Класс етәксеһе

Класс етәксеһе (рус. Классный руководитель) — мәктәптә йәки училищела конкрет класс уҡыусыларының уҡыу һәм кластан тыш эшмәкәрлеген координациялаусы педагог. Рәсәйҙә башланғыс кластарҙа класс етәксеһе вазифаһы автоматик рәүештә ошо класты уҡытҡан уҡытыусыға, мәктәптәрҙең юғары баҫҡыстарында һәм училищеларҙа уҡыу йорто хакимиәте ҡарары менән был класта/төркөмдә эшләгән уҡытыусы-предметсыларҙың береһенә йөкмәтелә. Күп илдәрҙең мәғариф системаларында шулай уҡ уҡытыусылар араһынан класс етәксеһе тәғәйенләү ҡаралған.

Тарихы

Рәсәйҙә класс етәкселеге институты XIX быуаттан башлана, ул саҡта уҡыу йорттарында бүлмә күҙәтеүсеһе вазифаһы индерелә. Халыҡ мәғарифы министрлығы 1813 йылда пансионаттар (рус.)баш. ҡарамағында бүлмә күҙәтеүселәре институтын ойоштороу тураһында ҡарар сығара, уларҙың төп бурысы «балаларҙың әхлағын һәм үҙенсәлектәрен һәр яҡлап йүнәлтеү һәм ватандың ысын һәм файҙалы улдарын тәрбиәләү» була. Бүлмә ҡарауылсыларына юғары талаптар ҡуйыла: улар әхлаҡ өлгөһө күрһәтергә, сит телдәрҙе белергә тейеш була. Бүлмә күҙәтеүселәре тәрбиәләнеүселәре менән бер өҫтәлдә ашай, тәрбиәләнеүселәр йоҡлаған бүлмәләрҙә сиратлап йоҡлай, кластарҙа дәрестәргә йөрөй, өй эштәрен әҙерләүҙә ярҙам итә, таҙалыҡты ҡарай. Тәрбиәләнеүселәрҙе күҙәтеүҙең маҡсаты — «телгә, әҙәпкә һәм зауыҡҡа ҡаршы» хаталарҙы төҙәтеү, сөнки уҡыусыларҙың тәртибе рус дворяны нормаларына тап килергә тейеш була.

Класс етәкселеге институтын артабан үҙгәртеү 1864 йылғы Устав менән билдәләнә, ул класс остаздары институтын, ә ҡатын-ҡыҙҙар гимназияларында — класс ханымдарын индерә. Класс остаздарының эшмәкәрлеге — күҙәтеү формаһында түгел (был функция класс остазының ярҙамсыһына күсә), ә тәрбиәүи характерҙа була[1].

undefined

1930 йылда СССР-ҙа класс төркөмө етәксеһе вазифаһы булдырыла. Быға тиклем төркөмдәрҙә тәрбиә эше уҡытыусыларға йөкмәтелгән була. Хөкүмәт ҡарары менән класс етәксеһе вазифаһы Советтар Союзында 1934 йылда индерелә. Класс етәксеһенә ҡағылған артабанғы ҡарар Хөкүмәт документтарында 1960 йылдан алып теркәлгән. Класс етәкселеге буйынса документтар (рус.)баш. артабан Мәғариф министрлығының 1975 йылдағы, ә һуңынан 2001 йылғы методик хатында телгә алынған. 1990 йылдарҙа, пионер һәм комсомол ойошмаларының эшмәкәрлеге туҡтатылғандан һуң, класс етәксеһе функцияһы күп йәһәттән юғала. Хәҙерге Рәсәйҙә класс етәксеһе уҡыусы һәм предметсы-уҡытыусылар, мәктәп һәм ата-әсәләр, бала һәм тирә-яҡ ысынбарлыҡ араһында бәйләүсе звено булып тора[2].

Класс етәкселеге институты Европа илдәрендә лә шундай уҡ формала үҫешә. Германияла (нем. Klassenlehrer), Францияла (франц. professeur principal), Скандинавия илдәрендә (швед. Klasslärare) класс етәкселәре күп йәһәттән Рәсәйҙең класс етәкселәренә йөкмәтелгән функцияларҙы башҡара. АҠШ-та класс етәкселәре (ингл. homeroom teacher) башланғыс мәктәптә генә бар, артабан класс етәксеһе вазифаһын һәр уҡыусыға беркетелгән кураторҙар үҙ өҫтөнә ала. Улар уҡыусыларға предметтар һайлау, расписание, һөнәр алыуға йүнәлеш һәм юғары уҡыу йорттарына инеү буйынса тәҡдимдәр бирә[3]. Бөйөк Британияла һәр уҡыусыға уның уҡыуҙа, спортта һәм мәктәп тормошоноң башҡа өлкәләрендәге уңыштарын күҙәткән уҡытыусы (ингл. tutor) беркетелгән[4].

Бурыстары

Коджаспирова Г. М. һәм Коджаспирова А. Ю. редакцияһындағы (рус.)баш. педагогик һүҙлектә билдәләнеүенсә: класс етәксеһе (тәрбиәсе) — педагогик хеҙмәткәр, уның вазифа бурыстарына баланың шәхесен формалаштырыу һәм индивидуаль үҫтереү өсөн уңайлы шарттар булдырыуға булышлыҡ итеү, уны тәрбиәләү системаһына кәрәкле төҙәтмәләр индереү, балаларҙың үҙ-ара, уҡытыусылар, ата-әсәләр менән аралашыуҙа килеп тыуған проблемаларын хәл итеүҙә ярҙам итеү, ойоштороу һәм класс коллективын тәрбиәләү[5].

М. И. Рожковтың «Класс етәксеһенә» ҡулланмаһында түбәндәге билдәләмә бирелә: класс етәксеһе — балалар тормошон ойоштороусы, шәхестәр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе корректорлаусы һәм мәктәп тормошоноң ҡатмарлы һәм психологик осраҡтарында үҙ класы тәрбиәләнеүселәрен яҡлаусы функцияларын башҡарыусы мәктәп педагогы[6].

Класс етәксеһе дөйөм бурыстарына түбәндәгеләр инә:

  • Класс коллективын формалаштырыу һәм үҫтереү;
  • Шәхесте үҫтереү, һәр уҡыусының үҙ-үҙен раҫлау, ҡабатланмаҫлығын һаҡлау һәм уның потенциаль һәләттәрен асыу өсөн уңайлы психологик-педагогик шарттар булдырыу;
  • Сәләмәт йәшәү рәүешен формалаштырыу;
  • Класс коллективының тәрбиә эшмәкәрлегенең төрлө формалары аша мөнәсәбәттәр системаһын ойоштороу;
  • Уҡыусыларҙың хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен яҡлау;
  • Уҡыусылар менән системалы эш ойоштороу;
  • Уҡыусылар, уҡыусылар һәм башҡа педагогтар араһындағы мөнәсәбәттәрҙе гуманизациялау;
  • Уҡыусыларҙа әхлаҡи мәғәнәләр һәм рухи ориентирҙар формалаштырыу;
  • Уҡыусыларҙың социаль әһәмиәтле ижади эшмәкәрлеген ойоштороу[7].

Класс етәксеһенең аныҡ бурыстары түбәндәгеләрҙе үҙ эсенә ала:

  • Уҡыусыларҙың өлгәшеүен, уларҙың тәртибен, дәрестәргә йөрөүен күҙәтеү һәм анализлау;
  • Ата-әсәләр менән аралашыу — уларҙың йыйылыштарын үткәреү;
  • Конфликттарҙы хәл итеүҙә ярҙам итеү, был конфликттарҙы (рус.)баш. иҫкәртеү, шул иҫәптән психологтарҙы, социаль хеҙмәткәрҙәрҙе һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарын йәлеп итеү юлы менән;
  • Көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшергән, рәсми мәғлүмәт еткерелгән, кластан тыш әүҙемлек планлаштырылған класс сәғәттәре үткәреү;
  • Мәктәптән тыш саралар үткәреүҙә ярҙам итеү — класс экскурсиялары, музейҙарға, театрҙарға походтар ойоштороу һ. б.;
  • Исемлеге һәм күләме уҡытыусы эшләгән мәктәпкә бәйле төрлөсә булған документтар менән эшләү[8].

Рәсәйҙә

Рәсәй педагогтары класс етәкселеге өсөн ай һайын өҫтәмә түләү ала. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, 2024 йылдың 1 мартынан был өҫтәмә 100 меңдән кәмерәк кеше йәшәгән тораҡ пункттарҙа — 10 мең һум, 100 меңдән ашыу кеше йәшәгән ҡалаларҙа — 5 мең һум тәшкил итә[9].

2020 йылдан класс етәкселәренең Бөтә Рәсәй форумы йыл һайын үткәрелә. Президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса сараны РФ Мәғариф министрлығы ойоштора. Форум программаһына мәғариф мәсьәләре, дискуссия һәм мәҙәни өлөштәр инә. Спикерҙар һәм эксперттар булып танылған белгестәр сығыш яһай. Был майҙансыҡ педагогтарға һөнәри тәжрибә уртаҡлашыу мөмкинлеген бирә[10].

undefined

Форум меморандумына, атап әйткәндә, ошондай аспекттар индерелгән:

  • Хәҙерге педагогтың мотлаҡ компетенцияһы (рус.)баш. булараҡ һанлы грамоталылыҡ;
  • Интернет киңлеген ҡулланыу белем биреүҙә балалар хәүефһеҙлеге;
  • Ҡеүәтле тәрбиә резервы булараҡ кластан һәм дәрестән тыш эшмәкәрлек,;
  • Класс сәғәте — класс етәксеһе менән уҡыусыларҙың аралашыуының көнүҙәк формаһы;
  • Класс етәксеһенең ата-әсәләр менән партнерлыҡ бәйләнеше — бала тәрбиәләү процесының бөтөнлөгө гарантияһы[11].

Иҫкәрмәләр

  1. Е. В. Корябкина. Становление и развитие института классного руководства в России. cyberleninka.ru (2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 сентябрь 2025.
  2. Матвиевская Т.Н. История института классного руководства (русский) // Восьмое измерение : газета. — 2021. — 1 октябрь (№ 35). — С. 1.
  3. Система школьного образования в США. www.iqconsultancy.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 сентябрь 2025.
  4. Роль тьютора в организации воспитательного процесса в школах Великобритании. 2konferentsia.ucoz.net. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 сентябрь 2025.
  5. Коджаспирова Г. М., Коджаспиров А.Ю. [https://irina-bateneva.ucoz.ru/books/kodzhaspirovy-pedagogicheskij_slovar.doc А.Ю. Педагогический словарь: Для студ. высш. и сред. пед. учеб. заведений.]. — М.: Издательский центр «Академия», 2000. — С. 38 с.. — 176 с. с.
  6. Классный руководитель. sh-vadinskaya-r66.gosweb.gosuslugi.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 сентябрь 2025.
  7. Об утверждении методических рекомендаций об осуществлении функций классного руководителя педагогическими работниками государственных общеобразовательных учреждений субъектов Российской Федерации и муниципальных ... (не нуждается в госрегистрации) от 03 февраля 2006 - docs.cntd.ru. docs.cntd.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 сентябрь 2025.
  8. Классный руководитель в школе: кто это, зачем нужен, обязанности и права, роль в образовательном процессе. Lenta.RU. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 сентябрь 2025.
  9. Правительство утвердило постановления об увеличении размера выплат за классное руководство и кураторство. government.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 сентябрь 2025.
  10. Стартует прием заявок на V Форум классных руководителей. Минпросвещения России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 сентябрь 2025.
  11. Форум классных руководителей. Форум классных руководителей. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 сентябрь 2025.

Әҙәбиәт

  • Классному руководителю: учеб.-метод. пособие / ред. М. И. Рожков. — Москва: Владос, 1999. — 280 с. — ISBN 5-691-00370-4.

Категориялар