Баҡалы районы флагы
Баҡалы районы флагы — Башҡортостан Республикаһы Баҡалы районы муниципаль районының рәсми символы һәм район халҡының берҙәмлеге билдәһе.
Тарихы
Баҡалы районының флагы 2006 йылдың 17 июлендә Баҡалы районы муниципаль советының 108-се ҡарары менән раҫлана һәм Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 3199, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 002 һаны менән теркәлә. Авторы — Салауат Ғиләжетдинов.
Тасуирламаһы
Баҡалы районы гербын йәшел һәм һары төҫтәрҙә ҡабатлаған, киңлеге оҙонлоғона 2:3 нисбәтендә булған тура мөйөшлө туҡыма.
Нигеҙләү
Баҡалы районы флагы муниципалитеттың гербы нигеҙендә эшләнгән һәм унда райондың тарихи, социаль-иҡтисади, башҡа үҙенсәлектәре сағылыш тапҡан. Райондың төп байлығы — ер. Йылъяҙмаларға ярашлы, алыҫ XVII быуатта ул территорияла ҡырғыҙ, бүләр һәм башҡа волость башҡорттарыныҡы булған. Уларҙың ерҙәрҙе әүҙем үҙләштереүе һөҙөмтәһендә тәүҙә бында Баҡалы ҡәлғәһе, һуңынан хәҙерге Баҡалы районы барлыҡҡа килә.
Гербтың төп фигураһы булып алтын шәмдәлдәге алтын башаҡтар тора. Улар районда төп эшмәкәрлектең ауыл хужалығын етештереү, игенселек булыуын аңлата. Композиция тотошлай районда күп милләтле, эш һөйөүсән, ижади хеҙмәт менән берләшкән халыҡ йәшәүен күрһәтә.
Райондың рельефы — тигеҙһеҙ, убалы, уның өстән бер өлөшөн ҡайын, ылыҫ, имән урмандары алып тора.
Сөн һәм Ыҡ йылғаларынан башҡа 100 самаһы шишмә, 18 яһалма быуа бар. Район территорияһында нефть, ҡырсынташ, балсыҡ, эзбизташ ятҡылыҡтары бар.
Гербтағы йәшел төҫ — муллыҡты, уңдырышлылыҡты, шатлыҡты, азатлыҡты, һиллек һәм тыныслыҡты, алтын (һары) төҫ ғәҙеллек, шәфҡәтлелек, баҫалҡылыҡ, шулай уҡ байлыҡ, шәрәфлелек һәм үҙ аллылыҡты символлаштыра.