Дәрес
Терминдың тарихы
1374 йылда Цволле ҡаласығында башланғыс мәктәп ректоры Джон Сил балаларҙы уҡытыуҙы артабан «класс-дәрес системаһы» тип аталасаҡ нигеҙҙә ойоштора. Ул уҡыусыларҙы кластарға бүлеүҙе һәм алдағы класҡа күсереүҙең берҙәм тәртибен индерә. Ул шулай уҡ уҡытыуҙы туған телдә ойоштора, был уҡытыу латин телендә алып барылған XIV быуат өсөн яңылыҡ була.
1537—1582 йылдарҙа немец-француз Страсбургындағы протестант гимназияһы ректоры Иоганнес Штурм был системаны артабан үҫтерә. 1567—1581 йылдарҙа гимназия (рус.)баш. академия итеп үҙгәртелә. Унда 600-гә яҡын гимназист уҡыған була. Штурм кластарҙы уҡыу йылдары буйынса бүлә (тәүҙә 7 йыл, һуңынан уҡыу ваҡыты 8 йылға тиклем арттырыла). Әгәр класта уҡыусылар күп булһа, класс өлкән уҡыусы етәкселегендәге 10 кешенән торған өҫтәмә төркөмдәргә бүленә (был XVIII быуат аҙағында—XIX быуат башында барлыҡҡа килгән белл-ланкастер системаһының прообразы була). Штурм уҡыу предметтарын айыра, бер дәрестә бер предмет өйрәнелә. Ул беренсе булып берҙәм уҡыу планын эшләй һәм уны практикала ҡуллана[2].
XVII быуат, Ян Амос Коменский — чех гуманист-педагогы, заманса класс-дәрес системаһын булдырыусы. Коменскийға тиклем балалар өлкәндәр менән бергә уҡый, уҡыу процесы тарҡау була. Коменский тәртип һәм система индерә: дәрестәр график буйынса үткәрелә башлай, уҡытыусылар махсус әҙерлек ала[3]. Төп принциптары:
- Бер класта бер үк йәштәге балаларҙы уҡытыу. Был уҡытыусыларға уҡыу процесын балаларҙың үҫеш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып ойошторорға мөмкинлек бирә.
- Уҡыу процесының регламентланыуы. Дәрестәр расписание (рус.)баш. буйынса үткәрелә, был ваҡытты һөҙөмтәле файҙаланыуҙы һәм уҡыусылар өсөн тигеҙ мөмкинлектәр тыуҙырыуҙы булдыра.
- Уҡытыусылар өсөн махсус әҙерлек. Улар уҡый һәм диплом ала, был уларға сифатлы уҡытырға мөмкинлек бирә.
Рәсәй мәктәбе артабан немец белем биреү традициялары йоғонтоһонда формалаша. Мәктәптәрҙә «дәрес» урынына сит ил һүҙе «экзерсис» (күнегеү) ҡулланыла, «дәрес» педагогик термины рус теленә XIX быуатта килә[4].
Дәрестең структураһы
Һәр дәрес билдәле элементтарҙан тора. Уларҙың төрлө комбинацияларҙа ҡулланылыуы мөмкин: элементтарҙың составы, уларҙың теүәл эҙмә-эҙлелеге һәм үҙ-ара бәйләнештәре тейешле структура тыуҙыра. Дәрестең уҡыу материалының йөкмәткеһенә, уҡыусыларҙың йәш үҙенсәлектәренә бәйле структура ябай һәм ҡатмарлы була. Яңы тема — тура мөйөшлө параллелепипед (рус.)баш. күләмен аңлатыу — миҫалында дәресте планлаштырыу:
| Дәрес өлөшө | Ваҡыт | Маҡсат | Уҡытыусының эше | Уҡыусыларҙың эше |
|---|---|---|---|---|
| Oйоштороу | 3 мин | Уҡыусыларҙың дәрестә булыу-булмауын тикшереү, инеш | Уҡытыусы йә класс етәксеһе уҡыусыларҙың дәрестә булыу-булмауын тикшерә | Уҡыусылар яуап бирә, дәрескә килмәгәндәр тураһында мәғлүмәт класс журналына йә махсус ҡағыҙға теркәлә |
| Өйгә эште тикшереү | 2 мин | Өйгә бирелгән эште (цилиндрҙың өҫкө йөҙ майҙаны) дәфтәрҙәрҙән йә дистанцион тикшереү | Уҡытыусы өйгә бирелгән эште һорай һәм билдәләр ҡуя | Уҡыусылар уға үҙ эштәренең һөҙөмтәһен күрһәтә |
| Белемдәрҙе актуалләштереү[5] | 5 мин | Дәрестең был этабында уҡыусылар яңы материал үҙләштереү өсөн кәрәкле тәжрибә һәм күнекмәләрҙе иҫәкә төшөрә | Уҡытыусы төшөнсәләр тураһында һорауҙар ҡуя | Уҡыусылар һорауҙарға яуап бирә |
| Дәрестең темаһын һәм бурыстарын иғлан итеү | 10 мин | Параллелипипедтың күләмен нисек иҫәпләргә | Уҡытыусы күләм төшөнсәһе тураһында әйтә һәм ниндәй геометрик объектарҙың күләмле булыуын һорай | Уҡыусылар күп ҡырлы предметтарҙың һәм цилиндр, конус, шар кеүек әйләнеүсе есемдәрҙең күләме булыуы мөмкин тип яуап бирә |
| Уҡыусыларҙың яңы материалды ҡабул итеүе һәм аңлауы | 10 мин | Дәреслек буынса конспект төҙөү | Ҡайһы бер аңлайышһыҙ төшөнсәләргә айырым туҡталып, уҡытыусы күләм тураһында һөйләй | Уҡыусылар текс буйынса конспект төҙөй һәм уҡытыусыны тыңлай, шулай уҡ күләмдең төп үҙенсәлектәрен дәфтәрҙәренә яҙып бара |
| Материалды беренсел нығытыу[6] | 5 мин | Иң ябай мәсьәләрҙе сисеү (өс төр үлсәү башҡарыу) | Уҡытыусы дәүмәлдәре 3, 4 һәм 5 булған тура мөйөшлө параллелепипедтың күләмен табырға тәҡдим итә. Яуапты уҡыусыларҙың теләһә ҡайһыһынан һорауы мөмкин | Уҡыусылар тура мөйөшлө параллелепипедтың күләмен иҫәпләй. V=abc=3*4*5. Мәсьәләне эшләп бөтөрөүсе ҡулын күтәрә |
| Мәсьәләләр сисеү | 5 мин | Таҡтаға сығып, мәсьәлә сисеү (мәҫәлән, бирелгән диагоналдәр буйынса параллелипипедтың күләмен табыу) | Уҡытыусы балаларға дәреслектән мәсьәлә тәҡдим итә, уның ҡыйынлыҡ дәрәжәһе уртасанан юғарыраҡ | Уҡыусы (йә иһә бер нисә уҡыусы) мәсьәләне таҡтала сисә. Шул үк ваҡытта ҡалғандар мәсьәләне дәфтәрҙәрендә эшләй |
| Дәрескә йомғаҡ | 2 мин | Билдәләр ҡуйыу | Уҡытыусы (дәрестәге эш йә конспект өсөн) дәфтәргә йә класс журналына билдәләр ҡуя | Уҡыусылар дәфтәрҙәрен тикшереүгә тапшыра |
| Өйгә эш | 2 мин | Дәреслектән бер нисә мәсьәлә бирелә (ҡағиҙә булараҡ, уртаса ауырлыҡта) | ||
| Рефлексия'[7] | 1 мин | Дәрескә уҡыусыларҙың анализ яһауы | Уҡытыусы дәрес тураһында һораша | Уҡыусылар дәрестең оҡшауы-оҡшамауын, мәсьәләләрҙең еңел һәм ауырлығын, материалды аңлау-аңламауҙарын баһалай |
Дәрестең типологияһы
1. Дәрестәрҙең дидактик маҡсаттар буйынса классификацияһы:
- ҡатнаш дәрес;
- яңы материал аңлатыу дәресе;
- өйрәнелгән материалды нығытыу һәм практик күнекмәләр алыу дәресе;
- үҙ аллы эш дәресе;
- конференция дәресе һәм семинар дәресе[8];
- өйрәнелгән материалды ҡабатлау, дөйөмләштереү һәм системалаштырыу дәресе;
- белемде, оҫталыҡты һәм практик күнекмәләрҙе тикшереү һәм баһалау дәресе; контроль һәм үҙ аллы эш үткәреү;
- интеграцияланған дәрес;
- интерактив дәрес. Ул өс нәмәне — уҡыусының электрон дәреслеген, уҡытыусының электрон дәреслеген һәм интерактив таҡтаны ҡулланыуҙы күҙ уңында тота. Үҙ-ара эш итеү принцибы — электрон дәреслек уҡыусының планшетына ҡуйылған. Һәр уҡыусының планшеты интерактив таҡта һәм уҡытыусы планшеты менән берҙәм селтәргә тоташтырылған. Электрон дәреслектәрҙә энциклопедияларға гиперһылтанмалар, күсереп ҡарау мөмкинлеге булған киңәйтелгән иллюстрациялар (рус.)баш., дәреслектең төрлө бүлектәренә кросс-һылтанмалар бар. Бындай дәреслектә аудио- һәм видеоматериалдар, уҡыусыларға үткән материалды яҡшыраҡ үҙләштерергә ярҙам иткән графиктар ҡулланырға мөмкин[9].
2. Дәрестәрҙең күнекмәләрҙе формалаштырыу этаптары буйынса классификацияһы:
- инеш (башланғыс) дәрес вводный урок;
- күнекмә дәресе;
- йомғаҡлау дәресе.
3. Дәрестәрҙең танып белеү ҡыҙыҡһыныуын һәм танып белеү эшмәкәрлеген әүҙемләштереүҙең ҡулланылған алымдары буйынса классификацияһы:
- практика дәресе;
- семинар дәресе;
- лекция дәресе;
- зачет дәресе;
- уйын дәресе;
- конференция дәресе;
- экскурсия дәресе.
4. Дәрестәрҙең уҡыу-тәрбиә процесында ҡатнашыусыларҙың аралашыуын ойоштороу ысулы буйынса классификацияһы:
- динамик парҙарҙа йәки алмаш состав парҙарында эште ойоштороу дәресе;
- статистик парҙарҙа йәки даими составлы парҙарҙа эште ойоштороу дәресе;
- бәләкәй төркөмдәрҙә эшләү дәресе;
- коллектив уҡытыу ысулы дәресе;
- дистанцион уҡытыу тибы. Рәсәйҙә дистанцион уҡытыуҙың рәсми үҫеш датаһы тип Рәсәй Мәғариф министрлығының мәғариф өлкәһендә дистанцион уҡытыу экспериментын үткәрергә мөмкинлек биргән 1050-се бойороғо сыҡҡан 1997 йылдың 30 майын иҫәпләргә мөмкин. 2020 йылда COVID-19 пандемияһы бөтә донъя буйынса күп мәктәптәрҙең ваҡытлыса ябылыуына килтерә. Ул ваҡытта күп мәктәптәр Zoom, Cisco Webex, Google Classroom, Microsoft Teams, D2L һәм Edgenuity, Skype платформалары ярҙамында дистанцион онлайн-уҡытыуға күсә[10][11].
5. Дәрестәрҙең өҫтөнлөклө ҡулланылған уҡытыу ысулы буйынса классификацияһы:
- мәғлүмәт биреү дәресе;
- проблемалы дәрес;
- тикшеренеү дәресе;
- эвристик дәрес.
6. Дәрестәрҙең предмет-ара бәйләнештәр тибы буйынса классификацияһы:
- интеграцияланған дәрес;
- китапхана дәресе;
- клуб дәресе;
- медиадәрес[12].
7. Шулай уҡ асыҡ дәрестәр һәм кластан тыш дәрестәр була. Мәҫәлән, 2022 йылдан башлап һәр дүшәмбе Рәсәйҙәге бөтә мәктәптәрҙә беренсе дәрестә «Мөһим нәмәләр тураһында һөйләшеү» үткәрелә. Уларҙың темалар хәҙерге Рәсәйҙә кеше тормошоноң төп аспекттары (рус.)баш. менән бәйле.
Дәрестең оҙайлығы
Ян Амос Коменский системаһы буйынса, класс менән бер нисә сәғәт рәттән (ҡағиҙә булараҡ, 4 сәғәткә тиклем) бер уҡытыусы шөғөлләнә, ул билдәле бер бурыстар өҫтөндә эшләү ваҡытын билдәләй. Һуңынан, өлкән уҡыусылар күҙәтеүе аҫтында, дәрестәгеләр 4 сәғәткә тиклем үҙ аллы эшләргә тейеш була.
Академик һәм Мәскәү университет гимназияһы регламенты буйынса, дәрестәрҙең оҙайлығы 2 сәғәт тәшкил итә, йыллыҡ расписание ҡулланыла. Дәрестәр өй һәм мәктәп дәрестәренә бүленә, улар үҙ сиратында шәхси (уҡытыусы менән) һәм дөйөм (төрлө йәштәге балалар, уҡытыусылар һәм хакимиәт ҡатнашлығында) дәрестәргә бүленә. Шулай уҡ иртә (әҙерлек дәрестәре) була, унда башҡа кластың ҙурыраҡ йәштәге уҡыусыһы (аудитор) әҙерлекте тикшерә һәм һөҙөмтәләрҙе теркәй. 1828 йылда гимназия дәресе 90 минут дауам итә[13], 1865 йылда — 60 минут[14].
XX быуат уртаһына «дәрес» термины уҡыу дәрестәренең ваҡытын һәм уларҙың оҙайлылығын аңлата башлай. XXI быуатта ҡайһы бер илдәрҙә дәрестәрҙең оҙонлоғо:
- АҠШ — 45 минуттан 90 минутҡа тиклем (һәр мәктәп дәрестең оҙайлығын үҙе билдәләй);
- Франция — 55 минуттан 2 сәғәткә тиклем (оҙайлыҡ предметҡа бәйле);
- Канада — 75 минут;
- Израиль — 90 минут (2×45);
- Һиндостан —35 минут;
- Ҡытай — 40 минут;
- Германия — 90 минут (уҡытыусы дәресте 45 минуттан тамамлай ала);
- Япония — 45—50 минут;
- Финляндия —дәрестең оҙайлығы уҡытыусы ҡарамағында;
- Рәсәй — 40—45 минут, башланғыс мәктәптә 30—35 минут[4]. Байрам алды көндәрендә уҡыу йорто хакимиәте ҡарары менән дәрес ваҡыты ҡыҫҡартылыуы ихтимал. Ҡағиҙә булараҡ, аҙна дауамында дәрестәр билдәле бер ваҡытта башлана[3].
Галерея
Иҫкәрмәләр
- ↑ Сластенин В.А. Педагогика: Учеб. пособие для студ. высш. пед. учеб. заведений / В. А. Сластенин, И. Ф. Исаев, Е. Н. Шиянов; Под ред. В.А. Сластенина. — Издательский центр «Академия», 2000. — 576 с.
- ↑ Классно-урочное обучение: предшественники Я.А. Коменского - История педагогики и образования - Сидоров С.В. Сайт педагога-исследователя. si-sv.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 сентябрь 2025. (рус.)
- ↑ 1 2 Кто придумал учить уроки. Ян Амос Коменский: Человек, который подарил нам уроки (22 август 2024). 26 сентябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ 1 2 Владимирович, Могилев Александр. Очевидное-невероятное: что такое школьный урок (20 октябрь 2017). 14 сентябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ Актуализация знаний, как этап современного урока. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 сентябрь 2025. Архивировано 21 ғинуар 2022 года.
- ↑ Этап - первичное закрепление. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 сентябрь 2025. Архивировано 28 ноябрь 2020 года.
- ↑ Рефлексия как этап урока: виды, приемы, примеры. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 сентябрь 2025. Архивировано 4 октябрь 2020 года.
- ↑ Это формы, а не виды уроков. Семинар может проводиться и на уроке закрепления, и на уроке-проверке, равно как и конференция
- ↑ Об электронном учебнике / Департамент образования Москвы. — 2015. Архивная копия от 28 сентябрь 2018 на Wayback Machine
- ↑ Hood, Micaela. Virtual learning gets mixed reviews from Pocono parents. 26 сентябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ Как в других странах школы перешли на онлайн-обучение. Российская газета (12 ғинуар 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 сентябрь 2025.
- ↑ Методическое пособие по созданию современного урока по ФГОС. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 сентябрь 2025. Архивировано 21 ғинуар 2022 года.
- ↑ Такая продолжительность занятий характерна для ВУЗов и называется парой
- ↑ Саввина О.А., Марушкина И.А. Урок математики в дореволюционной средней школе.. — М.: Инфра-М, 2013. — С. 18. — 80 с. — ISBN 978-5-16-006909-8.
Әҙәбиәт
- Жеребило Т. В. Словарь лингвистических терминов. — Назрань: Пилигрим, 2010. — 485 с. (Тикшерелеү көнө: 26 сентябрь 2025)
- Саввина О. А., Марушкина И. А. Урок математики в дореволюционной средней школе. — М.: Инфра-М, 2013. — 80 с. — ISBN 978-5-16-006909-8. (Тикшерелеү көнө: 26 сентябрь 2025)
Һылтанмалар
- Структура урока по ФГОС. Инфоурок (Тикшерелеү көнө: 26 сентябрь 2025)