Яңауыл районы флагы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Яңауыл районы флагы
Автор Ғиләжетдинов Салауат Мөхәмәт улы
Дәүләт
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 13 июль 2006
Юрисдикция таралышы Яңауыл районы

Яңауыл районы флагы — Башҡортостан Республикаһы Яңауыл районы муниципаль районының рәсми символы һәм район халҡының берҙәмлеге билдәһе.

Яңауыл районының флагы 2006 йылдың 13 июлендә Яңауыл районы муниципаль советының 78-се ҡарары менән раҫлана һәм Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 3236, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 027 һаны менән теркәлә. Авторы — Салауат Ғиләжетдинов.

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йәшел төҫтәге, киңлеге оҙонлоғона 2:3 нисбәтендәге тура мөйөшлө туҡыма уртаһында аҡ ромб уртаһында һары яллы, һары ҡойроҡло, һары тояҡлы ат үрәпсеп тора. Ромбтың өҫкө яҡтары эргәһенә шытҡан орлоҡ төшөрөлгән, ә аҫҡы өлөштәрҙә улар баштүбән әйләндерелгән.

Нигеҙләү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Яңауыл районы флагы райондың тарихы, мәҙәниәте, иҡтисады, тәбиғәт шарттары сағылдырылып эшләнгән герб нигеҙендә булдырылған. Яңауыл районы — Башҡортостан Республикаһының «төньяҡ ҡапҡалары». Уның аша сикһеҙ иген ҡырҙары, киң йылғалары һәм ҡаҙылма байлыҡтары менән тотош тотош республика күҙаллана.

Йәшел ерлектәге аҡ ромб яңауылдарҙың дуҫтарса мөнәсәбәтен һәм ҡунаҡсыллығын, уларҙың барлыҡ халыҡтар менән тыныслыҡта һәм татыулыҡта йәшәргә әҙер булыуын белдергән асыҡ ҡапҡаларҙы символлаштыра. һары яллы һәм һары ҡойроҡло үрәпсегән ат ҡеүәтте һәм алға барыуҙы аңлата. Яңауылдар бер ваҡытта ла яуланғандар менән туҡтап ҡалмай, һәр быуын район тарихына яңы сағыу биттәр өҫтәргә тырыша. Башҡорттарҙың һәм башҡа халыҡтарҙың йәшәү нигеҙе һәм көнкүрешенең алыштырғыһыҙ атрибуты булған ат быуындар бәйләнешен, шулай уҡ йәшәү көсөн, киң күңеллелекте, ҡаһарманлыҡты һәм хеҙмәт һөйөүсәнлекте символлаштыра.

Ромб яҡтары эргәһендә Уран ырыуы тамғаһы менән ҡаймаланған алтын иген бөртөктәре быуындар бәйләнешен символлаштыра һәм байлыҡ, дәрәжә, традицион рәүештә игенселек менән шөғөлләнеү символы булып тора.

Йәшел төҫ — муллыҡ, уңдырышлылыҡ, тере тәбиғәт төҫө. Ул райондың һәр саҡ ҡиммәтле йәнлек тиреһе, ҡиммәтле бал, емеш-еләк, утын, Кама йылғаһы буйлап ағыҙылған ағас кеүек урман байлыҡтары символы ла. Шулай уҡ йәшел төҫ тәбиғәт байлыҡтарын киләсәк быуындар өсөн һаҡларға саҡыра.

Ҡара төҫ — нефткә бай булыуҙы, уның ятҡылыҡтарын асыу райондың аяҡҡа баҫыуында һәм үҫешендә ҙур роль уйнауын күрһәтә.

Яңауыл районы гербы