Якушев Владимир Владимирович
Владимир Владимирович Якушев (1968 йылдың 14 июне, Нефтекама, Башҡортостан Республикаhы) — Рәсәйҙең хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре. 2024 йылдың 25 сентябренән РФ Федерация Советы рәйесенең беренсе урынбаҫары. 2020 йылдың 9 ноябренән Рәсәй Президентының Урал федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле[1]. «Берҙәм Рәсәй» сәйәси фирҡәһенең Юғары советы ағзаһы. Иҡтисад фәндәре кандидаты (2005), Почёт (2008) һәм IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» (2012) ордендары кавалеры.
Биографияһы
Владимир Владимирович Якушев 1968 йылдың 14 июнендә Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Нефтекама ҡалаһында алыҫ араларға йөрөүсе шофер ғаиләһендә тыуған. Ете йәшендә ата-әсәһе менән Ямал-Ненец автономиялы округының Надым ҡалаһына күсенеп килә һәм шунда урта мәктәпте тамамлай. 1986 йылдың 26 июненән 1988 йылдың 6 июненә ҡәҙәр Совет Армияһы сафтында хәрби хеҙмәттә була һәм запасҡа ҡайтарылғандан һуң Төмән дәүләт университетына уҡырға инә. 1993 йылда был уҡыу йортоноң юридик факультетын «хоҡуҡ белеме» һөнәре буйынса, 1997 йылда — ситтән тороп иҡтисад факультетын «финанстар һәм кредит» һөнәре буйынса, иҡтисадсы квалификацияһы алып, уңышлы тамамлап сыға.
Үҙаллы хеҙмәт эшмәкәрлеген 1993 йылда Көнбайыш Себер коммерция банкының Ямал-Ненец филиалында юристконсультант булып башлай. Артабан 1994 йылдың 25 июленән 1995 йылдың 24 ғинуарынаса банк филиалы директоры вазифаһын башҡарыусы, шунан уның директоры булып эшләй. 1997 йылдың 19 майында «Запсибкомбанк» Асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Салехард филиалы директоры — банктың вице-президенты итеп тәғәйенләнә, 1998 йылдың 27 апреленән банктың беренсе вице-президенты, 1998 йылдың 29 апреленән «Запсибкомбанк» Асыҡ акционерҙар йәмғиәте президенты була.
2001 йылдың 13 июнендә Төмән өлкәһенең вице-губернаторы итеп тәғәйенләнә, ул ваҡыттағы өлкә башлығы, һуңынан Мәскәү ҡалаһы мэры итеп тәғәйенләнгән Сергей Собянин командаһында эшләй. 2005 йылдың март башында Төмән ҡалаһы башлығының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә, 21 марттан — башлыҡ вазифаһын башҡарыусы, 14 апрелдән 24 ноябргә тиклем — Төмән ҡалаһы башлығы булып эшләп ала һәм Төмән өлкәһенең губернаторы итеп үрләтелә.
2010 йылдың 12 октябрендә Рәсәй Федерацияһының ул саҡтағы Президенты Д. А. Медведев тәҡдиме менән Төмән өлкәһе Думаһы тарафынан сираттағы биш йылға өлкә губернаторы итеп бер тауыштан раҫлана. Сираттағы һайлауҙарға бәйләнешле 2014 йылдың 17 майынан Рәсәй Президенты В. В. Путин указына ярашлы Төмән өлкәһе губернаторы вазифаларын ваҡытлыса башҡара. 2014 йылдың 14 сентябрендә үткән губернатор һайлауҙарының беренсе турында уҡ һайлаусыларҙың 87,3 % тауышын йыя һәм 25 сентябрҙән — яңынан Төмән өлкәһе губернаторы булып эшмәкәрлеген дауам итә. Владимир Якушев — Төмән өлкәһе тарихындағы дүртенсе губернатор.
Өлкә етәксеһе вазифаһында Владимир Якушев үҙен тик ыңғай яҡтан күрһәтеп килә. Бигерәк тә уның етәкселегендә төбәктә тормошҡа ашырылған социаль сәйәсәт һөҙөмтәләре иғтибарға лайыҡ, уны Үҙәк Рәсәйҙә һәм илдең Ҡара тупраҡлы зонаһында урынлашҡан өлкә етәкселәре ныҡлап өйрәнә. Етәксе шулай уҡ торлаҡ төҙөү, демография һәм спорт мәсьәләренә йылдар барышында күҙ уңында тотоп килә.
Өлкә етәксеһе булараҡ, Владимир Якушев социаль селтәрҙәрҙә үҙенең рәсми блогын булдырған. Губернатор унда үҙенең йәмәғәтселеккә видемөрәжәғәттәрен урынлаштыра, халыҡты теге йәки был мәсьәләрҙе тикшереүҙә әүҙем ҡатнашырға саҡыра.
Юғары вазифаларҙы башҡарғанда тырыш һәм фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн 2008 йылда Почёт ордены һәм 2012 йылда IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордендары менән бүләкләнә. Физик культура һәм спортты пропагандалауға һәм үҫтереүгә индергән шәхси өлөшө өсөн 2013 йылда Рәсәй спорт министрлығының Николай Озеров миҙалына лайыҡ була.
Владимир Якушев тыуған ҡалаһы Нефтекама менән бәйләнештәрен өҙмәй. 2015 йылдың 9 апрелендә ул, ҡалала нәшер ителгән «Красное знамя» гәзитен 50 йыллыҡ юбилейы менән ҡотлап, телеграмма ебәрә.
2018 йылдың 8 майында Төмән өлкәһе губернаторы вазифаһынан үҙ теләге менән бушатыла һәм 18 майҙа Рәсәй Федерацияһының Төҙөлөш һәм торлаҡ-комуналь хужалығы министры итеп тәғәйенләнә[2][3]. Был вазифала ул 2020 йылдың 9 ноябренә тиклем эшләне һәм Рәсәй Президентының Урал федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп тәғәйенләнде[4].
2020 йылдың 9 ноябрендә Якушев Рәсәй Федерацияһының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһынан бушатыла һәм Рәсәй федерацияһы президентының Урал федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле итеп тәғәйенләнә.
2024 йылдың 24 сентябрендә Рәсәй президенты Указы Менән Владимир Якушев урал федераль округында тулы хоҡуҡлы вәкил вазифаһынан бушатыла[5][6].
2024 йылдың 25 сентябрендә Төмән өлкәһенең башҡарма власынан сенатор була, РФ Федерация советы рәйесенең беренсе урынбаҫары итеп һайлана.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Почёт ордены (2008)[7];
- IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены (2012);
- Рәсәй спорт министрлығының Николай Озеров миҙалы (2013);
- Бүләк ҡоралы — офицер кортигы (2006).
Өҫтәлмә мәғлүмәт
- 2005 йылдың декабрендә «Ҡатмарлы ойошторолған төбәктең территориаль үҫеше менән программалы-маҡсатлы идара итеү» темаһына диссертация яҡлап, «иҡтисад фәндәре кандидаты» тигән ғилми дәрәжә ала.
- Өйләнгән, улы һәм ҡыҙы бар. Ҡатыны конькиҙә фигуралы шыуыу федерацияһын етәкләй. Якушевтың улы Төмән дәүләт университетының иҡтисад факультетында уҡыған осоронда Рәсәй Армияһының Һауа-десант ғәскәрҙәре сафында бер йыл хәрби хеҙмәттә була. Запасҡа ҡайтҡас, ҡалдырылған имтихандарын экстерн ысулы менән уңышлы тапшыра һәм үҙ төркөмө менән уҡыуын дауам итә, үҙ һөнәре буйынса магистратура тамамлай. Якушевтарҙың ҡыҙы мәктәптә «отлично» билдәләренә уҡыу менән бер рәттән бик теләп бейеү түңәрәгендә шөғөлләнә.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Владимир Якушев назначен полномочным представителем Президента в Уральском федеральном округе (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 ноябрь 2020)
- ↑ Ведомости. Кто вошел в новое правительство. Полный список (18 май 2018). 18 май 2018 тикшерелгән.
- ↑ Владимир Путин назначил уроженца Башкирии министром. Gorobzor.ru — информационный портал о главных событиях в Уфе и Башкирии. 22 января 2020 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 ғинуар 2020)
- ↑ Уроженец Нефтекамска назначен полпредом Уральского федерального округа. ИА «Башинформ», 9 ноября 2020 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 ноябрь 2020)
- ↑ Владимир Якушев освобожден от должности полпреда президента РФ на Урале (24 сентябрь 2024). 24 сентябрь 2024 тикшерелгән.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 24.09.2024 № 815 ∙ Официальное опубликование правовых актов. Официальное опубликование правовых актов (24 сентябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 сентябрь 2024.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 3 декабря 2008 года № 1725(недоступная ссылка)
Әҙәбиәт
- Якушев Владимир Владимирович // Большая Тюменская энциклопедия / Гл. ред. Г. Ф. Шафранов-Куцев. — 1-е изд. — Тюмень: НИИ региональных энциклопедий ТюмГУ; ИД «Сократ», 2004. — Т. 3. Р—Я. — С. 455-456. — 495 с. — 10 000 экз. — ISBN 5-88664-177-7.
Сығанаҡтар
- Губернатор Тюменской области. Официальный сайт 2015 йылдың 16 март көнөндә архивланған. (рус.)
- Блог Владимира Якушева 2015 йылдың 13 апрель көнөндә архивланған. (рус.)
Һылтанмалар
- Владимир Владимирович Якушев: Пресс-портрет. Яндекс. Новости. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июнь 2013. Архивировано 1 июнь 2013 года. 2012 йылдың 31 октябрь көнөндә архивланған.
- Официальный сайт губернатора Тюменской области
- Якушев Владимир Владимирович. Справочник персон. РИА ФедералПресс. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 июнь 2013. Архивировано 1 июнь 2013 года. 2016 йылдың 3 апрель көнөндә архивланған.
- ФедералПресс Российско информационное агентство. Персоны: Якушев Владимир Владимирович 2016 йылдың 3 апрель көнөндә архивланған. (рус.)
- ПРИКАЗ «О НАГРАЖДЕНИИ ВЕДОМСТВЕННЫМИ НАГРАДАМИ МИНИСТЕРСТВА СПОРТА РОССИЙСКОЙ ФЕДЕРАЦИИ» 2017 йылдың 5 октябрь көнөндә архивланған. (рус.)
- Сын Владимира Якушева не хочет, чтобы отец вмешивался в его жизнь 2020 йылдың 25 ноябрь көнөндә архивланған. (рус.)
- «Лучших граждан России» вооружили кортиками. Газета «Коммерсантъ С-Петербург» № 84 от 15.05.2006 (рус.)
- Дорогие друзья! /9 Апреля 2015г./ Вчера в редакцию пришла правительственная телеграмма от губернатора Тюменской области 2015 йылдың 21 апрель көнөндә архивланған. (рус.)