Көйөргәҙе районы флагы

Көйөргәҙе районы флагы — Башҡортостан Республикаһы Көйөргәҙе районы муниципаль районының рәсми символы һәм район халҡының берҙәмлеге билдәһе.

Тарихы

Көйөргәҙе районының флагы 2006 йылдың 13 июлендә Көйөргәҙе районы муниципаль советының 1/10-92 ҡарары менән раҫлана һәм Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 3224, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 052 һаны менән теркәлә. Авторы — Салауат Ғиләжетдинов.

Тасуирламаһы

Өҫкө өлөшө флагтың 4/5 өлөшө нисбәтендәге — йәшел, аҫҡыһы һары төҫтәге ике горизонталь һыҙаттан торған, киңлеге оҙонлоғона 2:3 нисбәтендәге тура мөйөшлө туҡыма. Йәшел һыҙат уртаһында суҡышы һәм тәпәйҙәре ҡыҙыл булған, тәпәйҙәренә һары төҫтәге имен сыбығын эләктереп, флагтың һабына табан осоусы һары төҫтәге ялан бөркөтө төшөрөлгән.

Нигеҙләү

Көйөргәҙе районы флагы райондың бай тарихын, тәбиғәт, тарихи һәм мәҙәни үҙенсәлектәрен күҙ уңында тотоп эшләнгән герб нигеҙендә булдырылған. Республиканың көньяҡ ҡапҡаһы булған Көйөргәҙе районы атамаһын Оло Юшатыр йылғаһына ҡойған Көйөргәҙе йылғаһынан ала, ул йылға сығанағы тигәнде аңлата.

Борон хәҙерге район территорияһында башҡорттарҙың үҙҙәренең ҡыйыулығы һәм сыҙамлығы менән айырылып торған ҡыпсаҡ, тамъян, бөрйән ырыуы йәшәгән. һуңынан уларҙың вариҫтары Көйөргәҙе районын үҙҙәренең батырлығы менән данлай.

Флагтың төп фигураһы — тәпәйҙәренә имән ботағын эләктереп юғарыға осоусы дала бөркөтө. Борон-борондан бөркөт бөгөн Көйөргәҙе районында йәшәгән ҡыпсаҡ ырыуы вариҫтарының ырыу ҡошо. Осоп барған бөркөт — ғәҙеллек, байлыҡ, бойондороҡһоҙлоҡ, киң күңеллелек, зирәклек символы, ул райондың үткәне менән бәйләнешен, киләсәккә ынтылышын, ауырлыҡтарҙы еңеүен, райондың үҫешен раҫлай.

Имән ботағы ныҡлыҡты, крайҙа йәшәгән күп милләтле халыҡтың ышаныслылығы тураһында һөйләй.

Ете һары башаҡ — ерҙә эшләүселәрҙең хеҙмәт һөйөүсәнлеге, крайҙың байлығы символы. Башаҡтарҙың һаны — республика территорияһында йәшәгән халыҡтарҙың берләшеүенә нигеҙ һалған ете ырыуҙы символлаштыра.

Йәшел төҫ — ерҙең уңдырышлылығы, үҫемлектәр, хайуандар донъяһының күп төрлөлөгө, шулай уҡ өмөт, муллыҡ, азатлыҡ, һиллек һәм тыныслыҡ билдәһе.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Тема буйынса өҫтәмә