Пинск
Атамаһы
Атамаһы Пина йылғаһы буйында урынлашыуына бәйле, ул Припять йылғаһының һул ҡушылдығы булып тора; гидроним «пин» тамырынан килеп сыға, уның мәғәнәләре — туҡталыш, өйрөлмәк, быуа. Икенсе фараз буйынса, йылға исеме боронғо һинд «pinas» — майлы, ҡалын, тығыҙ тигән һүҙ менән бәйле. Тағы бер версияға ярашлы, Пина гидронимының иллирия сығышлы булыуы ихтимал, һәм ул «һаҙлыҡ, бысраҡ, ләм, һаҙ» тигәнде аңлата.
Геральдикаһы
Пинск гербы 1994 йылдың 21 июнендә Пинск ҡалаһы Халыҡ депутаттары советының №421 ҡарары менән раҫлана. Беларусь герб матрикулына 1996 йылдың 21 июнендә №2 һаны аҫтында теркәлә.
Пинск флагы 2008 йылдың 2 декабрендә Беларусь Республикаһы Президентының №659 Указы менән раҫланған һәм 2009 йылдың 23 ғинуарында Беларусь дәүләт геральдик реестрына №Б-156 һаны аҫтында индерелә.
Тарихы
Пинск ҡалаһының тыуған көнө тип 1097 йылдың 5 ноябре һанала — был дата йыляҙмала Пиньск (йә Пинеск) ҡалаһы итеп телгә алыныу менән бәйле.
Пинск XI—XIII быуаттарҙа Турау кенәзлеге составында була:
- 1005: Туров епископияһын урынлаштырыу тураһында устав грамотаһында телгә алына.
- 1097: «Повесть временных лет» йылъяҙмаһында Пинск (Пинескъ) тураһында тәүге телгә алына.
- 1174: Үҙ аллы Пинск кенәзлегенең баш ҡалаһы.
XIV, XV, XVI быуаттарҙа Пинск биләмәһе Бөйөк Литва кенәзлеге составында була:
- 1320 йыл — кенәз Гедимин Пинск кенәзлеген Литва ҙур кенәзлегенә ҡуша.
- 1566 йыл — Пинск Брест воеводалығындағы әһәмиәте буйынса икенсе ҡала булып тора.
Речь Посполитая составында. XVII—XVIII быуаттар:
- 1569 йыл — Литва менән Польша Речь Посполитая булып берләшкәс, Пинск Брест воеводалығының үҙәге була.
- 1655 йыл — 1654-1667 йылдарҙағы рус-поляк һуғышы ваҡытында, 25 сентябрҙә Ф. Ф. Волконский етәкселегендәге ғәскәр Пинскты баҫып алып, ҡаланы талайҙар һәм яндыралар.
- 1705 — Кенәз Михаил Вишневецкий һәм уның ҡатыны Екатерина сараларына нигеҙләнгән католик бернардиндар костёлы асыла. Ул 1832 йылға тиклем эшләй.
- 1784 йыл — Пинск ҡалаһына Польша короле Станислав Август Понятовский килә, ул Бутримович һарайының тәүге ташын һалыу тантанаһында ҡатнаша.
Рәсәй империяһы составында. XIX быуат:
- 1793 йыл, 23 ғинуар — Речь Посполитаяның икенсе бүленешенән һуң, Пинск ҡалаһы Рәсәй империяһы составына инә.
- 1812 йыл — Пинск биләмәһендә 1812 йылғы Ватан һуғышы осоронда француз ғәскәрҙәре тарафынан баҫып алына, талана һәм өлөшләтә яндырыла. Полковник Жаховтың отряды Пинскта француз отрядын еңеп, уларҙан ҡалған ғоралдарҙы трофей итеп алға.
- 1860 йыл — Поречье ауылында Скирмунт шәкәр заводы эшләй башлай.
- 1884 йыл, декабрь — Пинск-Лунинец тимер юл тармағында хәрәкәт башлана.
- 1885 йыл — Пинскта караптарҙы ремонтлау һәм механика заводы эшләй башлай.
- 1892 йыл — Пинскта «Прогресс-Вулкан» шырпы фабрикаһы төҙөлә.
- 1897 йыл — ҡалала халыҡ һаны 28 368 кеше тәшкил итә, шул иҫәптән 20 957 йәһүд, 3625 урыҫ, 1420 белорус.
- 1904 йыл, март — Пинскта телефон селтәре барлыҡҡа килә.
- 1910 йыл — Пинскта 36 409 кеше йәшәй, уларҙың 26 626-һы — йәһүдтәр. Телефон станцияһы менән 196 абонент файҙалана.
- 1911 йыл, ноябрь — Пинскта тәүге киносеанстар күрһәтелә башлана.
- 1915 йыл, 15 сентябрь — Беренсе донъя һуғышы ваҡытында Пинск немец ғәскәрҙәре тарафынан баҫып алына.
Украина Халыҡ Республикаһы составында (1917—1920):
- 1917 йыл, 20 ноябрь — Өсөнсө Универсал менән Украина Халыҡ Республикаһының бойондороҡһоҙлоғо иғлан ителә, уның составына Пинск та инә.
- 1918 йыл, 3 март — Брест-Литовск килешеүе төҙөлә, унда Пинск Украина Халыҡ Республикаһы составындағы Полесье округының өяз үҙәге тип танылыуы ҡарала.
- 1918 йыл — Пинскта Тарас Шевченко исемендәге «Просвіта» бөтәукраин йәмғиәте ойошторола.
- 1918 йыл — Пинскта кооператив ойошторола.
Польша Республикаһы составында (1921—1939):
- 1919 йыл — Пинсктағы ҡанлы ваҡиға (Пинсктағы ҡырылыш);
- 1919—1921 йылдар — Совет-поляк һуғышы төрлө уңыштар менән бара. Рига тыныслыҡ килешеүенә ярашлы, Көнбайыш Беларусь, шул иҫәптән Пинск та, Польшаға тапшырыла. Пинск Полесье воеводаһы составына инә;
- 1921 йыл, 7 сентябрь — ҡаланың үҙәк өлөшөндә янғын сығып үҙәкте тулыһынса тиерлек юҡҡа сығара;
- 1924 йыл — Тыуған яҡты өйрәнеү музейы нигеҙләнә. 1926 йылда асыла;
- 1936 йыл — Пинскта «Леще» ҡала паркында ҙур ауыл хужалығы күргәҙмәһе уҙғарыла. Күргәҙмә алдынан «Informator m. Pinska» — ҡаланың 1936 йылғы белешмәһе баҫтырылып сығарыла;
- 1939 йыл, 20 сентябрь — Ҡыҙыл Армия Пинскты биләй. Ҡала БССР составына индерелә.
СССР составында:
- 1939 йыл — Пинскта балалар музыка мәктәбе асыла;
- 1940 йыл, 15 ғинуар — Пинск автобус паркы эш башлай. Уның тәүге етәксеһе Г. О. Воевода була;
- 1940 йыл, февраль — Пинск дәүләт медицина колледжы ойошторола (ул ваҡытта — фельдшер-акушер мәктәбе).
- 1941—1944 йылдар — Пинск Украинаның рейхскомиссариат составында була. Был осорҙа «Пінська газета» баҫылып сыға.
- 1946 йыл, 10 август — Тәүге ҡала автобус маршруты буйынса хәрәкәт башлана;
- 1954 йыл, 1 август — Пинск өлкәһе бөтөрөлә.
- 1987 йыл, 17 ғинуар — яңы автовокзал бинаһы асыла;
- 1987 йыл, 5 апрель — яңы Пинск портына тәүге судно килеп туҡтай;
- 1989 йыл, 7 ноябрь — Пинскта Яңы Үҙәк китапхана бинаһы асыла.
Беларусь республикаһы составында:
- 1999 йыл, 5 сентябрь — VI Белорус яҙыу көнө үткәрелә.
- 2008 йыл — Пинск ҡалаһының флагы раҫлана.
- 2022 йыл — туристик-мәғлүмәт үҙәк асыла.
Климаты
Климат — уртаса-континенталь. Диңгеҙ һауа массалары йоғонтоһо арҡаһында ҡыш йомшаҡ, йәй уртаса йылы. Уртаса температура: ғинуарҙа - 3,4 °C, июлдә - 19,1 °C. Йыллыҡ яуым-төшөм миҡдары — яҡынса 600 мм. Температура нулдән юғары булған көндәр һаны — 253. Йылына уртаса 165 көн яуым-төшөм күҙәтелә.
| Ҡала климаты | |||||||||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
| Абсолют максимум, °C | 11,2 | 16,4 | 22,3 | 30,2 | 32,9 | 35,5 | 36,1 | 36,3 | 35,5 | 26,7 | 20,3 | 12,8 | 36,3 |
| Уртаса максимум, °C | −0,7 | 0,9 | 6,4 | 14,4 | 20,2 | 23,5 | 25,3 | 24,8 | 18,8 | 12,3 | 5,3 | 0,7 | 12,7 |
| Уртаса температура, °C | −3 | −2 | 2,2 | 9,0 | 14,6 | 18,4 | 20,0 | 19,2 | 13,6 | 7,9 | 2,7 | −1,6 | 8,5 |
| Уртаса минимум, °C | −5,3 | −4,7 | −1,3 | 4,1 | 9,0 | 13,0 | 14,7 | 13,8 | 9,1 | 4,5 | 0,4 | −3,7 | 4,5 |
| Абсолют минимум, °C | −34,7 | −29,9 | −25,7 | −9 | −3,1 | 1,4 | 4,5 | −1,1 | −4,5 | −12,4 | −23,3 | −28 | −34,7 |
| Яуым-төшөм нормаһы, мм | 39 | 32 | 36 | 35 | 60 | 74 | 92 | 57 | 52 | 46 | 45 | 44 | 612 |
| Сығанаҡ: Погода и Климат | |||||||||||||
Халыҡ һаны
Халыҡ һанының үҙгәреше (XVI—XXI быуаттар)
![]() |
|---|
Пинск — Беларусьта халыҡ һаны буйынса унынсы, Брест өлкәһендә өсөнсө урында торған ҡала. Ҡала халҡы Бөйөк Ватан һуғышынан һуң тиҙ үҫеш ала. 1990-сы йылдарҙа халыҡ һаны үҫеше яйлай, 2000 йылда 132,6 мең кешегә етә. Артабан ҡалала халыҡ һаны артыуы бер аҙ туҡтай.
2025 йылдың 1 ғинуарына ҡала халҡы — 124 008 кеше.
- ↑ Государственный земельный кадастр Республики Беларусь по состоянию на 1 января 2012 г. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 май 2018. Архивировано из оригинала 24 сентябрь 2015 года.
- ↑ https://www.belstat.gov.by/upload/iblock/a5d/ldk4wixkq91lgnvvgplqizlt02u8d43a.pdf
- ↑ Результаты переписи 2019 года. census.belstat.gov.by. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 май 2022. Архивировано 31 май 2022 года.
