Архангел районы флагы
Архангел районы флагы | |
Нигеҙләү датаһы | 2006 |
---|---|
Дәүләт | |
Юрисдикция таралышы | Архангел районы |
Архангел районы флагы — Башҡортостан Республикаһы Архангел районы муниципаль районының рәсми символы һәм район халҡының берҙәмлеге билдәһе.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Архангел районының флагы 2006 йылдың 13 июлендә Архангел районы муниципаль советының 139-сы ҡарары менән раҫлана һәм Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 3196, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 001 һаны менән теркәлә. Авторы — Айрат Усманов.
Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Киңлеге оҙонлоғона 2:3 нисбәтендә булған, өс төҫлө горизонталь һыҙаттарҙан торған тура мөйөшлө туҡыма. Өҫтәге аҡ төҫтәгеһе туҡыма киңлегенең 7/10 өлөшөнә тиң, урталағы йәшеле туҡыма киңлегенең 1/5 өлөшөн алып тора, аҫтағы һыҙат аҡ төҫтә. Өҫкө аҡ һәм урталағы йәшел һыҙаттар уртаһында йәшел япраҡлы, туғыҙ һары сәтләүеге булған һары имән урынлашҡан.
Нигеҙләү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Архангел районы флагы герб нигеҙендә эшләнә. Герб тәбиғи-географик үҙенсәлек кенә түгел, ә халыҡ араһында йәшәгән, крайҙың боронғо тарихын һүрәтләгән легенда ла сағылыш таба:
Иң тәүҙә был ерҙәргә уйыл яры буйынан Ҡумрыҡ килеп ултыра. Уның табанай исемле улы тыуа. Малай үҫеп өйләнә, уның туғыҙ өлы тыуа һәм Инйәр буйы ауылдарына нигеҙ һала. Тәүгеһе Абыҙгилде була. Ул төп йорттайәшәй, атаһының эшен дауам итә. Уны ғәҙеллеге һәм аҡыллы булыуы өсөн ихтирам итәләр. Абыҙгилде оҙайлы ғүмер кисерә, вафат булғас, уны ҡәҙерләп ерләйҙәр һәм ҡәберенә имән ултырталар. Был ағас әле лә тәбиғәттең һирәк ҡомартҡыһы булып үҫә. Абыҙгилде йәшәгән ауылды Абҙан тип йөрөтә башлайҙар. |
Гербта легенданың йөкмәткеһе аллегорик рәүештә һүрәтләнә. Үҙәк фигура булып ныҡлы тамырланған ҡеүәтле имән ағасы тора. Уның туғыҙ сәтләүеге туғыҙ ауылды һынландыра. Шул уҡ ваҡытта имән — райондың көс-ҡеүәтен, ныҡлығын сағылдыра.
Ағастың һәм сәтләүектәрҙең алтын төҫөндә булыуы — ғәҙеллек, шәфҡәтлелек, баҫалҡылыҡ, шулай уҡ байлыҡты һәм үҙ аллылыҡты белдерә.
Тәбиғәттең байлығы һәм матурлығы гербта йәшел төҫтә күрһәтелгән. Ул бер үк ваҡытта муллыҡты, уңдырышлылыҡты, азатлыҡты, тыныслыҡты ла символлаштыра.
Көмөш (аҡ) төҫ — районда йәшәгән халыҡтың иманлылығы, ниәттәре сафлығы, ихласлығы, саф күңеллелеге һәм фиҙаҡәрлеге билдәһе.