Мәсетле районы флагы
Мәсетле районы флагы — Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы муниципаль районының рәсми символы һәм район халҡының берҙәмлеге билдәһе.
Тарихы
Мәсетле районының флагы 2006 йылдың 12 июлендә Мәсетле районы муниципаль советының 119-сы ҡарары менән раҫлана һәм Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 3008, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 053 һаны менән теркәлә. Авторы — Рафас Хәйерзаманов.
Тасуирламаһы
Өҫкө өлөшө флаг киңлегенең 4/5 өлөшөнә тиң булған зәңгәр һәм аҡ төҫлө горизонталь туҡымаларҙан торған, киңлеге оҙонлоғона 2:3 нисбәтендәге тура мөйөшлө туҡыма. Зәңгәр ҡыр уртаһында күккә үрләүсе аҡ ыласын төшөрөлгән.
Нигеҙләү
Мәсетле районы флагы райондың тарихи, мәҙәни, иҡтисади үҙенсәлеген сағылдырған гербы нигеҙендә эшләнә. Төп фигура — күккә үрләүсе аҡ ыласын. Әйле башҡорттарының хәҙерге Мәсетле ерендә йәшәгән иң боронғо һәм ҙур ырыуы Ҡошсо, йәғни ҡош менән һунар итеүсе, тип атала. Район халҡының төп өлөшөн ошо ырыу вариаҫтары тәшкил итә һәм гербта ыласын һүрәтләнеүе райондың тарихи үткәнен һәм ата-олатайҙар иҫтәлегенә ихтирамды сағылдыра. Бер үк ваҡытта ыласын геральдикала ҡыйыулыҡ, аҡыл һәм матурлыҡ символы ла булып тора.
Ерлектең зәңгәр төҫө матурлыҡты, дәрәжәне, тоғролоҡто, ышанысты, камиллыҡты, шулай уҡ үҫеште, алға барыуҙы һәм өмөттө сағылдыра.
Аҡ төҫ — иман, ихласлыҡ һәм киң күңеллелек символы.