Бишбүләк районы флагы
Бишбүләк районы флагы | |
Автор | Ғиләжетдинов Салауат Мөхәмәт улы |
---|---|
Дәүләт | |
Нигеҙләү датаһы | 12 июль 2006 |
Нигеҙендә эшләнгән | Бишбүләк районы гербы |
Юрисдикция таралышы | Бишбүләк районы |
Бишбүләк районы флагы — Башҡортостан Республикаһы Бишбүләк районы муниципаль районының рәсми символы һәм район халҡының берҙәмлеге билдәһе.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бишбүләк районының флагы 2006 йылдың 12 июлендә Бишбүләк районы муниципаль советының 102-се ҡарары менән раҫлана һәм Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрында — 3204, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символикаһы исемлегенә 040 һаны менән теркәлә. Авторы — Салауат Ғиләжетдинов.
Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Киңлеге оҙонлоғона 2:3 нисбәтендәге тура мөйөшлө туҡыма. Уның уртаһында һары төҫ менән ҡаймаланған, яҡтары ҡабарынҡы булып сығып торған, мөйөштәре һары иген бөртөгө менән тоташҡан ромб эсендә артҡы тәпәйҙәрендә яртылаш флаг һабына табан боролған һыуыр ултыра.
Нигеҙләү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бишбүләк районы флагы муниципалитеттың иҡтисади үҫеш һәм тәбиғи шарттары сағылыш тапҡан район гербы нигеҙендә эшләнгән. Уның үҙәк фигураһы булып һыуыр тора, сөнки 1989 йылда район территорияһында Көньяҡ Уралдың Ҡыҙыл китабына индерелгән байбаҡ төрөндәге һыуырҙы һаҡлау буйынса дәүләт заказнигы булдырыла.
Районға Өфө яғынан килеүселәрҙе убалар битләүендә бейеклеге метр ярым булған тиҫтәләгән ерән бағана ҡаршы ала. Уларҙа алғы тәпәйҙәрен күкрәгенә ҡыҫҡан, йөҙөнә ҡыҙыҡһыныу сыҡҡан һыуырҙар төшөрөлгән. Район ерҙәре һыуырҙар үрсеүе өсөн ҡулайлы — ҡурсаулыҡ, тыныс һәм экологик йәһәттән таҙа, өң ҡаҙыу өсөн убалар ташлы. Уларҙың өңө эргәһендә ҡомташ ҡына түгел, ауыр таштарҙы ла осратырға мөмкин. Шуға күрә гербта һүрәтләнгән йәнлек маҡсатҡа өлгәшкәндә көстө һәм ныҡышмаллыҡты, кешелектең тормош ингеҙен һәм именлеген тәьмин иткән тәбиғәткә һаҡсыл ҡарашты символлаштыра.
Халҡтың төп шөғөлө — ер эшкәртеү. Гербта ул иген бөртөгө аша бирелә, бер үк ваҡытта эш һөйөүсәнлекте, байлыҡты һәм гөрләп эшләүҙе кәүҙәләндерә.
Район Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығының көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан һәм Урал алды ялан зонаһына ҡарай. Уның ошо урынлашыуын ялан символы булған ҡылған аңлата. Бер үк ваҡытта ул гербта киңлекте һәм күңел киңлеген, ер эшкәртеүселәр мул уңыш алған киң яландарҙы һынландыра.
Йәшел төҫ муллыҡ, уңдырышлылыҡ, һиллек һәм тыныслыҡты аңлата. Зәңгәр төҫ — матурлыҡ, мөһабәтлек, тоғролоҡ, шулай уҡ үҫеш, алға барыуҙы символлаштыра. Элементтарҙағы алтын төҫө — ғәҙеллек, шәфҡәтлелек символы.