Благовещен районы флагы
Благовещен районы флагы | |
---|---|
Автор | Ғиләжетдинов Салауат Мөхәмәт улы |
Дәүләт | |
![]() | |
Нигеҙләү датаһы | 13 июль 2006 |
Нигеҙендә эшләнгән | Благовещен районы гербы |
Юрисдикция таралышы | Благовещен районы |
Благовещен районы флагы — Башҡортостан Республикаһы Благовещен районы муниципаль районының рәсми символы һәм район халҡының берҙәмлеге билдәһе.
Тарихы
Благовещен районының флагы 2006 йылдың 13 июлендә Благовещен районы муниципаль советының 144-се ҡарары менән раҫлана һәм Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 2949, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 043 һаны менән теркәлә. Авторы — Салауат Ғиләжетдинов.
Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Горизонталь рәүештә зәңгәр, аҡ, зәңгәр төҫтәргә бүленгән, киңлеге оҙонлоғона ҡарата 2:3 нисбәтендәге туҡыма. Аҡ һәм аҫҡы зәңгәр һыҙат туҡыма киңлегенең 1/10. Ҙәр зәңгәр һыҙат уртаһында томшоғона йәшел япраҡлы һары зәйтүн ағасы сыбығын ҡапҡан аҡ күгәрсен һүрәтләнгән.
Нигеҙләү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Благовещен районы флагы райондың атамаһы, уның тарихи, географик һәм иҡтисади үҙенсәлектәре сағылыш тапҡан герб нигеҙендә эшләнгән.
Благовещен ҡалаһы һәм Благовещен районы тарихы 1756 йылда Көньяҡ Урал мәғдән ятҡылыҡтарын эшкәртеү барышында баҡыр иретеү фабрикаһы һалыныуына бәйле. Христиандарҙың Благовещение байрамы көнөндә Ағиҙел йылғаһының уң ярына баҡыр иретеү фабрикаһы төҙөгәндә шул уҡ атамалы сиркәүгә нигеҙ һалына һәм артабан ҡасаба ла шулай атала башлай, һуңынан ул Благовещен ҡалаһына әйләнә. Өфө өйәҙенә ҡараған ҡасаба үҫеше барышында, 1930 йылда унан Благовещен районы айырылып сыға. Шуға ла гербтың төп элементы булып ауыҙына зәйтүн ағасы ботағын ҡапҡан күгәрсен һүрәтләнә. Ул крайҙың тарихи үткәнен генә сағылдырып ҡалмай, ә изге хәбәр, тыныслыҡ һәм гөрләп үҫеү символы ла булып тора.
Тирмәндең алтын тәгәрмәсе район иҡтисадының алдынғы тармаҡтарының береһе булған ауыл хужалығын символлаштыра. Бер үк ваҡытта тирмән тәгәрмәсе — ул быуындар бәйләнеше, крайҙың байлығы һәм уның артабанғы үҫеше символы ла.
Благовещен районы территорияһы буйлап Башҡортостандың ике төп һыу артерияһы — Ағиҙел һәм Ҡариҙел аға. Гербтың аҫҡы өлөшөндә ошо йылғаларҙы кәүҙәләндергән көмөш тулҡындар бер үк ваҡытта фиҙаҡәрлек, асыҡлыҡ, сафлыҡ һәи иман символы булып та тора.
Зәңгәр төҫ Башҡортостан Республикаһының Дәүләт флагы төҫөн ҡабатлай һәм район гербының төп төҫө итеп алынған. Был уның территориаль йәһәттән республикаға ҡарауын ғына түгел, асыҡлыҡты, саф күңеллелекте һәм изге күңеллелекте лә белдерә.
Көмөш төҫ — Благовещение көнөнөң изге хәбәрен, яңының, сафтың, изгенең тыуыуын аңлата. Алтын — байлыҡ, ҡиммәттәр, ныҡлыҡ һәм иман символы.