Йылайыр районы флагы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Йылайыр районы флагы
Автор Ғиләжетдинов Салауат Мөхәмәт улы
Дәүләт
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 26 июнь 2006
Юрисдикция таралышы Йылайыр районы

Йылайыр районы флагы — Башҡортостан Республикаһы Йылайыр районы муниципаль районының рәсми символы һәм район халҡының берҙәмлеге билдәһе.

Йылайыр районының флагы 2006 йылдың 26 июнендә Йылайыр районы муниципаль советының 84-се ҡарары менән раҫлана һәм Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 3216, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 020 һаны менән теркәлә. Авторы — Салауат Ғиләжетдинов.

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Уртаһында флаг һабы яғына табан сапҡан ҡара таплы, аҡ күҙле ҡыҙыл төҫлө болан һүрәтләнгән, киңлеге оҙонлоғона 2:3 нисбәтендәге тура мөйөшлө туҡыма. Боландың ике яғынан аҫлы-өҫлө мөйөштәргә яҡыныраҡ йәшел ағастар ултыра.

Нигеҙләү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йылайыр районы флагы райондың тарихи һәм мәҙәни үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып эшләнгән герб нигеҙендә булдырыла. Боронғо легендалар ошо территорияла йәшәгән үҫәргәндәр менән түңгәүерҙәрҙең айырыуса ҡыйыулығы һәм яугирлығы тураһында тарих һаҡлай. Шуға күрә төп символда ҡулына ҡорал алып тыуған илен дошмандарҙан һаҡлаған яугирҙы, шулай уҡ тыуған ергә һөйөүҙе, халыҡтың ҡыйыулығын һәм киң күңеллелеген символлаштырған аҫыл боландың һүрәтләнеүе осраҡлы түгел. Шулай уҡ боландың сағыу фигураһы тыныслыҡты һәм изгелекте кәүҙәләндерә.

Дүрт быуат элек, XVI быуат уртаһында тап түңгәүерҙәр ерендә, Йылайыр эргәһендәге Айҙа-Болон яланында ете башҡорт ырыуы вәкилдәренең Ҡоролтайы үтә. Унда башҡорттарҙың Рус дәүләтенә инеүе шарттары ҡарала.

Башҡортостанға автономия алыу шарты менән Башҡорт ғәскәрҙәренең совет власы яғына сығыуы тураһында тарихи килешеүгә ҡул ҡуйыу ҙа Йылайыр районының Ҡананикольский ауылында тормошҡа ашырыла. Барлыҡ был мөһим саралар Йылайыр еренең тыныслыҡ урынлаштырыу үҙәге, халыҡтарҙың изге ихтыяры башланғысы булыуын раҫлай.

Тауҙар, урмандар символы йәшел төҫ район тәбиғәтенең байлығын — ҡуйы урмандарҙы, йәшел үҙәндәрҙе, үҫемлек һәм хайуандар донңяһының байлығын, ерҙәрҙең уңдырышлылығын, шулай уҡ азатлыҡты, өмөттө һәм ғүмерҙең мәңгелек булыуын символлаштыра.

Йылайыр районы гербы