Союз ТМА-14М» карабы экипажы старт алдынан, 25 сентябрь 2014 йыл

2012 йылдың ғинуарынан 2014 йылдың мартына тиклем МКС-39/40 алмаш экипаж составында әҙерлек үтә.

2014 йылдың 7 февралдә Сочиҙа Ҡышҡы Олимпия уйындарын асыу тантанаһында Сергей Крикалев етәкселегендәге Советтар Союзы һәм Рәсәй космонавтары төркөмө составында Рәсәй Федерацияһы флагын күтәреү хөрмәтенә лайыҡ була[3].

Йыһанға осоу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Елена Серова МКС бортында
Осоу статистикаһы
# Старт



карабы
Старт, UTC Экспедиция Ултыртыу



карабы
Ултыртыу, UTC Осош Асыҡ космосҡа



сығыу
Асыҡ космоста



ваҡыт
1 Союз ТМА-14М 25.09.2014, 20:24 Союз ТМА-14М, МКС-41/42 Союз ТМА-14М 12.03.2015, 02:07 167 тәүлегенә 42 сәғәт 05 минутта 0 0

Осоштан һуң[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәсәй Федерацияһы Геройы йондоҙон тапшырыу һәм «Рәсәй Федерацияһының лётчик-космонавты» маҡтаулы исемен биреү, 2016 йылдың 10 марты.

Сероваға 2016 йылдың февраль айында Рәсәй Федерацияһы Геройы исеме бирелә һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырыла. Шулай уҡ «Рәсәй Федерацияһының лётчик-космонавты» маҡтаулы исеме бирелә. Рәсми бүләкләү Кремлдың Екатеринина залында 2016 йылдың 10 мартында үтә[4].

2016 йылдың 23 сентябрендә Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһына депутат булып һайланыу менән бәйле инструктор-космонавт-һынаусы вазифаһынан бушатыла.

Дәүләт Думаһы Депутаты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2016 йылдың октябрендә 7-се саҡырылыш Дәүләт Думаһында Серова тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм экология буйынса комитет рәйесе урынбаҫары вазифаһына тәғәйенләнә. Комитетты депутат Владимир Бурматов етәкләй.

Закондар сығарыу эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2016—2019 йылдарҙа VII саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты вәкәләттәрен башҡарыу осоронда федераль закондар проектына 13 закондар сығарыу инициативаһы һәм төҙәтмәләр авторҙашы була[5].

Ире «Энергия» ракета-космос корпорацияһының элекке космонавт-һынаусыһы Серов Марк, ҡыҙы Серова Елена Марковна (тыуған 23.01.2003)[6].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
  • Рәсәй Федерацияһы Геройы (2016 йылдың 15 февралендә) — «Халыҡ-ара йыһан станцияһында оҙайлы космик осошто тормошҡа ашырыу ваҡытында күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн»[7].
  • Рәсәй Федерацияһының лётчик-космонавты (2016 йылдың 15 февралендә) — «Халыҡ-ара йыһан станцияһында оҙайлы космик осошто тормошҡа ашырыу ваҡытында күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн».