Учалы районы флагы
Учалы районы флагы | |
---|---|
Автор | Ғиләжетдинов Салауат Мөхәмәт улы |
Дәүләт | |
![]() | |
Нигеҙләү датаһы | 13 июль 2006 |
Юрисдикция таралышы | Учалы |
Учалы районы флагы — Башҡортостан Республикаһы Учалы районы муниципаль районының рәсми символы һәм район халҡының берҙәмлеге билдәһе.
Тарихы
Учалы районының флагы 2006 йылдың 13 июлендә Учалы районы муниципаль советының 128-се ҡарары менән раҫлана һәм Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 3232, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 059 һаны менән теркәлә. Авторы — Салауат Ғиләжетдинов.
Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Өс горизонталь: өҫкөһө флаг иңенең 1/10 өлөшө, урталағы йәшеле флаг иңенең 4/5 өлөшө һәм аҫҡы яғы һары һыҙаттан торған, киңлеге оҙонлоғона 2:3 нисбәтендәге тура мөйөшлө туҡыма. Йәшел фон уртаһында флаг һабына табан сабып барған һары ат һүрәтләнгән.
Нигеҙләү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Учалы районы флагы райондың тарихи, мәҙәни, иҡтисади үҙенсәлектәрен сағылдырған герб нигеҙендә эшләнгән. Зәңгәр күлле, көмөш йылғалы, бейек ҡаялы таулы, бай ҡара урманлы Учалы ере үҙенсәлекле һәм ҡабатланмаҫ. Район Урал тауҙары һыртының көнсығыш итәгендә, Азия менән Европа сигендә урынлашҡан.
Үҙәк фигура — сабып барған һары ат — изге хайуан, йәшәү көсө һәм матурлыҡ, ҡыйыулыҡ һәм етеҙлек символы, быуындар бәйләнешен һәм киләсәккә ынтылышты күрһәтә. Йылҡысылыҡ — һәр ваҡытта ла башҡорттарҙың традицион эшмәкәрлек төрө була.
Район территорияһында баҡыр-колчедан мәғдәне, мәғдән һәм сәсмә алтын, хромит, тальк, йөҙләү, төҙөлөш, биҙәү таштары һ.б. ятҡылыҡтары бар. Учалы районы граниты Эрмитаж залдарын биҙәй. Санкт-Петербургтың 300 йыллығына һәйкәлдәрҙе, яр буйын реконструкциялағанда, Өфөнөң юбилей объекттарын төҙөгәндә гранит, йәшмә һәм мәрмәр киң ҡулланыла. Ҡаҙылма байлыҡтарҙы һары — геральдикалағы именлек, уңыш һәм артабанғы үҫеш символы — төҫө сағылдыра.
Районда 29 күл бар, улар араһында край ынйыһы — Өргөн һәм Ҡалҡан күлдәре бар. Бынан Яйыҡ, Мейәс, Уй йылғалары, Башҡортостандың төп йылғаһы — Ағиҙел башлана.
Йәшел төҫ — тәбиғәт төҫө, яңырыуҙы, сафлыҡты, уңдырышлылыҡты, өмөттө аңлата.